Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
КүршеләрҒаиләһе ишәйгәс: “Һеҙҙең ике башығыҙға ҡалғаны ла бик еткән”, – тип Шәрифулла күрше баҡсаһының яртыһын үҙенә бүлеп алды ла унда картуф сәсте, яңы мунса менән аласыҡ та ултыртып ҡуйҙы. Уның был ҡылығына Гөлбикәнең күңеле кителһә лә, һүҙһеҙ генә ризалашырға мәжбүр булды. Шәрифулла иҫкеһен һүтеп ташлап, урынына шығырҙап торған ҡарағайҙан клуб ҙурлығындай өй ҙә һалды. Уның янында Гөлбикәнең йорто бөтөнләй бәләкәй-ләнеп, сүгеп ҡалғандай тойолдо. Быны күреү ҙә ҡатындың күңелен ҡырҙы, ләкин ни эшләһен: “Их, Харисым иҫән булһа, беҙ ҙә...” – тип уйлауҙан ары китә алмай ине шул. “Бәләкәй булһа ла, торор мөйөшөм бар, ҡыуанысым, йыуанысым булып ҡыҙым үҫеп килә, тамағыбыҙ ас түгел”, – тип йыуатты үҙ-үҙен Гөлбикә.
Ләкин ҡыуанып оҙаҡ йәшәргә яҙмаған икән уға. Май байрамына Өфөлә педучилищела уҡып йөрөгән Таңһылыу ҡайтып төштө. Дүрт айға яҡын күрмәгән ҡыҙын Гөлбикә ҡосаҡлап алып, арҡаһынан һөйә-һөйә бик оҙаҡ яратты.
– Әсәй, һиңә һөйөнөслө хәбәремде әйтә һалайым. Ризалыҡ бирһәгеҙ, беҙ Кәрим менән өйләнешергә булдыҡ. Бына биш айлыҡ ауырым да бар, – тип Таңһылыу плащының төймәләрен ысҡындырып, ярайһы уҡ беленеп торған ҡорһағына бармағы менән төрттө.
Ҡапылдан: “Ни һөйләйһең, һеҙ бит бер ата балалары!” – тип ҡысҡырып ебәреүҙән үҙен саҡ тыйып ҡалған Гөлбикә, күҙ алдары ҡараңғыланып китеп, лап итеп артындағы ултырғысҡа ултырҙы.
– Ниңә ҡобараң осто, әсәй? Беҙ Кәрим менән күптән бер-беребеҙҙе өҙөлөп яратабыҙ. Өйләнешеүебеҙгә Шәрифулла ағайҙар ҙа ҡаршы булмаҫ, моғайын, – ҡыҙы әсәһенең яурынынан ҡосаҡлап, сикәһен сикәһенә тейҙерҙе.
Гөлбикә бер аҙҙан ғына ҡулдары менән ултырғысҡа тотоноп, тороп баҫты.
– Ҡапылдан хәлем бөттө лә киттесе... Ҡана, сәй эсерә һалайым үҙеңә, – тип ул самауырына барып йәбеште.
Табын әҙерләгәндә йә ҡулынан ҡалағын төшөрөп ебәрҙе, йә һауыттағы һөтөн түгә яҙҙы. Әсәһенең ниндәй хәлдә икәнен күреп, Таңһылыу:
– Әллә ни эшләнең дә ҡуйҙың, әсәй, ҡана, үҙем яһайым, – тип сәйнүкте үҙ ҡулына алды.
Сәй эсеп бөткәс, башында ҡайнаған мең төрлө уйҙарҙың осона бер үҙе генә сыға алмаҫын аңлаған ҡатын күршеләренә инеп китте. Йомошо барлығын әйтеп, Әсмәне өйҙән саҡырып сығарҙы ла, һарай аръяғына алып китеп, ҡалтыранған тауыш менән уға эштең ниҙә икәнлеген аңлатты.
– Уныҡылыр тип уйлағайным да... Ни эшләйбеҙ һуң хәҙер? – Әсмә әхирәтен ҡосаҡлап илап ебәрҙе.
Гөлбикәнең дә бына-бына сығам тип торған күҙ йәштәре сикәһе буйлап сөбөрләп аға ине.
– Ипләп кенә һин – ҡыҙыңа, мин улыма аңлатайыҡ... Тик бына ауыры бит әле... – Әсмә һулҡылдауынан туҡтап, сикәһе буйлап күлдәгенең итәгенә аҡҡан күҙ йәштәрен һөрттө.
Өйҙә Гөлбикәне Таңһылыу һағайып ҡаршы алды:
– Әллә илағанһың инде, күҙҙәрең ҡыҙарып бөткән.
– Ултыр әле, ҡыҙым, яныма. – Әсә кеше ҡыҙын эргәһенә һыйындырҙы. Һүҙҙе ниҙән башларға белмәй, бер аҙ шым торғас, барыһын һөйләне лә бирҙе.
Тыныс ҡына тыңлап ултырған Таңһылыу, йәйәнән ысҡынған уҡ кеүек, ҡапыл һикереп торҙо.
– Алдашаһың! – Ҡыҙҙың тауышы йән өшөткөс булып сыҡты.
– Ғәфү ит, ҡыҙым, был ысын шул. – Гөлбикә лә урынынан тора һалып, ҡыҙының беләгенә йәбеште.
– Юҡ, юҡ! Алдаҡ, алдаҡ хәбәр һөйләйһең! – Таңһылыу әсәһен этеп ебәрҙе лә ишеккә ташланды.
Шунда уҡ ҡыҙының: “Ай!” – тип ҡысҡырған тауышын ишетеп, Гөлбикә лә йүгереп тышҡа сыҡты. Таңһылыуы тупһанан бер-ике аҙым ситтәрәк ергә тәгәрәп ыңғыраша ине. Бер аҙ күтәрелгән күлдәк итәгенең аҫтынан һуҙылып сығып боттары буйлап йүгергән ҡара-ҡыҙыл ҡанды күреү менән Гөлбикә, ҡото осоп, ҡыҙына ташланды.
– Балам, ни булды? Балам, балаҡайым!.. – Әсәһен Таңһылыу ишетмәне лә буғай, бер-ике ыңғырашты ла, иҫенән яҙып, тынып ҡалды.
Шәрифулланың яңы ғына алған “Москвич”ында ҡыҙҙы дауаханаға алып киткәйнеләр ҙә тупһаһына ғына еткерә алдылар.
Ҡыҙын юғалтыу ҡайғыһы аяҡтан йыҡты Гөлбикәне. Айға яҡын бер тормаҫтан тип әйтерлек түшәгендә ятты. Әсмә әхирәтенә рәхмәт инде, ҡайғылы, ауыр мәлендә һәр саҡ янында булды, тәрбиә-хәстәр күрһәтеп торҙо. Уның шундай изге күңелле булыуы, үҙен яңғыҙ ҡалдырмауы Гөлбикәнең йөрәген айырыуса өйкәне. Шәрифулланы үҙенә эйәләштереп ҙур хата эшләне ул. Ярай, яр буйында аңғармай ҙа ҡалды, ә аҙаҡ ниңә риза булып ҡосағына инде һуң? Иренең яҡын әхирәтенең ҡуйынында ятыуын белеп, Әсмәнең йөрәге лә һыҙламай ҡалмағандыр, әлбиттә.
Гөлбикә, янында ултырған әхирәтенең итәгенә башын һалып, ҡат-ҡат ғәфү үтенде.
– Харисыма, һиңә булған хыянатым өсөн ҡыҙымды тартып алып, Хоҙай миңә үҙ язаһын бирҙе, – тип күҙ йәшен түгә-түгә бер үк һүҙҙе ҡабатланы Әсмәгә.
– Улай үҙеңде бик яфалама. Ул аҫау айғырҙы бер нисек тә тыйып булмаҫ ине. Әллә ҡайҙа, әллә кемдәр менән зина ҡылып йөрөр ине барыбер. Ә былай күҙ алдымда булды, белеп-күреп йөрөнөм, – тип йыуатҡандай итте уны Әсмә.
Әсәһе мулла ҡыҙы ине Гөлбикәнең, заманына күрә бик уҡымышлы булды. Намаҙын да ҡалдырманы, доғаларын да уҡыны. Уларҙы балаларына ла ятлатты, иҫкесә хәреф танырға ла өйрәтте. Атаһы менән әсәһе үлгәс, төрлө ерҙә тәләфләнеп йөрөмәһендәр тип, дини китаптарын Гөлбикә үҙенә алып ҡайтҡайны. Түшәктә ятҡанда Әсмәнән шул китаптарҙы һандығынан алып биреүен һорап, уларҙы ҡараштырырға ғәҙәтләнеп алды. Был уның башында ҡайнаған ҡайғылы уйҙарынан аҙ-маҙ арынып торорға теләүе лә булғандыр, бәлки, Хоҙай алдындағы ғәйебен мөмкин тиклем юйырға ниәтләүе лә ине шикелле. Әммә унда яҙылған, әйтелгәндәр Гөлбикәнең бар булмышын биләп алды, һыҙлаған йөрәгенә шифалы дарыу булып яғылды, тәненә, йәненә тылсымлы көс бөрккәндәй булды. Донъяға булған ҡарашының да ыңғай, яҡшы яҡҡа үҙгәрә барыуын тойҙо ҡатын. Ҡөрьәндең, доғаларҙың ҡөҙрәтле көскә эйә булыуына, яҡлаусы, ярлыҡаусы бер Хоҙай барына, инде ҡабат атламаҫ тигән аяҡтарын шыуҙыра башлағас ныҡлап төшөндө ул. Ә инде тәне лә, йәне лә һауығып, урынынан торғас, Гөлбикә намаҙлыҡҡа баҫты.
Ауыр сағында дингә ылығып, үҙенә таяныс, ышаныс таба алһа ла, ҡыҙын юғалтыу ҡайғыһы йөрәгендә төҙәлмәҫлек яра ҡалдырҙы Гөлбикәнең. Туҡтауһыҙ һыҙлап, һәр саҡ үҙен иҫкә төшөрөп торҙо. Бик үҙәгенә үткәндә: “Был – Хоҙай миңә ебәргән тағы бер һынау. Тәүгеһенә, Харисымдыҡына, сыҙаным, Алла бойорһа, быныһын да сабыр ғына үткәреп ебәрермен”, – тип үҙ-үҙен йыуатыр булды ҡатын.
Кемдәлер – ауыр ҡайғы, кемдер сирле тип тормош туҡтап тормай, мәшәҡәттәре лә юҡҡа сыҡмай. Һәр көн ашарыңа-эсереңә, иҫкереп барған йортто йылытыу өсөн яғырыңа, мал-тыуарыңды хәстәрләргә кәрәк, колхоз эшенә лә ҡул һелтәп булмай. Гөлбикәне лә аяғына баҫыуына бөткөһөҙ эш көтөп тора ине. Бар көсөн һалып үҙенсә донъя көтөргә тырышты ул. Көндөҙө эш менән үтһә, кистәрен бирелеп дини китаптар уҡыны, намаҙын да ҡалдырманы. Шулай көндәр, айҙар, йылдар үтә торҙо.
Гөлбикә күршеләренә инергә бик тырышмаһа ла, Әсмә йыш ҡына янына кереп, бөткөһөҙ хәбәрҙәрен һөйләп сыға ине. Һөйләрлек нәмәләре күп ине шул күршекәйенең. Бер-бер артлы балаларын институтта уҡытып сығарып, туй артынан туй үткәрҙеләр. Аҙаҡ сиратлап ейән-ейәнсәрҙәре лә тыуа торҙо. Яйын табып, ҡалала төпләнә барған балаларын фатирлы итеп тә бөттөләр.
Таңһылыуҙы ерләгәндән һуң Шәрифулла Гөлбикәнең ишеген ҡабат шаҡыманы. Шаҡыһа ла асмаҫ ине уны кисәге һөйәркә.
Күрше ир пенсияға сығып, ҡулынан бригадир дилбегәһен ысҡындырғас, ветерандар советы рәйесе итеп һайланды һәм, ҡултығына папка ҡыҫтырып, ауыл урамдарын да, район үҙәгенә илткән юлды ла йыш тапаны. Костюмындағы Харистың ордендары янына яңынан-яңы миҙалдар өҫтәлеп торҙо. Хатта бер орден да биреп ҡуйҙылар үҙенә. Әсмә: “Аллаға шөкөр, иремдең пенсияһын тағы ла арттырҙылар”, – тип әйткеләп-әйткеләп ала ине. Ә бер көндө: “Юллай торғас, бушлай “Нива” машинаһын алдыҡ, биш ишекле хатта”, – тигәс, ҡапылдан Гөлбикәнең йәне көйҙө лә китте. Әсмәгә: “Йәтим ҡалған әсәләрҙең, ҡатындарҙың, балаларҙың өлөшөн ашайһығыҙ һеҙ! Ул машинаны һеҙгә Харисым кеүек һуғыштың уртаһында йөрөп, ут эсендә һәләк булғандар алып бирҙе!” – тип ҡысҡырыуҙан үҙен саҡ-саҡ тыйып ҡалды.
Ҡартлығы баҫҡас: “Ғүмерем бөтһә, үҙ өйөмдә тыныс ҡына ятып үлермен”, – тип уйлай ине Гөлбикә. Әммә юрағаны юш килергә яҙмаған икән шул. Бер саҡ аяҡтары тағы ла ҡапылдан ғына атламаҫ булды ла ҡуйҙы. Уның ҡуҙғала ла алмай ятҡанын күреп, Әсмә: “Ҡасим кейәүгә әйтәйем әле, ҡарттар йортона урынлаштырһын үҙеңде. Унда хет тәрбиәле булырһың”, – тип сығып китте. Әхирәтенең Ҡасим кейәү тигәне, йәғни Зәлифәһенең ире, ҡалала ҙур ғына начальник булып эшләй шикелле. Ике йыл элек: “Урын-ерең матур, мин һиңә ҡалалағы бер бүлмәле фатирымды бирәм, ә һин бында дача төҙөргә рөхсәт ит”, – тип кергәйне. Гөлбикә, иҫән сағымда Харисымдың нигеҙен ҡоротмайым, тип риза булмағайны ул саҡ.
Ике көн дә үтмәне, Әсмә Шәрифуллаһын эйәртеп килеп тә керҙе.
– Кейәү һиңә урын белешкән, ҡайҙа, әйберҙәреңде әҙерләшәйем, беҙҙең менән китерһең, – тип әхирәте Гөлбикәнең барлы-юҡлы сепрәк-сапрағын йыя башланы. Һүҙ ыңғайында, һуғыш ветераны булараҡ, иренә ҡалала өс бүлмәле фатир биреүҙәрен һәм шунда күсенәсәктәрен теҙеп һөйләне.
Шәрифулла иһә папкаһынан сығарып Гөлбикәгә бер нисә ҡағыҙ һуҙҙы.
– Ҡасим кейәү һин тип бигерәк ныҡ тырышты инде. Бына был ҡағыҙҙарға, йәғни йорт-ереңде уға бүләк итеү хаҡындағы документтарға, ҡул ҡуй, – тине ул, ҡәнәғәт йылмайып.
– Йортобоҙға ял-фәләнендә балалар ҡайтып-китеп йөрөр. Үҙебеҙ ҙә йәй айҙарында йәшәп-йәшәп алырбыҙ, Алла бойорһа, – тине Әсмә, ире сығып киткәс.
Ул үҙҙәренең кәрәк-ярағын ике “КамАЗ”-ға тейәп, кисә үк оҙатыуҙары хаҡында ла әйтергә онотманы. Түшәк-фәлән, һауыт-һаба кәрәкмәй тигәс, Гөлбикәнең әйберҙәре, кәфенлеге, хәйерлеге менән бергә, ике сумаҙандан артманы. Шуларҙы багажнигына урынлаштырып, Шәрифулланың “Нива”һында китергә сыҡты улар. Бер үк машинала ҡалаға юл тотһалар ҙа, йәшәр урындары башҡа ине күршеләрҙең.
(Аҙағы. Башы 76, 77-се һандарҙа).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872