Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Райондың тыуған яҡ тарихын өйрәнеү музейынан халыҡ өҙөлмәй. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең тыуыуына 90 йыл тулған көндәрҙә Үрге Йәркәйҙә, шулай уҡ яҡташыбыҙҙың тыуған ауылы Ташшишмәлә бер юлы ике музей асылды.
Район үҙәгендәгеһе ике залды биләй, унда Геройҙың тормош юлын сағылдырған документтар, фотолар ҡуйылған. Муса Гәрәевтең тормош иптәше Галина Александровна ла ғаилә архивынан бик күп әйберҙәр бүләк иткән.
Аҫҡы ҡаттағы күргәҙмә залында хәтер кисәләре, осрашыуҙар уҙасаҡ.
— Билдәле булыуынса, быйыл яҡташыбыҙ Муса Гәрәевтең тыуыуына 90 йыл тула. Уға ҡыҙыу әҙерлек бара, музейға капиталь ремонт үткәреләсәк, бының өсөн республика һәм муниципаль район хакимиәте бюджетынан аҡса бүленде, — ти музейҙың директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Хәбибов.
Бында 5500 экспонат һаҡлана. Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған зал күп төрлө материал менән тулыландырылған — һуғышта ҡатнашҡан һәм яуҙа башын һалған батырҙарҙың фотоһүрәттәре ҡуйылған.

Нур өләшеүселәр

Үҙәкләштерелгән китапхана киләсәк быуын бала саҡтан уҡ рухи аҙыҡ алып үҫһен, нәфис әҙәбиәт менән дуҫ булһын, заман менән бергә атлаһын өсөн Исәмәттәге балалар һәм йәш үҫмерҙәр социаль приютын шефлыҡҡа алған. Унда яҙыусылар менән осрашыуҙар, арҙаҡлы шәхестәрҙең хәтер кисәләре йыш үтә. Китапханаға Фина Зиннәтуллина етәкселек итә.
Үрге Йәркәй үҙәк китапханаһында үҙ һөнәренең оҫталары эшләй. Хеҙмәткәрҙәр кеше күңелендә матурлыҡ, изгелек кеүек сифаттар тәрбиәләй. Данлыҡлы яҡташтарыбыҙ менән осрашыуҙар, уларҙың ижадына бағышланған кисәләр даими ойошторола. Яңы таланттарҙы асыу, китап һөйөүселәрҙе йәлеп итеү маҡсатында исем туйҙары, тыуған яҡтың тәбиғәтенә һоҡланыу, уны һаҡларға өндәү кеүек саралар даими уҙа. Мәҫәлән, күптән түгел күренекле яҡташтарыбыҙ, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, атҡаҙанған фән эшмәкәре, ғалим, публицист Суфиян Поварисов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстандың халыҡ шағиры, Г.-Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара, А. Алиш, Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Роберт Миңнуллин китапханала ҡунаҡта булып, ижад һөйөүселәргә һоҡланғыс осрашыу минуттары бүләк итте.
Лира ГӘРӘЕВА.
Илеш районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә