Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 9 Май — оло байрам
9 Май — оло байрам
Был көндә республиканың бөтә район һәм ҡалаларында байрам саралары үтте. Һуғыш ветерандарына, уларға тиңләштерелгән кешеләргә һәм тыл эшсәндәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.


Өфө. 9 Майҙа баш ҡала күген сағыу фейерверк биҙәне. Ленин исемендәге майҙанда байрам салюты атылды. Быйыл өфөләр өсөн ғәҙәти парад булманы.
— Уны йыл һайын үткәреү мөмкин түгел, — тине Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов. — Парадты киләһе йыл, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығында, ойошторорға ҡарар ителде.
Нуриман. Павловка, Байгилде һәм Первомайск ауылдарынан атлеттар эстафета уҙышына сыҡты. Шунан батырҙар һәйкәленә сәскә һалдылар. Ә Мәҙәниәт йорто эргәһендәге майҙанда ҡунаҡтарҙы ялан кухняһы, күңел асыу программаһы, йыр-бейеү коллективтары, конкурстар ҡаршы алды.
Мәләүез. Дан монументы эргәһендә тантаналы митинг һәм театрлаштырылған тамаша уҙҙы. Һуғыш яланында һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә ҡуйылған монументҡа сәскә гөлләмәләре һалынды. Ергәндә З. Әйетовтың яҡты иҫтәлегенә самбо көрәше буйынса турнир ойошторолдо.
Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Ишембай, Салауат. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ирекмәндәр ҡарауһыҙ ҡалған ветеран ҡәберҙәрен тәртипкә килтерҙе, 14 йәше тулған граждандарға Мәңгелек ут майҙанында паспорт тапшырылды. Стәрлебашта хакимиәттә тантаналы ҡабул итеү ойошторолдо. Ишембайҙа иһә һаулығы насарайыу сәбәпле сығып йөрөй алмаған ветерандарҙың өйөнә барып, рәхмәт әйттеләр. Салауат ҡалаһында ла был көндәрҙә иғтибар үҙәгендә ветерандар булды.
Сибай. Тәүҙә Советтар Союзы Геройҙары Федор Белов менән Александр Матросовтарҙың һәйкәленә сәскә һалынды. Еңеү скверындағы “Мәңгелек ут” обелискы янында митинг уҙҙы.
Әле Сибайҙа 81 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Байрам алдынан авария хәлендәге йорттарҙа көн күргән 54 ғаилә яңы төҙөлгән алты йортҡа күсеп, өй туйланы.
Әбйәлил. Районда 25 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм 500-ҙән ашыу тыл эшсәне йәшәй. Хакимиәт башлығы Рим Сыңғыҙов һуғыш ветерандарын ҡабул итте. Асҡар мәктәбе уҡыусылары, “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашып, парадҡа олатайҙарының фоторәсемдәрен тотоп сыҡты.
Хәйбулла. Еңеү көнөн 31 һуғыш ветераны, яуҙа һәләк булғандарҙың 139 тол ҡатыны һәм 422 тыл эшсәне ҡаршыланы. Ветерандарҙың береһенә – Мәхмүтйән Йомағоловҡа тап ошо көндәрҙә 90 йәш тулды. Аҡъярҙың ял һәм мәҙәниәт паркында спорт ярыштары үтте, “Минең олатайым” тип аталған һүрәттәр һәм фоторәсемдәр конкурсына йомғаҡ яһалды.
Илеш. Фронтҡа Илеш районынан 10 меңдән артыҡ кеше китеп, уларҙың 5 меңдән ашыуы кире әйләнеп ҡайта алмаған. Байрам көнөндә Үрге Йәркәй ауылында митинг уҙҙы. Традиция буйынса осоусы-штурмлаусы М. Гәрәев бюсына һәм Дан монументына сәскәләр һалынды. Артабан өлкәндәр өсөн байрам концерты күрһәтелде.
Ағиҙел. Еңеү байрамы саралары “Виват, Рәсәй!” хәрби-патриотик конкурсы һәм йүгереү ярышы менән бер нисә көн алда уҡ башланды. Ҡала халҡы “Үлемһеҙ полк” дөйөм Рәсәй акцияһына ла ҡушылды. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәткәрҙәре өсөн төшкө аш ойошторолдо.
Ҡалтасы. Бөйөк Еңеүҙең 69 йыллығы айҡанлы һуғышта ҡатнашҡан 25 ветеран, 511 тыл эшсәне һәм яугирҙәрҙең 172 тол ҡатыны ҡотлауҙар ҡабул итте. Торлаҡ сертификаттары биреү программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан бирле 105 ветеран уларға эйә булған.
Краснокама. Фашизм менән көрәшкә шәхси өлөш индергән ете һуғыш инвалиды һәм ун дүрт яугир, шулай уҡ һуңғы хәрби саҡырыу менән әрмегә китеүселәрҙең өс вәкиле, 505 тыл эшсәне һәм яуҙа һәләк булғандарҙың 169 ғаилә ағзаһы барлыҡ сараларҙың үҙәгендә булды. Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Асыҡ ишектәр” көнө, йәштәр эштәре буйынса комитет “Үлемһеҙ полк” һәм “Еңеү таҫмаһы” акцияларын ойошторҙо.
Нефтекама. Үҙәк майҙанда ветерандар тәҡдиме менән парад уҙҙы. Мәҙәниәт һәм ял паркының ике сәхнәһендә ижади коллективтар сығышы, майҙансыҡтарҙа спорт уйындары, төрлө конкурс һәм бәйгеләр көнө буйы дауам итте. Шунда уҡ сауҙа рәттәре эшләне, ялан кухняһы барыһын да тәмле бутҡа менән һыйланы. Кис байрам фейерверкы булды.
Яңауыл. Был көндәрҙә районда йәшәгән 56 һуғыш ветераны һәм 889 тыл эшсәне ихлас ҡотлауҙар ҡабул итте. Советтар Союзы Геройы Ғәйнәнша Хәйҙәршин исемендәге призға еңел атлетика бәйгеһе уҙҙы. Балалар китапханаһында хәтер кисәһе, сәнғәт мәктәбендә – һуғыш осоро йырҙарын, Йәштәр һарайында патриотик әҫәрҙәрҙе башҡарыусылар конкурстары үтте.
Ю. МЫРҘАБУЛАТОВА, А. РӘХИМОВА, Р. МАНСУРОВ,
К. УСМАНОВА, Э. ҒИЛМУЛЛИНА, А. НУРЕТДИНОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә