Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мираҫҡа — Еңеү паркы
Мираҫҡа —  Еңеү паркы
Еңеү паркы, һис шикһеҙ, халыҡтың иң яратҡан ял урыны. Ул Өфөнөң күркәм төбәгендә урынлашыуы менән отошло. Ситтән, хатта бик алыҫтан килгәндәр ҙә уны урап уҙмай.

Еңеү паркы буласаҡ урында эш уҙған быуаттың 50-се йылдарында туҡталып ҡала. “Ай кратеры” һымағыраҡ барлыҡҡа килгән тәрән соҡор төҙөлөштән артҡан тупраҡ бушатыу урынына әүерелә, ул бер сама тигеҙләнә, хатта өҫтөнә ҡара тупраҡ һалына. 60-сы йылдарғаса бәрәңге үҫтереү урыны ролен үтәй.
Тормош тиҙ үҙгәреүсән. Өфө төҙөлә, күркәмләнә, ә Черниковкала барактар һибелгән. Дежневка ауылы ла йәм бирмәй. Бәлки, ошоларҙы иҫәпкә алыптыр, был урында ял итеү паркы асмаҡ булалар. Тәү сиратта тамаша ҡылыу ҡулсаһы (колесо обозрения) ҡуйыла, газондарҙа иһә — сәскәләр.
60-сы йылдарҙа мин дә балаларым менән был паркта йыш булдым. Хәтерҙә, тамаша ҡылыу бишегенә ултырып (билет хаҡы 20 тин ине) күккә, болоттарға ашҡан саҡтар булғылай ине. Бала ҡурҡышынан һиңә сат йәбешә, күҙҙәрен йома, иллә-мәгәр донъя тотошлайы менән ус төбөндәгеләй күренә. Ниндәй шатлыҡ! Әҙәми зат барлыҡҡа килгәненән бирле болоттарға, күккә ынтыла, “айға менеп, түбән ҡарап, һине күрәһем килә” тип йырлау ҙа тиккә түгел.
70-се йылдар уртаһында хәл ҡырҡа үҙгәреп, оло тәгәрмәс бынан алына. Ашығыс рәүештә эштәр башлана, был урында Еңеү паркы буласағы хаҡындағы хәбәр халыҡҡа еткерелә, яңылыҡ ихлас ҡабул ителә.
Тәү сиратта үҙәк, монументаль композиция эшләнә. Тигеҙлектең арғы өлөшөндә, Ағиҙел аша Алексеевка ауылына ҡарап торған ерендә, мөһабәт ҡоролма үҫеп сыға. Ул — ғорур яҡташтарыбыҙ, Советтар Союзы Геройҙары рядовой Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов) менән лейтенант Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың батырлыҡ тарихын кәүҙәләндергән һындары. Бейеклеге 23 метрҙан ашыу стелала — ике мөһабәт яугир һыны. Ә түбәндә — Совет һалдаттарының батырлығын кәүҙәләндергән һалдат фигураһы. Әйтерһең, батырҙарыбыҙ алыҫ-алыҫтарҙан, ғәзиз башҡайҙарын яуҙа һалған ерҙәренән осоп ҡайтҡан да таң һарыһында ошо бейек бағанаға (стелаға) ҡунып, туҡтап ҡалғандар һәм бөтәбеҙгә ҡараш ташлап, һорау бирәләр: “Һеҙ онотманығыҙмы беҙҙе?” Ил, халыҡ онота буламы үҙ ҡаһармандарын?! Хәтерҙә һаҡлаһындар, киләсәк быуындар белһен өсөн төҙөлдө лә инде был парк.
Һәммәһе лә был паркты бик теләп, ҡыуанып ҡабул итте. Күпселек өлөшө — ошо платола, ҡалғаны — Ағиҙел ярына терәлеп торған түбәнге тигеҙлектә. Үҙәк аллея иҫ киткес күркәм, ҡыҙыл таштан түшәлгән юлы келәм һымаҡ күренә. Ә тантаналы байрам көндәрендә үҙәк юлдың икенсе яртыһына ысынлап та ҡыҙыл келәм юл һуҙыла.
Скульптураның авторы — Л.Е. Кербель, архитекторы — Г.Г. Лебедев. Проект Мәскәүҙә, “Росмонумент искусство” берекмәһендә эшләнгән, ә һындар — Мытищи ҡалаһында.
Еңеү паркы 1980 йылдың 8 майында асылды. Лев Кербель, өс көн алдан килеп, үҙенең ижад емешен Ағиҙел буйлап теплоходта барышлай ҡат-ҡат ҡараған, ҡәнәғәтләнеү хисе кисереп: “Восхитительно!” — тип баһа биргән.
Парктың икенсе сираты байраҡ рәүешендәге граниттан төҙөлә. Республикабыҙ халҡының данын арттырған 278 Советтар Союзы Геройының, шул иҫәптән ике тапҡыр Герой Муса Гәрәевтең исеме ташҡа уйып яҙылған. Дан ордены кавалерҙары — 35 кеше. Әммә был исемлек тулы түгел. Ошо йүнәлештә оҙаҡ йылдар эҙләнеү алып барған кеше булараҡ шуны раҫлайым: Дан ордены кавалерҙары — 40 кеше. Тороп ҡалған һәм һуңынан асыҡланған исемдәрҙе 70 йыллыҡҡа яҙып ҡуймаһаҡ, тарих беҙҙе ғәфү итмәҫ, тигән фекер бар.
Парктың икенсе сираты 1985 йылдың 9 Майында асылды. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев 1987 йылдың 17 сентябрендә яҡты донъянан китеп барғас, ошо паркта ерләнгәйне. Ҡәберенә бюст ҡуйылды, уны тантаналы асыу ҡаһармандың тыуыуына 70 йыл тулған көнгә, 1992 йылдың 9 июленә тура килде.
Еңеү паркы үҫеш кисерә, күркәмләнә. Үҙәк аллеялағы аҡ шыршылар ҡупшыланып буй һуҙҙы. Саҡ ҡына ситтәрәк яуҙаш әхирәттәр Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына бағышлап ултыртҡан 60 шыршынан торған аллея ла үҫеп китте. Ғәжәп, бер ағас та сирләмәне.
Һанай китһәң... Еңеүҙең 50 йыллығы алдынан “Т-34” танкы ҡайтарылып, ҡайындар ышығында бейек постаментҡа менеп “оялағайны”. Быйыл яҙ “Т-55” танкы шунда үҙ урынын алды. Элгәрерәк алты орудие паркты тулыландырҙы.
Халыҡ күңелендә тәрән эҙ ҡалдырып, моңһоу ҙа, шатлыҡлы ла хистәр тыуҙырыусы батырҙарыбыҙ аҙ түгел. Шулар араһында генерал Миңлеғәле Шайморатов та бар. Бынан 12 йыл элек Октябрьский ҡалаһынан килгән өлкән йәштәге ҡунаҡтарға экскурсия үткәргәндә, ике кеше бер юлы былай тине: “Геройҙар исемлегенән Шайморатов төшөп ҡалған бит!” Шул мәл, уңайһыҙ хәлдән сығып, былай яуапланым: “Төшөп ҡалмаған, беҙ уға бронза һәйкәл ҡуясаҡбыҙ”. Һүҙем ысынға сыҡҡанына шатмын. Ике генералға — М.М. Шайморатов менән Т.Т. Кусимовҡа – һәйкәл йәнәшә ҡуйылды, бының менән паркка йәм, аһәң өҫтәлде.
Орджоникидзе районының ветерандар советы был паркты үҙ йорто, мөлкәте һымаҡ ҡарай. Яңылыҡтарға һөйөнә, кәмселектәргә көйөнә. Биш-алты йыл элек сүп-сарҙан таҙартыу мәсьәләһе күтәрелде. Беҙҙең хаттар яуапһыҙ ҡалманы, һөҙөмтәһе булды. “Ҡытай стенаһын” хәтерләткән сит ҡоролмаларҙың күптән таушалыуы тураһында ла һүҙ ҡуҙғата киләбеҙ. Бик ҡатмарлы һәм күп сығым талап итә торған мәсьәлә. Әммә алға китеш һиҙелмәй, хаттарға яуап биргән етәкселәр ҙә күренмәй.
Парк төҙөлөшөнөң һуңғы йылдарҙа туҡталып ҡалыуы ветерандар ойошмаһын борсоуға һала. 70 йыллыҡ юбилей ҙа үтер, Шанхай ойошмаһына ҡараған илдәрҙән ҡунаҡтар ҙа килер. Тормош унан һуң да дауам итер. Мираҫҡа ҡалдырылған Еңеү паркы төҙөлгән һәм биҙәлгән. Ләкин атҡараһы эштең күп икәнлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа ине...


Автор: Фәрит ВАХИТОВ. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә