Владилен Дәүләт улы менән хат алышып, хәбәрләшеп торҙоҡ оҙаҡ ҡына.
— Атайымдың ат һәм ҡурай тип йәне өҙөлә ине, — тип хәтерләй ул. — Минең иҫемдә изге күңелле, белемле, тәүәккәл һәм ҡыйыу кеше булып ҡалған...
Шуныһы ҡыуаныслы: Насировтар тамырҙарын белеп үҫә, алыҫ Башҡортостанға, башҡорт милләтенә ҡарата тәрән ихтирамда тәрбиәләнә.
“Апайымдың ҡыҙы башҡорт егетенә кейәүгә сыҡты”, — тип хәбәр иткәйне бер хатында Владилен Насиров...
Булманы башҡорт ҡайҙарҙа... Илгә хәүеф янағанда Парижға ла барып еткән ул, Берлинға ла... 2003 йылда, ул саҡта мин "Башҡортостан" гәзитендә эшләй инем, Владикавказ ҡалаһынан, РСО-Алания Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив хеҙмәте консультанты Нодар Задиевтан, хат килеп төшкәйне. Автор 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашҡан Мазһар Мөхәмәтйән улы Байдәүләтов хаҡында яҙған. Яуҙағы батырлыҡтары өсөн Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордендарына, "Батырлыҡ өсөн", "Хәрби хеҙмәттәре өсөн" һәм башҡа бик күп миҙалға лайыҡ булған майор Мазһар Байдәүләтов Әбйәлил районының Хәмит ауылынан булып сыҡты. Ул Мәскәү ҡыҙына өйләнгән, һуғыштан һуң ғүмер буйы Владикавказда йәшәгән, "Магнит" заводында инженер булған. Бөгөн бында уның балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ғүмер итә. Ҡаһарман башҡорт 2000 йылда вафат булып ҡалған. Ҡәберенә гранит таш ҡуйылған, ундағы яҙыу бик ҡыҫҡа һәм башҡорттоң үҙе кеүек баҫалҡы: "Бында Еңеү парадында ҡатнашыусы М.М. Байдәүләтов ерләнгән".
Бөйөк Ватан һуғышының әсе дауылы ҡағылмаған берәй өй, ғаилә булдымы икән? Юҡтыр ундай бәхетле йорт. 16—17 йәшлек кенә егеттәрҙең фронтҡа алыныуы тураһында тарих өндәшмәй. Һуғыш ҡағиҙәләрен белеү түгел, ҡулдарына бер тапҡыр ҙа мылтыҡ тотоп ҡарамаған үҫмерҙәр яу утының иң ҡаты өйөрмәһенә барып эләгә. Юлдаш ауылынан (Әбйәлил районы), мәҫәлән, Әширәф Шаһивәлиев һуғышҡа алынғанда ни бары 17 йәштә була. Киләсәктә ике ҡатлы йорт һалыу, алма баҡсаһы үҫтереү хаҡында хыялланған егет Днепрҙы сығып өлгөрмәй, дошман яуҙырған пулянан һәләк булып ҡала. Ғәжәйеп яҡты күңелле, матур кеше ине, тип хәтерләй уны бөгөн ололар...
Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан Тәлхәт Ғиниәтуллин менән Николай Денисов та ун етеләре тулыу менән фронтҡа китә. Тәлхәт Нурый улы Кривой Рогты азат иткәндәге һәм Венгрияла Балатон күле эргәһендәге яуҙарҙа күрһәткән батырлығы өсөн ике тапҡыр "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән бүләкләнә.
— Альп тауҙарындағы алыштар бигерәк ауыр булды, — тип хәтерләй Т. Ғиниәтуллин. — Америка ғәскәрҙәре менән осрашыу ныҡ иҫтә ҡалды. Бер-беребеҙҙең телен аңламайбыҙ, шулай ҙа ҡыуаныс уртаҡ: йырланыҡ бергәләп, бейенек... Еңеү, бөтәбеҙ ҙә ашҡынып көткән еңеү ине бит!
Н. Денисовтың яҙмышы үҙе бер легендаға торошло. Ата-әсәһенә "Улығыҙ яуҙа батырҙарса һәләк булды" тигән "ҡара ҡағыҙ" килә. Әммә һалдат үтә ауыр яраларҙан һуң да иҫән ҡала. Бер тәндә – 38 яра! Ярты йылға яҡын Урал госпиталендә дауаланғандан һуң Николай Павлович йәнә фронтҡа китә. Венгрия, Румыния, Көнсығыш Пруссия ерҙәрендә һуғышып, Берлинғаса барып етә, икенсе һәм өсөнсө дәрәжә Дан ордендарына, "Батырлыҡ өсөн" һәм башҡа миҙалдарға лайыҡ була.
Ҡадир Әхмәтов, Һиҙиәт Сабиров, Ильяс һәм Минһаж Әхмәҙиевтәр, Фәләх Фәхретдинов, Ғатиф Тажетдинов, Ғәли Ҡаҙышев, Әфтәх Байморатов, Сабит Бикҡолов, тағы меңәрләгән милләттәшебеҙ бөгөн дә Арғаяш халҡының хәтерендә йәшәй.
Ә бына Сәләх Нәжметдинов Бөйөк Ватан һуғышына ун алты ғына йәшендә барып эләккән.
— Бәләкәй генә инем, буйым – 144 сантиметр. Тәүге һынауҙы Нарва йылғаһында тоттом. Бик күптәрҙе йотто ул йылға, ә мин иҫән-һау йөҙөп сыҡтым, — тип хәтерләй ветеран. Уның күкрәген дә "Батырлыҡ өсөн" миҙалы һәм Ватан һуғышы ордены биҙәй.
...Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Әбйәлил районының Таҡһыр ауылында бер нисә тиҫтә генә өй була. Һәр береһенән тиерлек яуға китәләр, яртыһынан күбеһе кире ҡайтмай. Бәғзеләре, ҡайтһа ла, ауыр яраларҙан мандый алмай. Хәкимйән Ирғәлин ҡайтып килгәндә Магнитогорск ҡалаһында, ауылға ни бары 30 саҡрым ҡалғас, яҡты донъя менән хушлаша. Насирйән Астанғәлин менән Ғәбит Һиҙиәтовҡа ла ауыр яралары тормошҡа, Еңеүгә шатланып йәшәргә ирек бирмәй.
— Атайым һуғыш башланған көндә Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә булған. Бригадир ине. Социалистик ярышта юғары уңыштарға өлгәшкәне өсөн ВДНХ-ға ебәргәйнеләр. Ауыр хәбәрҙе ишетеү менән ҡайтты ла бер нисә көндән һуғышҡа китеп тә барҙы, — тип һөйләй хәҙер инде үҙе аҡһаҡал йәшендәге Миҙхәт ағай Ласынов.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеп, бик күп батырлыҡ күрһәтә Рамазан Ласынов. Ҡаты яраланып, ҡултыҡ таяҡтарында ҡайта, һыҙланыуҙарына ҡарамаҫтан, бер көн дә буш ултырмай, ат ҡарай, бригадир була һәм бер йылдан яуҙа алған яраларҙан үлеп ҡала. Оло улы Әсғәт ағай һуғыштан иҫән-һау ҡайтып, оҙаҡ йылдар колхозда ветеринар булып эшләне. Әйткәндәй, Әсғәт Рамазан улы ла фронтҡа ун ете йәшендә алына. Еңеүҙән һуң армияла хеҙмәтен тултырып, ете йылдан һуң ғына ҡайтып төшә.
Кәлимулла Мырҙагилдин, Әптевәли Ғәтиәтуллин, Шәйхислам Солтанов, Ҡустыбай Кәримов — уларҙың һәр ҡайһыһы Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән.
Әле атап үтелгән һәм башҡа яугирҙәрҙең балалары, ейәндәре, туғандары йәшәй бөгөн ауылда. Ҡустыбай Кәримовтың тоҡомо ла ишле. Улар араһында яугирҙең улы, 45 йыл ғүмерен колхоз эшенә бағышлаған, ҡасандыр алдынғы механизатор булараҡ исеме гәзиттән төшмәгән Булат ағай ҙа бар.
— Атайым һуғышҡа алынғанда миңә өс кенә йәш булған, шуға күрә ул көндө йүнләп хәтерләмәйем, — ти Булат Кәримов. — Күпмелер ваҡыттан һуң яраланып ҡайтты атай — уныһы иҫтә. Уң ҡулының беләген пуля тишеп үткән ине, яман яра. Шуның менән йөрөнө бригадир булып. Бер йыл эшләп өлгөрҙө. Ҡапыл ҡар яуыу сәбәпле бригада Үрғуян аҫтында сәселгән тарыны йыйып өлгөрмәгәйне, атайым уны халыҡҡа үҙе өсөн алырға рөхсәт бирҙе. Кешеләр ас ине бит. "Колхоз байлығын таратып ята", — тип хужалыҡ рәйесе атайым өҫтөнән ошаҡ яҙған. Шулай, аслыҡтан миктәгән бала-сағаға, ҡарт-ҡороға ярҙам иткәне өсөн атайымды кире фронтҡа ебәрҙеләр...
Ярай, ултыртып ҡуймағандар. Ә бит ул замандың ҡанһыҙ түрәләре бер ус башаҡ өсөн дә әҙәм башын ашаған. Күрәһең, Ҡустыбай ағайҙың ауыр яраланған һалдат булыуы ҡотҡарғандыр. Улай тиһәң, беҙҙә яуҙан ҡайтҡан ағайҙы бер ус бойҙай өсөн төрмәгә ябыуҙарын да хәтерләйҙәр...
Ҡустыбай Кәримов һуғыштан был юлы һыңар аяғын юғалтып ҡайта. Әммә колхоз эшен ташламай: умарта ҡарай, үгеҙ егеп, техника өсөн һыу, ашлыҡ киптергескә утын ташый. Зөһрә инәй менән тиң-тигеҙ йәшәп, һуғыштан һуң тағы өс балаға ғүмер биреп, етмеш йәшендә вафат булып ҡала.
...Килер заман, Бөйөк Ватан һуғышы хаҡындағы хәтирәләр китап биттәрендә, кинофильмдарҙа ғына ҡалыр. Кем белә, киләһе быуын совет халҡының иңенә ҡасандыр иң ҡанһыҙ, иң мәрхәмәтһеҙ һуғыш йөгө ятҡанлығын, ата-бабабыҙҙың, әсәй-өләсәйебеҙҙең иҫ китмәле фиҙакәрлеге арҡаһында ғына әле булһа Рәсәй ерендә йәшәү дауам итеүен күҙ алдарына ла килтермәҫ, уйлап та бирмәҫ. Тормош ҡанундары тарих тәгәрмәсен үҙенсә бора бит ул. Ләкин бөгөн арабыҙҙа берәм-һәрәм генә ҡалған ветерандарыбыҙҙың күргән-кисергәндәре киләсәк быуындар яҙмышына насип булмаһын — шуны теләйек.
(Аҙағы. Башы 86-87-се һандарҙа).