Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир аҫылы эштә беленә
Ир аҫылы эштә беленә Ҡауарҙы егете

Ғафури районында гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылдар байтаҡ. Ҡауарҙы – тап шундайҙарҙың береһе. Йәй булһынмы, ҡышмы, көҙмө, яҙмы – был яҡтар күңелгә яҡын, кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп, саҡырып тора. Килеп күрһәң, ҡайтҡы килмәй, ҡайттың иһә – төшкә инә. Биҙәктәргә бай ҡалын урман ауыл өҫтөнә ауам-ауам тип тора. Төҙөк матур йорттар, гөл-сәскәгә күмелеп ултырған баҡсалар, иркен ихаталар... Халыҡ, заман ауырлыҡтарына бирешмәй донъя көтөргә ынтыла.

“Красноусол” шифаханаһы директоры Фаяз Харис улы Мәжитов тап ошо ауылда тыуған. Ҙур, берҙәм ғаиләлә үҫкән. Ошонда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтының балаларҙы дауалау факультетына уҡырға инә.
– Табип һөнәрен икеләнмәйенсә һайланым, – тип хәтерләй Фаяз бөгөн. – Беҙҙең ауыл төпкөлдә урынлашҡан, дауалауға мохтаж кешеләр күп ине. Еҙем йылғаһы ташып китһә, райондыҡына түгел, хатта эргәләге Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһына барыу ҙа олоғара бәлә була торғайны. Беҙҙең урамдан бер сабый ваҡытында ярҙам күрһәтмәүҙән вафат булғас, күмәкләшеп ҡайғырып йөрөгәнде әле лә хәтерләйем. Әмәлгә ҡалғандай, бәләкәй саҡта үҙем менән дә күңелһеҙ ваҡиға булды. Ауылға кино килгәйне, клубҡа барырға ҡабаланып йөрөйөм. Әсәйем, мунса инмәйенсә киноға бармайһың, тигән талап ҡуйҙы. Беренсе булып йүгерҙем. Еҫе бөтмәгән икән, нисек йыуынғанымды, нисек йығылғанымды хәтерләмәйем. Мин оҙаҡлағас, йүгерешеп барғандар, мунса соланында ятам икән. Күтәреп өйгә алып ҡайтҡандар, фельдшер апайҙы саҡыртып килтергәндәр. Апай миңә нишатыр спирты еҫкәткән, укол ҡаҙаған.
Ғөмүмән, беҙҙең ауылда ярҙамсыл, бер-береһенә хәстәрлекле халыҡ йәшәй. Бала саҡты һағынып ҡына һөйләрлек. Бына әле үҙемдең алыҫта ҡалған балалыҡты хәтерләйем. Күңелле, дәртле саҡ, малай-шалай тауҙарға, урмандарға ынтыла. Апрелдә иң тәүҙә йыуа йыйырға ашығабыҙ, тоҡсай тултырып өйгә алып ҡайтабыҙ. Әсәйҙәр бөйөрөк бешерә. Йыуа ҡатып өлгөрмәй, ҡуҙғалаҡ, балтырған, ҡаҡы артынан сығабыҙ. Әсәйҙең ҡуҙғалаҡ бөйөрөктәре, балтырған аштары һағынып ҡына һөйләрлек. Хәҙер шуны уйлайым: утты-һыуҙы күргән, аслыҡты кисергән өлкәндәр беҙҙе аяҡ аҫтында ятҡанды йыйып ашарға юҡҡа өйрәтмәгәндер. Аслыҡ була ҡалһа, балаларыбыҙ миктәмәһен, үҙҙәренә аҙыҡ табырға, иҫән ҡалырға, йәшәргә өйрәнһендәр тигәндәрҙер.
Медицина институтында тырышып һәм еңел уҡыны Фаяз. Лекция ҡалдырыу кеүек хилафлыҡтар ул заман үҫмерҙәре өсөн ят ине, эскән түгел, тәмәке тартҡандар һирәк. Ғаилә ҙур, ярҙам өмөт итеүе ҡыйын. Шуға егет тәүге йылда уҡ эшкә ялланды: ҡарауылда ла торҙо, вагондарҙы, баржаларҙы ла байтаҡ бушатты. Аҙағыраҡ “Ашығыс ярҙам” медицина станцияһына фельдшер булып урынлашты һәм шуға инанды: бик кәрәкле, кешеләр өсөн файҙалы һөнәр һайлаған икән. Ғаиләнән килгән яуаплылыҡ уға һөнәренә ныҡлап төшөнөргә, нескәлектәренә өйрәнергә мөмкинлек бирҙе. Етмәһә, ауылдаштары ҡайтыуын көтөп кенә тора. Һаулыҡтары насарланһа, ярҙам һорап килеп етә һалалар. Хатта әсәһенән: “Фаязың ҡайтманымы әле?” – тип белешкәндәр күп.
Яҡшы уҡыны егет. Интернатураны уңышлы тамамлап, “Красноусол” балалар шифаханаһында өс йыл баш табиптың дауалау буйынса урынбаҫары, Республика балалар клиник дауаханаһында табип булып эшләне. Аҙаҡ неврология бүлексәһенә мөдир итеп ҡуйҙылар. Алкин дауаханаһында бүлек мөдире итеп үрләттеләр. Үҙе һорап Архангел районының Валентиновка участка дауаханаһына эшкә китте. Эшен ихлас башҡарҙы Фаяз, үҙен кешеләр ҙә яратып өлгөрҙө. Урындағы Советҡа депутат итеп һайланылар. Тыуған ауыл эргәлә генә, ҡайтып йөрөргә лә мөмкин. Ата-әсәһе ҡараулы.
Валентиновкала биш йыл эшләгәндән һуң, уны тағы ла Һаулыҡ һаҡлау министрлығына саҡыртып алдылар һәм Өфө ҡалаһының Шакша биҫтәһендә төҙөлөүсе “Агропромстрой” төҙөлөш предприятиеһының дауаханаһына баш табип вазифаһына тәҡдим иттеләр. Бинаны тәртипкә килтереп, белгестәр туплап, ең һыҙғанып эшкә тотондо. Ике-өс айҙан һуң һаулыҡ һаҡлау министры тағы ла саҡыртып алды.
Ир аҫылы эштә беленә– Ҡара әле, егет, үҙеңде ҡул аҫтында ғына тотоп, Шакшала эште яйға һалғас, министрлыҡҡа алырмын тиһәм, булманы. Һине яҡташтарың белә һәм хөрмәт итә икән, ҡайтыуыңды һорағандар, – тине А. Х. Түрйәнов.
Эш былайыраҡ булған. Ысынлап та, яҡташтары Фаяздың тырышып эшләгәнен ситтән генә күҙәтеп йөрөгән. Шул осор Ҡауарҙыға партия район комитетының элекке беренсе секретары Р.Ғ. Тәминдаров килеп сыҡҡан. Ауылдың хәле ауыр. Колхозда йүнләп эш ырамай. Гел ситтән килгәндәр хужалыҡ итә. Беренсе секретарь, аптырағас, һораған:
– Үҙегеҙҙә уҡыған кешеләр юҡмы ни?
– Ни эшләп булмаһын?! – тигән ҡауарҙыларҙың береһе. – Ана, Фаяз Мәжитов тигән егетебеҙ баш табип булып йөрөй. Валентиновкала бына тигән эшләне. Яңыраҡ Өфөгә күсерҙеләр.
Беренсе секретарь КПСС Өлкә комитетына ярҙам һорап хат яҙа: “Үҙебеҙ уҡытҡан кадр кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы аша тыуған яғына ҡайтарыуығыҙҙы һорайбыҙ”. Тәғәйен урыны ла бар икән.

Ир аҫылы эштә беленәМаҡсатлы етәксе

Шулай итеп, 1987 йылдың яҙынан Фаяз Мәжитов – “Красноусол” балалар шифаханаһының баш табибы. Эшкә тотонғас, бындағы хужаһыҙлыҡтан баш табиптың сәсе үрә тора. Йылылыҡ торбалары тутыҡҡан, көн һайын тишелеп аға. Стеналарҙың штукатуркаһы ҡойола, тәҙрәләр йыуылмаған, бүлмәләр еүеш һәм һалҡын. Ата-әсәләрҙән ялыу күп килә, балаларҙы ваҡытынан алда алып ҡайтыу осраҡтары теркәлгән. Бындай шарттарҙа дауалауға мохтаждарҙы нисек аяҡҡа баҫтырырға мөмкин? Фаяз эште ремонттан башланы. Һаулыҡ һаҡлау министры һүҙендә торҙо: байтаҡ аҡса бүлде. Мәктәпте, йоҡо бүлмәләрен йүнәттеләр, йылытыу батареяларын алмаштырҙылар, ҡаҙанлыҡ яңыртылды. Бүлмәләрҙе рәткә килтергәс, дауаланырға килгән балалар һаны ла арта төштө.
Фаяз – маҡсатлы, ынтылышлы кеше. Алдына ҡуйғанын үтәмәйенсә, тормошҡа ашырмайынса туҡтамай. Туғыҙ йыл эсендә шифахана өлгөлөгә әйләнде. Бер нисә тапҡыр республика күргәҙмәһе ойошторҙолар. Үҙен дә башҡаларҙан өйрәнергә, тәжрибә алырға саҡырҙылар.
Фаяз өсөн был йылдар бушҡа үтмәне. Идара итеү буйынса тәжрибә тупланы. Ҡатыны менән бер түгел, өс ул үҫтерәләр. Эше оҡшай, яҡташтары ихтирам итә, юғарылағылар тырышыуын күрә. Ғүмер буйы ошонда хеҙмәт итергә тейеш һымаҡ ине баш табип. Ләкин һис көтмәгәндә уға вазифаһын алыштырырға, өр-яңынан эш башларға тура килде.
1996 йылда Фаяз Харис улын “Красноусол” курортына баш табип итеп тәғәйенләнеләр. Һис тә сер түгел, хәҙер әйтергә лә була, заманында хеҙмәтсәндәрҙең яратҡан ял итеү урыны булған курорт иҡтисади үҙгәртеп ҡороуҙар дәүерендә яңы шарттарға яраҡлаша алмай башланы. Бында шифахана хеҙмәткәрҙәренең һис тә ғәйебе юҡ. Тимер ҡоршау ҡоланы, сиктәр асылды. Рәсәйҙә аҡсалы халыҡ ишәйҙе. Улар ял итеү өсөн шарттар ифрат самалы булған тыуған ил шифаханаларын мөрхәтһенмәй, Төркиә, Мысыр, хатта Һиндостан, Таиланд һымаҡ бығаса ата-бабалар белмәгән һәм ишетмәгән яҡтарға ағыла башланы. Өр-яңы капитализм шарттарында өҫтәренә урынлы һәм урынһыҙ ишелгән тоҡ-тоҡ аҡсаны туҙҙырыу маҡсатында. Бындай осраҡта Рәсәй шифаханалары күҙ алдында бөлөүгә һәм юҡҡа сығыуға дусар ителгәйне. Дусар ителмәй ҡайҙа барһын, совет дәүеренән ҡалған иң ябай эшселәргә, колхозсыларға тәғәйенләнгән корпустар, уңайлыҡтары бик самалы булған бүлмәләр, тоҙло кәбеҫтә һурпаһына, кәтлит һәм макаронға иҫәпләнгән ашхана... Дауаланыу урындары ла дөйөм күренештән әллә ни айырылмай. Йәйҙәрен түҙеп торғоһоҙ эҫе, ҡыштарын һалҡын һәм еүеш. Хәҙер инде шифаханаларҙы үҫтереү тураһында түгел, ҡотҡарыу хаҡында уйларға кәрәк. Йоҡо корпустарын яңыртырға, дауалау биналарын үҙгәртеп ҡорорға, ял итеү, туҡланыу, күңел асыу, спорт-һауыҡтырыу үҙәктәрен сафҡа индерергә кәрәк.
Эш шуға барып етте: ял итергә килгәндәр бер нисә көндән шифахананы ташлап ҡайтып киткеләне. Бер йыл Яңы йылға иллеләп кенә ял итеүсе ҡалды. Улары ла алыҫтан килгән, ҡайта алмағандары ғына. Шифахана бөлөргә һәм юҡҡа сығырға тейеш ине. Мәҫәлән, заманында гөрләп эшләгән атаҡлы Красноусол быяла заводы, Ғафури урман сәнәғәте хужалығы, береһенән-береһе байыраҡ ауыл хужалығы предприятиелары һымаҡ.

Ир аҫылы эштә беленәЯңы шифахана төҙөргә!

1997 йылды “Красноусол” курорты өсөн хәл иткес мәл тип баһаларға мөмкин. Республика етәкселеге ярҙам итергә әҙер тора, йәш директорҙың эшкә дәртле һәм көслө икәнлеген күрәләр. Фаяз Харис улы тәүәккәлләне. Бер яҡтан ҡараһаң, иң еңеле – бөтә корпустарҙы емереп ташлау һәм урындарында өр-яңы, замансаларын төҙөү. Был осраҡта курорт оҙаҡ йылдарға ял итеүселәрҙән мәхрүм ҡаласаҡ һәм, әлбиттә, үҙенең даими клиенттарын юғалтып, табыш ала алмаясаҡ. Курорт директоры ауыр, ҡатмарлы, яҙмышты хәл итерҙәй юлды һайланы. Йоҡо һәм ял биналарын бер-бер артлы яңырта, йүнәтә башланылар. Өлгө сифатында Көнбайыштағы дүрт һәм биш йондоҙло курорттар һәм ҡунаҡханалар алынды, халыҡ-ара стандарттар тураһында уйлай башланылар.
Төҙөлөш эштәре 1997 йылда спорт залдары, сауна һәм бассейндар урынлашҡан дауалау-һауыҡтырыу комплексынан башланды. Мәжитовтың ныҡышмалылығы республика етәкселәренә лә оҡшаны. 1998 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов “Красноусол” курортын төҙөүҙе һәм төҙөкләндереүҙе яҡшыртыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Шунан һуң бер-бер артлы 5-се, 6-сы, 7-се корпустар файҙаланыуға тапшырылды һәм яңыртылды, 4-се корпус өр-яңы сифатта ял итеүселәрҙе ҡабул итте. 300 урынлыҡ яңы ашхана эшләй башланы, яңыртылғандан һуң ләм менән дауалау бүлеге асылды. 2003 йылда ял үҙәген файҙаланыуға тапшырыу төп ваҡиғаларҙың береһенә әүерелде. Шифахана хеҙмәткәрҙәре өсөн биш ҡатлы торлаҡ йорт төҙөлдө. 2004 йылдың июнендә эсәр һыу галереяһы ял итеүселәрҙе хеҙмәтләндерә башланы. Шифахана үҙ ихатаһында ғына бикләнеп ҡалманы. Көгөш (Усолка) йылғаһы ярҙарын төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе, эргәләге ҡасабала балалар баҡсаһы һәм урта мәктәп асылды. Шифахана янында хеҙмәтләндереү пункттары, умарталыҡ, ярҙамсы хужалыҡ үҙ эшен башланы. Өҫтәп әйтергә кәрәк, төҙөлөш эштәрен атҡарып сығыуҙа иң юғары ойошҡанлыҡ күрһәтелде, ял итеүселәр бер уңайһыҙлыҡ та тойманы.
Ошонда Фаяз Харис улы Мәжитовтың ойоштороу һәләте тулыһынса асылды. Ул үҙен таһыллы, егәрле етәксе итеп күрһәтте. Бөтә башҡарылған эштәр емештәрен бирә лә башланы. Иң мөһиме – ял итеүселәр ағымы күҙгә күренеп артты.
Ләм менән дауалау өсөн тәғәйенләнгән йылытылыусы һәм елләтелеүсе махсус ванналарҙы Фаяз Харис улы ҡайҙарҙан ғына эҙләп ҡараманы! Белешә торғас, Силәбе өлкәһендә хәрби заводтарҙың береһе бындай эшкә тотонорға теләк белдерҙе. Директор бер нисә тапҡыр ваннаға үҙе ятып ҡарап, һынап, еренә еткергәс кенә эшләргә рөхсәт бирҙе. Хәҙер ошо ваннаға курорттың үҙенең патенты бар. Башҡа шифаханалар ҙа ҙур теләк менән заказ яһай. Көгөш йылғаһы ярҙарын төҙөкләндереү, кафе, теннис майҙаны, мини-гольф өсөн майҙансыҡ – былар бөтәһе лә ял итеүселәрҙең буш ваҡытын файҙалы үткәрергә ярҙам итә.
Хәҡиҡәт өсөн шуны билдәләү ҙә фарыз: һуңғы ике тиҫтә йыл Башҡортостандың шифаханалар тармағы өсөн һис тә бушҡа үтмәне. Өр-яңы ял итеү үҙәктәре барлыҡҡа килде, милли республикаға ғына хас йолалар еректе, һәм улар Рәсәйҙең ял итеү, дауаланыу, күңел асыу тармағында үҙенең лайыҡлы урынын биләне. “Красноусол” менән бергә “Янғантау”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Ҡарағай”, “Йоматау” шифаханалары өр-яңы, бығаса төшкә лә инмәгән һәм күҙ уңында ла тотолмаған үҫеш кисерҙе. Хәҙер республика картаһында көс туплап, үҙе хаҡында көндән-көн нығыраҡ белдереүсе “Асы”, “Танып” һымаҡ ял итеү һәм дауаланыу үҙәктәре бар. Ошо шифаханалар сәләмәт көндәшлек шарттарында үҙ пациенттары өсөн көрәшә. Бөтәһенә лә сит ил курорттарына ынтылырға тимәгән, кемдеңдер һаулығы самолетта оҙаҡ осоу өсөн самалы, икенселәр аҡса иҫәпләй, өсөнсөләр, илһөйәрлек тойғоһон сәбәп итеп, үҙебеҙҙәге ялға өҫтөнлөк бирә.
Көндәшлек тигәндән, хәҙер раҫларға мөмкин: Рәсәй киңлектәрендә Башҡортостан шифаханалары менән ярышырҙай ял итеү үҙәктәре юҡ тип әйтерлек. Быйылдан башлап Ҡырым ярымутрауында ғына барлыҡҡа килмәһә...
– Беҙ бөгөн донъя кимәлендәге иң танылған курорттар менән ярышырға мәжбүрбеҙ, – ти Фаяз Харис улы. – Ни өсөндөр сит ил курорттары менән беҙҙекеләрҙе сағыштырғанда, иң төп дәлил итеп хаҡтарҙы килтерәләр. Бындай сағыштырыу үтә бер ҡатлы һәм үҙен аҡламай. Әлбиттә, хаҡтар беҙҙең файҙаға түгел. Ниндәй шарттарҙа, ҡайһы географик киңлектә йәшәгәнебеҙҙе һәм эшләгәнебеҙҙе онотмайыҡ. Беҙгә ярты йыллап корпустарҙы йылытып тоторға тура килә, энергия сығанаҡтарына түләргә килемдең 30-40 проценты китә. Икенсенән, сит илдәрҙә беҙҙәге һымаҡ дауаланыу процедуралары булһа, юлламаларының хаҡы ике-өс тапҡырға ҡиммәтерәк булыр ине. Мин бында туҡланыуҙың, аҙыҡ-түлектең сифаты тураһында, уның ҡайҙан килтерелеүе хаҡында әйтеп тә тормайым.

Ир аҫылы эштә беленә“Сервис” тигән һүҙ бар

Бер осрашҡанда директор: “Ниңә килеп күреп китмәйһең, байтаҡ ҡына яңы эш башҡарҙыҡ”, – тип шифаханаға саҡырҙы. Бер нисә көндән осрашырға һөйләштек. Тәғәйенләнгән ваҡытҡа килдем. Ҡабул итеү бүлмәһендә: “Директор отпускыла, ял итә”, – тинеләр. Бәй, осрашырға һөйләштек тә инде. Ул арала ял кейемендә Фаяз Харис улы үҙе килеп сыҡты.
– Эйе, ял итәм. Бына юллама һатып алдым да үҙебеҙҙең курортта ял итеү шарттарын һынап ҡарарға булдым. Баҡтиһәң, корпустар араһында йүгереп, кабинетта ултырып, беҙ күбеһен күрмәй ҡалабыҙ икән. Ябай ял итеүсе сифатында үҙем өсөн байтаҡ яңылыҡ, етешһеҙлек астым. Һанай китһәң, ваҡ-төйәк кеүек тойолор. Үкенескә ҡаршы, шуларҙан дөйөм күренеш тыуа, ял итеүселә ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо барлыҡҡа килтерә. Бүлмәләр яҡты, йылы. Тимәк, елләтеү системаһын ҡарарға, көндөҙ йоҡлап алыу өсөн ҡалын пәрҙәләр кәрәк. Шул уҡ ботинка кейеү өсөн тәғәйенләнгән ҡалаҡтарҙы алайыҡ. Улар беҙҙә 10 – 15 сантиметрлы. Радикулит менән яфаланған йәки өлкән йәштәге кешеләр ошо ҡыҫҡа ҡалаҡ менән көнөнә биш-алты тапҡыр ботинка кейеп йонсой. Тимәк, уның һабы кәмендә ярты метрлы булырға тейеш. Ә инде персоналдың кейеме, тышҡы ҡиәфәте, йөҙө тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Хеҙмәтләндереүселәрҙе ситтән ташып булмаясаҡ, үҙебеҙҙекеләрҙе өйрәтергә тура киләсәк.
Баҡтиһәң, яҡты, йылы корпустар, заманса дауаланыу үҙәктәре төҙөү менән генә эш бөтмәй, беҙҙең ҡолаҡ өсөн быға тиклем ят, шул уҡ ваҡытта ифрат ҡатмарлы сервис, йәғни заманса хеҙмәтләндереү, бәлки, бик уңайһыҙ яңғыраһа ла, ял итеүсегә һәр яҡлап ярай белеү, уның ғәҙел йә ғәҙел булмаған талаптарын үтәргә әҙер булыу, шул һөнәргә өйрәнеү кәрәк икән. Эйе, иң йәтеше Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауаттан, һис юғы, Өфөнән береһенән-береһе матурыраҡ, һомғолораҡ гүзәл затты һайлап ҡына йыйып килтер ҙә, уларҙы үҙҙәрен тоторға өйрәтеп, эшкә ҡуш һәм тейешле хаҡ түлә. Хатта вахта ысулы менән дә ойошторорға булыр ине. Әммә шифахана етәксеһе иң ауыр, иң ҡатмарлы юлды һайлай: урындағыларҙы өйрәтергә кәрәк! Эргәлә генә башҡорт, татар, урыҫ ауылдары урынлашҡан. Уларҙың ҡулынан килмәҫлек түгел. Бергәләп, аҡрынлап, мәктәптә хәреф танырға өйрәткән һымаҡ башҡарҙылар был ифрат ҡатмарлы эште. Әлбиттә, ауылдарҙан йөрөп эшләүҙең үҙ ҡыйынлыҡтары ла бар. Ауыл шарттарында йәшәгән ҡатын (бәлки, мыжыҡ ир, балалар, күпселек осраҡта ихаталағы уңайлыҡ) дүрт-биш йондоҙло ҡунаҡханаға дәғүә иткән шифаханала эшенә мөкиббән китеп, ял итеүселәрҙең күҙенә салынмай, уларға ҡамасауламай, көләс, ихлас һәм егәрле хужабикә сифатында ең һыҙғанып башҡарырға, киҫәтеүһеҙ-ниһеҙ хеҙмәтләндереү кимәлен күтәрергә бурыслы. Үкенескә ҡаршы, ғаилә сәбәптәре арҡаһында эш ҡалдырғандар ҙа һирәк-мирәк булғылай. Бындай осраҡта директор үҙе хәл итә. Нисек инде эштән ебәрәһең? Коллективтың бер ағзаһы, йылдар буйы өйрәттеләр, урынына кем килә бит әле... Кадрҙар йәһәтенән бөгөнгө тотороҡлолоҡ, хеҙмәткәрҙәрҙең оҙаҡ һәм тырышып эшләүе – шифахана өлгәшкән төп ҡаҙаныштарҙың береһе.

Төҙөлөшмө, көрәшме?..

Шифахананы яңыртыуға алып барған төҙөлөш эштәрен Фаяз Харис улы хәҙер йылмайып, һағынып иҫкә төшөрә. Төҙөлөш өлкәһе беҙҙең иҡтисадта иң ауыр һәм ҡатмарлы тармаҡтарҙың береһе булып иҫәпләнә. Юғары медицина белемле директорға был мәшәҡәтле эштең барлыҡ нескәлектәренә төшөнөргә, үҙенә прорабҡа әйләнергә тура килде. Төҙөлгән объекттарға ҡарап, хәҙер шуға ҡыуана директор: үҙенең күңеленең, йөрәгенең бер өлөшөн һалып эшләне, кешеләргә мәңге хеҙмәт итерлек һарайҙар төҙөттө. Ә бит бер ҡараһаң, ошо уңайлы һәм заманса шифахана кимәленә күтәрелеү, шул исемде лайыҡлы аҡлау һис тә еңел булманы. Күпме бәхәс, ығы-зығы, ғәҙел һәм ғәҙел булмаған шелтәләр, урынһыҙға аяҡ салыуҙар, көнләшеүҙән яҙылған ялыу-шикәйәттәр... Был көрәш күпме көстө алды һәм күп тапҡырҙар икеләнеүҙе еңергә мәжбүр итте. Хәҙер шифахана Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе исемлегендә ныҡлы урын биләгәс, Фаяз Харис улы үткәндәргә әйләнеп ҡарап, бәлки, беҙгә үҙ көсөбөҙҙө һынап, һуңынан баһа биреү, кешеләрҙе яҡшыраҡ аңлау өсөн ошондай һынауҙарҙы Хоҙай Тәғәлә үҙе ебәргәндер, тип уйлай.
Һыу менән дауалау үҙәген, йәғни ябай ғына итеп әйткәндә, СПА-үҙәкте төҙөү хәҙер үҙе бер дәреслек, шифахана бизнесына тотонорға теләгәндәр өсөн үҙе бер һабаҡ булыр һымаҡ. Һыу ярҙамында дауаланыу, ябай ғына итеп әйтһәк, ял итеү һәм күңел асыу тармаҡтарының береһе ул. Ни хәл итәһең, хәҙер беҙҙә байҙар ғына түгел, үтә байҙар ҙа ифрат күбәйҙе. Улар йорттар, коттедждар һатып алыу, автомобилдәр алмаштырыу менән генә ҡәнәғәтләнмәй, аҡсаһын һаулыҡ нығытыуға, үҙҙәренең тән матурлығын камиллаштырыуға тотонорға теләй. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡәҙимге сит ил шифаханаларында көндәлек ихтыяжға әйләнгән зауыҡтың бер төрө ул был шөғөл.
Мәжитов СПА-төҙөлөштө башлағас, ниндәй генә һүҙҙәр ишетмәне, ниндәй генә ялыуҙар ижад ителмәне. Хатта бер мәл үҙе лә үкенеп, икеләнеп, эште туҡтатырға теләгән саҡтары ла булды. Ләкин ниәтен барыбер аҙағына алып барып еткерҙе. Ваҡыт Мәжитовтың хаҡлы икәнлеген ҡат-ҡат раҫланы. Үҙәк – хәҙер ял итеүселәрҙең иң яратҡан урындарының береһе. Кем белә, бәлки, быныһы ла Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән һынауҙарҙың береһелер.
Хоҙай тигәндән, боронғо Көгөш йылғаһы бәрәкәтле ерҙә урынлашҡан. Бындағы боронғо сиркәү, изге шишмәләр үҙе үк төрлө дин кешеләрен үҙенә йәлеп итеп тора. Һәр кеше күңеленә ятҡан доғаларҙы уҡып, кешеләргә һәм үҙенә яҡшылыҡ теләй ала. Көгөштөң уң яғында – христиандар өсөн часовня һәм сиркәү, ә инде һул яҡтағы бейек тау башында мосолмандарҙың мәсете урын алды.
Сиркәүҙә лә, мәсеттә лә бик йыш булырға тура килә директорға. Икеһе лә шифахана ярҙамы менән төҙөлгән өсөн генә түгел. Сиркәүгә кереп, майшәм яндырырға ла, мәсеткә инеп, бабайҙар менән намаҙға баҫып, кешеләр менән аралашып, уларҙың үтенестәрен ишетергә, мәсьәләләрен хәл итергә лә өлгөрә. Тынғыһыҙ етәксе шифаханала эшләү дәүерендә шуға инанды: күберәк изгелек ҡыл, һәр изгелек үҙеңә яҡшылыҡ булып әйләнеп ҡайтасаҡ. Хәҙер “Красноусол” шифаханаһы Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, донъяның байтаҡ илдәрендә билдәле. Ял итеүселәр йыл әйләнәһенә өҙөлмәй. Космонавтар ҙа ауыр һәм ҡатмарлы йыһан вахтаһынан һуң һаулығын нығытыу һәм реабилитация үтеү өсөн алдан уҡ шифаханаға килергә теләүҙәре тураһында белдереп ҡуя.
Шифахананы яңыртыу, яңы биналар төҙөү һәм ғәжәйеп ҡатмарлы идара итеү араһында директор фән менән шөғөлләнергә лә ваҡыт тапты һәм байтаҡ асыштар яһап өлгөрҙө. Тәүҙә дауалау алымдары тураһында – кандидатлыҡ, ә күптән түгел медицина фәндәре докторлығына диссертация яҡланы.
Электән әйтелгәнсә, ир-егет әгәр ерҙә йәшәй икән, үткәндәре үкенескә ҡалмаҫҡа, йәғни килер быуындар өсөн ағас ултыртырға, нәҫел дауам итер өсөн ул үҫтерергә, балалар йәшәһен өсөн өй төҙөргә бурыслы. Быларҙың бөтәһен дә эшләй алдымы Фаяз Харис улы? Мәжитов ултыртҡан ағастарҙы һанай башлаһаң, урман булып шаулап ултыра улар. Өс улы үҫеп етеп, белем алып, ата-әсәһенең ышанысын лайыҡлы аҡлай. Ә инде йорт тигәндән, ул килер быуындарға оҙаҡ хеҙмәт итерлек, тиҫтәләрсә мең ял итеүсе өсөн зиннәтле һарайҙарға торорлоҡ шифахана төҙөнө.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872