Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Китап”лы сибайҙар
“Китап”лы сибайҙар
– Ҡарағыҙ әле, Таңсулпан Ғарипованың яңы сыҡҡан “Илекәй”е лә бар!
– “Урал батыр”ҙың дүрт телдә баҫылған китабы!
Хатта “Сибайҙа йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тимерғәле Бүләковтың “Баҫым” китабы түгелме?” — тигән шатлыҡлы тауыштарға юлыҡтым, ишек тотҡаһын асып эскә кергәндә.

Ниндәйҙер баҙар тип аптырама, гәзит уҡыусым. Хәйер, китап баҙары тигәндә лә, яңылыш булмаҫ. Ысынлап та, сибайҙарҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашты. Сибай ҡала типографияһы бинаһында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең сауҙа нөктәһе асылды. Сараны асыу тантанаһында нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов, ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Хәйруллин, ҡала типографияһы директоры Булат Абдрафиҡов, Көньяҡ Урал райондары гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре һәм китап һөйөүселәр ҡатнашты.
– Бала саҡтан беҙ китап менән бергә үҫтек. Уларҙы уҡып кеше булдыҡ, белемгә ынтылдыҡ, тәрбиә алдыҡ, – тип сараны асты типография директоры Булат Кәшфулла улы. – “Китап – белем шишмәһе” тигән әйтем әле лә бик көнүҙәк. Бөгөн беҙ был сауҙа нөктәһен ниндәйҙер табыш алыу сығанағы булыр тигән маҡсат менән түгел, киреһенсә, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнар, йәш быуынды уҡыуға йәлеп итер, үҙебеҙҙең төбәктә йәшәгән һәм ижад иткән яҙыусыларҙың китабын күреп, уларҙа патриотик рух тәрбиәһе уяныр, ғорурлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килер тигән ниәттән сығып асабыҙ.
Ысынлап та, Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһына әүерелгән Сибайҙа һуңғы йылдарҙа башҡорт яҙыусыларының китабын табыуы еңелдән түгел. Ә инде ҡалала бер нисә уҡыу йорто барлығын иҫәпкә алғанда, был китаптарҙың һатыуға сығыуы файҙаға ғына буласаҡ, сөнки һәр кем китапхананан ғына үҙенең зауығына ярашлы, күңелен байытҡан баҫма таба алмай.
Киләсәктә сауҙа нөктәһен киңәйтеү, ҡалала уның күсмә бүлектәрен булдырыу, артабан да “Китап” нәшриәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлекте дауам итеү кәрәклеге хаҡында фекер алышты сарала ҡатнашыусылар.



Илһам ЙӘНДӘҮЛӘТОВ , Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры:
– Көньяҡ Уралда йәшәүселәрҙән күпләп хат килә, уларҙың барыһы ла нәшриәттә баҫылған китаптарҙың үҙ райондарына барып етмәүенә борсола. Әлбиттә, йыл һайын нәшриәт тарафынан төрлө райондарҙа китап һатыу ойошторола, тик ундай юл менән генә беҙ уҡыусыларҙың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмайбыҙ. Шуға күрә, урындарҙа үҙебеҙҙең сауҙа нөктәләрен асырға кәрәк, тигән фекергә килдек. Ошо юҫыҡта ыңғай эш башланды: бөгөн Асҡар, Аҡъяр, Баймаҡ, Учалыла сауҙа нөктәләре булдырылды. Китаптарҙың хаҡтары сағыштырмаса арзан. Беҙҙең башланғысты аңлап, хуплап торғаны өсөн Сибай ҡала типографияһы директоры Булат Абдрафиҡовҡа ҙур рәхмәтлемен.

Илгиз ХӘЙРУЛЛИН, Сибай ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– Милләтебеҙ яҙмышы өсөн янып йөрөгән рухлы ике йәш етәксегә оло рәхмәт. Был – уларҙың берҙәм тырышлығының матур һөҙөмтәһе.

Рамазан ҮТӘҒОЛОВ, тыуған яҡты өйрәнеүсе, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы:
– Бик кәрәкле эш башҡарылған. Ҙур ҡәнәғәтлек менән килдем, күпме файҙалы һәм фәһемле китап бар!


Автор: К. УСМАНОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә