Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әлфис ҒАЯЗОВ: “Һәр үҙгәреште халыҡ аңлап ҡабул итһен ине”
Әлфис ҒАЯЗОВ:  “Һәр үҙгәреште халыҡ аңлап ҡабул итһен ине”
Дәүләт һәм муниципаль власть органдарының мәғлүмәти асыҡлығы демократик сәйәсәт системаһы эшенең сифатын тәьмин итә. Һуңғы йылдарҙа был йәһәттән алға ҙур аҙым яһалды. Әйтәйек, халыҡҡа үҙен борсоған мәсьәләләр буйынса Интернет селтәрендәге порталдарға, етәкселәрҙең блогтарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Дәүләт органдары, ведомстволар башлыҡтарының, вәкилдәренең, депутаттарҙың кешеләр менән даими осрашыуы ла урындағы ниндәйҙер хәл-ваҡиғаның сәбәптәре аныҡ баһаланып, дөрөҫ һығымта яһалыуына, һөҙөмтәлә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелеүенә булышлыҡ итә.
Киң мәғлүмәт сараларын иһә власть менән йәмғиәт араһында күпер һалыусы төп көс тип атайҙар. Был йәһәттән беҙҙең “Башҡортостан” гәзите редакцияһында төрлө етәкселәр ҡатнашлығында “тура бәйләнеш”тәр, “түңәрәк өҫтәл”дәр йыш ойошторола. Хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел халыҡ менән “ҡыҙыу линия”ға республиканың мәғариф министры Әлфис Суфиян улы ҒАЯЗОВ сыҡты. Әйткәндәй, был — ведомство етәксеһенең икенсе “тура бәйләнеш”е.


Яҡшы уҡыусы БДИ-ны йырып сығасаҡ!

— Хәйерле көн, Әлфис Суфиян улы! Һеҙгә Архангел районынан Илшат Хәйбуллин мөрәжәғәт итә. Белеүемсә, республика Мәғариф министрлығының быйылғы коллегия ултырышы быға тиклемгеләренән күпкә юғарыраҡ кимәлдә үтте. Унда ҡаралған мәсьәләләр араһында иң мөһимдәре ниндәй булды, һәм белем биреү өлкәһенә ҡуйылған төп бурыс нимәгә ҡайтып ҡала?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Ведомствоның быйылғы коллегия ултырышы, ысынлап та, юғары кимәлдә уҙҙы. Президент Рөстәм Хәмитов тармаҡтың эшен ыңғай баһаланы, барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә фиҙакәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.
Белеүегеҙсә, мәғариф өлкәһен яңыртыуҙың киң күләмле программаһының аҡсалата өлөшө былтыр тамамланды. Хәҙер инде төп иғтибарҙы ғәмәли эшкә — тармаҡтың мөмкинлектәрен файҙаланып, уҡыу-уҡытыуҙың сифатын күтәреүгә, мәктәптәрҙәге компьютерҙарҙы, интерактив таҡталарҙы һәм башҡа сараларҙы тейешле кимәлдә, һөҙөмтәле файҙаланыуға — йүнәлтеү мөһим. Шуны һәр саҡ әйтеп киләбеҙ: уҡытыусыны бер ниндәй заманса техника ла алмаштыра алмай. Тимәк, педагогтарҙың белемен арттырыу, уларҙы һөнәри йәһәттән үҫтереү буйынса ла маҡсатлы эште ныҡлы дауам итергә бурыслыбыҙ.
Коллегияла шулай уҡ етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртыу, тормошон еңеләйтеү, Берҙәм дәүләт имтиханын камиллаштырыу һәм башҡа мөһим темалар иғтибар үҙәгендә булды. Ғөмүмән, һәр нәмәлә сифатҡа ынтылыу зарур — коллегия быны тағы ла бер тапҡыр раҫланы.
— Бөрө районынан Светлана Тимершина булам. Һорауым Берҙәм дәүләт имтиханына ҡағыла. Минеңсә, ул сығарылыш класс уҡыусылары өсөн ҙур михнәткә әйләнде. Белемдең сифатын билдәләү йәһәтенән элекке система ҡулайыраҡ түгелме икән?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— БДИ-ның кәрәклеге-кәрәкмәүе хаҡында һүҙ йөрөтөү дөрөҫ булмаҫ. Һынауҙың был төрө һаҡланасаҡ, ул мәғариф тураһындағы яңы закон тарафынан да гарантияланды. Әлбиттә, имтихандың ҡағиҙәләрендә ниндәйҙер үҙгәрештәр булыр — һәр эштә лә камиллыҡҡа ынтылыу мөһим.
“Һынау балалар өсөн ҙур михнәткә әйләнде” тигән һүҙҙәргә килгәндә, риза түгелмен. Был ҡатмарлылыҡты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта ата-әсә үҙе тыуҙыра. Һынауҙан тап улар ҡурҡа, ә уҡыусы түгел. Ысынбарлыҡта был имтихандың бер ниндәй ауырлығы юҡ — һәйбәт уҡыған бала йырып сығырлыҡ. Шул уҡ ваҡытта БДИ-ның ябай ауыл уҡыусыһы өсөн асҡан мөмкинлеге хаҡында ла онотмайыҡ. Беҙ, мәҫәлән, элек Мәскәүҙә йә Санкт-Петербургта уҡыу тураһында хыялланырға ла баҙнат итмәй инек бит!
Һынау алдынан уҡыусыларға психологик ярҙам күрһәтелә. Был бурысты атҡарған белгес шулай уҡ ата-әсәгә, тотош коллективҡа имтиханға бәйле тыуған һәр төрлө аңлашылмаусанлыҡты яйға һалыуҙа булышлыҡ итә. Ошондай аңлатыу эштәрен түбәнерәк кластарҙан уҡ алып барыу кәрәклеге хаҡында ла һүҙ алып барыла. Был башланғыс тормошҡа ашырылһа, һис шикһеҙ, киләсәктә Берҙәм дәүләт имтиханы ябай һынау кеүек ҡабул ителер, ҡурҡыу тыуҙырмаҫ, тигән ышаныс бар.
— Алһыу Мәмбәтова булам, Хәйбулла районынанмын. Улым киләһе йыл IX класҡа бара, тимәк, дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Һынауҙа видеокүҙәтеү буласаҡмы?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— IX кластарҙа видеокүҙәтеү үткәрелмәй, ә бына XI кластар өсөн был — мотлаҡ талап.

Уҡыу йорттары ҡабул итергә әҙер

— Хәйерле көн, Әлфис Суфиян улы! Нуриман районынан Илмир Бикташев булам. Ишетеүемсә, мәктәпте тик “бишле” билдәләренә тамамлаған уҡыусылар өсөн миҙал булдырыла икән. Бындай баһаның юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөгө бармы?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Тәүҙә шуны аңлатып үтәйек: мәғариф тураһындағы яңы закон буйынса сығарылыш класс уҡыусыһына федераль әһәмиәттәге миҙалдарҙы биреү туҡтатылды. Был эште ил төбәктәренә ауҙарҙылар, әммә уларҙың күбеһе ризалашманы, кире ҡаҡты. Беҙҙең Башҡортостан етәкселеге иһә яҡшы уҡыған балалар өсөн алтын миҙал булдырырға ҡарар итте. Башланғысты тормошҡа ашырыу йәһәтенән республика Президентының Указы бар, уның буйынса награданың положениеһы эшләнде. Был тәңгәлдә эш дауам итә. Элек алтын һәм көмөш миҙалдар бар ине, хәҙер проект буйынса “Айырым уңыштар өсөн” тип аталған миҙал ғына буласаҡ. Шулай ҙа был награда юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк бирмәй. Алда әйтеп үткәнемсә, ул — яҡшы уҡыған өсөн дәртләндереү сараһы ғына. Миҙал эйәләренә ташлама яһау мәсьәләһе киләсәктә юғары кимәлдә ҡаралыр, тигән ышаныс бар.
— Һеҙҙе Ҡариҙел районынан Рәдим Амурҙаҡов борсой. Миңә 38 йәш, I группа инвалидымын, әле Өфөлә урта белем алам. Быйыл аттестат бирәсәктәр. Белем алыуымды БДУ-ның Бөрө филиалында ситтән тороп дауам итергә теләйем. Юғары уҡыу йортона инергә һаулығым мөмкинлек бирә — шәхси реабилитация программам бар. Филиалда минән өҫтәмә документтар һорамаҫтармы?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Рәдим, һеҙ уҡыу йортоноң сайтындағы “Абитуриентҡа” тигән бүлеккә инеп, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы электрон почталарына яҙып ҡарағыҙ. Әлбиттә, төрлө уҡыу йортоноң башҡаларҙан айырмалы шарттары булыуы ихтимал, әммә һеҙҙең осраҡта өҫтәмә документтар талап итергә тейеш түгелдәр.
— Өҫтәүенә, Әлфис Суфиян улы, филиал быйыл мин уҡырға теләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте специальносына түләү нигеҙендә генә ҡабул итә, тип ишеттем. Бюджет урындары булмаҫмы икән ни?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Был хәлде мотлаҡ асыҡлап, шылтыратып әйтербеҙ. Уңыштар һеҙгә!
— Баймаҡ районынан Сәлимә Төхвәтуллина булам. Мәғариф тураһындағы яңы законға ярашлы юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү ҡағиҙәләрендә үҙгәрештәр бармы, Әлфис Суфиян улы?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Закондың 55-се статьяһына ярашлы, уҡыу йортона ҡабул итеүҙә һәр кем өсөн тигеҙ шарттар булдырыла. “Дипломлы белгес” тигән квалификацияһы булғандарҙың магистратура программаһы буйынса уҡырға конкурс нигеҙендә алыныуға хоҡуғы бар. Законда шулай уҡ һәр төрлө мәғариф учреждениеһында һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн махсус шарттар булдырыу мөһимлеге билдәләнә.
Ғөмүмән, мәғариф тураһындағы яңы закон юғары уҡыу йорттары алдына байтаҡ бурыс ҡуйҙы. Улар төрлө тармаҡтың ихтыяждарына ҡарап кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бүлергә, эш биреүсе предприятиелар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барырға бурыслы. Ғөмүмән, аныҡлыҡ, сифат талап ителә. Ошоға бәйле абитуриенттар йыйыу йәһәтенән һәр уҡыу йортоноң айырым шарттары булыуы ихтимал. Был йәһәттән тулы мәғлүмәтте уларҙың Интернеттағы сайттарынан алырға мөмкин. Ҡабул итеү комиссиялары һәр төрлө һорауығыҙға асыҡлыҡ индерер.

Бөгөнгө мәктәп нисек тын ала?

— Хәйерле көн! Бәйләнештә — Тәтешле районындағы Шулған мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Наил Усманов. Һорауым хеҙмәт хаҡының дәртләндереү өлөшөн таратыуға ҡағыла. Аңлатыуҙарынса, уны һуңғы йылдың эш һөҙөмтәһенә ҡарап түләйҙәр. Хеҙмәт стажым — 32 йыл. Заманында уҡыусыларым төрлө ярышта, олимпиадаларҙа призлы урындар яуланы, әммә ул ваҡытта бындай ҡаҙаныштар өсөн педагог матди йәһәттән дәртләндерелмәне. Әле был аҡсаны бүлеү комиссияһын директор үҙе билдәләй. Шулай булырға тейешме?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Ысынлап та, директорға Хөкүмәт тарафынан раҫланған положение буйынса шундай вәкәләт бирелгән. Мәктәптә төрлө йәмәғәт ойошмалары, профсоюз бар — аҡса бүлеү йәһәтенән положениены раҫлау эшендә улар ҙа ҡатнаша. Битарафлыҡ күрһәтергә йә һүҙ әйтергә ҡурҡып ултырырға ярамай. Һәр кемдең эше ғәҙел, дөрөҫ баһаланыуы мөһим. Хеҙмәт хаҡын тап ошо дәртләндереү өсөн бүленгән өлөш аша арттырыу ҡаралған.
Өҫтәп шуны әйтергә мөмкин: быйыл 24 мартта республика Хөкүмәте тарафынан Башҡортостандағы бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы структураһын камиллаштырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Уға ярашлы 1 июндән һөнәри квалификацион төркөмдәр буйынса иң түбән окладтарҙың база берәмеге 3 800 һум тип билдәләнде. Был гарантияланған өлөштөң күләмен бермә-бер арттыра.
Ғөмүмән, уҡытыусыларға түләүҙе төбәктәге уртаса эш хаҡы менән тигеҙ алып барырға тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта педагогтар сифат тураһында ла оноторға тейеш түгел.
— Илеш районының Үрге Йәркәйҙәге 1-се гимназияһынан Ғәлимә Ғәлиева булам. Әлфис Суфиян улы, XI кластарҙа ни өсөн башҡорт әҙәбиәтенән имтихан бөтөрөлдө? Икенсе һорауым — “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” республика конкурсында еңгән педагогтар ҡатнашлығында ниндәйҙер сара үткәреү планлаштырылмаймы?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Башҡортостандың төп һәм урта дөйөм белем биреү учреждениеларында дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы бойороҡтары менән раҫланған тәртипкә ярашлы уҙғарыла. Туған тел һәм әҙәбиәт буйынса имтихан уҡыусыларҙың теләге буйынса ойоштороласаҡ.
Икенсе һорауығыҙға килгәндә, конкурс еңеүселәренең алдынғы эш тәжрибәһе төрлө яҡлап өйрәнелә, башҡа педагогтарға үрнәк нигеҙендә ҡулланыла. Киләһе йыл бәйгенең түңәрәк датаһы — 20 йыллығы — билдәләнә, ошоға бәйле йыл дауамында унда урын алғандарҙың ижади оҫтаханалары эшләйәсәк.
— Нефтекама ҡалаһынан Лиана Исмәғилева борсой. Уҡыусыларҙың сығарылыш кисәләрен кафела, ресторанда үткәреүҙәренә нисек ҡарайһығыҙ? Шулай уҡ педагогтарға бүләк алыу өсөн аҡса йыйыуҙары дөрөҫмө?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Бындай мәсьәләләрҙе ата-әсә комитеты үҙ-ара фекер алышып хәл итергә тейеш.
Уҡытыусыға бүләк алыуға килгәндә лә, кәңәшләшергә, риза түгеллегеңде белдерергә мөмкин бит. Аҡсаны кем йыйырға ҡуша һуң? Шулай булырға тейеш, тип берәй мәктәптең уставында яҙылғанмы әллә? Сәскә бүләк итеүгә килгәндә инде — икенсе мәсьәлә, электән килгән күркәм йола.
Әлфис ҒАЯЗОВ:  “Һәр үҙгәреште халыҡ аңлап ҡабул итһен ине”— Фәйрүзә Ғәйнуллина булам, Илеш районының Аҡкүҙ мәктәбе директорымын. Беҙҙә 117 бала белем ала, уларҙың 39-ы эргә-тирәләге биш ауылдан йөрөп уҡый. Мәктәп бинаһы 1967 йылда төҙөлгән, бик иҫке, торошо санитар-гигиена нормаларына тап килмәй. Ошо йәһәттән бик күп дәғүәләр ишетергә мәжбүрбеҙ. Уҡыу йортонда ашхана ла, оҫтахана ла, тамаша залы ла юҡ. Һөҙөмтәлә уҡытыу-тәрбиә эшен тулы кимәлдә алып барыу мөмкин түгел. Район хакимиәтенең ярҙамы менән түбә, иҙән яңыртылды, әммә ашхана өсөн төкәтмә төҙөүгә урындағы бюджетта аҡса юҡ. Был мәсьәлә буйынса төрлө ергә мөрәжәғәт итеп ҡараныҡ, әммә һорау һаман асыҡ ҡала. Республиканың адреслы инвестиция программаһына инергә ине. Ярҙам итһәгеҙсе, Әлфис Суфиян улы.
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Башҡортостан Хөкүмәтенең 2012 йылда раҫланған ҡарарына ярашлы ҡабул ителгән республика адреслы инвестиция программаһына инеү өсөн һеҙҙең Илеш районы хакимиәте төкәтмәнең проектын төҙөргә һәм дәүләт экспертизаһының ыңғай һөҙөмтәһен алырға бурыслы. Ошо документтар Мәғариф министрлығына килтерелгәс, ведомство Аҡкүҙ мәктәбенә төкәтмә төҙөүҙе адреслы программаға индереү мәсьәләһен ҡарарға тейеш.

Ҡулайлаштырыу, эшһеҙлек бәләһе...

— Ҡыйғы районынан шылтыратам. Урындағы 115-се һөнәри белем биреү учреждениеһында эшләйем. Штаттың ҡыҫҡартылыуы ҙур хафаға һала, Әлфис Суфиян улы. Дәрестәр ҙә ныҡ аҙайҙы. Киләһе йыл, мәҫәлән, 190 сәғәт кенә буласаҡ. Ошо ваҡыт эсендә трактор, автомобиль йөрөтөргә, ауыл хужалығы машиналарының үҙенсәлектәрен төшөндөрөргә, механик эштәрҙе ойоштороу серҙәрен өйрәтергә тейешбеҙ. Ошондай етди мәсьәләләрҙе нисек хәл итеп өлгөрөрбөҙ? Йәштәребеҙ сифатлы белем алып сығырмы?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Был программа Рәсәйҙең бөтә төбәктәре өсөн федераль кимәлдә төҙөлә. Ә инде уҡытыусыларҙың ҡыҫҡартылыуына төп сәбәпте аңлайһығыҙҙыр — училищеға килергә теләгән йәштәр йылдан-йыл аҙая бит. Улар күберәк килһә, төркөмдәр тулыланыр, дәрестәр ҙә артыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәптәге ауыр хәл хәҙер шулай һөнәри белем биреү учреждениеларына күсә башланы. Әле һеҙҙең училищела 370 урын бар, ә 220 тирәһе генә кеше белем ала.
— Беҙҙең уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтиханы бирмәй, шуны иҫәпкә алып, сәғәттәр һанын элеккесә ҡалдырып булмаҫмы икән?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Был мәсьәләне тикшерербеҙ, һеҙгә яуап бирербеҙ.
— Мөмкин булһа, исем-шәрифемде, йәшәгән урынымды әйтмәйем. Беҙҙең мәктәп өс йыл элек ҡулайлаштырыу тулҡынына эләкте, һөҙөмтәлә эшһеҙ ҡалдым. Урын һорап йөрөп ҡараным — бер ергә лә ҡабул итмәйҙәр. Ни эшләргә? Минең хәлдә ҡалған кешеләргә кем ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Йәшәгән ерегеҙҙе әйтмәгәс, хәл-торошҡа аныҡ баһа бирә алмайым. Эшкә урынлашыу мәсьәләһе буйынса һеҙгә урындағы үҙидара органына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ярҙам итергә тейештәр. Һәр хәлдә, телефон номерығыҙҙы булһа ла ҡалдырығыҙ, беҙҙең белгестәр һеҙҙең менән бәйләнешкә сығыр, мәсьәләгә аныҡлыҡ индерербеҙ. Ҡулайлаштырыу йылдарында ҡыҫҡартылған педагогтарҙың бөтәһен дә тиерлек эшкә урынлаштырып киләбеҙ.
Редакциянан:
— Ошо теманы дауам итеп, һеҙҙе Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы халҡы яҙған хаттың йөкмәткеһе менән таныштырып үтәйек. Уларға ла мәктәп ябылыу ҡурҡынысы янай. “Үҙебеҙҙә бынамын тигән уҡыу йорто була тороп, ниңә беҙ балаларыбыҙҙы ситкә йөрөтөргә тейеш? Заманында данлыҡлы Рәшит Назаров белем алған мәктәпте һаҡлай алмабыҙмы ни?” — тип көйөнә төрөмбәттәр.
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Бындай мәсьәлә бер Ауырғазыла ғына түгел бит. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: тотош мәктәптә уҡыусылар — бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Бер класҡа ике-өс бала тура килгән осраҡтарҙа була. Бындай хәлдә заманса дәрес алып барыу тураһында һүҙ булыуы мөмкинме? Халыҡ, ниһайәт, шуны аңлаһын ине: барыһы ла баланың сифатлы белем алыуын, күмәк тиҫтерҙәре араһында үҙ һүҙен ҡыйыу әйтә алырлыҡ, конкуренцияға һәләтле булып буй еткереүен күҙ уңында тотоп башҡарыла. Йәш быуын ауыл менән бергә үҫеүҙән туҡтарға тейеш түгел, уларға ҡарата бындай битарафлыҡ күрһәтергә хаҡыбыҙ юҡ. Баланы яҙмыш ҡосағына ташлай алмайбыҙ.
Төрөмбәттәргә өр-яңы автобус биргәнбеҙ. Билдәле шағирыбыҙ Рәшит Назаров белем алған саҡта, моғайын, уҡыу йорто балалар менән шығырым тулы булғандыр. Ошо хаҡта уйланһағыҙ ине...

Электрон сиратты өйрәнегеҙ!

— Әлфис Суфиян улы, һеҙгә Баймаҡ ҡалаһынан шылтыратам. Мәсьәлә шундай: улымды балалар баҡсаһына урынлаштыра алмай ҡаңғырам. “Электрон сиратҡа баҫығыҙ!” — ти ҙә торалар. Хәҙер балалар баҡсаһына ошондай юл менән генә үтеп буламы ни?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Ә һеҙ электрон сираттың ниндәй икәнлеге менән ҡыҙыҡһынғанығыҙ бармы? Интернетҡа күҙ һалығыҙ әле. Унда яҙылыуҙың бер ниндәй ауырлығы юҡ, бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ ҡына кәрәк. Ғөмүмән, ошо заманса алымды ата-әсәгә өйрәнергә тәҡдим итәм. Уларға киң мәғлүмәт саралары аша ла даими белешмә биреп торорға кәрәктер, тип уйлайым.
— Илеш районының Бишҡурай балалар баҡсаһы етәксеһе Әлфиә Фазылова булам. Беҙҙең мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы 1998 йылда төҙөлгәйне. Хәҙер инде иҫкерҙе, түбәһенән һыу тама, тәҙрәләрен алмаштырырға кәрәк. Әле баҡсаның бер төркөмөнә 22 бала йөрөй, башҡаларҙы алырға урын юҡ. Тағы ла бер төркөм асыр өсөн финанс ярҙамы кәрәк. Дөйөм алғанда, бинаға ремонт үткәреү һәм яңы урындар булдырыу маҡсатында аҡса бүленмәҫме?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Был мәсьәләне ентекләп тикшерербеҙ, һеҙгә яуап бирербеҙ.
— Хәйерле көн! Һеҙҙе Мәсетле районынан Гөлфиә Маннас ҡыҙы борсой. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Мәғлүм булыуынса, йыл башынан эш хаҡыбыҙға өҫтәмә түләү индерелергә тейеш ине, әммә был бәхет беҙҙе урап үтте кеүек. Күрше Дыуан, Салауат райондарының тәрбиәселәренән һораһаҡ, улар эш хаҡына өҫтәмәне ай һайын алыуын әйтә. Ә беҙҙеке ҡайҙа китә икән һуң?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Хәлде тикшерербеҙ, асыҡларбыҙ, Гөлфиә ханым. Телефон номерығыҙҙы ҡалдырығыҙ, һеҙгә яуап бирербеҙ.

“Йәйләү” йыл әйләнәһенә ойошторолһон ине

— Исемем — Сажиҙә, Өфөнән шылтыратам. Әлфис Суфиян улы, балаларҙың йәйге ялы ғәҙел ойошторолһон ине, юғиһә хәлле кешеләрҙең балалары каникулын тейешенсә, матур итеп үткәрә, ә беҙҙең һымаҡтарҙыҡы өйҙән ситкә сыға алмай...
— Улай уҡ меҫкенләнмәйек инде, Сажиҙә ханым. Йәйге ялды ойоштороуҙа бөтөн кешегә лә тигеҙ шарттар булдырырға тырышабыҙ. Балағыҙҙы ниндәйҙер лагерға ебәреү буйынса берәй ергә мөрәжәғәт иткәнегеҙ булдымы? Юҡмы ни? Бының бер ниндәй ауырлығы юҡ. Мәҫәлән, мәктәп хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Һеҙ йәшәгән райондың да үҙ лагерҙары бар.
Ғөмүмән, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләһенең бер ваҡытта ла иғтибар үҙәгенән төшкәне юҡ. Быйыл, мәҫәлән, был маҡсатҡа 1 миллиард 600 мең һум самаһы аҡса бүленде, 380 мең тирәһе бала ял итәсәк. Дөйөм алғанда, йыл һайын уҡыусыларҙың 96 процентына йәйге каникулды һөҙөмтәле үткәреү мөмкинлеген бирәбеҙ.
— Ейәнсура районынан ике бала атаһы борсой. “Йәйләү” лагеры быйыл ҡайҙа ойошторола икән, Әлфис Суфиян улы? Баланы унда урынлаштырыу өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәк? Тағы ла һорауым бар: “Йәйләү”ҙе йыл әйләнәһенә эшләгән лагерға әйләндереп булмаймы? Был хаҡта “Башҡортостан” гәзитендә Мәрйәм апай Бураҡаева ла яҙып сыҡҡайны...
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— “Йәйләү”ҙең быйыл ҡайҙа ойоштороласағы май аҙағында билдәле буласаҡ, әле ошо йәһәттән райондар араһында конкурс бара. Баланы унда урынлаштырыуҙың үҙ шарттары бар, тулы мәғлүмәтте Мәғариф министрлығының рәсми сайтындағы (morb.ru) “Йәйге ял” тигән бүлектән табырға мөмкин.
Ә инде йыл әйләнәһенә эшләгән лагерға әйләндереү буйынса уйларға кәрәк. Ойоштороу эше, әлбиттә, еңел бирелмәҫ. Шулай ҙа “Йәйләү” үҙ ишектәрен йәйгеһен генә асырға тейеш түгел, тип уйлайым. Бәлки, каникулдар ваҡытында, йәғни йылына дүрт тапҡыр ойоштороу дөрөҫ булыр. Уйларға, кәңәшләшергә кәрәк.
— Өфөнән Лилиә Байрасова булам. Әлфис Суфиян улы, Мәғариф министрлығы республикалағы балалар йорттарының эске торошон контролдә тотамы? Белеүемсә, уларҙың ҡайһы берҙәрендә тәрбиәсе вазифаһына тап килмәгән насар холоҡло кешеләр эшләй. Әллә бындай учреждениеларға яҡшы хеҙмәткәрҙәр табыу ауырмы?
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Улай уҡ тип әйтмәҫ инем, Лилиә ханым. Әлбиттә, балалар йорттарының эшмәкәрлеген контролдә тотабыҙ. Уларҙың һанын ҡыҫҡартыу буйынса ла ыңғай һөҙөмтә бар. Мәҫәлән, былтыр Октябрьскийҙа ябылды, быйыл Дәүләкәндә лә ошо эш бара. Балаларҙы ғаилә тәрбиәһенә тапшырыу йәһәтенән төрлө формала эш алып барыла. Был йәһәттән Рәсәйҙә беренсе урында киләбеҙ.
Хеҙмәткәрҙәргә ҡарата яла яғыу яғында түгелмен. Ғөмүмән, балалар йортонда эшләү мәктәптәгенән күпкә айырыла, ул — ауыр һәм ҡатмарлы. Өҫтәүенә яҡшы хеҙмәткәрҙәр бер тармаҡта ла тулып ятмай. Кешегә ҡарата сабыр булырға, уны эшкә өйрәтеп алырға, шарттар булдырырға кәрәк. Балалар йорттары хеҙмәткәрҙәре иһә үҙ бурысын ыңғай атҡарып килә.
— Сибай ҡалаһынан Айһылыу Тулыбаева булам. Әлфис Суфиян улы, һеҙҙе министр тип кенә түгел, билдәле драматург, шағир булараҡ та беләбеҙ. Күптән түгел беҙҙең ҡалала “Мөхәббәт аждаһаны ла еңә” тигән спектаклегеҙҙе ҡараныҡ. Ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә сәхнә әҫәрен йәштәрҙән алып өлкәндәргә тиклем барлыҡ халыҡ яратып ҡабул итте. Ижади эште дауам итәсәкһегеҙме? Һеҙгә ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Әлфис ҒАЯЗОВ:
— Изге теләктәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Айһылыу ханым! Төп эштән бушаған арала, әлбиттә, киләсәктә лә ижадҡа урын ҡалдырасаҡмын. Әле республика театрҙарында бер нисә спектаклем бара. Улар тамашасы күңеленә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо килтерә икән, минең өсөн был — ҙур ҡыуаныс.
Дилбәр ИШМОРАТОВА яҙып алды.


Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872