Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Исрафҡа юл ҡуйғанды Хоҙай һөймәй
— Ишле ғаиләлә бер-беребеҙҙең әйберен кейеп үҫтек. Әле лә ошо ғәҙәтте ташламағанбыҙ: балаларыбыҙҙан ҡалған кейемде туғандарыбыҙҙыҡына таратабыҙ. Ошоға бәйле берәүҙән: “Башҡаларҙың әйберен ҡулланырға ярамай. Кейемгә тән, йән йылыһы менән бергә кире энергия йоғоп ҡала, тимәк, башҡа кешенең яҙмышына насар йоғонто яһалыуы ихтимал”, — тигән һүҙҙәрҙе ишеттем. Был дөрөҫмө, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Улай тиһәң, ниңә мәрхәмәтлек акцияларында кейем таратыла?

М. ГӘРӘЕВА.
Баймаҡ районы.

Исрафҡа юл ҡуйғанды Хоҙай һөймәй Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә үҙ рәхмәте менән тормошобоҙға “Ҡөрьән Кәрим”де индергән, уны аңлатыу өсөн пәйғәмбәрен ебәргән. Ислам юлына әйҙәгән, йәшәйеше аша ысын мосолман өлгөһөн күрһәткән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ифрат ҙур ғилемгә эйә булған. Ул биргән белем, әл-хәмдү лил-ләһ, быуындан быуынға тапшырыла, һөҙөмтәлә халҡыбыҙҙың, милләтебеҙҙең асылы боҙолмай, һаҡланып килә.
Күптән түгел “Совет осорондағы нимәне ҡайтарыр инегеҙ?” тигән һорауға бер нисә кешенең яуабын ишетергә тура килде. “Әҙәпте, әхлаҡи тәрбиәне”, — тине күбеһе. Уйға ҡалдым. Бындай күркәм тәрбиәне Совет власы тыуҙырҙымы икән һуң, әллә улар борон-борондан киләме? Ысынында, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, уҙған быуаттың яртыһынан күберәк өлөшөндә Ислам тәрбиәһе нигеҙендә йәшәнек бит. Хәтеремдә: армиянан ҡайтып, шофер булып эшләп йөрөгән саҡта боҙолған машинаны ҡайҙалыр ултыртып ҡалдырһаң, уға берәү ҙә теймәй торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етмешенсе йылдар башында был күркәм ғәҙәт әкренләп юҡҡа сыға башланы. Ошоға бәйле фекер йөрөтөп ҡарағанда, уҙған быуаттың күпселек өлөшөн Ислам тәрбиәһендә уҙғанбыҙ. Бөгөн ошо рухты иман аша ғына ҡайтара алабыҙ.
Әлеге һорау биреүсене ҡыҙыҡһындырған темаға килгәндә лә, булғандың ҡәҙерен белеү, исраф итмәү — динебеҙҙең быуаттар аша һаҡланып килгән күркәм тәрбиә өлгөһө. “Эй, әҙәм балалары! Һәр саҡ, шул иҫәптән мәсеткә килгәндә лә, матур, ыҫпай кейенеп йөрөгөҙ”, — тиелгән изге “Ҡөрьән”дә. Шул уҡ ваҡытта: “Ашағыҙ, эсегеҙ, исраф ҡылмағыҙ”, — тигән һүҙҙәр ҙә бар. Йәғни һәр нәмәне үҙ миҡдарында тотона белеү, ҡәҙерен ебәрмәү, һаҡсыл булыу зарур. Бөгөн иһә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, күп нәмәне исраф итәбеҙ. Хатта ки ваҡыттың ҡәҙерен белмәй башланыҡ: көнө-төнө телевизор ҡарауға һалышҡандар аҙмы ни? Шул уҡ ваҡытта балаларҙы компьютерҙан айырыу ҙур проблемаға әүерелде. Һөҙөмтәлә аҡыл-зиһен артмай, ә ваҡыт елгә оса, һаулыҡ зыян күрә.
Һорауҙа әйтелгән кейем мәсьәләһенә килгәндә лә, булғандың ҡәҙерен белеү, исраф итмәү ниәте алға килеп баҫа. Халҡыбыҙҙа борон-борондан ғаиләләр ишле, ә балаларҙың йәш араһы ике-өс йыл булған. Билдәле: туғандар бер-береһенең әйберен кейеп үҫкән. Туҡыма туҙғас та ташланмаған әле, мәҫәлән, сабыйға йүргәк итеп файҙаланылған, ҡорама юрған, түшәктәр тегелгән.
Әҙәм балаһы донъяла күпмелер йәшәй ҙә ахирәткә күсә. Бындай осраҡта уның әйберҙәре туғандарына таратылған, “ҡәрҙәшемдең иҫтәлеге” тип ҡәҙерләп кейелгән. Мөлкәтен исраф итмәү, хәстәрләү, һаҡлау мәрхүмгә изге доға булып бара.
Ғөмүмән, балаларыбыҙҙың бер-береһенең әйберен кейеп үҫеүе динебеҙ тарафынан тыйылмай. “Ниндәйҙер энергия күсә икән...” — тип һис тә шикләнмәгеҙ. Сағыштырыу өсөн аҙыҡ-түлекте алып ҡарайыҡ. Мәҫәлән, эсендәге балығын ашайҙар ҙа консерваһын сүплеккә ташлайҙар. Ә был металл өсөн күпме көс һалынған: ер аҫтынан сығарғандар, тутыҡмаһын өсөн өҫтөнә ҡурғаш иретеп йәбештергәндәр һәм башҡалар. Хәҙер килеп, ул исраф ителә. Ошо йәһәттән, белеүегеҙсә, ташланған әйберҙәрҙе сорттарға бүлеү эше башланып тора. Бик һәйбәт башланғыс. Аллаһ Тәғәлә бит барыһын да үлсәүле итеп яратҡан, бөтмәй торған нәмә юҡ. Хатта ки, ҡәҙерен белмәһәк, һауаны ла юҡҡа сығарыуыбыҙ ихтимал.
Аллаһ Тәғәлә бер-беребеҙгә ярҙам күрһәтеп, булғандың ҡәҙерен белеп, бүлешеп йәшәргә насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә