Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Билет алам тиһәң...
Билет алам тиһәң...
— Һунар билетын алыр өсөн ниндәй документтар юлларға кәрәк?
Ф. ИҠсанов.

— Һунарсылыҡ буйынса яңы ҡанундарға үҙгәрештәр индергәндән һуң, билет алыу, элеккеһен алыштырыу тәртибе еңелләште. Быға тиклем һәр һунарсы 31 мартҡа ҡәҙәр йыл һайын билетын киренән теркәтеп, ә биш йыл һайын алмаштырып торҙо. Унан да бигерәк, уны ниндәйҙер аныҡ һунарсылыҡ йәмғиәте бирҙе. Һунарсы тәғәйен урында ғына ауға сыға ала ине. 2011 йылдан Рәсәйҙә ошондай документтарҙы дөйөм һунарсылыҡ билетына — дәүләт өлгөһөндә эшләнгәндәренә — алыштырыу башланды.
Билетты Рәсәй Федерацияһының бәлиғ булған һәр гражданы алырға хоҡуҡлы. Тик уға енәйәт эше ҡуҙғатылып, суд ҡарары ғына сығарылмаһын.
Элекке законда техник хәүефһеҙлек, һунар минимумы буйынса айырым имтихан ҡаралғайны. Хәҙер ҡанундар эште еңелләштерҙе, кешегә һунар минимумын ғына белергә кәрәк, имтихан ҡаралмаған. Шулай уҡ билеттар ҙа сикһеҙ ваҡытҡа бирелә — алыштырылмай. Һунарҙа йөрөп таушалһа, паспорт алыштырғанда яңыһын алырға була. Хәҙер ниндәй документтар кәрәклеген ҡарайыҡ.
1. Паспорттың күсермәһе. Бөтә бите лә кәрәкмәй. Тик 2–3-сө биттәр генә — унда паспорттың кем тарафынан һәм ҡасан бирелгәнлеге, исем-шәрифегеҙ яҙылған, фотоғыҙ йәбештерелгән. Шулай уҡ пропискағыҙ — теркәлеү мисәте һуғылған 5-се бит тә бер данала кәрәгер.
2. Ике төҫлө йәки 25х35 миллиметр ҙурлыҡтағы ҡаралы-аҡлы фото бирелә.
3. Иҫке һунарсы билетын тик теркәлеү ваҡыты үтмәгән осраҡта тапшыра алаһығыҙ.
4. Ғариза өлгөһө дөйөм һунарсы билетын алырға тейешле органдарҙа тултырыла.
5. Енәйәт эше ҡуҙғатылмауы тураһында белешмә бирергә кәрәкмәй. Һеҙ мөрәжәғәт иткән башҡарма власть органдары үҙҙәре Эске эштәр министрлығынан һоратып ала. Ризалығығыҙҙы белдереп, тейешле документҡа ҡул ғына ҡуйырға ҡала.
Яңы билет бушлай бирелә, дәүләт пошлинаһы түләү талап ителмәй. Бар мәшәҡәт иң әҙе биш көн эсендә башҡарыла. Ләкин былар әле һеҙ һунарсы булып киткәнде аңлатмай. Билет (серияһы менән һаны) дәүләт реестрында теркәлергә тейеш. Почта (электрон һәм ябай хат аша) йәки телефондан хәбәр килгәс кенә, һунарға рөхсәт бирелгән тип иҫәпләнә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә