Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҙашмағыҙ, балалар!
Аҙашмағыҙ, балалар!Әбйәлил ҡыҙы, йәш йырсы Альбина Килдейәрова өс йәш ярымға тиклем сит ғаиләлә йәшәй
Күҙҙәренән ҡояш нуры
балҡый,
Йөҙҙәренән сафлыҡ сағыла.
Ниндәй бәхет – атай-әсәй
янда,
Күңелдәрҙән йырҙар урғыла.
Зәйнәп ханым Альбинаһының ошо йырын тыныс ҡына тыңлай алмай. Бына әле лә, телевизорҙан ҡыҙының тауышын ишетеү менән, баҫыла төшкән йөрәк яралары ҡайтанан асылғандай итеп, күңелен ҡорошторҙо…
1982 йылдың көҙө. Ҡушый ауылындағы йәш ғаилә – Зәйнәп менән Юлай тәүге сабыйын көтә. Икеһенең дә тулҡынланыуы сикһеҙ.
– Кем булыр икән? – тип Юлай кәләшенең күҙҙәренә баға.
– Кем булһа ла дүрт һаны теүәл тыуһын, – ти Зәйнәп.
– Уныһы шулай инде.
Бер көндө эш менән булашып йөрөгән Зәйнәп кинәт кенә бил тирәһенән көслө ауыртыу тойҙо.
– Уй Алла! – Ауыртыу ҡабатланғандан-ҡабатланды.
Ярай әле, ире өйҙә ине. Эштең нимәлә икәнлеген аңлап алған Юлай машина эҙләп тышҡа атылды. Урамда ул күршеһе Уралды осратты. Уның ҡатыны ла бәпәйгә ауырып киткән икән. Бер аҙҙан ике ир ҡатындары менән район үҙәгенә елдерә ине. Әммә Асҡарҙа уларҙы ҡабул итмәнеләр.
Аҙашмағыҙ, балалар!– Улай булғас, әйҙә Магнитҡа, – тине бөтәһе бер тауыштан. Әммә ҡатындарҙың тулғағы көсәйгәндән-көсәйҙе. Магнитҡа барып өлгөрмәйәсәктәрен аңлаған ирҙәр “Красная Башкирия” совхозы дауаханаһына юлланды.
Шулай итеп, күршеләрҙең бер үк ваҡытта ҡыҙҙары донъяға ауаз һала. Юлай менән Зәйнәп сабыйҙарына – Гөлгөнә, ә Урал менән Йәнифә Альбина тип исем ҡуша.
Ай артынан ай үтә. Сабыйҙар үҫә, тәпәй баҫа. Тәтелдәп телдәре асыла. Теремек ҡыҙҙар бер-береһенән сығышмай тиерлек. Береһе саҡ ҡына күренмәй торһа, икенсеһе тып итеп үҙе килеп тә етә.
– Гөлгөнә, уйнарға сығаһыңмы?
– Хәҙер, кейенеп кенә алам да.
Шулай бер заман күрше-тирә Гөлгөнәнең – Йәнифәләр, ә Альбинаның Зәйнәптәр яғына тартҡанын сырамыта. Әсерәк, төртмә теллеләре уйынлы-ысынлы:
– Ай-һай, ҡыҙҙарығыҙҙы бутаманылармы икән? – тип тә ысҡындыра.
Әммә был хәбәргә Зәйнәп тамсы ла ышанмай.
– Кит әле, юҡты, булмағанды һөйләмәгеҙ, бишектәге бала бишкә төрләнә, тигәндәр, – тип ҡулын ғына һелтәп ҡуя.
Ҡайһы берҙәре уның һайын ныҡыша.
– Нишләп буш хәбәр булһын, ти. Ныҡлабыраҡ ҡара әле ҡыҙыңа, тамсы ла үҙеңә оҡшамаған, хәс Йәнифә бит!
– Ҡуйсәле, юҡ менән башты ҡатырмағыҙ…
Тамсы тама-тама ташты тишә тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Халыҡ араһында таралған имеш-мимеш Йәнифәнең күңеленә шик һала. Ул балаларҙы гел генә сағыштырып йөрөй башлай, күршеләренең ҡыҙын иренең һеңлеләренә оҡшата. Тора-бара ауылда таныш-тонош, дуҫ-иштәр ҙә ҡыҙҙарҙың буталыуына тамсы ла шикләнмәй. Был хәбәр күрше-тирә ауылдарға, хатта тотош районға тарала. Берәй ерҙә Ҡушый кешеһен күрһәләр, иң тәүҙә шул торала һораша башлайҙар:
– Һеҙҙә шуларҙың балалары буталған, тиҙәр. Ысын хәбәрме шул, бушмы?
Ҡыҙҙар өс йәш самаһына еткәс, ике ғаилә лә был һүҙҙең буш булмауына инана. Хәҙер инде уларҙың яҙмышын еңел генә хәл итеп, балаларығыҙҙы алыштырып алығыҙ, тип кәңәш биреүселәр ҙә табыла.
Ни ҡылырға ла, ни уйларға ла белмәй йәштәр. Ауыр уйҙар йәнде иҙә. Дәртләнеп кенә тормош ҡора башлаған йәш ғаиләләр өсөн бөтә донъяны ҡара һөрөм ҡаплап алғандай тойола. Аштың тәме юғала, ҡулға эш бармай. Уйҙарҙың иге-сиге юҡ. Күпме былай ут йотоп, икеле-микеле уйҙар даръяһында йәшәргә мөмкин? Бер ҡарарға килергә кәрәк. Йәштәр кәңәшләшеп, унан-бынан аҡса йыйыштырып, Өфөгө юллана. ДНК һөҙөмтәһе бөтә шик-шөбһәгә нөктә ҡуя: сабыйҙар ысынлап та алмашынған!
Анализ һөҙөмтәһе генә бөтәһен дә хәл итһә икән дә шул! Ошо йәшкә ҡәҙәр төн йоҡоларыңды йоҡламай үҫтергән балаңды нисек инде тота килеп алыштырмаҡ кәрәк! Мал түгел дә ул. Бер нисә минутҡа магазинға сыҡҡан арала ла һағынып өлгөргән, әсәй, нишләп оҙаҡланың ул, тип килеп ҡосағыңа һырылған сабыйҙарҙың йөрәге өҙөлмәҫме? Хыялыйға һабышмаҫтармы? Ә шул ваҡытта үҙ йөрәгең икенсе ғаиләлә үҫә. Уйҙарыңдан уйылырлыҡ! Зәйнәп тә, Йәнифә лә туғыҙ ай буйы үҙ йөрәге аҫтында йөрөтөп ғазаптар аша тапҡан сабыйҙы ла, күкрәк һөтөн имеҙеп үҫтергәнен дә тик үҙе генә ҡарар ине лә бит…
Нисек кенә ауыр булмаһын, ҡыҙҙарҙы алмаштырып алалар, исем ҡағыҙын яңыртып тормайҙар. Хәҙер Гөлгөнә – Альбинаға, ә Альбина Гөлгөнәгә әүерелә.
Бер ҡараһаң, бөтә проблемалар артта ҡалған кеүек. Әммә бөтәһе лә алда булған икән. Күрше йәшәгән ҡыҙҙар уйнарға сыҡҡан арала онотолоп элек йәшәгән өйҙәренә ҡайта ла китәләр. Шуға ла бер мәл уларҙы, әҙерәк төңөлгәнсе тип, өйҙән сығармайыраҡ та торалар. Шуғыраҡ холоҡло Альбина яңы ғаиләгә тиҙерәк өйрәнә, ә Гөлгөнә ауыр, үтә ауыр күнегә. Тәҙрәнән моңайып, тилмереп, илап ҡарап ҡалған Гөлгөнәне күреп, Зәйнәптең йөрәге өҙөлөүҙәре! Нимәгә генә тотонмаһын, уйҙары үҙенән-үҙе ҡыҙына бара ла тоташа. Төндәр буйы һаташып, илап сыға.
Йәнифә лә өҙгөләнә. Йоҡоһо — йоҡо, ашы аш түгел. Нишләрен белмәгән ҡатын көндәрҙең береһендә, үҙен үҙе аңламай, ике ҡыҙҙы ала ла тыуған ауылы Үтәгәнгә ҡаса. Икеһенә лә бер иштән пальто алып бирә. Әммә арттарынан Зәйнәп милиция менән килеп тә етә.
Артабан ҡыҙҙар әкренләп үҙ атай-әсәйҙәренә өйрәнгәндәй була. Шулай ҙа “яңы ғаиләлә” саҡ ҡына шелтә яһаһалар ҙа, үҙҙәрен яратмайҙар икән тип уйлайҙар. Хатта үҙ-ара осрашҡанда, ниңә генә беҙҙе алыштырҙылар икән, тип серләшеп тә алалар.
Альбина менән Гөлгөнә бер туғандар кеүек үҫә, бер партала ултыралар, тыуған көндәрен дә бергә үткәрәләр. Ҡыҙҙар тәүге әсәйҙәрен дә, үҙҙәренекен дә әсәй тип йөрөтә.
Мәктәптән һуң юлдар айырыла: Гөлгөнә Сибайға институтҡа уҡырға инә, Альбина эргәлә генә ятҡан Магнитогорскиға юл тота.
Йөрәккә ҡан һауҙырған был ҡыҙғаныс ваҡиғанан һуң байтаҡ йылдар үтте. Хәҙер Альбина – танылған йырсы, күптән түгел пародист Илнур Юламанов менән гөрләтеп туй үткәрҙеләр, ә Гөлгөнә үҙе ике бала баға. Ҡыҙҙар ике әсәһен дә онотмай, телефондан шылтыратып торалар, байрамдарҙа бүләкте икеһенә лә әҙерләйҙәр. Тыуған яҡта ике йортта ла уларҙы һағынып көтөп торалар.
Кинәт телефон шылтырауы Зәйнәп ханымдың сыуалсыҡ уйҙарын бүлде. Өфөнән Альбинаһы ине:
– Әсәй, ни хәл, концертты ҡарайһыңмы?..
– Эйе, эйе, балам…
Унан һуң йәнә телефондан Альбинаның йыры яҙҙырылған тауыш яңғыраны. Был юлы Сибайҙан Гөлгөнәһе ине.
– Әсәй, беҙҙең Альбина йырлай!
Ике ҡыҙының да бер-бер артлы яғымлы тауышын ишетеүгә, Зәйнәп ханым еңел һулап ҡуйҙы. Бала табыу йортонда бутағандары ла еткән, бараһы юлдарығыҙ уң булһын, аҙашмағыҙ, балалар, тип теләне әсә күңеле.
Венер ИСХАҠОВ
Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 141

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 488

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 229

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 933

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 699

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 276

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 697

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 972

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 457

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 532

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 358

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 538