Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Мономах бүрке” еңел бирелмәне
Баш ҡала халҡы Өфөнөң яңы мэрын түҙемһеҙлек менән дә, эске борсолоу менән дә көттө. Нисә кеше — шул тиклем фекер. Һәр кемебеҙ үҙенә таныш һәм күңеленә оҡшаған кандидат яҡлы, әлбиттә. “Мономах бүрке” еңел түгел, уны лайыҡлы күтәреп йөрөргә кемдең көсө етер? Ҡала хакимиәте башлығы тигән ауыр вазифаны үҙ иңенә йөкмәргә кем йөрьәт итер? Бына ошо һорауҙар тынғы бирмәне.
Шуныһы ҡыҙыҡ: “бүрек” һәлмәк кенә булһа ла, уны “кейеп” ҡарарға теләүселәр байтаҡ булып сыҡты — яҡынса ун кеше. Власть ҡатламындағы ығы-зығынан алыҫ торған ябай замандаштар күңелендә ирекһеҙҙән шундай һорау ҡуҙғып-ҡуҙғып ҡуйҙы: ниңә етәкселеккә ынтылалар һуң шул тиклем? Ҡала халҡына хеҙмәт итергә тырышыу тойғоһо көслөмө? Республикабыҙҙың баш ҡалаһын сынъяһау итеү, ситтән ҡул һуҙыусыларҙан һаҡлау-яҡлау теләге этәрәме уларҙы? Һәр хәлдә, ҡалаға ла, унда йәшәгән халыҡҡа ла иң тәүҙә өфөләрҙең мәнфәғәтен үҙенеке менән берҙәй ҡабул иткән, баш ҡаланың яҙмышы өсөн ысынлап янған башлыҡ талап ителә ине.
Башлыҡ һайлау башланғас, кандидаттарҙың икәүһе — Любовь Белышева менән Евгений Федоров — был вазифаға һайлап алыу буйынса тәүге имтиханға килмәне. Уларҙың икенсеһе үҙ ирке менән кандидатураһын алған — Ирек Ялаловты ҡала башлығы вазифаһына лайыҡлы тип һанай һәм уға дәғүәсе булғыһы килмәй. Малик Мөлөков иһә һынауҙан эксперт комиссияһының намыҫлы эшләүенә шикләнеүе арҡаһында баш тартҡан.
Ҡалған кандидаттарға конкурста федераль һәм республика кимәлендәге ҡанундарҙы нисек белеүен, төрлө йәһәттән өҫтөнлөктәрен күрһәтергә тура килде. Һөҙөмтәлә уларҙың өсәүһе — “Редакция” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Эдвард Мурзин, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов һәм баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ирек Ялалов — һынауҙы яҡшы үтте.
— Өфө кеүек ҙур ҡалаға етәкселек итеү өсөн ҡанундарҙы яҡшы белеү генә етмәй, — тине эксперт комиссияһы рәйесе Сергей Лаврентьев. — Ҡайһы берәүҙәргә хис-тойғоға бирелеп барыусанлығы аяҡ салды. Әлбиттә, башлыҡ кәнәфиенә һынауҙы үтә алмағандар үҙҙәренең белем һәм һәләтен муниципаль хеҙмәттең башҡа вазифаларында бойомға ашыра алыр.
Һынауҙар Салауат Хөсәйенов менән Ирек Ялаловтың белем һәм тәжрибә йәһәтенән бүтәндәрҙән айырылып тороуын асыҡланы. Был аңлашыла: улар идара органдарында оҙаҡ йылдар уңышлы хеҙмәт итте.
Һайлау тигән төшөнсәгә сәйерһенеп ҡараусылар беҙҙең йәмғиәттә күп. Шиктәргә, имеш-мимештәргә урын ҡалмаһын өсөн имтихан барышы видеокамераға төшөрөлгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бында ла, замандың техник мөмкинлектәрен файҙаланып, мутлашыуҙан баш тартмағандар: кандидаттар һынау залынан сығып киткәс, бер ултырғыста аудио- һәм видеояҙма алып барыу ҡорамалы ҡуйылған авторучка табылған...
Хәҙер инде бәхәсле, ығы-зығылы осор артта ҡалды. “Мономах бүрке”н ҡабул итеп алған Ирек Ялаловты эшлекле, аҡыллы, рухлы етәксе тип һанайбыҙ һәм уның еңеү шатлығын ихлас уртаҡлашабыҙ. Шул уҡ ваҡытта һайлау һабаҡтарын да оноторға ярамай.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә