Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Үтенес– Кеше хәҙер китап уҡымай бит, – тигән булалар.
Буш һүҙ ул! Ана, яңыраҡҡына кеҫәһенә университет дипломын һалған Айнур Нурмөхәмәтовтың тәүге повесы сығып та өлгөрмәне — ҡырылышып алып бөттөләр. Өлгөрмәгәндәре зыҡҡубып китапты эҙләй.
— Һинең повесың кәрәк ине, – тип авторҙыңүҙенә килеп етәләр. Алыу ғынамы әле! Йәш әҙипте төрлө райондарға осрашыуға саҡыралар. Ә инде үҙен күргәс, күҙҙәре бәзләп китә. Тегенеһен-быныһын төпсөнөп, һорашып һүҙҙәре бөтмәй.
– Шул ысынмы?
– Анау малай үҙегеҙ булаһығыҙмы?
— Дауамын яҙаһығыҙмы?
Бына бөгөн дә йәш әҙип алыҫ райондан осрашыуҙан ҡайтып, киҫелгән ағас кеүек карауатына ауғайны ғына, телефоны шылтыраны.
– Һаумыһығыҙ, Айнур һеҙ булаһығыҙмы? – Йәнә таныш булмаған апай шылтырата ине.
— Эйе.
— Улайһа, бик шәп. Бына, туғаным, телефоныңды саҡ таптым, әй. – Унан апай повесть хаҡында һайраны.
— Һине яман шәп әҫәр яҙған тип бөтәһе лә маҡтай. Кеше тәк зерәгәһөйләмәйҙер. Беҙҙең райондыҡылар насар яҙа белмәй ул. Ана бит хәҙер тағы бер яҙыусы өҫтәлде! Маладис, туғаным! Кәнишне, әле әҫәреңде үҙем уҡымағанмын. Ярай, берәй тыуған яҡҡа юл төшкәндә миңә лә шул китабыңды керетеп сығырһың, йәме! Автограф яҙып тороп бирерһең. Теге ваҡыт үҙеңде телевизорҙан да күрһәттеләр. Бигерәк матур һөйләйһең шул, ҡустым, гел шулай бул!
Унан апай бер килке тынып ҡалды ла йәнәһүҙ башланы:
— Туғаным, һиңә бик ҙур үтенесем бар ине. Уйланым-уйланым да һинән дә шәберәк кеше булмаҫтыр, тинем…
— Ниндәйерәк йомош? – тип һораһа ла Айнур, апайҙың тел төбөн төҫмөрләне инде, моғайын, осрашыуға саҡыралыр.
— Миңә ете минутлыҡҡына доклад кәрәк ине, балаларҙы тәрбиәләү темаһына. Иртәнге унға тиклем өлгөртһәгеҙ, бик шәп булыр ине.
Йәш әҙип уйға ҡалды. Нимә эшләргә? Тәк, ете минутлыҡ тинеме әле? Уны яҙыу өсөн дә барыбер ваҡыт кәрәк. Арытылған. Үлтереп йоҡо килә. Юҡ, нисек кенә ярҙам итергә теләһә лә, яҙа алмаҫ. Унан ят апайға уңайһыҙланып ҡына яуапланы:
— Уй, апай, бер нисек тә булдырып булмаҫ ул. Беренсенән, мин мәктәптә бер көн дә эшләгән кеше түгел, унан өлгөрә лә алмам. Тота килеп кенә доклад яҙып булмай ҙа инде. Ниндәйҙер сығанаҡтар кәрәк. Һеҙ мине ғәфү итерһегеҙ, йәме!
Айнурҙың был һүҙенә яҡташ апайҙың иҫе китте шикелле.
– Сығанаҡ тиһегеҙме ул?! Китсәле! Анау тиклем китап һынлы китап яҙған кешегә шул ете минутлыҡ доклад яҙыу нимә генә инде ул!
— Юҡ, апай! Бер нисек тә ярҙам итә алмам. Һеҙ мине ғәфү итегеҙ, йәме!
— Тырышырбыҙ инде, – телефондың теге осондағы апай ризаһыҙғына шулай тине. Гүйә, күптәнге танышы кәрәк кенә ваҡытта уға ярҙам итмәгән. – Ярай, һеҙ ярҙам итергә теләмәгәс, икенсе яҡташ яҙыусынан һорармын.
Шул саҡ Айнур ярҙам һораусынан:
— Ул доклад ниңә кәрәк булды һуңҡапыл? – тип һорап ҡуйҙы.
— Үҙем өсөн булһа, аптырамаҫ та инем. “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында районда еңеп сыҡҡайным, иртәгәӨфөлә республика буйынса була. Унда райондың йөҙөнәҡыҙыллыҡ килтермәҫкә кәрәк. Үҙем бер нисек тә яҙа алмайым. Былтыр беренсе урынды алған кешегә лә докладты ниндәйҙер ғалим яҙып биргән, тигәйнеләр...


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә