Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күстәрегеҙ имен ҡышланымы?
Умартасы кәңәштәре

Умартасыларҙың мәшәҡәте артты: улар ҡышлап сыҡҡан һәр күскә үрсеү өсөн шарттар булдырырға ашыға. Тәүге таҙарыныу осошо көнөндә бал ҡорттарының хәрәкәт кимәле күҙәтелә, һөҙөмтәлә нисек ҡышлағаны асыҡлана.
Шул уҡ ваҡытта яҡшы ҡышлаған күстәрҙең дә, кейәнең ябыҡ булыуы сәбәпле, оса алмай тороуы ихтимал. Ә үлгән күстәрҙе умарталыҡтан алып ҡуйыу мотлаҡ. Тышҡа сығарғас та (тәүге таҙарыныу осошонан һуң), эшсе ҡорттар тирә-яҡҡа оса, һыу килтерә, тәүге сәскәләрҙән һут һәм һеркә ташый башлай. Онотолоп асыҡ ҡалған рамдарҙан йәки ҡортһоҙ умарталарҙан бал да ташыуҙары ихтимал. Шуға ғәҙәтләнгән көслө күстәр көсһөҙҙәрҙең хеҙмәт емешен үҙ ояларына ташып алыусан. Быны умартасылар "бал ҡорттарының урлашыуы" тип йөрөтә. Әммә былай аңлатыу уңған бөжәктәрҙең дәрәжәһен кәметә һәм хәлде дөрөҫ баһаларға ҡамасаулай.

Бал ҡорто ҡыҫҡа ғына ғүмерендә (40 көн самаһы йәшәй) бала тәрбиәләй, кәрәҙ төҙөй, ояһын һаҡлай һәм аҙыҡ запасы булдырыу өсөн күп эш башҡара. Әгәр ул умартасы ҡалдырып киткән баллы кәрәҙҙән әҙерҙе ташырға өйрәнеп, был рамда бөткәс, күршеләренекен ала башлаһа, ғәйеп умартасыла. Ошондай хәл булмаһын өсөн запас аҙыҡ ҡорт инә алмаҫлыҡ урында һаҡланырға тейеш. Умарталарға кереү өсөн кейәнән башҡа юл ҡалдырырға ярамай. Уның тәүгеһен өс-дүрт ҡорт үтерҙәй итеп тарайталар. Бигерәк тә көсһөҙ күстәрҙең кейәләрен бәләкәйләтеү "урлашыуға" ҡаршы мөһим сара булып тора. Әгәр умарталыҡта урындағы ҡорттар ғына аҫралһа, һәр күстә 10 – 12 килограмм аҙыҡ запасы булһа, умартасы һаҡ, таҙа эш итһә, нәҙекәйбилдәрҙең икенсе урындан бал ташыу осрағы күҙәтелмәй.
Һауа температураһы 14–15 градусҡа күтәрелгәс, ҡышлаған бөтә күстәрҙе ентекләп ҡарап сығырға кәрәк. Был эште башҡарыу өсөн умарталыҡта 20–30 буш таҙа умарта, бер-ике килограмм балы булған таҙа кәрәҙле рамдар әҙерләп ҡуйыла. Әгәр улар ҡышҡыһын бысранған булһа, ҡорттарҙы таҙаларына күсерергә кәрәк.
Күстәр һәйбәт, имен ҡышлаһа, оя ҡоро һәм таҙа булһа, умартаның төбөн генә алмаштыралар, ә сөйләп ҡуйылғандарын үлгән ҡорттарҙан һәм башҡа сүп-сарҙан ҡырып таҙарталар. Бала һалынмаған, бысранған, сифатһыҙ рамдарҙы умартанан бөтөнләй алалар.
Дәфтәргә һәр күстең көсөн, ояла ҡалдырылған бала һалынған рамдар һанын, запас балдың, һитәнең күләмен, күстең нисек ҡышлағанын, инә ҡорттоң тыуған йылын яҙып баралар. Күстәрҙән бушатылған умарталарҙы ҡырып таҙарталар, эҫе һыу менән йыуып, ҡояшта киптерәләр, елләтәләр. Ҡорттарҙы таҙа умарталарға күсергәндә, кәрәҙҙәрҙең таҙалығына иғтибар итергә кәрәк. Был инә ҡортҡа ояла эшһеҙ йөрөмәҫкә булышлыҡ итә, йомортҡаларҙы юғалтыу осраҡтарын аҙайта һәм күстең көсәйеүенә ҙур йоғонто яһай.
Бал ҡорто ғаиләһен таҙа умартаға күсереп, үрсеү өсөн шарттар булдырғас, умартасы 20–25 көн самаһы уларҙы тәрбиәләмәй, тик осоуҙарын ғына күҙәтә. Был осорҙа күс тормошонда артыҡ үҙгәреш һиҙелмәй. Умарталарҙы баҙҙан сығарғас, ғаиләлә ҡорттар һаны 20 көн самаһы бер кимәлдә ҡала, сөнки ҡыш үлгәндәре урынына, шул тиклем үк йәш ҡорт тыуа, күс йәшәрә. Ошонан һуң һауа шарттарын иҫәпкә алып, оя буш кәрәҙ һәм балауыҙлы рамдар менән киңәйтелә, кәрәк булһа, ем дә өҫтәлә. Умартасы көндәлек дәфтәрҙә көн торошон, бал һуты биргән үҫемлектәрҙең сәскә атыуын, үлсәүҙә ултырған ҡорт ғаиләһе ауырлығының үҙгәреүен яҙып бара, яңы балауыҙлы рамдар әҙерләй, иҫке кәрәҙҙәрҙе ҡайнатып, балауыҙ һыға, ояны сүп-сарҙан таҙарта, ағас ултырта. Был ағастар, бөжәктәрҙе ҡояш эҫеһенән һаҡлап, улар йортона осоп ҡайтҡанда юл күрһәткес булып хеҙмәт итһә, умартасыны төрлө емеш-еләк менән һыйлай. Шуның өсөн ҡара ҡарағат, ҡурай еләге, әлморон, балан, муйыл һәм башҡа ағас-ҡыуаҡты күпләп үҫтерергә кәрәк.

Өҫтәмә аҙыҡ

Балға шәкәр ҡушып әҙерләнгән ҡамыр (канди) бал ҡорттары өсөн өҫтәмә аҙыҡ сифатында ҡулланыла. Уны һәр умартасы үҙе яһай ала. Бының өсөн 26 процент шыйыҡ бал һәм 74 процент шәкәр оно (пудра) алына.
Шәкәр ҡомон ҡул тирмәнендә тартып әҙерләйҙәр. Ултырған балды шыйыҡлатыу өсөн уны 60–65 градустағы эҫе һыуға урынлаштыралар. Бер килограмм ҡамыр яһау өсөн 260 грамм шыйыҡ балға 740 грамм шәкәр онон ҡушып баҫалар. Ул ҡулға йәбешмәҫкә тейеш.
Әҙер ҡамырҙы бер-ике тәүлек йылы урында һаҡлаһаң, өлгөрә, сифаты яҡшыра. Уны бер килограмм самаһында алып, полиэтилен пленкаға төрөп, ояға (рамдар өҫтөнә) һалалар. Пленканың аҫҡы өлөшөн бер нисә урындан ҡорттар инеп йөрөрлөк итеп тишергә онотмағыҙ.
Күстәрҙе баҙҙан умарталыҡҡа сығарғас, ошондай аҙыҡ менән емләү бик уңайлы. Ҡайһы бер умартасылар был эште бал ҡорттарын баҙҙан сығарыр алдынан да башҡара.

Хәтер һандығына

* Бал һуты биргән үҫемлектәрҙең ҡасан гөлгә төрөнөрөн, үгәй инә үләненең сәскә атыу ваҡытынан башлап иҫәпләп белергә мөмкин. Мәҫәлән, биҫтау үләне (баллыҡай) — һигеҙ, туҙғанаҡ — 21, сейә — 29, һары акация — 30, аҡ клевер — 30, ҡурай еләге — 50, ҡандала үләне — 63, йүкә ағасы 75 көндән һуң сәскә ата.
* Бал ҡорто ғаиләһен таҙа умартаға күсерер алдынан ояның эсенә таушалған ике гәзитте һалып яндырһағыҙ, ул йылына һәм таҙара.
* Бал ҡорттары ояһына (киндер япма аҫтына) тәмәке япрағы һалһаң, уларҙа варроатоз ауырыуына сәбәпсе талпандың кәмеүе күҙәтелә.
* Бейек ҡаҙыҡтарҙа (50–60 сантиметр) ултырған умарталарҙа варроатоз талпаны аҙыраҡ була.
* Бал ҡорто ғаиләһен тәрбиәләү бик мөһим. Кәрәк-кәрәкмәгәнгә күстәрҙе йыш борсоу уларҙың үрсеүенә ҡамасаулай.
* Күстәрҙе, ғәҙәттә, көндөң икенсе яртыһында ҡарарға тырышығыҙ, сөнки был ваҡытта күп кенә эшсе ҡорттар яланда була.
* Күҙәтеүҙәр шуны күрһәтә: умартасылар шәхси хужалыҡта аҫраған бал ҡортон, ғәҙәттә, кис тәрбиәләй. Был осраҡта ҡорттар төндә тыныслана, ә иртәгәһенә дәррәү эшләй башлай.
* Бал ҡортон тәрбиәләгәндә (уларҙың осоуына ҡамасауламаҫ өсөн), умарта алдында торорға ярамай.
(И. ШАФИҠОВТЫҢ "Бал ҡортоноң наҙы бар" китабынан).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә