– Ауылда ҡалып ҡуймағыҙ, беҙ толланған да еткән! Уҡығыҙ, кеше булығыҙ! Беҙҙең кеүек бер тинһеҙгә һеперелеп йөрөмәгеҙ!..
Бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалып, бала сағы һуғыш йылдарына тура килеп, ауырлыҡты күп күргән, тормошҡа әллә ни зарланып бармаған инәйемдең эш хаҡы алған мәлдәрҙә шулай тип ҡабатлағаны хәтерҙә ҡалған.
– Әллә күпме сөгөлдөр тапшырҙыҡ, атайың оҙон көн буйы колхоз эшенән ҡайтып инә белмәй. Исмаһам, был айҙа эш хаҡы һәйбәт булырмы икән тиһәм. Юҡ инде! Йә, ошо өс бөртөк аҡсаға нимә алмаҡ кәрәк! Ауыл кешеһенә ғүмер буйы һан булманы инде: эше бар, ашы юҡ.
Әсәйем дә, атайым да фани донъяла юҡ инде. Уларҙың ошо һүҙе мине йыш ҡына уйға һала, үткәндәрҙе иҫкә төшөрә. Район гәзитендә, колхозыбыҙ шунса-шунса иген тапшырып, планын үтәне, тигән яҙыуҙы йыш уҡыһаҡ та, икмәккә мохтажлыҡты яҡшы хәтерләйем. Ҡайһы саҡ бер нисә тоҡ бойҙай бирһәләр, уны онға тарттырып, һаҡлап-һаҡлап бешерер инек. Ауылға он килтергәндәре лә иҫемдә ҡалмаған. Дәрестән ҡайтабыҙ ҙа колхоз үҙәге булған Сәйетбабаға икмәккә йүгерәбеҙ. Ә унда сират, мәхшәр. Ауыл икмәкханаһында бешерелгән өс йөҙләгән икмәкте шунса халыҡҡа нисек еткермәк кәрәк! Ҡайһы ваҡыт буш ҡул менән ҡайтырға ла тура килә торғайны.
Әйткәндәй, баҫыуға һалам кәбәге, ҡалған сөгөлдөр йыйырға ла йөрөйбөҙ. Әммә уныһына ла ҡурҡа-боҫа барабыҙ, колхоз рәйесе йәки партком секретары күреп ҡалһа, баҫыуҙа бушаттырып ҡалдыра, кәбәк тултырылған ҙур тоғоңдо бысаҡ менән бүҫереп китергә лә күп һорамаҫ.
Хәйер, ер кешеһенең тормошо ҡасан еңел булған һуң әле! Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ауылдарҙа ла хәрби режим ҡабул ителә. Хатта 12 йәшлек балалар ҙа үҙенә тәғәйенләнгән норманы үтәргә тейеш була. Үҙе ашамаһа ашамаған, һалымға итен, майын, йөнөн, йомортҡаһын тапшырған. Хатта кешенән һатып алып булһа ла әжерен ҡайтарған.
Заманында колхозсыларҙы хеҙмәт көнөнә эшләтеү ҙә ныҡ миктәтә. Эш хаҡына исем өсөн генә бойҙай йәки башҡа нәмә бирер булғандар. Уныһын да бахыр крәҫтиән бүтән аҙыҡ-түлеккә алыштыра алмай яфаланған.
Колхоз эшенән беҙ ҙә ситтә ҡалмайбыҙ: япраҡ бәйләйбеҙ, сенаж, силос әҙерләшәбеҙ, сөгөлдөр ҙә бүлеп бирәләр. Көҙөн ун биш-егерме көн, хатта айлап колхозға бәрәңге алышабыҙ.
Ауыл мәктәптәре һуң! Мәҫәлән, беҙҙең Ғафури районында ни бары ике-өс кенә типовой мәктәп булғандыр. Ағас, ҡырҡ ҡоршаулы белем усаҡтары ҡышын һыуыҡ, балалар хатта бейәләй кейеп ултыра. Төрлө байрамдарҙа коммунизмға, бәхетле бала саҡҡа дан йырлайбыҙ, ә үҙебеҙҙең физкультура дәресенә кейеп йөрөрлөк йүнле спорт костюмы ла юҡ. Ҡалаларҙа, әлбиттә, бар. Төрлө ҡаланан ҡайтып-китеп йөрөгәндәрҙең өҫ-башы беҙҙекенән күпкә яҡшыраҡ булыуын күреп-белеп торабыҙ. Шуға ла тиҙерәк мәктәпте тамамлап, ситкә китер көндәрҙе көтәбеҙ. Класыбыҙҙағы 38 баланың бөгөн бер нисәүһенең генә ауылда йәшәүе лә күп нәмә тураһында һөйләй.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында колхоз-совхоздар хәлһеҙләнә башланы. Бахыр колхозсы шул хәлдә лә бер тинһеҙгә эшләп маташты, алған хеҙмәт хаҡы бысранған кейемен йыуырға порошок алырға ла етмәй ине.
Йәшерен-батырын түгел: “крәҫтиән – туйҙырыусы, илдең быуынын нығытыусы” тигән һүҙҙәр, нигеҙҙә, телдә генә йәшәне шикелле. Ә ысынында иһә ер кешеһе, иген игеүсе икенсе сортлы һаналды.
Бөгөн ауылдарҙың юҡҡа сыға барыуының, мәктәптәрҙең ябылыу сәбәптәре шунда түгелме ни? Шуныһы ғәжәп: уҙған быуатта мәктәпкә килеп, ауылда ҡалығыҙ, тип йөрөгән колхоз етәкселәренең балалары ла ҡалаға китеүҙе хуп күрҙе.
Ауыл… Ер кешеһе… Тәбиғәттең йәннәт кеүек төбәгендә урынлашҡан тыуған ауылым Ҡаранйылғаға ҡайтҡан һайын бушап ҡалған йорттарҙы күреп, төрлө уйҙарға сумам. Дөрөҫ, уңғандар матур йәшәй. Кемеһелер ҡорт тота, икенселәре күпләп мал-тыуар аҫрай. Әммә әлеге лә баяғы һуңғы осорҙағы үҙгәрештәр йәнә ауыл кешеһе файҙаһына түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, матур-матур һүҙҙәр һөйләһәк тә, ер кешеһенең бөгөн дә аяҡ-ҡулы бығаулы. Ғәҙәттә, баҙарҙа етештергәндәр түгел, ә башҡалар сауҙалаша. Сөнки крәҫтиән өсөн бөгөн баҙар әллә нисә йоҙаҡ менән бикле. Үҙе һата алмағас, аралашсы кәрәк. Шуға ла меҫкен ауыл кешеһе арзанға булһа ла уларға тоттороп ебәрә. Талпан һымаҡ йәбешкән аралашсы. Һөҙөмтәлә ул – атта, ә йән асырғанып мал үҫтергән, ауырыған ваҡытта хатта өйөнән китә алмаған ер кешеһе һаман да мандый алмай.
Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе лә файҙаға булманы. Хужалығында бер нисә һыйыр тотоп, шуның иҫәбенә көн күргән, балаларын уҡытҡан ауыл кешеһе йәнә ауыр хәлдә ҡалды. Комбинаттарға донъяның төрлө төбәктәренән күпкә арзан ит килтереп тултырғанда, үҙебеҙҙекеләрҙекенә әйләнеп тә ҡарамайҙар. Алһалар ҙа, бик арзанға. Өмөтһөҙлөккә бирелгән ауыл кешеләренән:
– Хәҙер мал аҫрап ни файҙа? – тигән аһ-зарлы һүҙҙе йыш ишетергә тура килә.
Бөгөн килеп тағы ла шундай хәбәр таралды: хәҙер шәхси хужалыҡтағылар һатасаҡ малын махсус урындарҙа һуйҙыртып алырға тейеш.
Туйындырыусы ер хужаһыҙға әүерелде. Мәҫәлән, һуңғы ун биш йылда Рәсәйҙә сәсеүлектәр майҙаны 15 миллион гектарға кәмене. Ә ун йыл самаһы ташландыҡ ятҡан һөрөнтө ерҙең артабан ауыл хужалығы эшмәкәрлеге өсөн яраҡһыҙ булыуы һәр кемгә мәғлүм. Баҫыуҙар эшкәртелеп, уңыш биреп, халҡын туйҙырғанда ғына, уны байлыҡ сығанағы тип атарға мөмкин. Ә бит Рәсәйҙәге сәсеүлектәр майҙаны үҙебеҙҙе генә түгел, ярты донъяны туйҙырырға етә!
Бөгөн илдәге фермерҙарҙың яҙмышы ла еңелдән түгел. Трибуналарҙан “ташланған ерҙәрҙе эшкәртегеҙ, ярҙам итәбеҙ” тигән матур һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Әммә был тәү ҡарауға ғына шулай. Әле йүнләп эш башламаған фермер һалым түләп арманһыҙ була. Ә бит улар ныҡлап аяҡҡа баҫҡанда ғына үҙҙәренең емешен бирәсәк. Шуға ла илдә фермерҙар кәмегәндән-кәмей, һәр бишенсеһе хәйерселеккә төшә. Уҙған йыл башында Рәсәйҙә 268336 фермер хужалығы булһа, йыл аҙағына улар 227836-ға ҡалған.
Икенсенән, ауыл хужалығын ҡырағай баҙар ҡосағына ташлап ҡуйыу ҙа дөрөҫ булманы. Әүәлге колхоздарҙың техникаһы, транспорты состарҙың ихатаһына ҡарай йүнәлде. Кемдер һатып аҡса эшләне, байыҡты. Һөҙөмтәлә крәҫтиән, халыҡ әйтмешләй, тере ҡулһыҙ ҡалды. Мәҫәлән, ашлама һатып алыу һәм уны баҫыуға килтереү өсөн бихисап закон аша атлап сығырға тейешһең. Ә шуның бер өлөшөн саҡ ҡына үтәмәнеңме – штраф! Ҡабаттан аяҡҡа ла баҫа алмаясаҡһың. Бының өсөн лицензиялы махсус машина, уны һаҡлауға махсус майҙансыҡ булырға тейеш. Ә бит бер ниндәй сит илдә лә бындай сикләү юҡ.
Ауыл өсөн тигән аҡса башлыса ҙур агрохолдингтар ҡорһағына китә. Дәүләт уларҙың 60 – 70 процент сығымын үҙе ҡаплай, ҡаҙна иҫәбенә электр, газ үткәрә, юл һала. Баҡтиһәң, аҙаҡ был холдингтар дотацияһыҙ һәм субсидияһыҙ йәшәй алмай. Шулай итеп, ауыл кешеһенә тигән аҡсаны, нигеҙҙә, мәңге туймаҫ хужалыҡтар йота. Ә бит Көнбайыш дәүләттәре бөтөнләй икенсе төрлө эш итә. Мәҫәлән, Германияны ғына алайыҡ. Бында дәүләт һәр фермерҙың яҙмышы менән шәхсән ҡыҙыҡһына, проблемаларын яҡшы белә. Ул илдең милли байлығы булараҡ ҡабул ителә, туйындырыусы ғына түгел, ә аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүсе лә. Шуға ла Германияла фермер менән дәүләт бер бөтөн булып йәшәй. “Дәүләт ярҙам итмәһә, беҙ йәшәй алмайбыҙ. Ә беҙ үлһәк, иртәгәһенә үк дәүләт тә юҡҡа сығасаҡ”, – ти улар үҙҙәре был хаҡта. Йәнә бында экологик йәһәттән таҙа аҙыҡ-түлеккә өҫтәмә аҡса түләнә.
Республика крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының күптән түгел Өфөлә үткән съезында Президент Рөстәм Хәмитов та ергә, ауыл кешеһенә тейешенсә иғтибар булмауы хаҡында билдәләп үтте. Төбәктә 7 миллион гектар ауыл хужалығы ере, 3,5 миллион гектар сәсеүлек иҫәпләнә. Әммә шуның байтаҡ өлөшө хужаларса эшкәртелмәй.
Фермер хужалығы өлөшөнә 620 мең гектар ер тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ерҙең һиҙелерлек өлөшө әле һаман милек булараҡ теркәлмәгән. Ваҡытында коллектив хужалыҡтарҙың мөлкәтен бүлгәндә пай ерҙәре ҡуртымға бирелгән. Хәҙер улар фермерҙарҙың ерен кире ҡайтарып алабыҙ тип зыҡ ҡуба.
Ауыл хужалығы министры Николай Коваленконың район етәкселәрен бындай осраҡтарҙа фермерҙарҙы ҡурсалау йәһәтенән сара күрергә саҡырыуында ла хаҡлыҡ бар. Съезд мәлендә Рөстәм Хәмитовҡа бихисап ялыу ҡағыҙы тотторҙолар. Эйе, бөгөн чиновниктар ниндәй генә аҙымға бармай. Йәшерен түгел: ҙур күләмдәге страховка аҡсалары ер кешеһенә түгел, әлеге лә баяғы башҡалар кеҫәһенә китә. Уны нисек эләктереү юлдарын бик яҡшы беләләр. Һөҙөмтәлә крәҫтиән һәр ваҡыттағыса ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡала.
Ауыл… Ер кешеһе… Төрлө хәүефле уйҙарға һала был ике төшөнсә. Борон-борондан яҙмышын ер менән бәйләгән башҡорт халҡы өсөн икеләтә, юҡ, унлата көнүҙәк был мәсьәлә. Ауыл – беҙҙең кеүек аҙ һанлы халыҡтың милли асылын һаҡлаусы бишек тә, ҡалҡан да бит ул.