Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙгә былтырғы "алдынғылыҡ" кәрәкмәй
Беҙгә былтырғы "алдынғылыҡ" кәрәкмәй 26 майҙа Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуҙың төп осоро башлана

Был көндә географиянан һәм әҙәбиәттән һынау тотоу ҡаралған. Унан, 29 майҙа, мотлаҡ бирелә торған имтихан етә — урыҫ теле буйынса белем сифаты тикшереләсәк. Төп этаптағы артабанғы һынауҙар июндә тапшырыла, һуңғыһы — 19-ында.
Белем биреү өлкәһенә күптән түгел индерелгән БДИ халыҡ тарафынан әлегә еңел ҡабул ителмәй. Был, әлбиттә, йәмғиәт менән власть араһында төрлө аңлашылмаусанлыҡ тыуҙырмай ҡалмай. Һынауҙы үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға тырышҡандар ҙа юҡ түгел. Ошондай буталыштарҙан йәш быуын айырыуса ҙур зыян күрә. Ҡатмарлы мәсьәләне яйға һалыу йәһәтенән даими эш алып барыла, БДИ йылдан-йыл камиллаша, уны ғәҙел үткәреү маҡсатында яңы ҡағиҙәләр барлыҡҡа килә.


Һәр төбәккә хас мәсьәлә

Күптән түгел республикаға Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Анзор Музаев килеп, Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу, һынау барышында төрлө етешһеҙлеккә юл ҡуймау, аныҡ һөҙөмтәгә ынтылыу мөһимлеге хаҡындағы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған ҙур кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, мәғариф министры Әлфис Ғаязов, педагогик йәмғиәт вәкилдәре ҡатнашты, район хакимиәте башлыҡтарына ла сараны видеобәйләнеш аша күҙәтеү мөмкинлеге булдырылды. Ошондай йыйылыштар илдең 83 субъектында йыл башында ла ойошторолғайны. Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, Федераль тест үткәреү үҙәге, Федераль педагогик үлсәүҙәр институты вәкилдәре, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса белгестәр ҡатнашлығында үткәрелгән кәңәшмәләрҙә былтырғы имтихандарҙың һөҙөмтәһе тураһында фекер алышынды, һынау уҙған пункттарҙы техник йәһәттән йыһазландырыу мәсьәләһе тикшерелде, предмет комиссияһы эксперттарының, йәмәғәт күҙәтеүселәренең, БДИ буйынса уҙғарылған "ҡыҙыу линия"лар хеҙмәтен йәнләндереү мөһимлеге билдәләнде. Һәр төбәктең быға тиклемге эш һөҙөмтәһен күҙ уңында тотоп, уларға контроль-үлсәү материалдарын килтереү алымдары хаҡында айырым һүҙ булды. Кәңәшмәләрҙә билдәләнеүенсә, үҙгәрештәрҙең барыһы ла дәүләт һынауының сифатын, уны үткәреү мәлендәге мәғлүмәт хәүефһеҙлеген арттырыу маҡсатында башҡарыла.
Һәр төбәк вәкилдәренә БДИ-"туризм" күренешен — ҡайһы бер сығарылыш уҡыусыларының йылдың икенсе яртыһында мәктәпте алмаштырыуын — күҙәтергә, күсенеүҙең сәбәбе менән хәбәрҙар булырға ҡушылды.
Ғөмүмән, баланың белем сифаты аныҡ билдәләнергә тейеш.

Селтәрҙәге түләүле мәғлүмәткә ышанма!

Быйыл Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт тарафынан Интернет хәбәрҙәренә мониторинг уҙғарыу менән шөғөлләнгән махсус төркөм булдырылды. Ул контроль-үлсәү материалдарындағы мәғлүмәттәрҙе таратыу осраҡтары булмаһын өсөн даими күҙәтеү үткәреп торорға бурыслы. Белгестәр социаль селтәрҙәге БДИ мәсьәләләренә бәйле барлыҡ төркөмдәргә беркетелгән. Улар шулай уҡ Интернеттағы мәғлүмәттәрҙе тикшереп барған йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.
Асыҡланыуынса, йыл башынан социаль селтәрҙә контроль-үлсәү материалдарын таратыуға бәйле 300 тирәһе осраҡ теркәлгән. Бындай эш менән шөғөлләнгәндәрҙең күбеһе — былтырғы сығарылыш класс уҡыусылары. Материалдарҙың йөкмәткеһе быйылғы һынауҙыҡына тап килмәй. Тимәк, кешеләрҙе алдау юлы менән аҡса эшләргә тырышалар. Әлеге 300 тирәһе осраҡ тураһында мәғлүмәт социаль селтәрҙәр вәкилдәренә һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелгән — тейешле сара күреләсәк.
Сығарылыш класс уҡыусыларына имтиханға әҙерләнергә, алда торған һынауҙың нисек булырын күҙалларға ярҙам итеү маҡсатында Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәкселеге ҡарары менән Федераль тест үткәреү үҙәгенең сайтында (www.rustest.ru) былтырғы БДИ-ның барлыҡ предметтары буйынса контроль-үлсәү материалдарының варианттары ҡуйылды. Бында шулай уҡ башҡа төрлө кәрәкле мәғлүмәт табырға мөмкин. Һынауға әҙерләнгәндә тап ошондай рәсми ресурстарҙан файҙаланырға тәҡдим ителә. Был мәғлүмәттәр өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй, сайттар һәр кем өсөн асыҡ.

"Ғәҙел эшмәкәрлеккә саҡырам"

Билдәле булыуынса, былтыр Башҡортостан айырым предметтар буйынса юғары һөҙөмтәгә өлгәшелгән субъекттар иҫәбенә инде. Республика шулай уҡ контроль-үлсәү материалдарын Интернетҡа ҡуйыу буйынса "алдынғылыҡ" яуланы.
— Төбәктә теркәлмәгән уҡыусыны имтиханға индереү, тейешле талапҡа яуап бирмәгән аудиторияла һынау тапшырыу осраҡтары булған, — тине Президент Рөстәм Хәмитов Хөкүмәттә БДИ мәсьәләләре буйынса уҙғарылған кәңәшмәлә. — Былтыр 24 500-гә яҡын кеше имтихан тапшырҙы, элекке йылдар менән сағыштырғанда, мотлаҡ һаналған предметтарҙан өлгәшмәгәндәр аҙайҙы. Уртаса балл байтаҡҡа күтәрелде. Юғары һөҙөмтәгә өлгәшкәндәр артты. Мәҫәлән, 2012 йыл менән сағыштырғанда, инглиз теленән ҙур балл йыйғандар — 16,5 проценттан 44-кә, химиянан — 12,2-нән 31-гә, географиянан — 9,5-тән 28-гә, информатиканан 7-нән 25-кә күтәрелде. Дөйөм алғанда, БДИ-ны юғары һөҙөмтәгә тапшырғандар ике тапҡырға тиерлек артты: 27 кешенән 51-гә етте. Һүҙ юҡ, беҙҙең мәктәптәрҙә уҡытыу сифаты яҡшыра, педагогтар эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Ләкин ҡайһы бер предметтар буйынса ыңғай һөҙөмтәнең тиҙ арала өс-дүрт тапҡырға артып китеүенә ышаныуы ауыр.
Рөстәм Зәки улы ҡайһы бер урындарҙа Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙа электән яйға һалынған "кәрәкле" балды йыйыу системаһының һаман да юҡҡа сығарылмауын, йәшерен хеҙмәтен дауам итеүен билдәләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡырын эштә тәртип өсөн яуап биргән кешеләр ҙә ҡатнаша. Республика башлығы бындай системаны бөтөрөү, "ҡулын йылытырға" теләгәндәргә кәртә ҡуйыу бурысын ҡуйҙы.
Имтиханға бәйле быға ҡәҙәр ҡабатланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында быйыл ҡаты саралар ҡабул ителде. Мәҫәлән, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү менән шөғөлләнәсәк ведомство-ара комиссия булдырылды, һынау һөҙөмтәһен тикшереү эшен тейешле кимәлдә башҡармаған эксперттар алмаштырылды — бындай үҙгәреш БДИ-ны ойоштороуҙа ҡатнашҡан башҡа кешеләрҙе лә урап үтмәне. Шулай уҡ имтихан уҙғарылған урындарға контроль-үлсәү материалдарын алып барыу схемаһы яңыртылды, пункттарға видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылды.
БДИ-ға халыҡ вәкилдәрен йәлеп итеүгә лә иғтибар көсәйҙе. Республика Президенты әйтеүенсә, имтихандарҙа быйыл 1 400 тирәһе йәмәғәт күҙәтеүсеһе ҡатнаша — былтырғыға ҡарағанда ике тапҡыр күберәк. Шулай уҡ 26 майҙан 19 июнгә ҡәҙәр төбәктә "Мәғариф һәм фәнде үҫтереү буйынса Рәсәй студенттары ассоциацияһы" ойошмаһынан 120-гә яҡын эксперт эшләйәсәк.
— Һәр кемде ғәҙел эшмәкәрлеккә саҡырам, — тине кәңәшмәлә Рөстәм Хәмитов. — Уҡыусыларға ихтирам менән ҡарарға, уларҙың хоҡуҡтарын һаҡларға, психологик йәһәттән тыныслыҡ булдырырға, аныҡ һөҙөмтәгә ынтылырға кәрәк. Һәр бала имтихандың тигеҙ шартта үтеренә, эше дөрөҫ, лайыҡлы баһа алырына ныҡлы ышанып килергә тейеш. Берәүҙең дә БДИ-ны ойоштороусыларға баҫым яһарға, уҡыусыларҙы, ата-әсәне ҡурҡытырға, аныҡ һөҙөмтәне боҙоп күрһәтергә хоҡуғы юҡ. Бындай күренештәргә ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барасаҡбыҙ. Мәктәп директорымы ул, хакимиәт башлығымы йәки юғары дәрәжәләге чиновникмы — аныҡ һөҙөмтәне үҙгәртергә тырышҡан берәү ҙә аҙаҡ яҡлау таба алмаясаҡ. Дәүләт имтихандары ғәҙел, асыҡ үтергә тейеш. Уларҙың барышын шәхси контролгә аласаҡмын.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ!

Йәмғиәттең Берҙәм дәүләт имтихандарына бәйле һорауҙарына аныҡлыҡ индереү маҡсатында республиканың һәр район һәм ҡалаһы хакимиәтендә "ҡыҙыу линия"лар эшләй. Улар тураһындағы мәғлүмәтте республика Мәғариф министрлығының рәсми сайтында (www.morb.ru) асылған "БДИ-2014" тигән бүлектән табырға мөмкин. Бында, ғөмүмән, дәүләт имтихандарына бәйле барлыҡ һорауҙарға яуап алырға була. Мәҫәлән, һынау һөҙөмтәһе менән риза булмаған осраҡта апелляцияға биреү ҡағиҙәләре, йәмәғәт күҙәтеүселәре өсөн ғариза өлгөһө, уның өсөн булдырылған эш дәфтәре, федераль һәм төбәк норматив документтары, айырым предметтар буйынса видеобелешмәләр, брошюралар бирелгән, тәҡдимдәр әйтелгән.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында эшләгән "ҡыҙыу бәйләнеш" телефондары — 8 (347) 272-08-55, 218-03-81. Белгестәргә дүшәмбенән йомаға ҡәҙәр иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин (1-ҙән 2-гә саҡлы — тәнәфес).



Быйылғы дәүләт имтихандарының теҙмәһе

Төп этап

26 май (дүшәмбе) — география, әҙәбиәт;
29 май (кесе йома) — урыҫ теле;
2 июнь (дүшәмбе) — сит телдәр, физика;
5 июнь (кесе йома) — математика;
9 июнь (дүшәмбе) — информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, биология, тарих;
11 июнь (шаршамбы) — йәмғиәтте өйрәнеү, химия;
16 июнь (дүшәмбе) — резерв көн: сит телдәр, йәмғиәтте өйрәнеү, биология, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары;
17 июнь (шишәмбе) — резерв көн: география, химия, әҙәбиәт, тарих, физика;
18 июнь (шаршамбы) — резерв көн: урыҫ теле;
19 июнь (кесе йома) — резерв көн: математика.

Өҫтәмә этап

7 июль (дүшәмбе) — урыҫ теле, химия, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары;
9 июль (шаршамбы) — математика, география, сит телдәр;
11 июль (йома) — йәмғиәтте өйрәнеү, әҙәбиәт, физика;
14 июль (дүшәмбе) — биология, тарих;
16 июль (шаршамбы) — барлыҡ дөйөм белем биреү предметтары буйынса резерв көн.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872