Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Заманында табыш ине
Заманында табыш ине
Һуҡыр сысҡанды ҡайһы бер яҡтарҙа "төрткө" тиҙәр. Совет осоронда уның тиреһен йыя торғайнылар. Башҡортостандың урманлы райондарында төрткө тиреһе әҙерләү халыҡтың өҫтәмә кәсептәренең береһе ине.

Һуҡыр сысҡан башлыса ер аҫтында йәшәһә лә, уның тиреһе таҙалығы, сифаты яғынан башҡа кимереүселәрҙән айырылып тора. Тиреһенең заманына күрә ҡиммәт икәнлеген, уға мохтажлыҡты бер генә миҫалда күрһәтеп китеү ҙә етер: мең дана әҙерләгән кеше мышы атыуға бушлай лицензия алыр булды!
Һуҡыр сысҡанды аулағанда һунарсыға түҙемлек, оҫталыҡ кәрәк. Был кәсеп быуындан быуынға күсеп килә. Хәйер, булмаһа, һүҙҙе бала сағында төрткөгә һунарға йөрөгән оҫтаға, "Йәшлек" гәзите хеҙмәткәре Нур Ҡәҙербаевҡа биреп, ҡыҫҡаса ғына һунар серҙәре менән уртаҡлашыуын һорайыҡ. Һүҙ — уға:
— Төрткөгә һунар мәле йылына ике тапҡыр була: июндә һәм сентябрь-октябрь айҙарында. Был мәлдә һуҡыр сысҡандың балалары ишәйә. Унан да бигерәк, ер ҡаты була, тимәк, төрткөләр бер һуҡмаҡтан йөрөй. Ә көҙгө ямғырҙан һуң ер йомшара. Шуға ла төрткөләр һуҡмаҡтан йөрөр урынға ерҙе башҡа яҡтан йыра. Ҡапҡанға насар эләгә.
Шуныһын да әйтергә кәрәк: төрткөнөң урыны быуындан быуынға күсә килә. Бесәнлек ише, йәғни беҙҙең хәҙерге биләмәлә атайым да, олатайым да, уның атаһы ла тотҡан. Башҡа кеше ҡыҫыла алмай. Шуға ла Мәхмүт, Ҡарнай ҡарт һуҡмағы һымаҡ атамалар йәшәй.
Төрткөнө тотоу мәле — 15–20 тәүлек. Атайым менән үҙебеҙҙең һуҡмаҡтан көнөнә 30 саҡрымғаса юл үтә торғайныҡ. Шуныһын да әйтке килә: ҡапҡандарҙы ике тапҡыр ҡарайһың. Әгәр ҙә шулай итмәһәң, тәүҙә эләккән төрткө һаҫый, тиреһе боҙола. Икенсенән, ҡапҡан буш булмаһа, башҡаһы эләкмәй йәки төрткө ҡапҡанды урап юл яра. Уны беҙҙең Белорет районында "ход юғала" ти торғайнылар.
Ҡапҡан дефицит булды. Уны бер ергә берҙе генә ҡуймайһың, парлайһың: төрткөнөң сыҡҡан һәм кире ингән урынына ике яҡлап ҡораһың. Ҡапҡанды ҡаты тимер сымдан яһайҙар. Элегерәк 15 литрлы ҡалай һауытта повидло һаталар ине. Бер ҙә булмаһа, шуны төрткө юлына соҡоп ултыртаһың. Теге килеп шунда төшә.
Заманына күрә төрткө тиреһе ҡиммәт баһаланды. Балаһыныҡы ҡиммәтерәк — 1-се сортлыһының, яңылышмаһам, хаҡы 50 тин ине. Ә 2-се сорттыҡы — 20, 3-сөнөкө, йәғни боҙоҡ тиренеке — 10 тин. Оҫта һунарсы бер миҙгелгә 3 мең тире әҙерләй ала. Был "Дружба" бысҡыһының хаҡына етә ине. 5–8 мең тирегә "Урал" мотоциклы алып була торғайны. Бензин бысҡыһы дефицит ине бит. Беҙ, урманда йәшәһәк тә, уны Ҡаҙағстандан — дала яғынан (ниндәй парадокс!) барып алдыҡ.
Ғөмүмән, төрткө тиреһе заманында байтаҡ кешегә табышлы кәсеп булды. Хәҙер генә уға иғтибар итеүсе юҡ.


Автор: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә