Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыныс мәлдәре күберәк булһын
Тыныс мәлдәре күберәк булһын
Йәшлектә бер һөнәр һайлап та артабанғы ғүмерен бөтөнләй икенсе хеҙмәткә арнаусылар күп беҙҙең арала. Уларҙың көндәлек тормошонда тәүге шөғөлдәренең дә ярҙамы аҙ түгел. Һүҙ — шундай шәхестәрҙең береһе хаҡында.

— Айрат Сәләхов, иң тәжрибәле ҡарауыл башлығы, — тип таныштырҙы сәсенә һәм мыйығына сал төшкән мыҡты кәүҙәле ир-уҙаман менән 109-сы янғын һүндереү часы етәксеһе урынбаҫары Владимир Клочков. – Беҙҙәге хеҙмәт стажы ғына ла егерме ике йыл уның.
Төшкө ашҡа туҡтаған ял ваҡыты булғанға, Айрат Фәнәүи улы менән иркенләп аралаштыҡ. Хәйер, дежурҙағы янғын һүндереүсе өсөн “иркенлек”, әлбиттә, шартлы инде, һәр минутта "тревога" менән ҡуҙғатыуҙары ихтимал.
— Әлегә тынысыраҡ, ҡоро һәм йылы көндәр башланғас та сүп-сар яндырыу, иғтибарһыҙлыҡ һәм вайымһыҙлыҡ арҡаһында ут сығыу осраҡтары арта, – тип әңгәмәне дауам итте Айрат Фәнәүи улы. – Ысынлап та, әрме хеҙмәтен дә ҡушһаң, янғын һүндереүҙә эшләгәнемә сирек быуат булып килә бит. Дөрөҫөн әйткәндә, йәшлектә бөтөнләй икенсе шөғөл һайлағайным...
Уран ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған Туртыҡ ауылында тыуып үҫкән Айрат Сәләхов. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Нефтекамалағы “Башнефтепромстрой” тресының һөнәрселек училищеһында дүрт йыл буйы стеналарҙы нәфис биҙәкләүгә өйрәнә. Уҡып бөткәс тә әрмегә алалар үҙен. Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең янғын һүндереү часына эләгә. 1983—1985 йылдарҙа хеҙмәт итеү дәүерендә тағы ла бер һөнәр үҙләштерә, тик уға ғүмеренең күп өлөшөн арнаясағын ул ваҡытта хатта уйына ла килтермәй.
– Оло яуаплылыҡ талап иткән элиталы ғәскәр булғанлыҡтан, беҙҙең часта тәртип яҡшы ине, — тип иҫенә төшөрә элекке һалдат. — Янғын һүндереүсе һөнәренә өйрәтеүгә лә бик талапсан ҡаранылар. Остаз итеп тәғәйенләнгән украин егеттәре үҙҙәре белгәнде йәштәргә ныҡлап төшөндөрҙө. Ошо еңел булмаған эшкә ихтирам орлоҡтарын күңелемә улар сәскән булып сыҡты. Ифрат рәхмәтлемен хеҙмәттәштәремә. Украиналағы һуңғы ваҡиғаларға бәйле бик йыш иҫкә төшөрәм уларҙы. Хоҙай түҙемлек биреп, бар һынауҙы еңеп сыҡһындар.
Хәрби хеҙмәт йылдарында тәүге һөнәрен дә онотмай Айрат Сәләхов. Дөрөҫөрәге, оноттормайҙар. Күргәҙмә-агитация материалдарына ҙур иғтибар бирелгән ул замандарҙа рәсем төшөрөүселәргә, рәссам-биҙәүселәргә һәр ерҙә, шулай уҡ әрмелә лә ихтыяж юғары ине.
— Йәшереп булмай бит инде ҡулдан килгәнде, документтарҙа ла яҙылған. Часть биләмәһендәге биналарҙы, төрлө уҡыу бүлмәләрен матурлап биҙәү тәү сиратта минең өлөшкә төштө, — тип хәтерләй әңгәмәсем. – Бынан тыш, уларҙа, казармаларҙа һәм майҙандарҙа ҡуйырға төрлө йөкмәткеле лозунг, плакат, панно һәм транспаранттар ҙа әҙерләнем.
Әрменән ҡайтып, “БНПС” тресының 7-се төҙөлөш идаралығына тәүге һөнәре буйынса эшкә урынлаша кисәге һалдат. Хеҙмәт һөйөүсәнлек, тырышлыҡ һәм ҡушылғанды үтәүгә оло яуаплылыҡ менән ҡарау кеүек халҡыбыҙға хас матур сифаттарҙы ата-әсәһенән алған Айрат тиҙ арала коллективта үҙ кешегә әйләнә. Уны идаралыҡтың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлап ҡуялар, дүрт йыл ВЛКСМ район комитетының ревизия комиссияһы ағзаһы була. Бөгөн Яңауылға йәм биреп ултырған күп ҡатлы бихисап йортто сафҡа индереүҙә ҡатнаша. Ул ғына түгел, ағастан семәрләп һәм тимергә сүкеп һүрәт төшөрөү менән мауыға, уларҙы төрлө күргәҙмәләргә ҡуялар. Бейеүгә маһир егет үҙешмәкәр сәнғәттә лә әүҙем. Шәхси тормошонда ла уңыш юлдаш. Медицина институтының студент төҙөлөш отряды составында тыуған Яңауылына ҡайтҡан Рәлинә Рәфҡәт ҡыҙы менән осраштыра яҙмыш. Бөгөн Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы исемен йөрөткән, район дауаханаһының аҡ халатлылары араһында алдынғыларҙың береһе булған хәләл ефете менән Айрат Фәнәүи улы ике балаһын оло тормош юлына баҫтырған. Үҙҙәренә оҡшап, улар ҙа бик әүҙем. Улдары Радмир юллама буйынса Обнинск ҡалаһында атом энергетикаһы университетының V курсында уҡый. Былтыр нефть колледжын тамамлаған ҡыҙҙары Айгөл дә ағаһы янында. Төркөмдәрендәге 22 егет араһында һыр бирмәй атом электр станциялары инженеры һөнәрен үҙләштерә...
— Шулай ҙа әрмелә алған һөнәр нисектер гел үҙенә саҡырып торҙо, — тип хәтер йомғағын артабан тағата Айрат Фәнәүи улы, иҫтәлектәргә бирелеп. — Буш ваҡыт булдымы, янғын һүндереүселәр янына барам. Улар мине, мин уларҙы ярты һүҙҙән аңлайым. Тора-бара етәкселәр ҙә яҡын итте, үҙҙәренә килергә өгөтләй башланы. Төҙөлөштә эшләгәндәргә фатир алыу еңелерәк ине, сират етеп, ғаиләне ҡыйыҡ аҫтына индергәс, тоттом да тәүәккәлләнем – янғын һүндереүсе булып киттем. Был 1992 йыл ине. Әллә ҡандан килә был һөнәргә ынтылыш, әллә ул үҙе мине тарттымы икән? Атайым да йәш сағында ауылдың ирекле янғын һүндереү дружинаһының әүҙем ағзаһы булған бит...
Көтмәгәндә әрмелә алған һөнәренә кире ҡайтҡан Айрат Сәләховтың ике тиҫтә йылдан ашыу эш дәүерендә, үҙе иҫәпләүенсә, мең дә ике йөҙҙән күберәк янғын булған, шуларҙың дүрт йөҙләбен һүндереүҙә ул туранан-тура ҡатнашҡан.
Бөгөн ете хеҙмәткәрҙән торған ҡарауылдың тәүлек әйләнәһендәге эшмәкәрлеген ойоштора ул. Етәкселәре билдәләүенсә, был яуаплы вазифаны уңышлы башҡара. Уның бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, байрамдар айҡанлы бирелгән бүләктәре лә быны тулыһынса раҫлай. Тик улар әллә ни мөһим түгел Айрат Фәнәүи улы өсөн. Яҙмышы биргән бигүк еңелдән булмаған һөнәрен яратып башҡарыуы, унан башҡа үҙен күҙ алдына ла килтерә алмауы менән бәхетле ул.
Үҙенә ышаныс күрһәтеп, яратҡан шөғөлөнөң бөтә нескәлектәрен асып биргән, ауыр шарттарҙа ла ҡуйылған бурысты тулыһынса үтәп сығырға өйрәткән элекке һәм бөгөнгө етәкселәренә оло рәхмәт әйтеп, Айрат Сәләхов үҙенең бай тәжрибәһен бөгөн йәштәргә тапшыра.
“Ҡыҙыл әтәс”кә ҡаршы көрәшеүселәрҙең эшен белеп бөтөрмәгәндәр уйлауынса, “ут һүндереп ҡайталар ҙа яталар” түгел шул был хеҙмәт. Хәрбиләштерелгән янғын һүндереү системаһында индерелгән ҡәтғи тәртип бында ла үҙ көсөндә: һәр дежур тәүлеге минутлап һәм сәғәтләп бүленеп ҡуйылған. Иртән махсус әҙерлек буйынса дүрт уҡыу дәресендә теоретик өлөшкә өҫтәп, күнекмәләр үткәрелә, янғын ваҡытында эш итеү, кәрәкле ҡорамалдарҙы ҡулланыу ысулдары камиллаштырыла. Төшкө аштан һәм ялдан һуң объекттарҙы өйрәнеү ойошторола: ҡаланың теләһә ҡайһы төбәгенә нисек барып етергә, янғын машинаһын нисек ҡуйырға, кәрәк булғанда ҡайҙан һыу алырға һәм башҡалар. Һуңынан янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу техникаһын ныҡлап ҡарайҙар. Аҙаҡтан — спорт сәғәте. Киске аштан һуң сменалағы һәр кем үҙаллы шөғөлләнә: иртәнге дәрестәрҙә үткәнде ҡабатлай, норматив документтар буйынса конспект төҙөй. Барыһы ла бушағас, мәҙәни саралар ойошторола, телетапшырыуҙар ҡарарға мөмкин, кемдер үҙ эше менән мәшғүл була. Әйтергә кәрәк, янғын һүндерергә сыҡҡан ваҡыттарҙа былар барыһы ла икенсе планға ҡалып тора...
Ысын ир-егеттәр һөнәре вәкилдәре – янғын һүндереүселәр тураһында күп һөйләргә мөмкин. Бөгөнгө байрамда ла улар хеҙмәт вахтаһында барыбыҙ өсөн дә кәрәкле эш башҡара. Тыныс көндәре күберәк булһын егеттәрҙең!
Ансар НУРЕТДИНОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфө мәктәптәрен тамамлаусылар «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын нисек билдәләй

Өфө мәктәптәрен тамамлаусылар «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын нисек билдәләй 21.05.2025 // Йәмғиәт

Өфө мәктәптәрен тамамлаусылар «Һуңғы ҡыңғырау» байрамын нисек билдәләй...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 54 кеше хәмерҙән ағыуланып үлгән

Башҡортостанда 54 кеше хәмерҙән ағыуланып үлгән 21.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 54 кеше хәмерҙән ағыуланып үлгән...

Тотош уҡырға 8

Кемдәр парковка өсөн түләмәҫкә хоҡуҡлы – Өфө мэрияһы

Кемдәр парковка өсөн түләмәҫкә хоҡуҡлы – Өфө мэрияһы 21.05.2025 // Йәмғиәт

Кемдәр парковка өсөн түләмәҫкә хоҡуҡлы – Өфө мэрияһы...

Тотош уҡырға 7

Былтыр  республикала 15 мең кешелә яман шеш асыҡланған

Былтыр республикала 15 мең кешелә яман шеш асыҡланған 21.05.2025 // Йәмғиәт

Былтыр республикала 15 мең кешелә яман шеш асыҡланған...

Тотош уҡырға 7

Өфөнән Таулы Алтайға тура рейстар асыла

Өфөнән Таулы Алтайға тура рейстар асыла 21.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Таулы Алтайға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 10

Республикала елдең көсәйеүе һәм ямғыр яуыуы көтөлә

Республикала елдең көсәйеүе һәм ямғыр яуыуы көтөлә 21.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала елдең көсәйеүе һәм ямғыр яуыуы көтөлә...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостан райондарының береһендә боҙ-борсаҡ яуған

Башҡортостан райондарының береһендә боҙ-борсаҡ яуған 20.05.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан райондарының береһендә боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 20

Иғтибар! Республикала көслө ел көтөлә

Иғтибар! Республикала көслө ел көтөлә 20.05.2025 // Йәмғиәт

Иғтибар! Республикала көслө ел көтөлә...

Тотош уҡырға 16

Өфөнән тыл эшсәне Надежда Кадынцева 95 йәшлек юбилейын билдәләй

Өфөнән тыл эшсәне Надежда Кадынцева 95 йәшлек юбилейын билдәләй 20.05.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән тыл эшсәне Надежда Кадынцева 95 йәшлек юбилейын билдәләй...

Тотош уҡырға 20

Республикала Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын киңәйтеү эштәре башланды

Республикала Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын киңәйтеү эштәре башланды 20.05.2025 // Йәмғиәт

Республикала Өфө – Ырымбур трассаһы участкаһын киңәйтеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 28

Радий Хәбиров ветерандар госпитале коллективын наградаға тәҡдим итергә ҡушты

Радий Хәбиров ветерандар госпитале коллективын наградаға тәҡдим итергә ҡушты 19.05.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров ветерандар госпитале коллективын наградаға тәҡдим итергә ҡушты...

Тотош уҡырға 28

Радий Хәбиров ветерандар госпитале коллективын наградаға тәҡдим итергә ҡушты

Радий Хәбиров ветерандар госпитале коллективын наградаға тәҡдим итергә ҡушты 19.05.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров ветерандар госпитале коллективын наградаға тәҡдим итергә ҡушты...

Тотош уҡырға 29