Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Торатау итәгендә уңыш тауҙай булыр
Торатау итәгендә уңыш тауҙай булыр
Юл буйында, Торатау итәгендәге баҫыуҙа ҡеүәтле “Джонгир” тракторы йөрөгәне күренде. Бирерәк “Беларусь”, “Урал” машинаһы тора. Яҡыныраҡ килгәс, улар янында бер нисә егет күҙгә салынды. Туҡтап, эштәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.

– Бына икмәк үҫтерәбеҙ тип тырышып йөрөгән мәл. – Эҫе ҡояш аҫтында сәсеү эштәре менән мәж килгән егеттәрҙең йөҙөндә арығанлыҡ тойолһа ла, ихлас, алсаҡ булып сыҡтылар.
Бөрйәндекеләр икән.
– Исламбайҙан булам, – тине үҙен Илнур Ғәлиуллин тип таныштырғаны.
– Мин – Аҫҡарҙан, Дауыт Ғәбиҙуллин, – тине уның иптәше.
– Бында күсеп килдегеҙме әллә?
– Юҡсы, “Уңыш”тың директоры Айҙар ағай саҡырҙы.
Шул мәл баҫыу ситенә “Джонгир” килеп туҡтаны. Егеттәр, ғәфү итегеҙ, тигәндәй беҙгә ҡараны ла “тимер ат”тарын ҡабыҙып, тракторға яҡынлашты. Улар агрегатҡа ашлама, орлоҡ тултырған арала “Джонгир”ҙың хужаһы менән таныштыҡ.
Торатау итәгендә уңыш тауҙай булыр Ғәзинур Шәрипов тигән уҙаман икән. Бына 35 йыл сәсеүҙә ҡатнаша. Сығышы менән Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылынан. Баҡһаң, уны “Ергән” МТС-ынан саҡырғандар. Әле баҫыуҙа бойҙай сәсеүҙәре.
Ул арала аҡсарлаҡ кеүек ап-аҡ машина беҙҙең янға кәйҙертеп килеп етте. Кабинанан урта йәштәрҙәге, йөҙөнән үк үҙ-үҙенә ышаныс һыҙаттары сағылған һомғол уҙаман сыҡты.
– “Уңыш”тың директоры Айҙар Тимерәшев булам, – тип ҡул һуҙҙы ул. – Егеттәр шәп, ышаныслы. Ҡулдарынан килмәгән эш юҡ. Кәрәк икән, тракторға ултыралар, мохтажлыҡ сыҡһа, йәһәт кенә машинаға күсәләр.
“Уңыш” бөгөн республикала сусҡа аҫраған берҙән-бер хужалыҡ тиерлек. Һәр яҡлап таҙа ит етештерә улар. Күптән түгел “Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре етди тикшереү үткәреп, был йәһәттән сифатлы тип баһалаған.
– Малсылыҡ һәм ит продукттары етештереү менән шөғөлләнәбеҙ, – тип үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне етәксе. – 800 баш сусҡа аҫрайбыҙ. Үҙебеҙҙең малға етерлек иген, бесән үҫтерәбеҙ. Әллә ни ҙур булмаған цех бар, колбаса етештерәбеҙ, ит ыҫлайбыҙ. Бер ниндәй ҙә химик матдәләр ҡулланмайбыҙ. Шуға ла беҙҙең тауарҙы баҙарҙа сират тороп алалар.
Айҙар Әмир улы һуңғы осорҙа үҙебеҙҙең етештереүселәргә юл асылғанына ҡыуанып бөтә алманы:
– Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү тамам хәлдән алғайны. Шуға йыл ярым самаһы малсылар бушҡа тигәндәй эшләне. Һөҙөмтәлә хужалыҡтарҙа мал кәмене. Һуңғы ваҡыттағы ваҡиғалар киләсәккә ниндәйҙер өмөт уятты, һатасаҡ иткә хаҡ артты, күҙ асылып ҡалды тигәндәй. Ә сәсеүҙе ун биш көндә тамамларбыҙ, тип торабыҙ. Яғыулыҡ материалдары, орлоҡ, ашлама етерлек.
Торатау итәгендә танышҡан ихлас баҫыу уңғандары менән хушлашып, юлыбыҙҙы дауам иттек. Ялан эшсәндәренән бөркөлөп торған ҡеүәт беҙгә лә күскәндәй булды. Тап шундай ир-аттар ғына бөгөн ерҙә эшләй алалыр ул.


Автор: Венер ИСХАҠОВ Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә