Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҙҙың йәме сәскә менән
Май байрамын әүәлерәк, хеҙмәтсәндәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө тип атап, уғата сәйәси мәғәнә һалғандар шул. Ә айҙың башланыуын көн яҡтыһының ҡараңғыны еңеүе, йәнде иретерлек йылылыҡ, бар донъяны ялмап алған йәшел үрт менән генә бәйләге килә. Яҙ миҙгеленең аҙаҡҡы айына аяҡ баҫабыҙ тип ҡыуанып йөрөгәндә, ҡайһы бер ағас-ҡыуаҡтарҙа бөрөләр шартларҙай булып тирткәндә генә, ер йөҙөнә йәнә аҡ төштө лә ҡуйҙы бит. "Ҡыш үтте тип тун һатма, йәнә ҡыш бар" тигәнде юғарынан раҫлау шулай булғандыр. Һалҡын ҡыштың оҙонлоғонан сабырлығын юйған тәҡәтһеҙҙәргә ҡыйын булды инде.

Әҙәм балаһы ғына түҙемлеген юғалтһа... Апрель-май айҙарында урман, яланда түгел, хатта гөжләп торған ҡалала ла ҡоштар сырҡылдауы ҡолаҡҡа салына. Күп йылдар белгән һәм хеҙмәттәшлек иткән фенолог, биология фәндәре докторы Евгений Кучеров гәзиткә "ҡырмыҫҡа иләүҙәре мыжғый башланы, өңөнән бурһыҡ сыҡты, асҡаҡһыған айыу ҙа урман ҡыҙырып йөрөй, төшлөктә, таш өҫтөндә, кеҫәрткеләр йылынып ята, әлегә беҙҙе маҙаһыҙламаһа ла, себен безелдәй башлай", тип яҙмаҫ инеме икән?
Тәбиғәттең ҡылығын күҙ яҙҙырмай теркәп барған һәм белгәндәрен күңел күҙе һуҡыр беҙгә еткерергә йыбанмаған Евгений Васильевич та, Мәскәүҙәге Василий Михайлович Песков та хәҙер мәңгелек илендәләр. Апрель аҙағында — май башында төлкөләр, бүреләр ғаиләләренә, тейендәргә түл килеүе тураһында шатланып хәбәр һалыусы юҡ. Беҙ, тау битләүенән аҡҡан гөрләүектәрҙе тиҙ генә быуып, өйрөлтмәк ҡуя торғайныҡ. Уйнап ағыусы һыуҙы ирекһеҙләргә ярамағанын белмәнек, сөнки яҙғы гөрләүектәр ерҙе уята, тиҙәр.
Уйым менән ниңә һаман апрелдән, алғарайҙан, сыға алмайым һуң әле? Май етте ләбаһа! Тәбиғәттең төп үҙенсәлектәре буйынса, йәй иртәһенә аяҡ баҫабыҙ. Был айҙа ҡайҙалыр китеп олаҡҡан ҡоштарҙың тамам һуңлағандары ла ҡайтып күренә. Үҙ телебеҙҙә майға, ҙурлап, "һабанай" тигән атама биргәнбеҙ. Славян телле ут күрше ҡәүемдәр әлеге айҙы "травник", "цветень", "светозарник" һәм бүтән исемдәр менән йөрөтә. Бәхәсһеҙ, һәммә телдәрҙәге атамаларҙа ла май айындағы донъя хәстәрлектәре лә, тәбиғәттең йөҙө лә сағылғандай.
Хужалыҡ эштәрен күмәкләшеп атҡарған замандарҙа яҙ иртәләп, баҫыуға инерлек булғанда, һабансылар иртә культураларҙы сәсеүҙе май байрамы алдынан теүәлләргә тырыша торғайны. Был саҡ тракторсыларҙы, сәсеүселәрҙе һабан һыуына ҡойондорорға әле иртәрәк. Ул һуңғараҡ, көндәр ихлас йылынғас ҡына, урынлы. Май айындағы еүешлеккә, һалҡын ҡатыш йылы ямғырҙарына рәхмәтле булырға кәрәк, сөнки баҫыуҙар өсөн улар – Хоҙай мәрхәмәте. Май ямғыры ужымдарҙы ла һурғандай күтәрә, сабынлыҡ-көтөүлектәрҙе лә туйындыра.
Оло ҡалаларҙа Май байрамының әләмдәр менән тулҡынланып, ҡомасҡа төрөнөп үтеүе мәғлүм. Бүтәндәр ҙә беҙҙең менән бергә йөрәкһегәндер, халыҡтарҙың бер ғаилә булып йәшәй алыуына шикләнеүселәр юҡтыр... Шуға ышандыҡ һәм ышаныс әле лә һүнмәгән. Беҙ иһә, төпкөл бер ауылда, байрамды үҙебеҙсә ҡаршылайбыҙ. Апайҙарым былай көндө йәшереп тотҡан һөлгөләрен тәҙрә яҡтауҙарына, әсәйем, атайымдың ҙурайтылған кәртешкәһе баштарына элә. Әсәйем йыуған кескенә тәҙрәләр киңәйеп, балҡып киткән. Ә мин, бар донъямды онотоп, ишек-тупһа тирәһен, өй алдын һеперәм. Һелтәгән һайын ерҙә йәшел утсыҡтар ҡабына – үлән ҡыяҡтары минән бер әмәл көтөп торған икән. Йәшелде күрҙек, ҡараға аяҡ баҫтыҡ. Хәҙер инде бирешмәбеҙ.


Автор: Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә