Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Камилдарҙың күршеһендә йәшәгән бабай байрам көндәрендә урамға орден-миҙалдарын тағып сыға. Уға ҡарап, малайҙың атаһы менән әсәһе бер саҡ үҙ-ара һөйләшеп тә алды:
— Ул нисек ветеран икән? Һуғыш ваҡытында ун йәштәр тирәһендә булғандыр инде...
Шунан: "Бәлки, үҙе шулай йәш күренәлер", — тип һығымта яһап ҡуйҙылар.
9 Майҙа Камилды ата-әсәһе ҡала буйлап алып йөрөй, батырҙарға ҡуйылған һәйкәлдәрҙе ҡарайҙар, парктарҙы ҡыҙыралар. Был юлы ла улдарын ҡупшы итеп кейендерҙеләр ҙә ишек алдына сығып көтөп торорға ҡуштылар.
Эскәмйәлә теге ветеран бабай ултыра икән. Ул да байрамса кейенеп алған, орден-миҙалдары ялтырап тора.
— Һаумы, улым, — тине бабай, үҙенән күҙен алмаған малайға йылмайып ҡарап. — Миҙалдар оҡшаймы?
Камил уңайһыҙланып китте, әммә ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы:
— Эйе. Ә һин һуғышта булдыңмы?
Бабай көрһөндө:
— Булдым шул, улым. Ул саҡта һинән саҡ ҡына ҙурыраҡ инем...
Малай аптырап китте:
— Шулай бәләкәй килеш һуғышҡа нисек алдылар һуң?
— Йәйге каникулда Өфөнән Украинала йәшәгән олатайымдарға алып барғайнылар. Һуғыш башланды. Фашистар ҡалабыҙҙы бомбаға тотто. Уйнап йөрөй инем, ҡайтып өлгөрмәнем. Бер бомба олатайымдарҙың йортона төшкән... Шулай урамда ҡалдым...
Бабайҙың күҙҙәрендә йәш күренде. Бер аҙ тынысланғас, һүҙен дауам итте:
— Күршеләр урманға, партизан отрядына ҡасты. Мине лә үҙҙәре менән алдылар. Шулай итеп, бәләкәстән яугир булып киттем. Мылтыҡ тотторманылар, әлбиттә, әммә партизандарға ярҙам иттем: һыу ташыным, утын ярҙым, ут яҡтым...
Олатай Камилдың ҡулдарын усына алды.
— Һин дә эшкә өйрәнеп үҫ, улым, — тине ул. — Ир кеше барыһын да белеп буй еткерергә тейеш.
— Атайым да шулай ти ул, баҡсаға алып барып, ер ҡаҙырға өйрәтә. Бәләкәй генә тырмам, балтам бар! — тине Камил ҙур ғорурлыҡ менән.
Бабай уның арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы. Шунан дауам итте:
— Әҙерәк үҫә төшкәс, мине ҡалабыҙға разведкаға ебәрә башланылар. Кәрәкле кешеләргә хәбәр еткерә, улар әйткәнде хәтерҙә ҡалдырып, ҡайтып һөйләй торғайным. Унан беҙҙең армия Украинаға килеп етте. Партизандар уларға ҡушылды, мине полк улы итеп алып ҡалдылар. Шулай ысын яугирҙәр иҫәбенә инеп киттем, һуғыштан һуң да хәрби хеҙмәттә булдым.
— Бик шәп һалдат булғанһыңдыр, бабай: ана, күпме орден-миҙал биргәндәр!
Ветеран йылмайып баш ҡаҡты.
Шул саҡ ишектән Камилдың ата-әсәһе килеп сыҡты ла, бабай менән иҫәнләшеп, байрам менән ҡотланы. Унан яҡындағы паркка юлландылар. Малай ишеткәндәрен һөйләп бирҙе.
— Күршебеҙҙе мәктәпкә саҡырайыҡ! — тип дәртләнеп китте атай менән әсәй. — Ветерандар ҙур хөрмәткә лайыҡ, уларҙың йәш быуынға өйрәтер һәр аҡылы алтынға бәрәбәр.


Автор: Гүзәл СИТДИҠОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә