Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » "Бөйөк" алдатҡысҡа бирешмәгеҙ!
"Бөйөк" алдатҡысҡа бирешмәгеҙ!
Шундай легенда йәшәп килә: бынан бер нисә быуат элек Италия монахы Валентинус, "фәлсәфә ташын" эҙләп, шарап парын ҡыуған саҡта тоноҡ шыйыҡса алған. Валентинус менән уның ярҙамсыһы, был шыйыҡсаны аҙыраҡ эскәндән һуң, үҙҙәрен шат күңелле, йәшәреп киткәндәй тойған. Үҙенең асышына шатланған монах иҫ киткес яҡшы тәьҫир итә торған матдә — эликсир алыуы тураһында халыҡҡа белдерергә ашыҡҡан. Ул, имеш, ҡарт кешене йәшәртә, арығандың көсөн арттыра, күңелһеҙҙең күңелен аса, арыуҙы бөтөрә. "Быуаттар буйына алхимиктар эҙләгән матдә ошо түгелме икән?" — тигән ул.

Был асыш, яңы булмаһа ла, бик тиҙ таралып өлгөрә. Етенсе быуатта уҡәле ғәрәптәрҙә шарапты ҡыуып таҙартыу ысулы билдәле булған. Алынған шыйыҡсаны "эль кеголь" (был һүҙ "нескә" тигән мәғәнәне аңлата) тип атағандар.
Шағирҙар алкоголде үҙҙәренең шиғырҙарында маҡтаған, быныңөсөн иң матур сағыштырыуҙарҙы ла ҡыҙғанмаған. Уны "тере һыу" тип йөрөткәндәр. Ләкин кешеләр, алкоголдең сәләмәтлеккә зарарлы икәнен бик тиҙһиҙеп, уны "үлем һыуы" тип тә атай башлаған.
Спиртлы эсемлектәрҙе йыш һәм самаһыҙ эсеүһөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ауырыуҙы медицинала алкоголизм тип йөрөтәләр. Киңерәк мәғәнәлә алкоголизм — тыйылғыһыҙ рәүештә алкоголь менән мауығыу, алкоголь деградацияһы, алкоголь психоздары йөрәк-ҡан тамырҙары, ашҡаҙан, бауыр ауырыуҙары, көнкүрешкәһәм йәмәғәт тормошона ғәйәт ҙур зыян килтереүсе факторҙар йыйылмаһы ул. Алкоголь — морфий, әфиүн, кокаин, никотин кеүек үк наркотик, тотош организмды ағыулаусы ул.
Алкоголле эсемлектәр рәтенә араҡы, коньяк, ликер, шарап, һыра, көмөшкә, әсегән бал һәм башҡалар инә. Уларҙың организмға тәьҫир итеүсе өлөшө — этил алкоголе йәки шарап спирты. Спирт менән бергә алкоголле эсемлектәрҙең составына ағас спирты, араҡы майы кеүек матдәләр ҙә инә.
Заводта яһалған спиртлы эсемлектәрҙең зарарлы өҫтәмәләре аҙыраҡ була, сөнки улар ныҡ таҙартыла һәм техник күҙәтеү аҫтында яһала. Ә көмөшкә, әсегән бал һәм шулар кеүек өйҙә яһалған башҡа спиртлы эсемлектәр таҙартылмай, шуға күрә лә уларҙа шарап спиртынан башҡа организмға сикһеҙ зарарлы ағыулы матдәләр — бутил һәм пропил спирттары — була. Уларҙың йыш ҡына осраҡта һуҡырайыуға һәм үлемгә килтереүе мөмкин. Ағас һәм метил спирты айырыуса ҡурҡыныс. Уның 50-70 грамы ла һуҡырайта, үлтерә. Денатурат спирты ла — көслө ағыу, уның шешәһенәүк "ағыу" тигән этикетка йәбештерелгән була.
Эселгән алкоголь ашҡаҙан һәм эсәктәр аша ҡанға бик тиҙһеңәһәм бөтә организмға тарала. Был ваҡытта нервы системаһының иң юғары һәм ҡатмарлы бүлектәре дөрөҫ эшләмәй. Йыш эскән кешенең йөрәге сәнсеп ауырта, йыш тибә, физик эш ваҡытында тыны ҡыҫыла. Алкоголь тәьҫирендә йөрәк мускулдары көсһөҙләнә, май менән ҡаплана. Ҡан тамырҙары, бауыр күҙәнәктәре боҙола.
Эскесе кешеләрҙә ашҡаҙан гастриты, сей яра ауырыуы йышыраҡ күҙәтелә. Алкоголиктар туберкулездан, рактан йыш яфа сигә. Ашҡаҙандағы сей яраны дауалау өсөн бер ваҡытта ла спиртлы эсемлек, бигерәк тә спирт файҙаланырға ярамай. Алкоголдең ауыртыуҙы бөтөрөүүҙенсәлеге бар, тик ул ваҡытлыса. Артабан ауырыу көсәйә генә. Алкоголь, тәнгә — ялған көс, рухҡа ялған күтәренкелек биреп, эскән кешене алдай ғына.
Алкоголде йыш ҡулланыусылар күберәк гипертония һәм атеросклероз менән ауырый, иртәҡартая. Тышҡы ҡиәфәте менән эскеселәр үҙ йәштәштәренәҡарағанда олораҡ күренә.
Нервы системаһы спиртлы эсемлектәрҙән айырыуса ныҡ зарарлана. Кеше ни тиклем күп эсһә, уның нервы күҙәнәктәре шул тиклем нығыраҡ сафтан сыға.
Иҫерек сағында кеше үтә ярһыу, үҙ-үҙенә артыҡ ышаныусан һәм ғәмһеҙ булып китә, үҙенәүҙе хужа була алмай, янъял ҡуптара, хатта һуғыша, әҙәпһеҙгә, маҡтансыҡҡа әйләнә, әхлаҡи һәм социаль яҡтан тарҡала. Ундайҙарҙы ғаилә, эш, тормош ҡыҙыҡһындырмай.
Эскеселәр йыш ҡына баш ауыртыуҙан, йоҡоһоҙлоҡтан интегә, хәтере насарая. Тиҙҡыҙып китеүсән, үс алыусан булалар. Оҙаҡ эсеп ағыуланыу һөҙөмтәһендәҡапыл ғына нервы тамырҙарының шешеүе (алкоголь полиневриты) ихтимал. Бындай ваҡытта ҡул-аяҡкөсһөҙләнә, аҡрынлап фалиж һуға.
Эскән кешелә урынһыҙ көнләшеү тойғоһо һәм енси көсһөҙлөк күҙәтелә. Бынан тыш, нервы-психика ауырыуҙары йәки алкоголь психоздары барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ундай хәлдәрҙә кеше "туҙға яҙмаған" нәмәләрҙе "ишетә", "күрә", урынһыҙҡурҡа һәм бүтәндәр өсөн социаль хәүефлегәәүерелә.
Шуны әйтергә кәрәк, алкоголь оло кеше организмына ҡарағанда балаларҙыҡына нығыраҡһәм тиҙерәк зарар килтерә. Спиртлы эсемлектәрҙе аҙғына тәмләһә лә, бала бик тиҙ ярһый. Араҡы эсергәөйрәтелгән бала физик яҡтан да, аң яғынан да насар үҫә, аҙҡанлы һәм аҡылға зәғиф була. Иғтибары һәм хәтере кәмеү сәбәпле, насар уҡый, фәндәрҙе насар үҙләштерә, тәртибе лә боҙола.
Ғаиләлә булған йәмһеҙ күренештәр, ата-әсәнең эскелек менән шөғөлләнеүе, ҡысҡырышыуы, йыш ҡунаҡ йыйып, эсеп-йырлашып ултырыуы баланың нервы-психика системаһында ауыр эҙҡалдыра.
Йөклөһәм бала имеҙгән әсәләр спиртлы эсемлектәрҙән бөтөнләй баш тартырға тейеш. Бер ауылда бәләкәй бала көҙән йыйырыуҙан үлгән. Уның ағыуланыуына әсәһенең мәжлестә бер стакан көмөшкә эсеп, ярты сәғәттән һуң балаһын имеҙеүе сәбәп булған. Ҡайһы бер балалар, әсәләренең араҡы эсеүе арҡаһында, быума (эпилепсия) ауырыуына дусар була.
Беҙҙең илдә алкоголизмдың социаль нигеҙе бөтөрөлгән, шуныңөсөн эскелеккәҡаршы көрәштә тәрбиә эше төп урында тора. Тимәк, беҙҙең шарттарҙа был күренеш ауыр тормош билдәһе түгел, әҡайһы берәүҙәрҙеңәхлаҡи аҙғынлығы һәм әҙәпһеҙлеге һөҙөмтәһе.
Табиптар араҡынан баш тартырға өгөтләп, йәмғиәттә файҙалы хеҙмәт, үҙең яратҡан сәнғәт төрө менән шөғөлләнергә, уҡырға һәм белем алырға, күңелле ял итергә, физкультураға һәм спортҡа яҡын булырға тәҡдим итә. Алкоголизмға ҡаршы көрәш медицина хеҙмәткәрҙәренең генә бурысы түгел, педагогтар ҙа, тәрбиәселәр ҙә, йәмәғәтселек тә, ата-әсәләр ҙә был йүнәлештәҙур эш алып барырға тейеш.
М. ҒАТАУЛЛИН,
ғалим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә