Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Байрам ғына түгел, байраҡ булһын
9 Майға бер нисә генә көн ҡалырҙан әүәл "Ашҡаҙар" радиоһы студияһында һөйләшеп ултырабыҙ. Дүртәүбеҙ. Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, ғалим-химик Илдус Абдрахманов, дәүләт эшенән ялға сыҡҡан Рәид Миңлебаев һәм мин. Фронтовик балаларыбыҙ. Һүҙебеҙ – атайҙарыбыҙ хаҡында. Атаһы тураһында һәр кемдең хәтерендә нимә ҡалған, шуны уртаҡ “табын”ға һалабыҙ.

Дүртәүебеҙҙең араһында яҙмыштың ҡояшы яғына эләккәндәре Тәнзилә менән Илдус булып сыҡты. Сәлихйән Дәүләтбирҙин ағай, үҫмер йәшендә фронтҡа һуғыштың аҙағындараҡ алынып, япондар менән генә сәкәләшеп өлгөргән. Уның ҡарауы, Бөрйәненә әрмелә тотҡарланып ҡайтып төшкән һәм артабан ғүмерен мөғәллимлеккә арнаған. Туҡһанды ҡыуа килһә лә, тауҙар иленең иң хөрмәтле кешеләренең береһе – Сәлихйән Хафиз улы Дәүләтбирҙин, шөкөр, иҫән.
Танкист Барый Абдрахманов гвардия майоры званиеһында күкрәген орден-миҙалдар менән тултырып ҡайтып төшкәс, республиканың күп кенә райондарында иң олуғ етәксе урындарҙа эшләне һәм әүҙем хеҙмәт юлын Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары вазифаһында тамамланы. Ағайыбыҙ менән 1996 йылда бәхилләштек.
Рәид менән минең яҙмыш бүтәнсәрәк. Уның атаһы, Әбделхәй Морат улы, 1942 йылдың декабрендә Смоленск ҡалаһы тирәһенән ғәйеп булған. Атайым Әҡсән Ҡәйүм улы шул уҡ йылдың авгусында Харьков өсөн барған өмөтһөҙ һуғыштарҙа хәбәрһеҙ юғалған. Бер уйлағанда, хәбәрһеҙ юғалыу һәләк булды тигәнде аңлатмай. Һуғыш ғәрәсәтендә ниндәй генә хәл килеп сыҡмаған. Шуға күрә әсәйҙәребеҙ, "без вести пропал"ды хаяһыҙ доға рәүешендә эстән генә ҡабатлай-ҡабатлай, атайҙарыбыҙҙы билдәһеҙлектән көттө лә көттө.
Дуҫым һәм замандашым Рәид менән "атай" тигән һүҙҙән мәхрүм үҫһәк тә, үкһеҙ етем ҡалманыҡ. Бары тәғәм итеү, өҫ-баш рәтләү, белем-һөнәр алыу хәстәрлеге, әсәйҙең иңендә генә ҡалмай, дәүләткә лә төштө. Шуға күрә үҙ ватансылығыңды ант-маҙар һәм ялтырауыҡлы һүҙҙәрһеҙ, илеңә рәхмәтле булып ҡалыу менән нығытырға кәрәктер.
Бөйөк Ватан һуғышы, уның башланыуы, барышы һәм эҙемтәләре тураһында хәҙер инде күңелде ҡағырлыҡ фекер әйтеүе ҡыйын. Ғөмүмән, мөмкин булһа әле. Миллиондарса кешенең ғүмере, дәүләттәр яҙмышы менән бәйле ғәйәт оло ваҡиғаларға ялғанлыҡ һәм ике йөҙлөлөк шауҡымы ҡағылырға тейеш түгел ине лә бит. Ләкин сәйәсәт йоғонған бер генә нәмә лә хәҡиҡәт менән йәнәш йөрөй алмай.
Еңеү байрамын милли тантана кимәленә күтәреп, уға идеологик маҡсаттар ҡуйып үткәреү 1965 йылдан, һуғыш бөтөүгә егерме йыл үткәс, башланды. Ошо хәл илдең һуғыштан һуңғы етәкселегенә хәҙер ҙур ғәйеп итеп күрһәтелә. Ғәмәлдә ғәйепләүҙәр ғәҙелме икән? Ил-донъяның ғәрәсәт үткән өлкәләре лә, дауыл туранан-тура ҡағылмаған тарафтары ла харабаларҙа ята. Булған һәм юҡ көстәрҙе лә төйнәп, һыҙланыу-арыуҙарҙы йәнә онотоп тороп, хужалыҡты ҡабаттан тергеҙергә, иҫән ҡалғандарға икмәк менән баш терәр урын табырға кәрәк. Тыныслыҡта уҙған тәүге ваҡытта, хатта улар тиҫтәләрсә йылдарға һуҙылһа ла, байрам ҡайғыһы түгел ине шул. Әлбиттә, Бөйөк Ватан һуғышына ҡарата сараһыҙ ғафиллыҡҡа, И.В. Сталин мәрхүм булғас, дәүләттең иң юғары етәкселәре араһындағы хакимлыҡ өсөн туҡтау белмәҫ тартыш та йоғонто яһағаны.
9 Майҙы, 1945 йылдан һуң егерме йыл үткәс, илдең төп байрамдарының береһе итеп билдәләгәндә, юғары власть Леонид Брежнев ҡулында ине. Беҙ, һуғыш балалары, быуынды нығытып өлгөрмәһәк тә, үҫеп еткәнбеҙ. Яугирҙәр ҙә әле көслө, дәртле. Илдәге һәммә хәстәр – улар ҡулында. Егерме йыллыҡ түңәрәк дата булғас, фронтовиктарға тәүге юбилей миҙалдары тапшыралар. Артабан, ваҡыт төйөндәрен һанай-һанай, был ғәҙәткә инер.
Брежневтың тантаналы ултырыштағы телмәрендә Сталин, баҡыйынан аҙаҡ ун йыл үткәс, тәүге тапҡыр, шәхес культы субъекты итеп түгел, бәлки, дошманға ҡаршы тороуҙы ойоштороу буйынса һәммә ғәмәлдәр менән етәкселек итеү өсөн булдырылған Дәүләт оборона комитеты рәйесе булараҡ хәтергә алынды. Ошо мәлдә залды күтәрерҙәй яңғыраған ҡул сабыуҙар халыҡ күңелендә кемдең ҡалыуын һүҙһеҙ раҫлағандыр. Оборона министры вазифаһынан алынғандан һуң һигеҙ йыл буйы этелеп-төртөлөп йөрөгән бөйөк маршал Георгий Константинович Жуков та әлеге телмәр аша ярлыҡау ала.
Хәйер, бер ул ғынамы, егерме йыл үткәс, немец тылында һәм концлагерҙарҙа һәләк булған байтаҡ кешеләрҙең хәрби батырлығы һәм гражданлыҡ ҡаһарманлығы халыҡҡа рәсми рәүештә еткерелә. Генерал Дмитрий Карбышев, разведчик Лев Маневич, "Нормандия-Неман" авиация полкы осоусылары... Мәскәү, Киев, Ленинград, Севастополь, Волгоград, Одесса ҡалаларына – Алтын йондоҙҙар. Әйткәндәй, Волгоград ҡалаһына бүләк – Сталинград һуғышы өсөн. Иосиф Сталин хакимлығы йылдарында Бөйөк Ватан һуғышындағы юғалтыуҙарыбыҙ йәмғеһе 7 миллион кеше тип рәсми рәүештә раҫлана килһә, Еңеүҙең 20 йыллығында ул һан 20 миллионға етте. Беҙҙең осорҙа һәләк булғандар 27 миллион самаһы кеше тип иҫәпләнә.
Тарихи хаҡлыҡ, ғөмүмән, ғәҙеллектең тантанаһына хеҙмәт итә. Шулай ҙа мин йылдан-йыл үҙгәрә килгән бер генә мәғлүмәткә лә ышанмайым. Яу үткән урындарҙа ерләнмәй һибелеп ятҡан һөйәктәр табыла торғанда аныҡ һандар тураһында һүҙ ҡуйыртырға мөмкинме икән? Был – бер. Икенсенән, әҙәм балаһының ғүмерен бәғерһеҙ статистикаға әүерелдереү, сәйәси уйынсыҡ итеп файҙаланыу – гонаһтыр. Әйтерһең, ҡорбандар тирәһендәге шау-шыуҙан уларҙың ғүмерен ҡыйған ҡурғаштар кирегә оса, мәрхүмдәр тәненә йән әйләнеп ҡайта...
Популяр бер йырҙың һүҙҙәрен үҙгәртеберәк әйткәндә, беҙҙең атайҙар олатайҙарыбыҙ юлынан ир намыҫы ҡушҡанса уҙған. Уларҙың ҡылысы ҡында артабан тыныс ҡына ята алмағаны һәр кемгә мәғлүм. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы, ил яҙмышы тураһында бөгөн уйланғанда ла беҙ 70 йылдан ашыу элек Советтар Союзының ни ҡәҙәре лә тәүәккәл һәм ҡоласлы стратегик маҡсат ҡорбаны булыу алдында торғанлығын аңлай алһаҡ ине. Фронтовиктар күңеленә йәрәхәт һалыу ниәтенән түгел, ә хәүефтең ҙурлығын йәнә бер иҫкә төшөрөү маҡсатынан ғына, "Барбаросса" планынан кескенә өҙөк килтерергә баҙнат итәм:
"Көнбайыш Рәсәйҙәге урыҫ ҡоро ер ғәскәрҙәренең төп көстәрен, уларҙы ил эсенә сигендереүгә форсат бирмәй, танк шыналарының ҡыйыу хәрәкәттәре менән юҡ итеү зарур. Ғәскәрҙәребеҙ тиҙләп алға барып, алыҫ киткән һайын урыҫ хәрби-һауа көстәре Герман рейхындағы объекттарға һөжүм итеү мөмкинлегенән яҙасаҡ. Операцияның ахырғы маҡсаты – Волга-Архангельск һыҙығында Рәсәйҙең Азия һәм Европа өлөштәрен айырыусы кәртә ҡуйыу. Был осраҡта урыҫтар ҡарамағында ҡалған һуңғы сәнәғәт төбәге – Уралдағы объекттарҙы, зарурлығы булһа, люфтваффе ла ҡыйрата ала..." Күренеүенсә, Гитлер, Алмандан ятып, төбәгебеҙ Уралға ҡарата ла ниәт-хыял йөрөткән.
Байрам көнөндә хәсрәтле статистикаға мөрәжәғәт итеү урынһыҙҙыр ҙа, әммә өшәнесле ул һандар йә өндә төрткөләп тора, йә төшкә инә. Армия, флот, сик буйы һәм эске ғәскәрҙәр 8 миллион 668 мең 400 хәрби хеҙмәткәрен юғалтҡан, тиҙәр. 1710 ҡала һәм ҡасаба, 70 меңдән күберәк ҙур һәм бәләкәй ауыл, 32 мең сәнәғәт предприятиеһы емерелгән, яндырылған, таланған. Был хәтлем афәтте бүтән ил, башҡа халыҡтар, ай-һай, күтәрә алыр инеме икән?
Хәтер... Дмитрий Сергеевич Лихачев: "Хәтер ваҡыттың аяуһыҙ көсөнә ҡаршы тора", – тип раҫлаған. Белеүебеҙсә, хәҙер тоҡос хәтерлеләр йәки тотошлай һиңмайҙар заманы килде. Донъяны йәшәү менән бөтөү араһына ҡуйған бөйөк һуғыш һәм хатта ки Бөйөк Еңеү ҙә сәйәси һатыулашыу әйберенә әүерелде. Кемдер үҙебеҙҙә лә байрам менән генә хушһынһа ла, илебеҙ, мәртәбәбеҙҙе күтәреү өсөн уның тарихындағы данлы сәхифәләрҙе байраҡ итеп күтәрергә өйрәнергә кәрәк.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ,
яугир улы, публицист.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә