Училище ятағы революцияға тиклем һалынған иҫке ағас бинала урынлашҡан. Нескәрәк күңелле тиҫтерҙәрем балауыҙ һығып алды, тәү тапҡыр тыуған яҡты ҡалдырып, алыҫ күҙ күрмәгән ергә килеүебеҙ бит.
Белорет ҡалаһына 1762 йылда нигеҙ һалынған. Ике-өс ҡатлы кирбес йорттар үҙәктә генә, ҡала тотошлайы менән тиерлек ағас йорттарҙан тора. Тирә-яғын ылыҫлы ағастар менән ҡапланған тауҙар уратып алған. Урамдарҙа асфальттың әҫәре лә юҡ. Тротуарҙар ҡалын ҡарағай, ҡарағас таҡталарҙан һалынған. Ҡала музейы бай, тарихи экспонаттар күп. Мәҫәлән, 1900 йылда Парижда донъя кимәлендә үткәрелгән күргәҙмәлә заводтың яҡшы сифатлы металл өсөн алтын миҙал менән бүләкләнеүе тураһында белдек. 1920 йылдың башында Бөтә Союз старостаһы М.И. Калинин да бында булып киткән. Ҡорос сым һәм канат етештереүсе завод продукцияһы күп илдәргә ебәрелә. Предприятие быуаның уң яҡ ярында урынлашҡан. Эшселәр сығып йөрөһөн өсөн быуа аша 300 метр оҙонлоғонда күпер һалынған.
Уҡырға ынтылыш ҙур булғандыр, күрәһең. Төркөмдән биш кенә кеше килмәне. Училище бинаһы 1916 йылда төҙөлгән, ике ҡатлы ҙур йорт. Беҙҙе Бөйөк Ватан һуғышы яугире, хәрби офицер, училище директоры Александр Иванович Кочнев йыйып алды. “Мин һеҙҙең турала барыһын да беләм, Алсынбаев менән даими һөйләшеп торабыҙ. Урыҫса уҡыу ҡыйын булыр. Тырышһағыҙ, бер йыл үтеүгә телде үҙләштерерһегеҙ. Төркөмөгөҙҙөң етәксеһе — математика уҡытыусыһы Һиҙиә Ишмаева”, — тип таныштырҙы.
Уҡыуы ифрат ауыр булды. Күп һүҙҙәрҙе аңламайбыҙ. Төнгә ҡәҙәр темаларҙы ятлайым, хәтерем яҡшы. Дәрескә килгәс, ҡул күтәреп һөйләйем, ҡайһы һүҙҙәрҙе бөтөнләй аңламаһам да. Телде тиҙерәк өйрәнһендәр тип, һәр беребеҙгә урыҫ төркөмөнән берәр кеше беркеттеләр. “Ты не стесняйся, Рафкат, как сможешь, так и разговаривай со мной”, — тип өйрәтә мине “уҡытыусым” Наталья Богатырева. Кисәләрҙә бейергә өйрәткән дә ошо ҡыҙ булды. Уға мин әле лә рәхмәтлемен. Киң эрудициялы, тәрән белемле уҡытыусыбыҙ Әхнәф Мөҙәрис улы Сабаховтың хеҙмәтен дә баһаламау мөмкин түгел. Уның дәрестәре, педагогик алымдары — йөрәктәребеҙҙә. Бөгөн хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙҙың күбеһе яҡты донъяла юҡ инде, ҡыҙғанысҡа ҡаршы...
Өс уҡыу йылында ла мин — төркөм старостаһы, Миңзәлә Аҙнабаева комсорг булды. Август аҙағында уҡырға киләбеҙ ҙә киләһе йылда ғына ауылдарыбыҙға таралышабыҙ. Йышыраҡ ҡайтыу өсөн аҡса ла етмәй, алыҫ та. Стипендия — 16 һум. Өйҙән дә ярҙам юҡ тиерлек. Һабаҡташтарыма килгән хаттарҙы дирекциянан алып таратам. Һәр береһенең өҙгөләнеп, һағынып хат-хәбәр көткәнен яҡшы беләм. Буш ҡул менән ҡайтһам, миңә ныҡ үпкәләйҙәр. Әйтерһең дә, хат килмәүгә мин ғәйепле.
Ул йылдарҙа аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ ине. Икмәк арзан, ләкин аҙ килтерелә, сират ҙур. Ололар беҙҙе сираттан ҡыҫырыҡлай, ләкин түҙәбеҙ, ашағы килә бит. Ятаҡ иҫке, һалҡын. Бәләкәй генә бүлмәлә биш кешебеҙ. Коридорҙағы титанда һыу ҡайнай. Иртә менән банкаға сәй һалып, эҫе һыу ҡойоп, берәй киҫәк шәкәр төшөрөп, маргарин һыланған икмәк менән ашап-эсәбеҙ ҙә уҡырға йүгерәбеҙ. Ҡайһы саҡ аш йәки картуф бешереп ашайбыҙ. Барыбыҙ ҙа ябыҡтыҡ. Бер көн Шәриф: “Егеттәр, ябыҡһаҡ та, һөйәктәребеҙ һис нәҙегәймәй, юғиһә аяҡтарыбыҙға баҫып та йөрөй алмаҫ инек”, — тип беҙҙе көлдөрөп “йыуатты”.
Аслы-туҡлы икәнебеҙҙе Александр Иванович яҡшы белгәндер, моғайын. Беҙгә ҡар көрәргә йә башҡа йомоштарҙы үтәргә ҡушҡан булып, аҙ-маҙ булһа ла аҡса бирҙертә ине.
Һәр беребеҙ ниндәй ҙә булһа музыкаль инструментта уйнарға өйрәнергә тейеш булғас, Абдулла дуҫым менән баянды һайланыҡ. Мин гармунға бала саҡтан ғашиҡ инем. Кешеләрҙән инәлеп алып тороп, тальянда апаруҡ уйнарға өйрәндем. Ныҡышһам да, әсәйемдең миңә гармун алырға хәле етмәне.
Уҡытыусыбыҙ, һуғыш ветераны Вениамин Григорьевич баянда уйнарға ныҡышмалы өйрәтте. Йыл үтеүгә концерттарҙа икәүләп бергә уйнау кимәленә еттек. Кисәләрҙә беҙҙең төркөм башҡаларҙан айырылып, аулағыраҡ урында башҡорт бейеүҙәрен теттереп бейергә әүәҫләнде. Директорыбыҙға бер хәл һис оҡшаманы. “Вы почему как лошади топаете? Избегаете остальных. Не отделяйтесь от других”, — тине ҡәтғи генә.
Барыбыҙ ҙа йыр-моңға, бейеүгә әүәҫ, күптәр мандолина йә скрипкала уйнай. IV курста беҙгә БДУ-ны тамамлап, аспирантурала уҡып йөрөгән Әхмәр Мөхәмәтдин улы Аҙнабаевты беркеттеләр. Ул ошо уҡ училищены тамамлаған икән. Хәҙер танылған ғалим М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыта, профессор. Ҡатыны Флүрә апай — Башҡорт дәүләт университетының V курс студенты — ҡышҡы каникулда күмәк бейеүҙәр өйрәтте, минең менән буласаҡ тормош юлдашым Миңзәләгә “Йәшлек”, “Һыу юлы” тигән парлы бейеү һалды. Флүрә Фәтхи ҡыҙы бөгөн — ғалим, филология фәндәре кандидаты. Ошо яратҡан уҡытыусыларыбыҙ менән, трактор санаһына ултырып, Сермән, Әзекәй, Абҙаҡ ауылдарына барып концерт ҡуйҙыҡ. Спорт ярыштарында, төҙөкләндереү, ағас ултыртыу өмәләрендә һәр саҡ алда булдыҡ, һыр бирмәнек.
Оҙайлы педагогика практикаһын Белорет, Учалы райондары мәктәптәрендә үттек. Миңә уны күренекле шәхес, халҡыбыҙҙың батыр улы Муса Мортазиндың ауылында үтеү бәхете тейҙе.
1961 йылдың 12 апреле иҫтә ныҡ уйылып ҡалған. Барыбыҙға йәһәт кенә йыйынырға ҡушылды. Нимә булды икән, тип аптырашабыҙ. Шул саҡ радионан билдәле диктор Юрий Левитандың көр тауышы яңғыраны. СССР донъяла беренсе булып Йыһанға совет гражданы Юрий Алексеевич Гагаринды осорған. Бар халыҡ геү килә, һөйөнә. Директорыбыҙ илебеҙ ҡаҙаныштарын барлай, беҙгә өгөт-нәсихәт уҡый, КПСС-тың беренсе секретары Н. Хрущевтың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, “һеҙ ике-өс тиҫтә йылдан коммунизмда йәшәйәсәкһегеҙ”, ти. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниәттәр тормошҡа ашманы. Теүәл өс тиҫтә йылдан СССР бойондороҡһоҙ дәүләттәргә тарҡалды, социализм юҡҡа сыҡты һәм илдә ҡырағай капитализм осоро башланды. Ошо йылда барыбыҙ ҙа сығарылыш дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, башланғыс мәктәп уҡытыусылары дипломын алдыҡ. Александр Иванович хушлашыу кисәһендә, бик йылы тәбрикләп, эшебеҙҙә уңыштар теләне.
Беҙҙе Башҡортостандың туғыҙ районына эшкә ебәрҙеләр. Миңзәлә менән Миәкә районының Бикҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә эшкә килдек. Егеттәр шул уҡ йылда Ватанды һаҡларға саҡырылды.
Ҡара диңгеҙ флотында дүрт йыл хеҙмәт иткәс, БДУ-ның тарих факультетын тамамланым. Йүнәлтмә буйынса Ғафури районының Ҡауарҙы урта мәктәбендә — ике, ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары вазифаһында — алты, партияның Ғафури район комитеты секретары булып 12 йыл эшләнем. Хаҡлы ялға сыҡҡанға ҡәҙәр Красноусол балалар шифаханаһы мәктәбендә 20 йыл директор булып эшләргә яҙҙы. Курсташтарымдың егермеһе юғары белем алды, егерме бере — “Башҡортостандың мәғариф отличнигы”. Һигеҙ һабаҡташым комсомол, партия, дәүләт органдарында эшләне. Араларында “Рәсәй Федерацияһының почетлы һөнәри белем биреү хеҙмәткәре”, “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “СССР-ҙың почетлы доноры” исемдәренә лайыҡтары бар.
Эй, ғүмер тигәнең, бик тиҙ үтә икән ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш һабаҡташыбыҙ арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Белорет педучилищеһен тамамлауға ла 50 йыл тулып уҙҙы. Шуныһы яҡшы: курсташтарым төшөнкөлөккә бирелеп йәшәмәне, янып-көйөп, дәртләнеп эшләне, донъя көттө, балалар үҫтерҙе, башҡаларға һәр ваҡыт матур өлгө күрһәтте. Әле барыбыҙ ҙа хаҡлы ялда.
Ил өҫтөнә төшкән бөтә михнәттәрҙе үҙ иңендә күтәргән “һуғыш балалары” әле лә заман менән бергә атлай, ейән-ейәнсәрҙәренә ныҡлыҡ, фиҙакәрлек өлгөһө булып йәшәй.
(Аҙағы. Башы 9-сы һанда).Рәфҡәт НИҒМӘТУЛЛИН,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Ғафури районы,
Красноусол ауылы.