Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Маршал менән осрашыу
Маршал менән осрашыу
Минең шәхси архивымда бик иҫтәлекле фото һаҡлана. Унда беҙҙе, бер төркөм башҡорт яҙыусыларын, фотограф арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы авиация маршалы Иван Иванович Пстыго менән 1983 йылдың 9 октябрендә Башҡортостан Яҙыусылар союзында булып үткән осрашыуҙан һуң төшөрөп алған. Ул йылдарҙа беҙ Рәшит Солтангәрәев менән Союзда әҙәби консультант булып эшләй инек. Әсғәт Мирзаһитов – идара рәйесе, Булат Рафиҡов яуаплы секретарь вазифаһын атҡара ине. Данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тыуған яҡҡа ҡайтыуын белеп ҡалып, Булат Рафиҡов уны яҙыусылар менән осрашыуға саҡырған. Көнөн һәм сәғәтен билдәләп, тиҙ генә телефон аша хәбәр тараттыҡ. Яныбай Хамматов, Нәжиб Асанбай, Муса Ғәли, Әмир Гәрәев, Гөлфиә Юнысова һ.б. яҙыусылар килеп тә етте. Бик ҡыҙыҡлы әңгәмә килеп сыҡты. Маршалдың һөйләгәндәрен һүҙмә-һүҙ яҙып барырға тырыштым. Үкенес, ул осрашыуҙы ваҡытында матбуғатта яҡтырта алмағанмын. Ләкин маршал менән әңгәмә хәҙер ҙә уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым.

-Бына кисә тыуған ергә ҡайтып төштөм. Мин һеҙҙе бөтә йөрәктән сәләмләйем, ҡәҙерле яҡташтарым! Осрашыуға тулҡынланмайынса килдем тип әйтмәҫ инем. Ләкин был – бик күңелле тулҡынланыу, – тип башланы һүҙен Иван Иванович.
Артабан ул ҡыҫҡаса ғына итеп үҙенең хәрби лётчик булып китеүе тураһында һөйләп алды:
– 1936 йылда беҙҙе, йәш үҫмерҙәрҙе, Өфөгә йыйып алдылар ҙа Энгельс осоусылар училищеһына алып киттеләр. Миңә ул ваҡытта ун һигеҙ йәш ине. Вокзалда партияның Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары Яков Борисович Быкин оҙатып ҡалды. Һомғол буйлы, матур кеше ине. Ул 15 минут самаһы телмәр тотто. Телмәрен: "Башҡортостан летчиктарының тәүге отряды йәшәһен!" – тип тамамланы. Мин — ана шул Башҡортостан летчиктарының тәүге отряды вәкилемен.
Артабан маршал һүҙен Башҡортостан тураһында дауам итте:
– Тыуған ерҙә мине нимә ҡыуандыра? Республиканың үҫеүе. Кисә бына Иҫке Өфө аша үттем. Баш ҡала төҙөкләнә, күркәмләнә. Мин элек Октябрь революцияһы менән Воровский урамдары араһында йәшәп алдым. 1936 йылда республиканың баш ҡалаһында 178 мең кеше иҫәпләнә ине. Хәҙер ул – миллионлы ҡала. Ә 50-се йылдарҙа илдәге нефттең яртыһы тиерлек – 45-48 проценты – Башҡортостанда сығарылды. Бында элек-электән эшһөйәр халыҡ йәшәй.
Һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын. Үкенескә ҡаршы, башҡорт әҙәбиәтен мин бигүк белмәйем. Тик шуны әйтер инем: әйҙәгеҙ, башҡорт яҙыусыларының иң яҡшы әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итеп, Мәскәүҙә сығарайыҡ. Минең һеҙгә үтенесем: хәрбиҙәр, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында күберәк яҙығыҙ! Мин үҙем "ЖЗЛ" серияһында сыҡҡан китаптарҙы уҡырға яратам. Башҡортостанда ла шул серияла сығарырлыҡ геройҙар бар. Яҙырға кәрәк.
Бөйөк Ватан һуғышында тәүге көндәрҙән ҡатнаштым. Сталинград өсөн барған алыштар ысын сынығыу мәктәбенә әйләнде. Унда мине эскадрилья командиры итеп ҡуйҙылар. Артабан – Курск дуғаһы, ә 1944 йылда минең олатайҙарҙың тыуған ерен – Белоруссияны азат итеү. Һуғышты подполковник званиеһында тамамланым. 6000 сәғәт осҡанмын. 1957 йылда СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының К.Е. Ворошилов исемендәге Хәрби академияһын тамамланым. 1978 йылда 60 йәшем тулыу айҡанлы Советтар Союзы Геройы исеме бирелде.
Авиация маршалы үҙе тураһында бына шуларҙы һөйләне. Беҙҙең менән осрашҡандан һуң ул Архангел районына юлланды. И.И. Пстыго 1918 йылдың 4 апрелендә ошо төбәктең Сухополь тигән белорус ауылында донъяға килгән.
Данлыҡлы хәрбиҙең биографияһы "Башҡорт энциклопедияһы"ның 5-се томына индерелгән. Бында уның Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итеүҙең өлгөһө булырҙай тормош юлы ғәйәт тулы яҡтыртылған. Шуны әйтергә кәрәк: И.И. Пстыго – беҙҙең яҡташтар араһында илдең хәрби көстәрендә иң юғары вазифа биләгән кешеләрҙең береһе. 1947 йылдан башлап ул, мәҫәлән, авиация дивизияһы командиры урынбаҫары, дивизия командиры, авиация корпусы командиры, һауа армияһы командиры, СССР Хәрби-Һауа көстәре Баш командующийы урынбаҫары һ.б. вазифаларҙы башҡара. Беҙҙең илдең ун биш ордены һәм сит ил наградалары менән бүләкләнә.
Авиация маршалы, Советтар Союзы Геройы И.И. Пстыго 2009 йылдың 23 февралендә 90 йәшендә Мәскәү ҡалаһында вафат була. Уның исеме Рәсәй һәм, әлбиттә, Башҡортостандың хәрби тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған.


Автор: Рәшит ШӘКҮР.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә