Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр ус тупраҡ тарих һөйләй
Һәр ус тупраҡ тарих һөйләйҠолой ауылына табан юл алыуыбыҙ. Башта төрлө уйҙар ҡайнаша. Ирекһеҙҙән, башҡорт халыҡ йыры “Ҡолой кантон”дың һүҙҙәре иҫкә төшә, йөрәк өҙгөс, һыҡтау ҡатыш әрнеүле моң йәнде тереләй сапҡылай:

Ҡолой кантонды ла бай, тиҙәр,
Ҡамсат бүрке бар, тиҙәр.
Үҙ хөкөмдәре лә үҙ ҡулдарында,
Ни ҡылһа ла, ирке бар, тиҙәр.

Ҡолой кантондың да буйҙары
Буйға ғына үҫкән тармалай.
Ил күҙенән ҡанлы йәш ағыҙған —
Ҡолой кантон менән Ермолай.

Ҡолой кантон да бик үк ҡанһыҙ,
Бер һүҙ әйтһәң, ҡылыс ҡармалай.
Күп иркәйҙәрҙең дә башын юйҙы
Ҡолой кантон менән Ермолай.

Кантон, кантон да килә, тиҙәр,
Килгән кантондарҙан ҡаҡшаныҡ.
Яуыз кантондарҙы ҡуя икән
Рәсәй генә тигән батшалыҡ...

Кем ул ысынында Ҡолой кантон? “Бик үк ҡанһыҙ, бер һүҙ менән әйтһәң, ҡылыс ҡармалай” торған йыртҡыс бәндәме, әллә?.. Әллә, тим, заманына күрә уҫал, ҡаты булырға тейеш булған кантон башлығымы? Бәлки, халыҡ йырының бер-ике варианты ғына килеп еткәндер беҙҙең көндәргә, ә башҡаһы — “йомшағырағы” китаптарға инеп тә ҡалмағандыр? Һорауҙар күп. Уларға, тарихи сығанаҡтар буйынса, тарихсылар яуап бирер. Ә беҙҙең маҡсат — Ҡолой, Сәғит ауылдары халҡының көнкүрешенә күҙ һалыу, бында йәшәгән милләттәштәребеҙҙең хәл-әхүәлен белеү, тарих менән бөгөнгөнө тоташтырыусы ептәрҙең ныҡлығын самалап ҡарау.

Өмөт сатҡыһы йәшәтә Ҡолойҙо

Ҡолой ауылы бик ҙур. Илде райондарға бүлеп бөтөп, һуңынан уларҙы бер эреләтеп, бер бәләкәйләткән саҡта, 1945 йылдан район үҙәге лә булған. Белеүебеҙсә, эреләтеү гел төрлө ерҙән йыйылыусылар иҫәбенә алып барыла. Шуға ла Ҡолой ауылында бөгөн төрлө милләт вәкиле йәшәй. Йәштәрҙең башҡортса һөйләшеүе “өй” эсенә бикләнгән — үҙ-ара урыҫса аралашалар. Урамда туған телдә һөйләшеүселәр — урта йәштәгеләр, унан өлкәндәр. Мәктәптә башҡорт теле аҙнаһына ике сәғәт уҡытыла. Башҡорт теле уҡытыусыһы күпме генә тырышмаһын, ата-әсә телен белмәгән баланы яҙыу түгел, хатта һөйләшерлек кимәлгә күтәреүе лә ауыр. Тағы шуныһын да оноторға ярамай: Арғаяш бит күрше өлкәгә ҡарай. Ҡолой һымаҡ ауылдар элекке аҫаба ерҙәребеҙҙә йөҙләгән, хатта меңләгән.
Шулай ҙа өмөттө өҙөргә ярамай. Бөгөн 400 бала уҡыған мәктәптә башҡорт теле дәрес булараҡ инә икән, тимәк, өмөт сатҡыһы йәшәй тигән һүҙ. Бынан тыш, тыуған яҡты өйрәнгән, тарих төпкөлөн байҡаған дәрестәр ҙә юҡ түгел. Ауыл музейы үҙе генә ни тора!
Ҡомартҡылар “һандығы”ның ишеген асып, боронғолоҡто һаҡлаған, ата-бабабыҙҙың рухын бөгөнгө быуынға еткергән таш бина эсенә инәбеҙ. Музей хужабикәһе Рәйсә Кәримова беҙҙе зал буйлап йөрөтә. Тәүге алған тәьҫоратым шул булды: ауыл ерендә лә ошондай ҙур, бай музей булыр икән! Өс залдан торған был мөһабәт бина элек совхоздыҡы иҫәпләнгән. Хәҙер иһә урындағы хакимиәт тарафынан изге эшкә бирелгән. Бинаның йылытылыуы ла (бөгөнгө заманда был да мөһим) етәкселәрҙең тарихҡа ҡарата һәйбәт мөнәсәбәтен күрһәтә.
Ауылдың тарихы тәрәндән һут ала, бик бай. Уға 1790 йылда 5-се башҡорт кантоны башлығы Мөхәмәтҡолой Кучуков нигеҙ һала. Мөхәмәтҡолойҙо беҙ Ҡолой кантон булараҡ беләбеҙ. Үҙе Иҫәнгилде (хәҙер Сәғит) ауылында тыуған.
— Ауыл урынында иң тәүҙә һыу тирмәне төҙөгәндәр. Ул саҡта Мейәс йылғаһының һыуы мул, ағымы көслө булған, — тип һөйләй Рәйсә Кәримова. — Ауыл тәүҙә Мөхәмәтҡолой булып йөрөп, һуңынан Ҡолой исеме генә ҡала.
Ҡайһы ғына ауылды алма, уның тарихы ил яҙмышы менән тығыҙ бәйле. 1812 йылғы француздарға ҡаршы һуғышта Ҡолойҙан да ир-егеттәр ҡатнаша, уларҙы алышҡа Ҡолой кантон үҙе алып бара, тигәнде ишетергә тура килде бында. Ҡайтҡас, Әнүәр Әсфәндиәровтың “Любезники вы мои...” (Өфө, “Китап”, 1992) китабынан 5-се башҡорт кантонынан ҡолойҙарҙы эҙләп ҡараным, ләкин “5-се башҡорт кантоны. Мәғлүмәттәр табылманы” тигән яҙыуға юлыҡтым. Бәлки, башҡа сығанаҡтарҙа барҙыр, кем белә. Шулай ҙа Ҡолой кантондың Ватан һуғышында ҡатнашыуын “Ҡолой кантон” йырының башҡа вариантындағы “Башҡортомдан батыр юҡ икән...” тигән һүҙҙәре раҫлап тормаймы икән? Ғөмүмән, тарихҡа Ҡолой кантон кире һәм ыңғай образ булып инеп ҡалған.
Ил яҙмышына килгәндә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, яу яланында башын һалған яугирҙәрҙе лә иҫкә алайыҡ. Бөгөнгө урындағы хакимиәт биләмәһенә ҡараған тиҫтәләгән ауылдан 804 кеше фронтҡа алына, шуларҙың 445-е һәләк була, 23-ө хәбәрһеҙ юғала...
Афған һуғышында, Чечняла дүрт аҫыл егет башын һала...
Музей экспонаттары, әлбиттә, аяныслы тарих тураһында ғына һөйләмәй. 1929 йылда “Совет” колхозы ойошторолоп, 1959 йылда “Ҡолой” совхозы төҙөлөү, ул саҡтағы эштәр, уңыштар тураһында бәйән иткәндәре бихисап. Иң мөһиме — иң ҡәҙерле ҡомартҡылар, әлбиттә, халҡыбыҙ көнкүрешенә туранан-тура бәйлеләре: милли кейем, һуғылған балаҫ, сигелгән таҫтамалдар...
Музейҙан рухи яҡтан таҙарынып, нығынып сығаһың. Был юлы ла шулай булды. Ҡолой ауылының тарихын байҡаныҡ, уның киләсәгенә күҙ һалдыҡ. Ә тарихтың ҡәҙерен белгән, һаҡлаған ауыл картанан ғына түгел, рухи яҡтан да юғалмаясаҡ.
Мөхәмәтҡолой Кучуковтың ҡәберенең тыуған ауылы Иҫәнгилде (Сәғит) зыяратында хәҙерге көндәргәсә һаҡланғанлығын ишеткәс, йөрәк түҙмәне — барып күрге, тарихҡа ул нисек кенә инмәһен, баш эйге килде.

Һәр ус тупраҡ тарих һөйләйИҫәнгилденең рухы тыныстыр

Сәғит — тирә-яҡ ауылдар араһында иң боронғоһо. Тәүге исеме — Иҫәнгилде. Мөхәмәтҡолой ошонда тыуып, буй еткергән. Әйтеүҙәренсә, әле ауыл уның улы Сәғиттең исемен йөрөтә. Административ үҙәктән ситтә ятҡанғамы, әллә был ауылдан бер нисәүһе бүленеп сыҡҡанғамы, ҙурлығы буйынса уртаса — барлығы 70-ләп йорт. Унда ла күбеһе ололар йәшәй. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, башланғыс мәктәп эшләй. Уҡытыусылар Эльвира Мәжитова менән Дания Яҡупова балаларға белем серҙәрен аса. Әйткәндәй, Эльвира балалар баҡсаһында ла сабыйҙарға тәрбиәсе. Аңлағанһығыҙҙыр: мәктәп менән балалар баҡсаһы бер бинала урынлашып, тәрбиә эше бергә алып барыла.
Халыҡ башлыса мал аҫрап донъя көтә. Ғөмүмән, бында хайуанҡайҙар, ҡош-ҡорт — төп йәшәү сығанағы. Элекке “Ҡолой” совхозының бүлексәһе булып, кешеләргә күпмелер эш тейгән. Хәҙер совхоз тарҡалған. Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгө ир-атта ла, ҡатын-ҡыҙҙа ла һиҙелмәй. Ни тиһәң дә, силәбеләр беҙгә ҡарағанда баҙар шарттарына тәүҙән үк ташланды — өйрәнгәндәр, яңыса йәшәү юлдарын эҙләйҙәр. Башҡортостан менән сағыштырып, “иртәрәк ташланды” тиеүем шунан, уларға тиҫтә йыл элгәре ерҙәре бүленеп, малдары таратып бирелһә, беҙ иһә колхоз системаһында “иркәләндек”, һаман колхозсы психологияһынан арына алмайбыҙ. Һөҙөмтәлә ер пайына хужа булыу хоҡуғын таныған танытма бар, тик ер өлөшөнөң ҡайҙа икәнен дә белмәйбеҙ; милек пайын әйтеп тораһы ла түгел — уның ни икәне төшкә лә инмәй, сөнки колхоздар менән бергә милек тә әллә ҡайҙа осто... Сәғит халҡының яңыса йәшәүенә килгәндә, магазин тотоусыларҙан, һатыу менән шөғөлләнеүселәрҙән тыш, ауыл хужалығы тауарын етештереүселәр — фермерҙар ҙа етерлек. Мәҫәлән, күрше генә ятҡан Ҡуйһары ауылынан Фәрит Яҡупов был йәһәттән аяғында ныҡлы баҫып тора.
Ауылда магазин, фельдшерлыҡ пункты эшләй. Ҡыҫҡаһы, уртаса һәм бәләкәйерәк ауыл нисек йәшәй — Сәғит тә уларҙан бер нимәһе менән айырылмай.
Сәфәрҙә йөрөгәндә ауылдарҙың төҙөклөгөнән, урындағы хужалыҡтарҙың эш һөҙөмтәләренән тыш, кешеләрҙең рухи донъяһына иғтибар итергә тырышаһың. Был иһә, тәүге сиратта, уларҙың үҙ тамырҙарына ихтирамында сағыла. Кемгә нисектер, әммә миңә ҡалһа, ауылдың рухи көҙгөһө — зыярат. Зыярат тәрбиәле булып, кәртә-ҡураһы төҙөк икән, тимәк, фанилыҡта ғүмер иткән өйҙәребеҙҙең дә матурлығы күренә, кешеләрҙең күңел сафлығы бөркөлә. Хан һарайылай йорттар төҙөлөп, батшаларҙың кейемеләй кейем, гаражда иномаркалар ултырып, зыярат ҡаралмаған икән — был ауылдарҙан рух ҡасҡан тигән һүҙ.
Сәғит ауылы зыяратының кәртәләре төҙөк. Ҡыш булыуына ҡарамаҫтан, уның тәрбиәле икәне күренә. Ауылдың аҡһаҡалы Насир бабай Ғарипов өйрәтеп ебәргәнсә, дөйөм зыярат эсендә ҡалған боронғо ҡәберлектәр яғына атлайбыҙ. Боронғолоҡто һаҡлаған ҡәбер таштары араһынан Мөхәмәтҡолой ҡәберен табырға тырышып, күңел тулҡынлана. Алда — таштар менән уратып алынған өс ҡәбер. Береһе — Мөхәмәтҡолой Кучуковтың һуңғы төйәге. Тирә-яғында, моғайын, ҡатыны, балалары яталыр. Ауылға нигеҙ һалыусы ҡарт олаталары Иҫәнгилденеке лә, ауыл исемен йөрөткән Сәғит улыныҡы ла ошондалыр...
...Ҡайтыр юлға ыңғайлайбыҙ. Минең башта төрлө уйҙар ҡайнаша. Бигерәк тә сиселмәгән сер булып уҡмашҡан һорауҙар йомғағы тынғылыҡ бирмәй. Килгән саҡта тыуған һорауҙар берсә сиселгәндәй, берсә... Ҡолой кантон “үҙ хөкөмдәре лә үҙ ҡулдарында, ни ҡылһа ла, ирке бар” булған, “ҡылыс ҡармалаған” яуызмы әллә?.. Әллә: “Башҡортомдан батыр юҡ икән”, — тип, халҡы өсөн ғорурланып, яҡташтарын яуға әйҙәгән ир-уҙаманмы? Бәлки, Ҡолойҙоң “бик үк ҡанһыҙ”лығында кантон системаһының асылы яталыр? “Башҡортомдан батыр юҡ икән” тигән етәксе булмаһа, бөгөн, вафатына ике йөҙгә яҡын йыл үткәс тә, уның ҡәбере таштар менән уратылып, ҡәҙерләп һаҡланыр инеме? Икеле...
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Силәбе өлкәһе,
Арғаяш районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә