...Машина Һалле ҡалаһының көньяҡ зыяраты эргәһендә туҡтай. Сығабыҙ. Һалҡынса, болотло көн.
— Һин быны күрергә тейеш, — ти миңә Петер. Үҙе зыярат алдындағы кибеттән сәскәләр һатып ала. — Бер ниндәй турист та күрмәгән урындарҙың береһе был...
Ҡәберлектәр араһынан тап-таҙа һуҡмаҡ буйлап атлайбыҙ. Ҡапыл таныш һынды шәйләп тертләп китәм. Өфөләге Матросов һәйкәле!
— Ике Германия ҡушылғас, һәйкәлде Үҙәк майҙандан алдылар. Ырғытып ҡуймаһындар тип, мин уны ошонда ҡуйыуҙарын юлланым. Ҡаршы сығыусылар күп булды. — Петер һәйкәл алдына сәскәләр гөлләмәһе һала. — Ҡара, бында тик совет яугирҙәре ерләнгән...
Күбеһенең исем-фамилияһы юҡ, тимәк, кем икәнлектәре асыҡланмаған. Шулай ҙа фотоһүрәте һәм исеме күрһәтелгәндәре лә байтаҡ. Сәскәләр, сәскәләр... Бер генә ҡәберлек тә ташландыҡ хәлдә түгел.
— Ҡәберҙәрҙе кем тәрбиәләй һуң? — тип һорайым.
— Немецтар. Урындағы халыҡ... — Эрих Петер Трог хәтирәләргә күсә. — Фашизмды немец халҡы менән йәнәш ҡуйыу дөрөҫ түгел. Беҙҙә Гитлерҙы күрә алмаған кешеләр күберәк. Фюрер Германияға ла бик күп зыян килтерҙе. 39-сы йылда гитлерюгенд булмаҫ өсөн мин йәйәү тыуған илем Австрияға ҡасып киттем. Һуғыш бөткәс кенә, йәнә йәйәү ҡайтып килдем. Ишеткәнең бармы, ниндәйҙер бер полководец, һуңғы ветеран донъялыҡтан киткәс кенә, һуғыш тамамлана, тигән.
Ишеткәнем юҡ, сөнки хәрби башлыҡтарҙың мемуарҙарын уҡымайым. Ләкин минең: "Һуғыш тиҙерәк тамамланһын, ҡабат бер ҡайҙа ла – Афғанстандамы, Вьетнамдамы, Чечня йә Ирандамы – ҡабатланмаһын, әммә ветерандар оҙағыраҡ йәшәһен!" — тип әйткем килә. Өндәшмәйем, сөнки кешелек донъяһы күпме дауам итә — шул саҡлы яуҙар ҙа буласаҡ. Мәскәүҙәге йыл да уҙғарыла торған Еңеү парадының инде Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарынан башҡа ғына үтеүен күҙ алдына килтерәм. Трибунала күренгән бер нисәүһен иҫәпкә алмағанда... Әле күптән түгел генә ауыл һайын Бөйөк Ватан һуғышы ҡырҙарынан иҫән ҡайтыусылар бар ине, 9 Майҙа улар, орден-миҙалдарын сыңлатып, демонстрацияларға сығыр, телмәр барышында исемдәрен ишетеп, сабыйҙарса шатланыр, пионерҙар ҡулынан алған гөлләмәләрҙе әллә ниндәй оло хазиналай күреп күкрәктәренә ҡыҫыр, әрнеү ҡатыш ҡыуаныс йәштәрен тарамыш ҡул һырттары менән һыпырып, тирә-яҡҡа сикһеҙ бер һөйөү менән бағыр ине. Улар бәхетле, ә бит тегендә, яу ҡырында, 18–20 генә йәшлек, әле һөйөп-һөйөлөп тә өлгөрмәгән егет-ҡыҙҙар ҙа ятып ҡалды...
Мәңге шулай булыр, беҙҙе фашизм ҡоллоғона төшөрмәҫ өсөн йән аямай көрәшкән олатайҙар мәңге йәшәр, үҙҙәренең эскерһеҙ булмышы менән йәшәйешебеҙҙе мәңге биҙәп, ҡурсалап торорҙар һымаҡ ине. Бына бөгөн иҫән ҡалғандары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ... Ваҡыт тигәнең аяуһыҙ, уның үҙ үлсәме. Бер кемдең теләк-ихтыяры менән иҫәпләшмәй ғүмер.
Мин йәшәгән Гусев ауыл биләмәһендә күптән түгел һуңғы ветеран — Ҡусҡар ауылынан Муллағәзәм ағай Дәүләтбаев, йөҙ йәшен тултырып, яҡты донъянан китеп барҙы. Йыл ярым элек кенә Таҡһырҙан Мулләхмәт ағай Солтановты оҙатҡайныҡ. Икеһе лә – яуҙан миҙал-ордендар тағып ҡайтҡан ир-уҙаман.
Һуғышта еңеүселәр булмай, тигән бер аҡыл эйәһе. Был фекер менән килешмәү ҙә мөмкин түгел. 60 миллиондан ашыу ғүмерҙе йотҡан Икенсе донъя һуғышы – ана шуға раҫлама. Асылда ҡорбандар күберәк, сөнки тылда ҡот осҡос ауыр эштән миктәп, йә булмаһа һуңғы телемен фронтҡа ебәреп, үҙҙәре аслыҡтан бөгөлгәндәрҙең күбеһе әлеге исемлеккә индерелмәгән. Ергә, Кешелек донъяһына бары тик үлем һөрөмө, ҡан һәм йәш таратҡан һуғышта еңеүсенең булыуы ла мөмкин түгел. Әммә шуныһы хаҡ: Совет һалдаттарының тиңдәшһеҙ ҡаһарманлығы арҡаһында ғына ер йөҙөнән юҡ ителгән нацизм ҡабат баш ҡалҡытырға тейеш түгел!
1933 йылда Берлинда Август Бебель майҙанында фашистар, эргәләге китапхананан сығарып, тотош донъя классикаһын үртәгән. Горький, Тургенев, Пушкин әҫәрҙәре менән бергә унда Гете, Томас Манн, Гейне һәм башҡаларҙың да китаптары булған. Петер һәм уның хәләл ефете Инге менән ошо урынды ҡараған арала беҙҙең эргәгә дүрт үҫмер килеп баҫты. Дуҫым уларға әлеге хәл-ваҡиғаны, фашизм һәм Гитлерҙың донъя халҡына ғына түгел, немецтарға килтергән фажиғәһе хаҡында һөйләй башлағайны, үҫмерҙәрҙең икәүһе уға шундайын да дошмандарса, яуыз итеп ҡараны һәм, нимәлер мығырланып, китеп барҙы... Был – Германияла, шуға күрә әллә ни аптырарлығы ла юҡ кеүек. Беҙҙә иһә бөгөн нацизм яҡлыларҙың күбәйә барыуын, уларҙың йәшерен ойошмалары эргәләге Магнитогорск ҡалаһында, баш ҡалабыҙ Өфөлә эшләүен нисек аңлатырға?!
...Бөйөк Еңеүгә 69 йыл тулған көндә йөрәкте хәтирәләр өтә. Күҙ алдынан үҙем күреп-белгән һәм яҡындарымдың, дуҫтарымдың һөйләүе аша таныш йөҙҙәр үтә. Һәр ҡайһыһының тормош юлы оло бер романға торорлоҡ булған да бит...
Миәкә районының Мәнәүезтамаҡ ауылынан Сөләймән ағай Ғүмәров һәм уның тормош юлдашы Миңниса апай менән аралашып йәшәү насип булды. Улар икеһе лә уҡытыусы ине. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән яуға киткән Сөләймән ағай әсир төшкәндә офицер званиеһында була. Ауыр яраланып иҫен юйыу сәбәпле, ул һуңғы пуляны үҙенә алырға өлгөрмәй. Концлагерҙың йән өшөткөс ғазаптарын үткәргәндән һуң, Америка ғәскәрҙәре тарафынан азат ителгән яугир оҙаҡ йылдар үҙебеҙҙә Себер һөргөнөнөң бөтә ауырлығын татый.
— Фашист концлагеры ғазаптарына ҡарағанда бында, үҙебеҙҙә, ҡыйыныраҡ булды. Унда — дошман, уның үҙеңә ҡарата аяуһыҙлығын күреү ғәжәп түгел. Ә бына үҙеңдекеләр, һине дошман күреп, ҡаныға башлаһа, йән ғазабы ла, тән ғазабы ла түҙеп торғоһоҙға әүерелә, — ти торғайны Сөләймән ағай.
Ул һуғышҡа хәтлем үк өйләнгән була. Ҡатыны: "Мин хыянатсы менән йәшәмәйем!" — тип икенсе иргә сығып китә, балаларын да үҙе менән алмай, ағайҙың ата-әсәһендә ҡалдыра. Электән Сөләймән ағайға ғашиҡ булып йөрөгән Миңниса апай Себергә, уның эргәһенә юллана. Һөйгәненең балаларына ғына түгел, уның етем ҡалған бер нисә туғанына ла әсәләрен алмаштыра. Йәнә уртаҡ балалары тыуа, шулай итеп, Ғүмәровтар ғаиләһендә тиҫтәнән ашыу бала үҫә. Әйткәндәй, Сөләймән ағай танылған башҡорт яҙыусыһы Ғариф Ғүмәрҙең яҡын ғына туғаны ине...
Дошман әсирлегенән бары тик мөғжизә менән генә ҡотолған ауылдашым Абдулла ағай Йәнғазиндың хәтирәләре һис оноторлоҡ түгел.
— Крематорийҙарҙа үлектәрҙе генә түгел, тереләрҙе лә яндырҙы фашистар, — тигәйне ул. — Тамам еңелерен аңлағас, ҡанһыҙлыҡ эҙҙәрен йәшерергә булалыр инде, әсирҙәрҙе күпләп ҡырыу башланды. Бер саҡ шулай бөтәбеҙҙе барактарҙан ҡыуып сығарып, сафҡа теҙҙеләр. Баҡтиһәң, крематорийҙа яндырырға әҙерләгәндәр икән. Саф әкрен генә алға ҡуҙғала, әсирҙәр берәм-берәм ҡайҙалыр инеп юғала бара. Минең сират етте тигәндә, өҫтән бомба яуа башланы. Американдар лагерҙы бомбаға тотҡан икән. Иҫән ҡалдым...
Абдулла ағайға ла һуңынан байтаҡ ваҡыт "үҙ ғәйебен юйырға" тура килә.
Бынан һигеҙ йыл самаһы элек Эстонияға, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һуңғы төйәге Палдискиға барған журналистар араһында мин дә булғайным. Юл ыңғайы илебеҙҙең күп өлкәләрен, ауыл-ҡалаларын күрҙек. Тверь ҡалаһындағы осрашыу күңелдә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы. Журналистарҙың урындағы башҡорт һәм татар ойошмаһы ағзалары менән осрашҡанында эргәмә бер ағай килде.
— Һин башҡортмо? — тип һораны ул минән.
— Эйе, — тинем.
— Мин дә башҡорт. Тик телде генә белмәйем, ләкин ҡурай моңон ишетһәм, йәнем түҙеп торғоһоҙ булып әрней башлай.
Төҫ-ҡиәфәте тәүҙәрәк һис тә башҡортҡа тартмаған кеүек ине Владилен Дәүләт улы Насировтың. Әммә һуңынан ул миңә атаһы, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған майор, батальон командиры Дәүләт Ғүмәр улының фоторәсемен күрһәткәс, аталы-уллы Насировтарҙың бер-береһенә бик ныҡ оҡшағанын күрҙем.
Дәүләт Насиров йәшләй генә тыуған яҡтарынан сығып китә һәм хәрби һөнәр һайлай. 1917 йылда ул Өфө хәрби отряд командиры була. Унан башҡорт егетен Ҡаҙаҡ кавалерия бригадаһын ойошторорға ебәрәләр. Экспедиция отрядының транспорт начальнигы, 6-сы махсус ҡаҙаҡ эскадронының командиры, Көнсығыш фронтта тәьминәт бүлеге агенты... Ул арала Дәүләт Ғүмәр улы кавалерия мәктәбендә, Көнсығышты өйрәнеү буйынса Урта Азия һәм разведчиктар курстарында белем арттырып өлгөрә. Мәрйә ҡыҙына өйләнә. 1934–1937 йылдарҙа Афғанстанда совет илселегендә беренсе секретарь булып эшләй. Унан инде һуғыш башлана. Яуҙа яҡташыбыҙ (мин уның Йылайыр районының Әбделнасир ауылынан икәнлеген асыҡлай алдым) ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Генерал-майор И. Дудник үҙенең "Белоруссия өсөн һуғышҡанда" ("В боях за Белоруссию") исемле китабында разведчик Дәүләт Насировтың ҡаһарманлығына һоҡланып яҙа. 153-сө Урал дивизияһының 238-се махсус разведка батальоны командиры фронттан ҡайта алмай. Кәләше менән ике балаһы етем ҡала.
(Аҙағы бар).