Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Үҙгәрештәр индереләсәк

Күптән түгел Рәсәй Президенты илдең Дәүләт Думаһына Евразия иҡтисади берләшмәһе дәүләттәренең дөйөм страховка баҙарын ойоштороу тураһындағы протоколды раҫлау өсөн тапшырҙы. Ошо хаҡта тулыраҡ аңлатмаҫһығыҙмы икән?

Д. ИЛЬЯСОВА.

Өфө ҡалаһы.

2009 йылда Минскиҙа ҡул ҡуйылған был протокол дөйөм страховка баҙарын ойоштороуҙың халыҡ-ара хоҡуҡи нигеҙҙәрен һәм унда ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын билдәләй. Әгәр үрҙә әйтелгән документ көсөнә инһә, Евразия иҡтисади берләшмәһе дәүләттәрендәге закондарҙың нормалары Рәсәйҙә лә эшләйәсәк. Мәҫәлән, страховка ойошмаларына лицензия биреүҙең дөйөм принциптары, уларҙың устав капиталының формалашыуының берҙәм талаптары билдәләнәсәк. Бынан тыш, еңел машинаһы булғандарҙың гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полистары тураһындағы Рәсәй закондарына ла үҙгәрештәр индереләсәк.

Ваҡыт күрһәтер

Етемдәргә торлаҡ биреү мәсьәләләре менән хәҙер Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы шөғөлләнәсәк, тип ишеткәйнем...

Дамир.

Ейәнсура районы.

2015 йылдан торлаҡ һатып алыу өсөн субсидия бүлеү вәкәләттәре Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығына тапшырыласаҡ. Федераль закондарҙа бәлиғ булған етемдәргә мотлаҡ торлаҡ биреү тураһында әйтелһә лә, әле һаман был талап тулыһынса үтәлмәй. Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астаховтың белдереүенсә, Рәсәйҙә 70 меңгә яҡын етем ҡыҙ һәм егет үҙенең торлаҡҡа хоҡуғын файҙаланмаған. Сәбәбе ябай: күп кенә төбәктәрҙең аҡсаһы етешмәй. Етмәһә, муниципаль йорттар аҙ төҙөлә, булған фатирҙар баҙар хаҡы менән һатып алына. Субсидияларҙы бүлеү хоҡуғының Рәсәй Финанс министрлығынан Мәғариф һәм фән министрлығына тапшырылыуынан ниндәй фәтүә булырын ваҡыт ҡына күрһәтер.

Һорау-яуап Әлегә талап ителмәй

Сит ил паспорты алғас, Федераль миграция хеҙмәтенә хәбәр итеү кәрәкме?

Лилиә ГӘРӘЕВА.

Өфө ҡалаһы.

Юҡ, әлегә талап ителмәй. Әммә «Гражданлыҡ тураһында»ғы законға төҙәтмәләр индереләсәк. Шулай итеп, тиҙҙән сит ил паспортын алыуыбыҙ тураһында миграция органдары ла хәбәрҙар булырға тейеш.

Бүрене күпме ашатма…

Яңыраҡ урамда эйәһеҙ тоҡомло эт тап булды. Уның юғалыуы тураһындағы иғлан менән бергә фотоһүрәтен эргә-тирәләге ҡоймаларға элдек, Интернетта был турала хәбәр иттек. Әммә хужаһы табылманы. Этте үҙебеҙгә аҫрау өсөн алырға яраймы икән?

Ильяс.

Өфө районы.

Был осраҡта һеҙҙән закон йәһәтенән ниндәйҙер рәсмиләштереү талап ителмәй. Әммә хәлдең икенсе яғы бар. Этте үҙегеҙгә аҫрау өсөн ҡалдырҙығыҙ, ти. Тик берәй көн хужаһының килеп сығып, хайуандың уға эйәреп китеүе ихтимал.

Нисек түләргә?

Газ счетчигы эштән сыҡты, ә яңыһын ҡуйып өлгөрмәнек. «Зәңгәр яғыулыҡ» өсөн хаҡты нисек түләргә? Әгәр сумма шикле күренһә, ризаһыҙлыҡ белдереп кемгә ялыу яҙырға?

Нурия Фәхретдин ҡыҙы.

Әбйәлил районы.

Хаҡты газ өсөн нормативтар буйынса түләргә кәрәк. Әгәр сумма дөрөҫ түгел тип иҫәпләһәгеҙ, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Һеҙҙең дә өлөшөгөҙ булыуы ихтимал

Ирем беҙҙең менән йәшәмәй, икенсе ҡалаға күсеп китте. Фатирын ҡуртымға бирә. Ә ҡыҙым менән минең шәхси милкебеҙ юҡ. Айырылышыу ҡиммәткә төшөрмө? Бер әйберһеҙ тороп ҡалмаҫбыҙмы?

Роза.

Салауат ҡалаһы.

Әле никахты тарҡатыу өсөн дәүләт пошлинаһы 400 һум тора. Әгәр ҡыҙығыҙ бәлиғ йәштә түгел икән, алимент юллап, ирегеҙҙе судҡа бирә алаһығыҙ. Бынан тыш, ғаилә башлығы мөлкәтте никахҡа ингәнгә тиклем тупламаһа, бөтә байлыҡты бүлешеү тураһындағы ғариза менән дә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Әгәр фатирығыҙ бергә йәшәгән осорҙа алынһа, ҡыҙығыҙ менән һеҙҙең дә күсемһеҙ милеккә хоҡуғығыҙ бар. Өҫтәүенә ирегеҙҙең уны ҡуртымға биреп, үҙенең генә аҡса алыуы тураһында судҡа ғариза яҙып, бөтә килемдең икенән бер өлөшөнә дәғүә итә алаһығыҙ.

Тыныс юл менән хәл итеү яҡшыраҡ

Бер ойошмала менеджер булып эшләйем. Етәксебеҙ йыш ҡына хеҙмәткәрҙәрҙе отпуск ваҡытында эшкә саҡыртып ала. Ул хаҡлымы?

В. ӘХМӘТОВ.

Учалы ҡалаһы.

Етәксегеҙ Хеҙмәт кодексын боҙа. Хеҙмәткәрҙе ял ваҡытында уның ризалығы менән генә кире эшкә саҡыртырға мөмкин. Ә 18 йәше тулмағандарҙы йәки зыянлы, хәүефле урындарҙа эшләгәндәрҙе, үҙҙәре ризалыҡ бирһә лә, ял ваҡытында эшкә ҡушырға ярамай. Хеҙмәткәрҙең отпуск ваҡытында етәксенең ял тамамланғанға тиклем эшкә сығыу тураһындағы талабын кире ҡағыуҙы хеҙмәт тәртибен боҙоу тип ҡарап булмай. Әгәр етәкселек закон талаптарын үтәмәһә, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына, судҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Әммә һүҙгә килешеүҙең отошло булмауын иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Һәр мәсьәләне тыныс юл менән хәл итергә тырышығыҙ.

Һорау-яуап Төймә лә бүләк

Күптән түгел улым ҡиммәтле телевизор бүләк итте. Әммә иҫкеһе лә яҡшы эшләй бит әле, миңә баламдың сарыф иткән аҡсаһы йәл. Техниканы кире тапшырырға тип, магазинға барғайным, алманылар. Был законлымы?

А. БАРЫЕВА.

Бөрө районы.

Эйе, һатыусылар хаҡлы. Телевизорҙы ике аҙна эсендә етешһеҙлектәре асыҡланғанда ғына кире тапшырырға мөмкин. Әгәр һатып алғандан һуң ошо ваҡыт үтһә, ниндәйҙер техник етешһеҙлек өсөн генә аҡсаны кире ҡайтарасаҡтар. Тимәк, магазиндан бүләккә әйбер һатып алғанда бик иғтибарлы булырға кәрәк. Иң мөһиме – ул ҡәҙерле кешеңде уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмаһын.

Бурыс күсә

Иремдең түләнеп бөтмәгән кредиты бар ине. Күптән түгел ул вафат булды. Мин һәм әсәһе – иптәшемдең берҙән-бер вариҫтары. Хәҙер банк беҙҙән аҡсаны түләп бөтөүҙе талап итә. Вафат булған кеше өсөн бурыс түләү дөрөҫмө?

Зилә.

Иглин районы.

Ирегеҙҙең бөтә мөлкәте менән бергә кредит договоры буйынса бурысы ла, вариҫ булараҡ, һеҙгә күсә. Шуға ҡәйнәгеҙ менән банкка кредитты түләп бөтөрөргә бурыслыһығыҙ.

Тапшырыу мотлаҡ түгел

Фотограф булып эшләйем. Шуға фотоаппаратымды үҙем менән бергә ҙур сумкала йөрөтәм. Супермаркетҡа барһам, әйберемде махсус йәшниккә ҡуйырға ҡушалар. Тапшырыу мотлаҡмы? Әгәр һаҡсыларҙың үтенесен тыңламаһам, сумканы асып күрһәтеүемде теләйҙәр. Был законлымы?

Заһир.

Ишембай ҡалаһы.

Ысынлап та, сумканы һаҡсыларға тапшырыу йәки күрһәтеү мотлаҡ түгел. Ниндәйҙер ныҡлы нигеҙ, мәҫәлән, видеокамера магазинда берәй әйберҙе сумкаға һалған осраҡты теркәгәндә генә һеҙҙе тикшереп ҡарау хоҡуғына эйәләр. Әгәр әйберегеҙҙе ячейкала ҡалдырып торорға теләһәгеҙ, супермаркет етәкселеге уны һаҡлау тураһында хәстәрлек күрергә бурыслы. Мәжбүри ҡалдыртһалар, «Роспотребнадзор»ға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Күп кенә осраҡта һаҡсынан әйберегеҙгә ҡарата шәхси яуаплылыҡ тураһында ғариза яҙҙырыу тураһында һорау йәки контроллек итеүсе органдарға мөрәжәғәт итергә теләүегеҙ тураһында әйтеү ҙә етә. Шунда уҡ хоҡуҡтарығыҙ тураһында иҫтәренә төшәсәк.

Фатирһыҙ тороп ҡаламмы?

Ирем менән утыҙ йылға яҡын кооператив фатирҙа йәшәнек. 1998 йылда ул һәләк булды. Балаларыбыҙ юҡ. Иптәшем фатирға васыятнамәне әсәһенә яҙып ҡалдырған. Ә ҡәйнәм вафат булыр алдынан күсемһеҙ милекте ҡыҙына яҙҙырған. Әлегә мин был фатирҙа теркәлгәнмен һәм йәшәйем. Иремдең апаһы фатирҙы үҙенә яҙҙыра аламы? Был осраҡта миңә нимә эшләргә?

Илзирә.

Бөрө ҡалаһы.

Кооператив фатирға пай никах осоронда түләнгән икән, һеҙгә уның яртыһы тейеш. Әгәр ирегеҙ пайҙы никахҡа тиклем түләһә, түбәндәге осраҡтарҙа ғына фатирҙы һеҙҙең исемгә теркәргә мөмкин. Беренсенән, ҡәйнәгеҙ фатирҙы алты ай эсендә үҙенә яҙҙырмаған осраҡта. Икенсенән, ул ярты йыл эсендә күсемһеҙ милекте үҙенә теркәткән, әммә ирегеҙ үлгәндә һеҙ хаҡлы ялда йәки инвалид булған хәлдә. Әгәр ирегеҙҙең әсәһе мираҫты дөрөҫ ҡабул иткән һәм фатирға һеҙҙең бер ниндәй ҙә хоҡуғығыҙ юҡ икән, ул күсемһеҙ милекте кемгәлер һата, бүләк итә йәки васыят итеп ҡалдыра ала. Был осраҡта уның ҡыҙы фатирға тулыһынса хужа булып сыға. Ул һеҙҙән хатта фатирҙы бушатыуығыҙҙы һорай ала.

«Ҡыҙым эшкә урынлашырға теләй»

16 йәшлек ҡыҙымды яңғыҙым тәрбиәләйем. Быйыл йәйге каникул осоронда ул кафела официант булып бер аҙ аҡса эшләп алырға теләй. Эшкә рәсми рәүештә нисә йәштән алалар? Хеҙмәт стажы ҡасан башлана?

Наилә.

Нефтекама ҡалаһы.

Ҡыҙығыҙға 16 тулғас, уның менән хеҙмәт килешеүе төҙөй алалар. Әммә 16 – 18 йәштәге балалар аҙнаһына 35 сәғәттән күберәк эшләргә тейеш түгел. Ә уҡыу осоронда бәлиғ булмағандар уҡыуҙан буш ваҡытта ғына хеҙмәткә йәлеп ителә. 14 – 16 йәштәгеләр өсөн эш ваҡыты көнөнә – 2,5, 16 – 18 йәштәгеләр өсөн 4 сәғәттән артмаҫҡа тейеш. Бәлиғ булмағандарға хәүефле, зыянлы етештереүҙә, ер аҫты эштәрендә, төнгө клубтарҙа, спиртлы эсемлектәр һатҡан, ташыған урындарҙа эшләү тыйыла. 18 йәше тулмағандарға йыл һайын бирелә торған отпуск көнө лә 28 түгел, 31 көн булырға тейеш. Бынан тыш, ялды аҡсалата компенсация менән дә алмаштырыу тыйыла. Иң мөһиме – балағыҙ менән хеҙмәт килешеүе төҙөлһөн һәм эш хаҡы ваҡытында түләнһен.

Ҡәтғи сикләүҙәр юҡ

Мунса һалырға йыйынам. Ул күрше ҡоймаһынан нисә метр алыҫлыҡта булырға тейеш? Ниндәйҙер сикләү бармы?
Булат.

Әлшәй районы.

Ҡәтғи сикләүҙәр юҡ. Әммә мунсаны участка планы схемаһына ярашлы төҙөргә кәрәк. Ул йорттан – 3, гараж, һарай кеүек башҡа ҡаралтыларҙан 1 метр алыҫлыҡта булһын.

Игеҙәктәргә – бер тапҡыр

Ҡыҙымдың игеҙәк балалары тыуырға тейеш. Тәүге улдарына 5 йәш тулды. Әгәр ғаиләлә игеҙәктәр тыуһа, әсәлек капиталы икеләтә түләнергә тейешме?
Мәрйәм.

Балаҡатай районы.

Ҡатын әсәлек капиталын бер тапҡыр ғына алыу хоҡуғына эйә. Тимәк, ул игеҙәк балалы әсәләргә лә бер тапҡыр ғына түләнә. Пенсия фонды бүлексәһенә документтар юллағанда игеҙәктәрҙең береһенең генә тыуыу тураһындағы таныҡлығын күрһәтергә мөмкин.

Уй-теләгенә бәйле

Ирем беренсе ҡатынындағы балаһына алимент түләй. Быйыл ҡыҙға 18 йәш тулырға тейеш. Әммә ҡатын, атаһы балаһына аҡса түләүҙе дауам итергә тейеш, тип иҫәпләй. Шул дөрөҫмө?

Флүзә.

Йылайыр районы.

Беҙҙең илдә бала бәлиғ булғас, алимент түләү туҡтатыла. Әммә ҡыҙ инвалид икән, атай кеше аҡсаны түләүен дауам итергә бурыслы. Дөйөм алғанда, ирегеҙ ғәзиз балаһына ҡасанға тиклем теләй, шуғаса матди ярҙам күрһәтә ала. Бөтәһе лә уның уй-теләгенә бәйле.

Ергә һалым тәртибе

Ер участкам бар. Уға һалымды нисек түләргә?

Зиннур.

Кушнаренко районы.

Инспекторҙар һеҙгә һалым суммаһы һәм ваҡыты күрһәтелгән ҡағыҙҙы ебәргәс кенә түләргә кәрәк. Ә уның суммаһы ер участкағыҙҙың кадастр хаҡына бәйле. Әйткәндәй, әгәр быға тиклем түләү ҡағыҙы тапшырылмаһа, инспекция һалым суммаһы буйынса пеня яҙа алмай. Һеҙгә тапшырылған ҡағыҙҙа күрһәтелгән датанан һуң ғына пеня иҫәпләнергә мөмкин.

Хоҡуғы юҡ

Атайым III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнгән. Ул пенсияһына өҫтәмә түләүгә хаҡлымы икән?
Илдар.

Мишкә районы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Хеҙмәт Даны орденының бөтә дәрәжәләренә лә лайыҡ булғандарҙың ғына өҫтәмә матди тәьмин итеүгә хоҡуғы бар.

Һорау-яуап Матур һүҙҙәргә ышанмағыҙ

Ошо көндәрҙә подъезд буйлап йөрөгән егеттәр һыуға фильтр ҡуйыу буйынса үҙенсәлекле акция тураһында һөйләне. Уның хаҡы – 12,5, акция буйынса 7,5 мең һум булһа ла, күптәр баш тартты. Өлкән йәштәге күршем, егеттәрҙең береһе менән машинала банкка барып, иҫәптән аҡса алып, фильтр өсөн түләгән, договорға ҡул ҡуйған. Йәштәр киткәс кенә ҡатын бер айлыҡ пенсияһын тоттороп ебәреүен аңлаған, шунан ҡан баҫымы күтәрелеп, түшәккә ятҡан. Мин фирмаға шылтыратып, фильтрҙы киреп ҡайтарып, аҡсаны биреүҙәрен һораным. Әммә баш тарттылар...

Зифа Барый ҡыҙы.

Бәләбәй ҡалаһы.

Рәсәй Енәйәт-процессуаль кодексының 144-се статьяһына ярашлы, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. Моғайын, мутлыҡ ҡылынғандыр. Өлкән йәштәгеләр сит-яттарҙың матур һүҙҙәренә ышанып бармаһын, әйбер һатып алғанда һаҡ булһын, тип тағы бер тапҡыр иҫкәртке килә.

Һорау-яуап «Аҡса биреп торғайным...»

Договорға ярашлы бирелгән бурысты ваҡытынан алда ҡайтарып буламы? Документ шаһиттар алдында төҙөлгәйне, аҡса ла улар бар саҡта тапшырылғайны. Етмәһә, паспорттарының мәғлүмәттәре лә документта яҙылған...

З. ИШТАНОВ.

Белорет районы.

Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 42-се бүлегендә бындай договорҙың ваҡытынан алда көсөнән сығыу ихтималлығы хаҡында яҙылған. Уға ярашлы, бурысҡа алыусының аҡсаны ваҡытында түләмәгән йәки сумманы маҡсатҡа ярашлы файҙаланмаған осраҡта, ваҡытынан алда ҡайтарыуын талап итергә мөмкин.

Һорау-яуап Тағы алдайҙар...

«Һамар» фондына 145 акция һалғайным. Башта – 670, аҙаҡ 62 һум күләмендә дивиденд алғайным. Хәҙер: «Был фонд 2007 йылда бөтөрөлдө. Һеҙ договор төҙөмәгәнһегеҙ», – тиҙәр. Ә мин бер ниндәй ҙә иғлан күрмәнем, был хаҡта бер хәбәр ҙә ишетмәнем...

Гөлдәр ӘЛИБАЕВА,
II группа инвалиды.

Баймаҡ районы, Билал ауылы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле һаман өлкән йәштәгеләр мутлыҡ ҡылыусыларҙың мәкерле тоҙағына эләгә. Тағы бер тапҡыр ололарға, ниндәй ҙә булһа фонд, банк йәки башҡа ойошма менән эш иткәндә юристарға, иҡтисадсыларға мөрәжәғәт итегеҙ, матур һүҙҙәргә ышанмағыҙ, бер көнлөк фондтар менән эш итмәгеҙ, тип өндәшәбеҙ. Хәҙер урындағы ҡала, район хакимиәттәрендә, башҡа ойошмаларҙа эшләгән юристар ҙа хаҡлы ялдағыларҙың һорауҙарына бушлай яуап бирә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873