Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Экология ни тиклем насарыраҡ, яман шеш шунса яҡыныраҡ
Экология ни тиклем насарыраҡ,  яман шеш шунса яҡыныраҡ
Яман шеш сиренең үтә ҡурҡыныс, мәкерле булыуын кем генә белмәй! Был һүҙҙе ишетеү менән үк күңелдә ҡурҡыу, шөбһәләнеү тойғоһо уяна. Үҙең өсөн генә түгел, яҡындарың, дуҫ-ишең, балаларың, хатта яҡты донъяға тыумаған сабыйҙар сәләмәтлеге өсөн борсола, ҡайғыра башлайһың.
Медицина көслө ул, яңы технологиялар етерлек, тип йыуатыуҙарҙың да ышаныслы дәлил булмауын аңлайбыҙ. Кемдең итәгенә төшһә, шуныҡы яна, тигәндәй, бәләне үҙе кисергән кеше генә фани донъяларҙың һис тә мәңгелек булмауын, үлем шәүләһенең яҡынлығын белеүҙән аҡылдан яҙырлыҡ хәлгә етеүен тоҫмалларға була. "Ни өсөн мин? Ниндәй гонаһтарым өсөн?" тип аҙарынған ауырыуҙарҙың хәлен аңларға мөмкин. Бер үк төбәктә, бер үк шарттарҙа йәшәп тә, кемдер йөҙгәсә бәхетле ғүмер кисерһә, бәғзеләргә һанаулы ғына ғүмер йылдары насип булыуы тәбиғәттең оло ғәҙелһеҙлегелер.
Профессор, медицина фәндәре докторы Марс Юлдашев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетында Һаулыҡ һаҡлау һәм экология проблемалары буйынса комиссия рәйесе вазифаһын байтаҡ йылдар башҡара. Ҡоролтай ултырыштарында ла яман шешкә ҡаршы көрәш мәсьәләләре тәү тапҡыр ҡуҙғатылмай. Был мәкерле сирҙән халыҡтың ҡырылыуын туҡтатыу юлдары бармы? Үтә ауыр, ҡатмарлы һорауға табип-хирург менән әңгәмәлә яуап эҙләп ҡарайыҡ.

— Марс Тимербулат улы, белеүебеҙсә, һеҙ яман шеште тәү сиратта социаль проблемалар рәтенә индермәксеһегеҙ. Медицина хеҙмәткәрҙәре көсө менән генә был сирҙе еңеп булмай тип уйлайһығыҙмы?
— Эйе, сөнки донъялағы медицина фәнендә һәм табиптар эшмәкәрлегендә кешеләрҙе яман шештән арындырыусы ысул юҡ. Әлбиттә, нур һәм химия терапияһының яңы йүнәлештәре барлыҡҡа килеп тора, ауырыуҙарҙы хирургия юлы менән һауыҡтырыу алымдары камиллаштырыла. Комплекслы дауалау ысулдарының байтағы ыңғай һөҙөмтә бирә. Был йәһәттән беҙҙең онкологтар ауырыуҙарҙы үлемдән ҡотҡарыу өсөн бөтә белемен, оҫталығын һала.
Әммә яман шеш мәсьәләһенә дәүләт күҙлегенән ҡарау кәрәк. Йыл һайын илдә ошо михнәттән алты меңдән ашыу кеше һәләк була! Ә республикабыҙҙа мәкерле ауырыуға дусар булғандар һаны йыл да үҫә.
— Ошо йәмле яҙ көндәрендә онкология өлкәһенә иҫ киткес ҙур өлөш индергән, ауырыуҙар өсөн йәнен бирергә әҙер ихтирамлы доктор, абруйлы етәксенең ҡаты ауырыуҙан һуң арабыҙҙан китеүе барыбыҙҙы тетрәндерҙе. Нисек, ни эшләп? Ошо оло юғалтыу ғына ла әллә күпме һорау тыуҙыра.
— Һүҙегеҙ хаҡ, йыш ҡына ауырыуҙар араһында ҡайнаған табиптар үҙҙәрен хәстәрләргә, тикшеренеүҙәр үтергә "онота". Статистиканан күренеүенсә, яман шештән үлем кимәленең юғарылығы диагностиканың һуңлап билдәләнеүе һәм дауаланыуҙың үтә һуң башланыуы менән бәйле. Сир аҙғас ҡына табипҡа күренәбеҙ. Ауырыуҙарҙың 50 проценты онкологтар ҡулына операция ла, нур ҙа, химия терапияһы ла ярҙам итә алмаҫлыҡ хәлдә килеп эләгә. Тимәк, һәр икенсе сирле кеше үлемгә дусар!
— Ҡайһы төбәктәрҙән дауалап та аяҡҡа баҫтыра алмаҫлыҡ, сире аҙған ауырыуҙар күберәк килә?
— Ундайҙар һәр төбәктә лә етерлек, әммә Әбйәлил, Балаҡатай, Ейәнсура, Стәрлебаш, Асҡын райондарының күрһәткесе айырыуса юғары. Тимәк, был райондарҙа яман шештән халыҡ күберәк вафат була.
Был хәл барыһынан да элек республика етәкселеген хафаға һалырға тейеш. Ниндәй райондарҙа онкологтар эшләй, ҡайһыһында белгестәр етешмәй? Ғөмүмән, сирҙе иҫкәртеү эше нисек ойошторолған? Ни өсөн бөтә үҙәк район дауаханалары ла белгестәр менән тәьмин ителмәгән? 2011 йылда уҡ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы район-ара онкология үҙәктәре төҙөү хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡайны. Әммә эш шунан уҙманы. Ә бит сирҙе иртәрәк, йәғни I-II стадияла асыҡлағанда ауырыуҙы һауыҡтырырға мөмкин.
Терапевт үҙенә мөрәжәғәт иткән һәр ҡатын-ҡыҙҙың һөт биҙҙәрен тикшерә алмаймы ни? Гинеколог та ябай ғына кольпоскопия ысулы ярҙамында сирҙең булыу-булмауын асыҡлай аласаҡ. Һәр хирург, тура эсәк торошон тикшереп, хәүефте билдәләй алыр ине. Шуға күрә яман шештең аҙыуын тәүге звено табиптарының эшмәкәрлегенә бәйләү дөрөҫ булыр. Әгәр ҙә улар ауырыуҙы иғтибарлыраҡ тикшерһә, аҙ ғына һағайтырлыҡ билдәләрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай онкологка консультацияға ебәрһә, күптәрҙе үлемдән ҡотҡарып ҡалырға мөмкин булыр ине. Ваҡытында диагноз ҡуйыу — һауығыуға юл тигән һүҙ!
— Шундай ҡәтғи һорау бирергә мәжбүрбеҙ: ә ни өсөн республикала яман шешкә дусар булғандар һаны артҡандан-арта?
— Был үтә етди һорауҙы табиптарға түгел, ә Хөкүмәт етәкселегенә йүнәлтеү дөрөҫөрәк булыр. Яман шеш проблемаһының социаль мәсьәләләр рәтендә булыуын танырға ваҡыт. Уның менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, “Роспотребнадзор”, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы шөғөлләнергә бурыслы. Эш бит онкодиспансерҙы заманса аппаратуралар менән йыһазландырыуға күпме аҡса бүленеүендә, медикаменттарға, эш хаҡына күпме миллиондар сарыф ителеүҙә түгел. Ҡаты ауырыуҙарҙың ғүмере өсөн аяуһыҙ көрәшкән табиптарға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Ә бына республикабыҙҙағы экологик хәл торошона ҙур иғтибар биргәндә, һеҙҙең һорауығыҙға яуап табырға мөмкин булыр ине.
— Ә һеҙ экологик хәлде нисек баһалайһығыҙ?
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ифрат мул тәбиғәт байлығына эйә булған республикабыҙ нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү, тау-байыҡтырыу, химия һәм нефть химияһы сәнәғәтен үҫтереү полигонына әүерелде. Ошо ҡеүәтле предприятиеларҙың ҡалдыҡтары атмосфераны ғына түгел, тупраҡты, йылға һәм күлдәрҙе ныҡ бысрата. Һуңғы биш йылда сәнәғәт ҡалдыҡтарының күләме ике тапҡырға артты. Учалы тау-байыҡтырыу, Сибай баҡыр-көкөрт комбинаттары, Хәйбулла тау компанияһы, Бүребай комбинаты һәм башҡа предприятиелар — ошо хәүефле хәлде барлыҡҡа килтереүселәр. Бер йылда ғына уларҙың дөйөм ҡалдығы биш миллион кубометр тәшкил итә, йәғни республикалағы бөтә зарарлы ҡалдыҡтарҙың 85 проценты тәбиғәтте тәләфләгән, бысратҡан ошо сәнәғәт предприятиелары өлөшөнә төшә.
Быға йыл да ауыл хужалығы ҡулланған миллионлаған тонна химик ашлама, гербицид, пестицидтарҙы ла өҫтәйек. Баҫыуҙарҙағы ағыулы химик препараттар, ямғыр һыуҙары менән йыуылып, йылға-күлдәргә эләгә, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы зыян күрә.
Экологияны боҙған башҡа факторҙар ҙа етерлек. Ҡайҙа ғына барһаң да, тәртипһеҙ ятҡан сүп-сар өйөмөнә юлығаһың. Йылға-күл буйҙарында мал фермаларының урынлашыуы, ҡайһы бер райондарҙа үлгән малды күмеү өсөн махсус урындың юҡлығы, йыл һайын урмандарҙың янғындан оло зыян күреүе — барыһы ла тәбиғәтте ағыулай. Рәсәй Конституцияһының 42-се статьяһына күҙ һалһаҡ, һәр кемдең уңайлы мөхиткә, уның торошо тураһында дөрөҫ мәғлүмәткә, сәләмәтлегенә йәки мөлкәтенә, экология насарланыуы менән бәйле килтерелгән зыянды ҡаплатыуға хоҡуҡлы икәнлеге асыҡ билдәләнгән.
Шуныһы үкенесле: беҙҙең экологтарҙың эше ҡағыҙҙа үтә шыма, барыһы ла тәртиптә! Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала вафат булғандарҙың 70 проценты — төрлө сирҙәрҙән, 20 проценты — бәхетһеҙлек осраҡтарынан, 10 проценты — ҡартлыҡтан. Ауырыуҙарҙың үлем сәбәптәре араһында беренсе урынды йөрәк-ҡан тамырҙары сире яулаһа, икенсе урынды онкология сире биләй. Ир-ат үлеме ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан биш тапҡырға күберәк. Уларҙың ни бары 60 процентҡа яҡыны ғына пенсия йәшенә етә. Республикала экологик хәлде яҡшыртмай тороп, үлем кимәлен кәметеү мөмкин түгел. Экология ни тиклем насарыраҡ, яман шеш шул тиклем яҡыныраҡ. Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Күмертау ҡалаларында сирлеләрҙең айырыуса күплеген тап ошо сәбәп менән аңлатырға мөмкин.
— Һеҙ, дәүләт кимәлендәге мәсьәләгә тотоноп, өҫтөгөҙгә ниндәй ҙур яуаплылыҡ алғанығыҙҙы аңлайһығыҙҙыр. Профессор юҡҡа ғына саң һуғырға баҙнат итмәгәндер, сөнки донъя мәшәҡәттәренә күмелгән ябай халыҡтың тирә-яҡ мөхиттең бысратылыуына дәғүә белдереп, дәүләт органдарына талаптар ҡуйып, хоҡуҡтарын даулап йөрөүе беҙҙә бик һирәк күренеш.
— Минең һүҙгә ҡаршы төшкәндәр ҙә, тәнҡитләгәндәр ҙә булыр. Ә кем һуң ошо глобаль мәсьәләне йәмәғәтселек ҡарамағына сығарыр? Ғөмүмән, был етди проблема фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, "түңәрәк өҫтәл"дәрҙә аҙ күтәрелмәне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау һәм экология комиссияһы рәйесе булараҡ, онкологтар менән бергә фекер алышырға, ҡарарҙар сығарырға ла тура килде. Әммә яман шешкә башҡорттар ғына дусар булмай бит, мәкерле сир бер милләт кешеһен дә аямай. Тик ниңәлер, башҡа милли берекмәләр ("Собор русских", "Сыуаштар канашы", "Татарҙар конгресы”) халыҡтың ғүмерен ҡыйған яман шешкә көрәш мәсьәләһен күтәрмәй.
Тәҡдимем шул: республика кимәлендә конференция үткәрәйек, тик һүҙ күпме аҡса бүленгәне, фәлән-фәлән ҡорамал алынғаны тураһында түгел, ә яман шеш сире үҫешен туҡтатыу тураһында барһын ине.
Д. АРЫҪЛАНОВА
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872