18 — 21 майҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәсми сәфәр менән Ҡытай Халыҡ Республикаһында булды.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов ил Президенты Владимир Путин етәкселек иткән Рәсәй делегацияһы программаһына ярашлы эшләне, шулай уҡ Ҡытайҙың Ляонин һәм Цзянси провинциялары етәкселәре, ҙур эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашыу, һөйләшеүҙәр үткәрҙе, бер нисә хөкүмәт-ара һәм инвестиция документына ҡул ҡуйҙы.
Берлектәге проекттар бик етди18 майҙа Башҡортостан Президенты “Ляонин Нефтемаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бүлендек предприятиеһында “Хайчен Нефтемаш” корпорацияһы подразделениеларының етәкселеге менән осрашты. Сарала Башҡортостанда нефть быраулау өсөн ҡеүәтле ҡорамалдар заводын асыуға ҡағылған инвестиция проекты тикшерелде.
— Сәфәребеҙ ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур этәргес бирҙе, — тине корпорация президенты Ван Чжэнжуань, Башҡортостан Президентын сәләмләп.
— Бер нисә ай инде компанияғыҙ менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ҡытайҙағы партнерҙарыбыҙ тәҡдим иткән берлектәге проекттар, әлбиттә, ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Башҡортостан Республикаһы — нефтле төбәк. 80 йыл эсендә, ятҡылыҡтарҙы эшкәртә башлағандан алып, беҙҙә дөйөм алғанда 1,2 миллиард тонна нефть сығарылған. Әле Башҡортостан нефтселәре республикалағы ғына түгел, Себерҙәге һәм Алыҫ Көнсығыштағы ятҡылыҡтарҙы ла үҙләштерә.
Башҡортостан Президенты корпорация етәксеһенә республика биләмәһендә йыл һайын 30 миллион тоннаға яҡын нефть эшкәртелеүе, ошо күрһәткес буйынса Рәсәй Федерацияһында беренсе урынды биләүебеҙ тураһында һөйләне. Яҡын арала Башҡортостан нефть эшкәртеү күләмен арттырырға, нефть һәм газ химияһын үҫтерергә ниәтләй. Ошоға бәйле Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда эшләгән “Башнефть”, “Газпром”дың бүлендек подразделениелары кеүек ҙур ойошмаларҙың Рәсәй—Ҡытай проекттары менән ҡыҙыҡһынырына ышаныс белдерҙе.
— Һеҙҙең компания йылдам үҫә, иҡтисади күрһәткестәрегеҙ ҙә бик яҡшы. Минеңсә, бергә эшләһәк, был һандар тағы ла яҡшырыр. Башҡортостан Республикаһында быраулау ҡорамалдары етештереү буйынса өр-яңы заманса производство асыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тип һүҙен йомғаҡланы төбәк етәксеһе.
“Инвесторҙар ҡәнәғәт ҡаласаҡ”Иртәгәһе көндә Башҡортостан башлығы Ляонин провинцияһында “Хайчен Нефтемаш” корпорацияһына ингән “Ляонин Нефтемаш” предприятиеһында булды. Унда Башҡортостан Хөкүмәте менән Ҡытай компанияһы араһында ниәттәр тураһындағы протоколға ҡул ҡуйылды. Документҡа Рөстәм Хәмитов менән “Хайчен Нефтемаш” корпорацияһының Директорҙар советы рәйесе Ван Чжэнжуань имза һалды. Протокол берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса артабанғы ғәмәлдәрҙе күҙаллай. Ҡул ҡуйыр алдынан Рөстәм Хәмитов республикалағы сәнәғәт үҫеше, иҡтисади ҡеүәт, рекреация мөмкинлектәре, Башҡортостандағы йолалар, спорт ҡаҙаныштары һәм тәбиғәт байлыҡтары хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Президенты республикабыҙҙың донъялағы 100-ҙән ашыу ил менән иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүен билдәләне. Былтыр Башҡортостандың сит ил партнерҙары менән тауар әйләнеше 15 миллиард доллар тәшкил иткән (92 проценты — экспорт). Бынан тыш, төбәк сит ил инвестицияһын әүҙем йәлеп итә. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан менән Ҡытай араһындағы бәйләнештәр нығый. Предприятиеларыбыҙ араһындағы тауар әйләнеше йылына 600 миллион долларҙан ашып киткән (80 проценты — экспорт).
— “Хайчен Нефтемаш” компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеү беҙҙең өсөн бик мөһим. Корпорация етәксеһенең ярҙамы арҡаһында әле сәнәғәтселәр араһында өр-яңы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килә. Компанияның республикабыҙҙа быраулау ҡорамалдары етештереү буйынса завод төҙөү теләген хуплайбыҙ. Башҡортостанға инвестициялар менән килеүселәргә яҡшы шарттар булдырыла, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республикабыҙҙа Европаның һәм Азияның күп кенә компаниялары эшләй. “Хайчен Нефтемаш” та Башҡортостандағы эш шарттарынан ҡәнәғәт ҡалыр, тип ышанам. Компания етештергән продукцияға республикала ла, илдә лә ихтыяж булыр, моғайын.
— Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек ҙур әһәмиәткә эйә. Ул иҡтисади һәм социаль һөҙөмтә бирәсәк, республикағыҙҙағы иҡтисади үҫешкә булышлыҡ итәсәк, — тине Ван Чжэнжуань.
Өфө менән Шэньян оҡшашҠытайға сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Телин ҡала округы башлығы Лин Цзян менән дә осрашты. Сарала берлектәге хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре, атап әйткәндә, Башҡортостанда нефть сығарыу өсөн ҡеүәтле ҡорамалдар етештереү заводын төҙөү проекты тикшерелде.
— Берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән компанияларыбыҙҙың хеҙмәттәшлеген хуплайбыҙ, — тине ҡала башлығы.
— Ҡытай партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү беҙҙең өсөн мөһим. Тәүге аҙым яһалды, артабанғыһына тәүәккәлләргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.
Телин — Ляонин провинцияһындағы ҡала, нефть машиналары эшләү һәм металлургия буйынса ҙур үҙәк. Ауыл хужалығы һәм экологик туризм йәһәтенән дә танылыу яулаған ул.
Шэньянда Рөстәм Хәмитов Ляонин провинцияһындағы Ҡытай Коммунистар партияһы комитеты секретары Ван Минь менән осрашты. Унда Башҡортостан менән Ляонин провинцияһы араһындағы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тикшерелде.
Ван Минь Рөстәм Хәмитовты провинциялағы дөйөм хәл менән таныштырҙы. Бында 44 миллион кеше йәшәй. Провинция — Ҡытайҙың мөһим сәнәғәт үҙәге. Төп тармаҡтар — машиналар эшләү, металлургия, нефть эшкәртеү, ауыл хужалығы. Провинция башлығы шулай уҡ 1999 йылда Өфө менән Шэньян араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылыуын да билдәләне.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостан майҙаны һәм иҡтисадының структураһы буйынса Ляонинға бик оҡшаш.
— Күреүебеҙсә, һеҙҙә юлдар һәйбәт, торлаҡ күпләп төҙөлә. Сәнәғәттә яҡшы технологияларға эйә булғанһығыҙ. Ошо йүнәлештә беҙ ҙә эшләйбеҙ. Шуға күрә Ҡытайҙағы эшҡыуарлыҡтың ярҙамы кәрәк. Предприятиеларыбыҙ һеҙҙең илдә лә файҙаланырлыҡ алдынғы технологияларҙы үҙләштергән, — тине Башҡортостан Президенты.
Төбәк етәксеһе Башҡортостанда быраулау ҡорамалдары етештереү буйынса предприятие асыу мәсьәләһенә ҡағылышлы “Хайчен Нефтемаш” компанияһы менән һөйләшеүҙәр алып барыуы хаҡында ла хәбәр итте.
— Беҙҙеңсә, был — дөрөҫ идея, ошо башланғысты артабан да дауам итәсәкбеҙ. Ляонин провинцияһы етәкселегенең дә ул проектты хуплауын теләр инем, — тине Башҡортостан башлығы. — Әлегә республикабыҙҙа Ҡытай бизнесы урын алмаған, шуға күрә был проект ошо өлкәләге тәүге күләмле эш булыр ине.
Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарында әүәлерәк Ҡытай студенттарының уҡыуын, әле лә республиканың фән, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе яңыртырға әҙер булыуын белдерҙе. Башҡортостан Президенты Ван Минде һәм Ляонин провинцияһы делегацияһын хеҙмәттәшлек тураһындағы яңы килешеүгә ҡул ҡуйыу өсөн республикаға саҡырҙы.
Тарихи килешеү төҙөлдө 20 майҙа Шанхай ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Ҡытайға дәүләт сәфәренә ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Цзянси провинцияһының Халыҡ Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм гуманитар өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документты республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән провинция губернаторы Лу Синьше имзалары менән нығытты.
Килешеүгә ярашлы, яҡтар хужалыҡ итеүсе объекттар, ойошмалар һәм берекмәләр араһындағы үҙ-ара файҙалы бәйләнештәрҙе үҫтерәсәк. Документта билдәләнеүенсә, республика менән провинция тау-мәғдән сәнәғәте ҡалдыҡтарын файҙаланыу, баҡырҙы һәм төҫлө металдарҙы тәрән эшкәртеү, автомобилдәр эшләү һәм уларҙың айырым деталдәрен яһау, ауыл хужалығы продукцияһы, төҙөлөш материалдары буйынса хеҙмәттәшлекте нығытырға тейеш. Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа Лу Синьше хеҙмәттәшлек буйынса бер нисә тәҡдим белдерҙе. Атап әйткәндә, улар дәүләт власы органдарында эш механизмын булдырыуға, яҡтарҙың хеҙмәттәшлеге өсөн аныҡ яуаплы кешеләрҙе билдәләүгә ҡағылды.
— Ресурстарҙы һәм йүнәлештәрҙе иҫәпкә алғанда, беҙ гражданлыҡ авиацияһы, энергетика, ауыл хужалығы, автомобилдәр эшләү кеүек өлкәләрҙә партнерлыҡты үҫтерә алабыҙ. Провинцияла “Цзянси баҡыры” компанияһы бар. Ул донъялағы иң ҙур 500 компания иҫәбенә инә. Былтыр уның вәкилдәре һеҙҙең республикаға барып ҡайтты. Улар тау-мәғдән сәнәғәте ҡалдыҡтарын файҙаланыу һәм баҡырҙы тәрән эшкәртеү өлкәһендә Башҡортостан предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй. Беҙҙә шулай уҡ вертолеттар сығарыу буйынса компания бар. Ул да Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлек итергә теләй. Ҡытайҙың Сит ил эштәре министрлығы был проектты хуплай. Мәғариф, фән, мәҙәниәт, шулай уҡ туризм йүнәлештәрендә лә үҙ-ара бәйләнеш мөмкинлектәре күҙаллана. Минеңсә, был йәһәттән дә араны нығыта алабыҙ. Әле Рәсәй менән Ҡытайҙың мөнәсәбәттәре бик яҡшы, илдәребеҙҙең етәкселәре был хеҙмәттәшлекте хуплай. Мин дә ошо мөмкинлектән файҙаланырға, ике төбәк халҡы файҙаһына партнерлыҡты әүҙем үҫтерергә әҙермен, — тине Лу Синьше.
Киләсәккә өмөт ҙур Шанхайҙа Рөстәм Хәмитов шулай уҡ “POWERCHINA” компанияһы етәкселеге менән осрашты.
— Ҡытайҙағы гидроҡоролмаларҙың, гидроэлектр станцияларының 70 проценты тиерлек беҙҙең компания тарафынан һалынған, донъялағы гидротехник эштәрҙең дә 50 процентын беҙ башҡарабыҙ. Шулай уҡ автомобиль юлдары, күперҙәр, туннелдәр төҙөйбөҙ. “Шанхай — Пекин” магистраленең 300 саҡрымын беҙ һалдыҡ. Өҫтәүенә метрополитен линияһын проектлайбыҙ, төҙөйбөҙ, — тине компанияның генераль директоры урынбаҫары Яо Цзянь. — Белеүебеҙсә, һеҙҙең республика — Рәсәй Федерацияһында социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе. Шуға күрә Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә ҙур өмөт бағлайбыҙ.
— Һеҙҙең компания менән күптән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Хеҙмәттәшлек итеү йәһәтенән етди ниәттәр бар, — тине Рөстәм Хәмитов. — Әле Өфөлә “SINOHYDRO” компанияһы офисын асыу мәсьәләһе ҡарала.
Төбәк Президенты республика биләмәһендә эшләгән “РусГидро”, “Интэр РАО”, “Башнефть” һәм башҡа энергетика, нефть компаниялары менән берлектәге проекттарҙы тикшереү өсөн “POWERCHINA” делегацияһын Башҡортостанға саҡырҙы. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ был көндө ике дәүләт башлығының договорға ҡул ҡуйыуын, уның буйынса Рәсәй һәм Ҡытай бизнесы үҙ-ара тығыҙ эш итәсәге хаҡында белдерҙе.
— Хеҙмәттәшлегебеҙҙе киңәйтеп, был договорға булышлыҡ итергә кәрәк, — тине Башҡортостан Президенты. — Ҡытай Халыҡ Республикаһына килеүебеҙгә өс көн. Үҙебеҙгә ихлас мөнәсәбәт тоябыҙ. Ҡытай провинциялары менән бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Хеҙмәттәшлек бик уңышлы барыр, тип ышанабыҙ. Башҡортостан Республикаһы власы берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтәсәк.
Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.