Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мал-тыуарың сирләйме? Картаһына күҙ һалайыҡ...
Мал-тыуарың сирләйме? Картаһына күҙ һалайыҡ...
Малына күҙ төбәп йәшәй ауыл халҡы. Шулай булмай, ул — һөт тә, ит тә, һатһаң — аҡса ла. Ә инде был ҡәҙерле байлығың ҡазаланып ҡуйһа, бөтөнләй ҡайғыға батаһың...

Бәләкәй сағымда йыш ҡына шундай күренештәрҙең шаһиты булдым: һыйырыбыҙ йә быҙаулай алмай яфалана, йә көтөүҙән һөҙөлөп ҡайта, йә елене шешә. Йәки асыҡ ҡалған ашлыҡ келәтенә инеп, туймаҫ аскернәләй тығына ла, эсе күбә. Шул саҡ әсәйем атайыма: "Тиҙ генә Бикйәнде саҡыр!" — ти. Өй аша ғына йәшәгән ветеринар ағай килә һалып, һарайҙа оҙаҡ булышалар. Бер ҡараһаң, йылы һыу һорайҙар, икенсеһендә — таҫтамал. Ахыры һәйбәт тамамлана. Ауылдаштарым әле лә мәрхүм Бикйән ағайҙы тик яҡшы яҡтан телгә ала...
Бала саҡта уҡ ветеринарҙың иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе икәнлеген аңлағайным. Ысынлап та, мал-тыуар аҫрағандар, хатта ҡалала эт-бесәй тотҡандар ҙа үҙҙәрен был хеҙмәт кешеләрһеҙ ике ҡулһыҙ һымаҡ тоя.
Мал-тыуарың сирләйме? Картаһына күҙ һалайыҡ... Бүздәк районының ветеринар станцияһы — көн-төн тимәй, кешеләр мәнфәғәтен ҡайғыртҡан берҙәм коллектив. Бар күңелеңде һалып, тырышып эшләмәһәң, нисек 78 ауылды, 15 хужалыҡты хеҙмәтләндереп өлгөрөргә мөмкин һуң?! Уларҙағы 26 меңдән ашыу һыйыр малын, ун меңгә яҡын ҡуйҙы, мең ярым йылҡыны, бихисап ҡош-ҡортто, бал ҡортон һәр төрлө сирҙән дауалау ҙа, иҫкәртеү ҙә бурысы иңдәрендә ята бит. Электән ҡотто алған лейкоз, түләмә ауырыуҙарына һуңғы йылдарҙа ҡош-ҡорт, сусҡа киҙеүе кеүектәре лә өҫтәлде. Тимәк, прививкалар яһап, диагностика тикшереүҙәре үткәреп торорға кәрәк.
Был тәңгәлдә бүздәктәр тыныс йоҡлай ала. Өс тиҫтә йыллап район биләмәһендә имен хәл-торош күҙәтелә. Үҙәк ветеринар станцияһынан тыш, ике участка дауаханаһы, алты ветеринар участка һәм ветеринар-санитар экспертиза лабораторияһы эшләй.
Хеҙмәткәрҙәр тырышлығы менән сусҡасылыҡ фермаларында һәм шәхси хужалыҡтарҙа Африка тағуны таралыу хәүефе кәметелгән. Сит яҡтарҙан килтерелгән хайуандар, малсылыҡ тауарҙары ентекле тикшерелә. Республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә кешеләрҙең эхинококкоз йоҡтороп сирләгәненән һуң, эт-бесәй тотҡан ғаиләләрҙә аңлатыу эштәре алып барыла, дарыуҙар таратыла.
Йәш, көсө-дәрте ташып торған етәксе килеү менән ветеринария хеҙмәтенә яңы һулыш өҫтәлде. Үҙ эшенең оҫталарынан булдыҡлы коллектив туплағас, Нияз Камил улы Ибәтуллин хеҙмәтләндереүҙә яңы алымдар, ысулдар ҡуллана башлай. Матди базаны нығыта.
2010 йылдан алып район биләмәһендә бер генә мал ҡотороғо ауырыуы осрағы теркәлгәне юҡ. Ни өсөнмө? Хәүеф төркөмөндәге бөтә мал-тыуарға прививка яһалғанға, ҡырағай, хужаһыҙ урам эттәренең һанын кәметкәнгә. Йәнә ауылдарҙа йыйылыштар даими уҙғарыла, листовка-иҫкәрмәләр таратыла.
Бүздәктәр уйлап табып, хәҙер бөтә республикаға таралған яңылыҡ — мал-тыуарҙың ветеринар амбулатор картаһы. Уның буйынса һәр ихатала мал һаны һәм башҡарылған ветеринар хеҙмәт саралары иҫәбе алып барыла. Әле районда мал-тыуарҙың берҙәм реестры булдырыла.
Ветеринар станция бинаһында дүрт йыл инде — дарыухана, йылдан ашыу операция блогы эшләй. Йәш белгес Айһылыу Хәмәтшина йорт хайуандарына кисектергеһеҙ операциялар яһай, талап ителгән дауалау курсы билдәләй.
Яҡшы хәбәр йыраҡҡа ишетелмәй ҡалмай. Бүздәккә республиканың төрлө төбәктәренән белгестәр ҙә семинар-кәңәшмәгә йыйыла, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та эш сәфәре барышында һуғылып китә. Һөҙөмтәлә район ветеринар станцияһы Бөтә Рәсәй "Алтын көҙ-2011" агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыу хоҡуғын ала. Һынатмайҙар — көмөш миҙал яулайҙар. Шул уҡ йылда "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы ветеринар учреждениеһы" булып танылалар.
Әлбиттә, хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереп, ҡыҙыҡһындырып торһаң ғына, эш алға китә. Был йәһәттән бүздәктәр зарланмай. Ветеринарҙар йыл да йәйге һәм ҡышҡы махсус кейем менән тәьмин ителә, хеҙмәт хаҡы арттырыла. Ветеринария станцияһында ял бүлмәһе йыһазландырылған. Байрамдар матур итеп билдәләнеп үтелә. Тармаҡ ветерандары ла онотолмай.
Бүздәк ветеринария хеҙмәте республика һәм район етәкселеге ярҙамын тойоп йәшәй. Мәҫәлән, "Униплан" ҡоролмаһы алынған, ул һауын һыйырҙарында заманса тикшереүҙәр үткәреү мөмкинлегенә эйә.
Табип-белгестәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай. 2012 йылда Килем ветеринар пункты республикала иң алдынғыһы тип табылһа, былтыр Сәйҙә Латипова иң яҡшы аптека мөдире була.
Тимәк, Бүздәк халҡына мал-тыуары өсөн тыныс булырға мөмкин. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда ла, улар бәлә менән күҙгә-күҙ яңғыҙ ҡалмаҫ. Үҙемдән: "Бикйән ағай кеүектәр һәр ерҙә лә ярҙамынан өҙмәһен!" — тип өҫтәгем килә.


Автор: Г. МӨХӘРРӘМОВА. Район: Бүздәк районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә