Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңыш йылмайҙы, ти...
Ҡайһы саҡта көн дә иртән эшкә йөрөү маҙаға тейгес шөғөлгә әйләнә — таныш хәлме? Бер нигә тотонорға теләк юҡ, һәлкәүлек, ҡул һелтәү, битарафлыҡ... Бындай мәлдәрҙә иң ҙур ярҙамсы — үҙең. Түбәндәге алымдар ауыр хәлдән сығырға булышлыҡ итер.

1. Хыяллан!
Был кәңәш, көлкө кеүек күренһә лә, һөҙөмтәле. Ниндәй ҡаҙанышҡа өлгәшергә, кем булырға теләүең тураһында уйлап, хыял диңгеҙендә рәхәтләнеп йөҙөп ал. Күҙ алдына килтер: юрағаның юш килеп, уңыш йылмайҙы, ти. Шул тиклем ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерерһең. Ә бының өсөн бит эшләргә кәрәк!
2. Үҙеңде дәртләндер.
"Әгәр ошоно эшләһәм, үҙемә үҙем бүләк яһайым" тигән маҡсат ҡуйыу ҙа ярҙам итә.
3. Маҡсат ҡуй.
Һәр эштең алдында ниндәйҙер ниәт торорға тейеш. Әгәр ул юҡ икән, ынтылыш та булмай. Эшеңә бәйле төп маҡсаттарҙы ҡағыҙға яҙып, яныңда тотоу ҙа һәлкәүлектән арынырға булышлыҡ итер.
4. Хәтирәләргә бирелеп ал.
Ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкән сағыңды иҫкә төшөр. Әйтәйек, етәкселек маҡтау һүҙе әйткәндер, аҡсалата бүләк алғанһыңдыр. Шул саҡтағы ғорурлыҡ, ҡәнәғәтлек тойғоһон ҡабат кисергең килмәйме ни?
5. Яңылыҡ уйлап тап.
Эшеңә ниндәйҙер үҙгәреш, заманса йүнәлеш индереү буйынса төрлө кеше менән кәңәшләш: ситтән яҡшыраҡ күренә. Идея тыуҙы икән, уны тормошҡа ашырыу планын төҙө һәм алға — яңы бейеклектәргә!
6. Йыр тыңла.
Төрлө көйҙөң кәйефеңә нисек тәьҫир итеүен билдәлә. Әйтәйек, ҡайһы бер эште башҡарғанда күңел тулы тыныслыҡ теләй. Көндәлек мәсьәләләрҙе иһә ниндәйҙер көй аҫтында үтәү еңелерәк.
7. Елләткескә лә иғтибар ит.
Эш урынындағы һауа кәйефкә ныҡ тәьҫир итә. Шуның өсөн дә дөрөҫ температураны тоторға кәңәш ителә. Эҫе мәлдәрҙә шылдырып йөрөтә торған елләткес уңайлы булыр.

* * *
Эшеңдәге кире тойғоларҙың кабинеттағы тәртипкә лә бәйле булыуы ихтимал. Әйтәйек, өҫтәлдә энә төртөрлөк тә урын булмаһа...
Белгестәр әйтеүенсә, ҡағыҙға күмелгән эш өҫтәленә бер тапҡыр ғына күҙ һирпеп тә, уның хужаһының көсөргәнешле хәлдә булыуын билдәләргә мөмкин. Ундайҙарҙы яуаплы вазифаларға үрләтергә ярамай, ти менеджерҙар. Ҡыҫҡартыу мәлендә лә тәүге ҡармаҡҡа тап шундайҙар эләгеүсән.
Өҫтәл тәртиптә булмаһа, иғтибарыңды эшкә йүнәлтеүе ауыр. Әллә күпме башҡарылмаған бурыс торғанда, нисек алға йүнәлеш алырға мөмкин?
Ғөмүмән, эш өҫтәлендә әле ҡаралған мәсьәләгә бәйле ҡағыҙҙар ғына ятырға тейеш. Башҡаларын тартмаларҙа, йәшниктәрҙә һаҡлау һәйбәт булыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә