Эшләмәгән баш Элегерәк колхоздан кешеләрҙе урман киҫергә ебәргәндәр. Беҙҙән Ғибаҙрислам, Кәбир, Сәйфулла, Мөхәмәт бабайҙар һәм башҡа ауылдаштарым киткән.
Былар барған ауылдарында фатирға төшкән. Урман эше ауыр бит, бер аҙ эшләгәс, ялға туҡтағандар.
Ахыр килеп береһе:
— Әллә, Ғибаҙрислам, беҙҡайтыуға ауылдағы магазинға барып берәй литр алып ҡуяһыңмы? Бында һинеңөсөн дә эшләй торорбоҙ, — ти икән.
Күп уйлап тормай, Ғибаҙрислам бабай ат юлынан йәйәүҡайтып киткән. Шунан ҡалған урмансылар, форсаттан файҙаланып, өйҙән килтергән араҡыларын ултырып эскән, ти. Төшкө ашты ашап, кискә фатирҙарына ҡайтып ингәндәр. Ҡараһалар, Ғибаҙрислам бабай һаман юҡ, ти. Ут алып, ашарға бешереп йөрөгәндә, был алйып ҡайтып төшкән. Ашап та тормай, һикегә менеп ятҡан, ти. Ятыуы ла ғәжәп булған: аяҡтарын — мендәргә, башын ҡаҡ таҡтаға һалған.
— Ятҡас, әҙәмсә ят, ҡайҙа күргәнең бар аяҡты мендәргәһалғандарын, — тигән былар.
Ғибаҙрислам бабай:
— Эшләмәгән баш арҡаһында күпме ҡар ярып йөрөнө ул аяҡтар, шуға йомшаҡта хәл йыйһындар, ә туң баш ҡаты урында ятһын! — тигән, ти.
"Егерме!" Ғибаҙрислам бабай колхозда һарыҡҡараған. Һис көтмәгәндә фермаға райондан комиссия килеп төшкән. Мал тулмай, ти, шуны былар һанап ҡарамаҡсы икән.
Райондан килгән кешеләрҙең аяғында – яҡшы ботинка, ә ферма эсенәүтерлек түгел, бысраҡ икән. Былар Ғибаҙрислам бабайға иҫәпләргәҡушҡан.
— Мин бит, ағай-эне, егермегәҡәҙәр генәһанай беләм, — тигән, ти, бабай.
— Ярай улайһа, һин егермегәҡәҙәр һана ла ҡысҡырырһың, ә беҙ ишек төбөндә яҙып торабыҙ, — тигән тегеләр.
Шунан Ғибаҙрислам бабай һанарға керешеп киткән. Һарыҡтар араһында аҙыраҡ йөрөй ҙә "егерме" тип ҡысҡыра, ти. Тағы ла йөрөй, тағы "егерме" тип ҡысҡыра. Шулай һөрәнләй торғас:
— Йә, ярай, башҡа һанама, бында былай ҙа артып китте, — тигән дә ревизорҙар, машиналарына ултырып ҡайтып киткән.
Ғибаҙрислам бабай уларҙың артынан серле генә йылмайып, көлөп ҡалған, ти.
Таһир ВИЛДАНОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.
Дежур Миңә 18 йәш тулғанда, йәғни егет ҡорона ингән генә сағымда, ауылыбыҙҙа урта мәктәп һала башланылар. Төҙөлөшкә Салауат ҡалаһынан ПТУ тамамлаған ҡыҙҙар килде. Ҡаланыңһары баштары беҙгә матурыраҡ күренгәндер инде, һайлана-һайлана, уларҙы оҙата башланыҡ. Күп булғастар, өйҙәргә түгел, ә клубҡа урынлаштырҙылар. Тансаһы ла, ҡыҙҙары ла шунда, алыҫҡа йөрөйһө түгел.
Тәүге көндә миңә, һары сәсле егет булғанғалыр инде, бер мәрйәҡыҙы күҙһалды. Тик ул күңелемә оҡшап етмәне. Икенсеһе менән таныштым. Уныһын да бер көн оҙаттым да хушлаштым. Шулай ҡыҙҙар күп булғандыр инде, тағы бер нисәүһен оҙатҡыланым. Бер көндө сираттағыһына йөрөп килергә тәҡдим яһаным. Ә ул:
— Һинең менән бөгөн мин түгел, ә Мәрйәм йөрөргә тейеш бит, — ти.
— Нисек инде Мәрйәм сығырға тейеш? — тип аптырап һораным.
— Күҙең булһа, ана, иғландар таҡтаһын ҡара, — тип яуапланы ҡыҙ.
Таҡта янына килдем. Бер бағанала минең фамилия, исем, ә икенсеһендә клубтағы ҡыҙҙарҙың барыһының исем-шәрифе яҙылғайны. Ҡыҫҡаһы, минеңҡайһы көндә кемде оҙатырға тейешлегемде күрһәткәндәр — дежур таблицаһы кеүек эшләнгән. Әле был хәл иҫкә төшкәндәҡыҙыҡ та бит, тик ул ваҡытта, клуб иҙәнендә тишек күрһәм, валлаһи, шунда төшөп юғалған булыр инем.
"Әсәйҙе уятмайыҡ" Элек ауылдарҙа, кис етһә, йәштәр ни эшләргә белмәй ҡаңғырып йөрөгән саҡтар күп була торғайны. Шуға ла кемдеңдер ҡапҡаһын алмаштырып, берәүҙең утынын икенсеһенә ташып өйөп шаярта инек. Шулай бер ваҡыт этлек уйлап ултырғанда, беҙҙән ике йәшкә олораҡ Миңлеғол исемле егет былай ти:
— Егеттәр, әйҙә, анау һыу буйындағы тиҙәк өйөмөн күсереп ҡуябыҙ.
Элек һыу буйында күп кеше мал тиҙәген киптереп кирбес өйөмө кеүек итеп өйә торғайны. Миңлеғол әйтеүенсә, ул өйөм Һиҙиәт бабайҙыҡы икән. Бик уҫал ҡарт була торғайны ул. Бала-саға эргәһенән урабыраҡүтергә тырыша ине.
Ҡарттан үс алыу теләге менән беҙ, малайҙар, шатланып тиҙәк өйөмөн ташырға ризалаштыҡ. Миңлеғол: "Ул сатан ҡарт тиҙәкте кем урлағанын ҡайҙан белһен, әйҙә, беҙҙеңһарайға ғына индерәйек тәҡуяйыҡ", – тине. Беҙ кемуҙарҙан эшкә тотондоҡ. Аҙаҡ ах та ух килеп ял итеп ултыра инек, Миңлеғол: "Әсәйем, шул тиҙәкте ташып ҡуй, тип әлләҡасандан бирле маҙаға тейгәйне. Рәхмәт, егеттәр, булдырҙығыҙ! Сәйгә саҡырыр инем дә бит, әсәйемде уятып тормайым инде — өйөгөҙгәҡайтҡас ҡына эсерһегеҙ", — тип, ҡайһы аралалыр өйөнә инеп тә юғалды.
Рәйес БАЙГИЛДИН.
Стәрлебаш районы, Стәрлебаш ауылы.
"Поймал!" Әхмәт ҡарт Әүжән кибеттәрен ҡыҙырып йөрөй икән. Береһендә таба һатылғанын күрә. Алмаҡсы була. Тик нисек итеп һатыусынан һорарға? Уйлана торғас, әмәлен таба шулай ҙа. Һатыусыға, ҡоймаҡ бешергән кеүек ишара яһап: "Шыж-мыж иткәнский, әйләндереп һуҡҡанский", — ти һәм табалар ултырған мөйөшкә ымлай. Мәрйәһатыусы, бер аҙ ауыҙын асып аптырап торғандан һуң, бар әйбергә лә төртөп һорай башлай. Табаны барып тотҡас, Әхмәт ҡарт, шатлығынан ауыҙын йырып: "Поймал!" — тип ҡысҡырып уҡ ебәрә. Хәҙер беҙҙә берәй нәмә тапһалар, "поймал" тип шаярталар.
Мах бирмәгән Әхмәт ҡарт менән Сәйет исемле бабай Әүжәндә парикмахерға инергә була. Сәйет ҡарт әҙ-мәҙ урыҫса һупалай икән. Тәүҙә ул кереп китә, сәсен үҙе теләгәнсә "подпулка" иттереп алдырып сыға. Әхмәт ҡарттың бының сәсенә күҙе ҡыҙа. "Туҡта, мин дәһинең кеүек киҫтерәйем әле", — тип, инеп китә. Сәс алыусы һорай икән: "Вам налысо, что ли?" Әхмәт ҡарт, был мәрйә "Теге бабайҙыҡы кеүек кәрәкме?" тип һорай икән тип, "ыһы-ыһы"лап тик ултыра. Сәсен тап-таҡыр иттереп ҡырҙырып сыҡҡас, дуҫының аптыраулы ҡарашына: "Былай ишшеүһәйбәт тип уйланым да, шулай алдырттым", — тигән була. Мах бирмәгән шулай ҙа...
Әлфиә БИКМӨХӘМӘТОВА.
Бөрйән районы, Тимер ауылы.
"Мораҡҡа китте" Элек беҙҙә ихаталар кәртәләнмәне. Ауылдың кәзәләре, эҫенән ҡасып, Баһау бабайҙыңөй нигеҙендә ята икән. Шунда бер кәзә "баһа-баһа һау" тип баҡыра, ти. Әҡарттыңөйҙә ятҡан әбейе:
— Баһау олатайыңөйҙә юҡ, Мораҡҡа китте! — тип ҡысҡыра икән. Шулай теге кәзә тағы ла баҡырған. Әбей, йәне көйөп:
— Шайтан алғыры, әйттем бит, Баһау олатайың Мораҡҡа китте, тип, нисек аңламайһығыҙһуңһеҙ?! — тип, күтәрмәгә сыҡһа, бер кеше лә күренмәй. Бер кәзә генә ята. Әбей, аптырауынан күтәрмәгә сүгәләп:
— Эй, был хайуандар, икенсе заманда йәшәгәс, олаталарының исемен дә белеп бөткән, — тип әйткән, имеш.
Ильяс ИҪӘНГИЛДИН.
Күгәрсен районы, Бикбулат ауылы.
"Әнүәр ҙә ултырһын..." Еҙем буйындағы ауылдарҙа йәшәгән кешеләр, йылға үрендәге Толпар ауылына барып, ҡыш көндәрендә урман эшендә ятҡан. Яҙғы ташҡында үҙҙәренәһал менән ағып төшөр булғандар. Ағасты киҫеп бөткәсме шул, әллә аҙыҡтары бөтөпмө, Еҙем яры буйлап Толпарҙан Ибраһим ауылына Фазлетдин бабай, Тимерғәле һәм Әнүәр ағайҙар йәйәүләп әлһерәшеп ҡайтып килгән. Шул саҡ йор һүҙле Фазлетдин бабай:
— Дә-ә-ә... Әле ошонда “Мәрүс” (ат исеме. – Авт.) булһа... — тигән, ти.
Тимерғәле менән Әнүәр ағайҙар ул ваҡытта йәш булған, арығандарҙыр ҙа инде. Ат һүҙе ишетелгәс, йөҙҙәре яҡтырып киткән быларҙың. Ә Фазлетдин ҡарт аҫтыртын ғына йылмайыуын белгән. "Ут"ҡа тағы "май" өҫтәгән:
— Тимерғәле, әле ошонда егеүле Мәрүс торһа, Әнүәрҙе ултыртыр инеңме?
Тегенеһе:
— Юҡ, ултыртмаҫ инем, — тип ысҡындырған. Былар ни, зыу килеп һуғышып алған да киткән. Шунан файҙаланып, Фазлетдин ҡарт әҙерәк ял итеп алған. Аҙаҡ Тимерғәлегә:
— Ярар инде, Тимерғәле, Әнүәр ҙә ултырһын, — ти икән хәйләкәр ҡарт.
Юлсылар аҙаҡ тағы ла "тәпәй-турат" менән юлын дауам иткәндәр. Шул ваҡыттан бирле "ярар, Әнүәр ҙә ултырһын" тигән әйтем йөрөй беҙҙең яҡ халҡында.
Ҡоймаҡҡойоу бер ни түгел
Беҙҙең күршелә бер ҡарсыҡ йәшәй ине (хәҙер мәрхүмә инде). Уның рухын рәнйетергә теләмәһәм дә, ҡалған бер мәҙәк һүҙе хәтерҙән сыҡмай.
Әбейҙең оло улы мәрйә килен алып ҡайта. Аш-һыу яғына оҫта булһа ла, ҡарсыҡтың яратҡан ризығын — ҡоймаҡты бешерә белмәй икән был. Шулай бер көндөәбей киленен ҡоймаҡҡойорға өйрәтмәксе булған. Әүҙе урыҫса икмәк-тоҙлоҡ та һупаламай. Плитә янына киленен ымлап саҡырып килтергән дә, ҡыҙған табаға ҡоймаҡлыҡ шыйыҡҡамырҙы һалып күрһәтеп, былай ти икән:
— Шажт иттереп һалғански ҙа шап иттереп алғански...
Фиҙаил МӨХӘМӘТОВ.
Ғафури районы, Ҡыҙыл Яр ауылы.