Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Марат МУЛЛАҒӘЛЛӘМОВ: «Хәҡиҡәтте яҙһындар»
Марат МУЛЛАҒӘЛЛӘМОВ:  «Хәҡиҡәтте яҙһындар»
1945 йылдың 9 майынан һуң әллә күпме ваҡыт үтһә лә, Бөйөк Еңеү көнөнөң ҡәҙере кәмемәй, киреһенсә, арта ғына бара. Әммә бер нәмә генә үкенесле: беҙгә тыныс илдә йәшәү бәхетен бүләк иткән һуғыш ветерандары, ошо матур көндө тиҙерәк яҡынайтыу өсөн бар көсөн һалған тыл хеҙмәтсәндәре сафының һирәгәйеүе йәнде өтә. Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы рәйесе Марат Сабит улы МуллағәлЛәмов менән бөгөнгө әңгәмәбеҙ — ветерандарыбыҙ һәм уларҙың бөгөнгө тормошо тураһында.

– Марат Сабит улы, бөгөн Башҡортостанда күпме Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй?
– Бөтәһе биш меңгә яҡын, шул иҫәптән уларҙың 600 тирәһе — ҡатын-ҡыҙ. 52 мең кеше – тыл эшсәне. Әйткәндәй, 210 ветеран Өфөлә үткәрелгән Бөйөк Еңеү байрамында ҡатнашты.
– Уларҙы бөгөн, нигеҙҙә, ниндәй мәсьәләләр борсой?
– Республикала Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарҙы һәм һуғышта һәләк булғандарҙың тол ҡатындарын фатир менән тәьмин итеү эше яҡшы барһа ла, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан мохтаждарҙың бөтәһенең дә уңайлы торлаҡта йәшәүен хәстәрләргә кәрәк. Йыл һайын уларҙы медицина һәм социаль йәһәттән тәьмин итеү ҙә замансалаштырыла. Әммә һуғыш осоронда тыуғандарҙы ла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары категорияһына индерһәләр, улар ҙа протез-ортопедия кәрәк-яраҡтары менән бушлай тәьмин ителер ине. Юғиһә, мәҫәлән, теш ҡуйҙырыу өсөн генә әллә күпме аҡса түгергә кәрәк.
– Ә тыл эшсәндәре тураһында нимә әйтерһегеҙ?
– Уларҙың ветерандарҙың төп өлөшөн тәшкил итеүе хаҡында оноторға ярамай. Был категорияға һәм һуғыш осоронда тыуған балаларға арнап һәйкәл ҡуйғанда яҡшы булыр ине. Әле был мәсьәлә тураһында һөйләшеүҙәр бара. Бынан тыш, «Советтар Союзы Геройҙары» тип исемләнгән китапты ла ҡайтанан баҫтырырға ваҡыт етте. Уға Рәсәй Геройҙарын да индерергә кәрәк.
– Марат Сабит улы, йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү буйынса ниндәй эштәр атҡарыла?
– Ветерандар ойошмалары башҡарма власть органдары, мәғариф, йәштәр сәйәсәте ойошмалары, хәрби комиссариаттар менән берлектә йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә бөтә көсөн һала. Бының өсөн оло быуындың хәрби һәм хеҙмәт йолалары файҙаланыла. Ветерандарыбыҙ уҡыу йорттарында ла йәш быуын менән йыш осраша. Әйткәндәй, республикала 1600-ҙән ашыу музей булһа, шуның 1579-ы мәктәптәрҙә һәм башҡа уҡыу йорттарында урынлашҡан. Республика Хәрби Дан музейы ҡыҙҙарҙа һәм егеттәрҙә патриотизм тойғоһо тәрбиәләгәндә методик йәһәттән ярҙам итә.
– Ниндәй ҡалала йәки районда был мәсьәлә менән етди шөғөлләнәләр?
– Октябрьский ҡалаһы Советы ҡарамағында ойошторолған махсус төркөмдәр былтыр йыл әйләнәһенә Ҡаһарманлыҡ дәрестәрен алып барҙы. Бигерәк тә «Йәшә, Ер!» тигән музей хеҙмәткәрҙәре был юҫыҡта яҡшы эш ойоштора. Күмертау ҡалаһындағы Ветерандар советы ла ҡала, төрлө предприятиелар, ойошмалар музейҙары менән тығыҙ эшләй.
– Үҙәк телевидениеның ҡайһы бер тапшырыуҙары һәм киң мәғлүмәт сараларында донъя күргән айырым мәҡәләләр йәштәргә кире йоғонто яһай түгелме?
– Ысынлап та, үҙәк телевидение тапшырыуҙарында йыш ҡына артистарҙың өйләнеүе йәки кейәүгә сығыуы, уларҙың сит илдәрҙәге мөлкәте һәм башҡалар хаҡында күп һөйләйҙәр. Хеҙмәт, илһөйәрлек, намыҫ, ғәҙеллек кеүек төшөнсәләр өҫтөнлөк иткән тапшырыуҙар әҙерләп күрһәтеп булмаймы?! Уҡыу йорттарындағы дәреслектәр ҙә борсой мине. Кемдер тарихты үҙ белдеге менән яҙа ла үҙ аҡсаһына китап баҫтыра. Шуның буйынса балаларға белем бирәләр. Бындай дәреслектәрҙә илһөйәрлек тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. Шуға тарих дәрестәрен бер әсбап буйынса уҡытырға кәрәк. Башҡортостандан сыҡҡан ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тураһында йәштәр ныҡлап беләме икән? Юҡтыр. Был батыр исемен йөрөткән аэроклубта шөғөлләнеүселәр араһынан да 14 Советтар Союзы Геройы сыҡҡан. Йәштәргә бына ошолар хаҡында аңлатыу мотлаҡ. Данлы үткәндәребеҙ тураһында ялғанлап түгел, ә ысынбарлыҡта булғанды, хәҡиҡәтте һөйләһәләр һәм яҙһалар ине.
Айһылыу НИЗАМОВА
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә