Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәлең нисек, ҡала башҡорто?
Хәлең нисек, ҡала башҡорто?
Яҡташымдың Өфөгә килеп йәшәй башлауына ун биш йылдан ашты. Тәүҙә эшкә алмай ыҙалаттылар – ҡайһы ғына ойошманың ишеген асып инмәһен, шунда уҡ кире бороп сығарҙылар. Имеш, стажы бәләкәй, тәжрибәһе юҡ. Көс-хәлгә эшкә танышлыҡ арҡаһында урынлашты. Ә бына йәш ғаиләнең торлаҡ мәсьәләһе һаман да хәл ителмәгән, дөйөм ятаҡта кәләше һәм балаһы менән ғүмер итәләр. Пропискаһы ауылда булғас, ул торлағын яҡшыртыуға сиратҡа баҫа алмай яфа сикте, ахыр сиктә баш ҡалала туғандарында теркәлде һәм фатир мәсьәләһе тураһында уйлана башланы. Ләкин, эш хаҡы бәләкәй тип, мохтаждар исемлегенә индермәнеләр...

Йәшерен-батырын түгел, ауылдарҙа тормош һүнеп бара, ҡот юғала. Төп сәбәп – ҡулайлаштырыу мөһөрө һуғылып, мәктәптәрҙең ябылыуы, клубтарға йоҙаҡ элеп ҡуйыу, хужалыҡтарҙың тарҡалыуы... Халыҡ, бигерәк тә йәштәр, атай нигеҙен ташлап, район үҙәгенә, ә унда йәшәүселәр ҡалаға, бәләкәй ҡалаларҙан ҙурҙарына күпләп ағыла. Шулай итеп, урбанизация күренеше "сәскә ата". Күсенеүҙе барыһы ла ситтә тормоштоң шәплеге менән бәйләй.
Әлбиттә, бәхет төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Яҙмышын ҡала менән бәйләргә теләүсе ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ят мөхиттә юғалып ҡалмаҫмы? Күмертау ҡалаһында "Ҡала башҡорттары: этномәҙәни һәм социаль-демографик үҫеш мәсьәләләре" тип аталған VIII төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла һүҙ тап ошо хаҡта барҙы.
Мөхәмәт Исҡужин урамында урынлашҡан Балалар ижады үҙәге һабантуйҙы хәтерләтә. Хужалар ҡунаҡтарҙы әйҙүкләп түргә саҡыра. Фойела "Китап" нәшриәте, "Башҡорт энциклопедияһы" ғилми нәшриәте, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм башҡа ойошмалар китап сауҙаһы, бай күргәҙмә ойошторған, башҡорт кейемендәге ҡыҙҙар мода күрһәтә, ә уң яҡтағы мөйөш тулыһынса Күмертау ҡалаһына бағышланған.
Хәлең нисек, ҡала башҡорто?Пленар ултырыш кескәйҙәрҙең илһөйәрлек рухы менән һуғарылған йырлы-моңло сығышы менән асылды.
Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Борис Беляевтың залдағыларҙы башҡортса сәләмләүендә оло мәғәнә ята.
– Урындағы ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эшен ыңғай баһалар инем, – тине Борис Владимирович. – Ойошма ҡан-ҡәрҙәштәренең ихтыяжын һәм мәнфәғәтен ҡайғырта. Ҡоролтайҙың тәү ойошмалары, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары советы, башҡорт йәштәре советы, ҡала ветерандарының аҡһаҡалдар ҡоро әүҙем. Беҙҙә Ҡала көнөнә арналған саралар, башҡорт халҡының милли батырҙары менән бәйле кисәләр, шәжәрә байрамдары даими уҙа.
Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Сабитов республика етәкселегенең ҡотлауын еткерҙе, бәләкәстәрҙең сағыу сығышына һоҡланыуын белдереп, шатлығын йәшермәне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев билдәләүенсә, һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса башҡорттарҙың һигеҙ процентының урыҫ телен үҙенең туған теле тип иҫәпләүе йөрәккә шом һала. Ошондай күңел тетрәткес күренеште ишетмәйек-күрмәйек тиһәк, туған телебеҙгә һөйөү уятыуҙы балалар баҡсаһында һәм башланғыс кластарҙа уҡ төплө алып барырға кәрәк.
– Бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулла "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" тигән. Донъя кимәленә сығыу өсөн, әлбиттә, белемле һәм һәр йәһәттән дә камил булыу – иң мөһим талап. Милли кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе юғары кимәлдә торорға тейеш, был тәңгәлдә Ҡаҙағстанды өлгө итеп ҡуйырға мөмкин, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова.
Сығыш яһаусылар сәнәғәттә башҡорттарҙың аҙ булыуына борсолоуын белдерҙе. Уның ҡарауы, ауыл хужалығында милләттәштәребеҙ күп икән, ләкин бөгөн был тармаҡта эшһеҙлек көслө. Шулай уҡ Рәсәйҙең берәй ҡалаһында төпләнгән башҡортҡа туған телен онотоу хас – был да яҡшы түгел.
"Башҡорт халҡының тарихы" тигән баҫманың һәм "Башҡорт теленең академик һүҙлеге"нең исем туйы булды.
Төштән һуң барыһы ла 3-сө башҡорт республика гимназия-интернатына юлланды, унда эш секцияларҙа дауам итте. Ғөмүмән, ҡалаларҙа тыуым кимәле түбән түгелме, һаулыҡ торошо ҡәнәғәтләндерәме, йәштәр үҙенә йәшәү, эш урыны тапҡанмы, белем алыуға ынтылыш бармы, ҡала мәктәптәрендә туған тел нисек уҡытыла? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ҡыҙыу фекер алыштылар.
Киләһе конференция ике йылдан Туймазы ҡалаһында ойоштороласаҡ.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Күмертау ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә