Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Күршеләр– Һаумыһығыҙ! – Тупһа аша оҙон кәүҙәле утыҙ йәштәр самаһындағы сибек ир килеп инде.
– Үтегеҙ, – тигән булды ҡапылдан аптырабыраҡ ҡалған ҡатын.
– Мин Закир булам. Ғәфү итегеҙ, уңы юҡ шул! – Ир күрешергә һул ҡулын һуҙып, шинеленең һәленеп торған еңенә ымланы.
Гөлбикә шым ғына ирҙең ҡулын ҡыҫты.
– Ҡоя ғына был ямғыр, үҙәктәргә үтте хатта, – тип һүҙен дауам итте Закир һәм, ҡатындың һаман да аптырап ҡарап тороуын күреп, өҫтәп ҡуйҙы:
– Мин Харистың фронтташ дуҫы булам.
Уның һуңғы һүҙҙәре Гөлбикәне һиҫкәндереп ебәрҙе һәм ят ирҙе нисектер үҙенә яҡынайта биреп ҡуйҙы. Ул шунда уҡ һалдаттың өҫ-башы лысма һыу булыуына иғтибар итте.
– Өҫтөгөҙҙө сисә һалығыҙ, үпкәгеҙгә һалҡын тейеп ҡуйыуы бар. Мин тиҙ генә сәй ҡуяйым. – Гөлбикә самауырына барып йәбеште.
– Һалҡын тейеп тә өлгөрҙө шикелле. – Закир ҡапыл быуылып йүткерергә тотондо.
Ҡатын, булған һыйын өҫтәлгә ҡуйып, сәй табыны әҙерләне. Ир ҙә биштәренән бер нисә балыҡ кәнсире сығарып табынға ҡуйҙы.
Сәй эскәндә Закир башта ҡаты яраланып Польшалағы госпиталдә ятҡанын, шунда уң ҡулынан ҡолаҡ ҡағыуын һәм, ниһайәт, тыуған ауылына ҡайтып барғанын һөйләне. Аҙаҡ ҡына Гөлбикә “Нимә ишетермен икән” тип түҙемһеҙләнеп көткән хәбәргә күсте.
– Харистың яраһы үлемесле булды шул. Үҙ ҡулдарым менән күҙҙәрен йомдороп ерләнем, – тине Закир.
Ошондайыраҡ һүҙҙәрҙе ишетеүен көткәнгәмелер, Гөлбикәне ирҙең әйткәндәре әллә ни тетрәндермәне. Бар күңелен бөтөнләй бушлыҡ биләп алыуын ғына тойҙо ҡатын.
– Үлер алдынан Харис дуҫ “Имен-аман ҡайта алһаң, Гөлбикәмә барып һөйләрһең, әйберҙәремде үҙ ҡулына тапшырырһың инде” тигәйне, уның аманатын үтәмәй ҡалмайым. – Закир биштәренән өҫтәлгә өс орден менән бер миҙал, ҡанға мансылған бер нисә документ сығарып һалды.
Гөлбикә өнһөҙ генә иренең әйберҙәренә күҙ һирпте.
– Ир-арыҫландай һуғышты Харис дуҫ. – Закир теҙеп һалынған орден-миҙалдарҙы һыйпаны һәм тағы ла быуылып йүткерергә тотондо.
Ул арала ишек асылып китеп, өйгә Шәрифулла килеп инде.
– Һалдат кейемендәге әҙәмдең инеп барғанын күргәс, Харис күрше ҡәберенән сығып ҡайтып индеме әллә, тигәйнем. Ят әҙәм икәнһең, кем булаһың? – тип, ул түргә үтеп, Закир менән күреште. Уныһы, йүтәлдән быуыла-быуыла, кем булыуын әйткәс, Шәрифулла кеҫәһенән бер шешә араҡы сығарып өҫтәлгә ҡуйҙы.
– Сирҙең ҡатыһын эләктергәнһең икән, яуҙаш. Уның дауаһы бер ҡырлы стакан араҡы ла ҡайнар бисә ҡосағы инде, – тип күҙ ҡыҫып Гөлбикәгә ымланы.
Уның был һүҙҙәрен ишеткәс, Закир ҡапыл йүтәленән туҡтап, ғәйепле ҡарашын ҡатынға ташлап алды ла, уңайһыҙланып, башын түбән эйҙе. Гөлбикә лә ни әйтергә белмәй баҙаны. Бармаҡтары менән алъяпҡысын һыпырғыларға тотондо.
Ирҙәр араҡы эсә-эсә фронтта күргән-белгәндәре хаҡында байтаҡ ҡына әңгәмәләшеп ултырҙы.
Шешәне төпләп ҡуйғас, Шәрифулла ишеккә йүнәлде.
– Ярар, фронтовик, терел, – тип ул, көлөмһөрәй биреп, ҡарашын Гөлбикәгә ташлап алды.
Закирға йоҡларға урынды үҙ карауатына һалды ҡатын. Ә үҙе сит ир менән бер өйҙә ҡуныуҙы килештермәй, соландағы һикегә ятты.
Иртәгә иртүк юлға сығырмын тиһә лә, баш-тәне ныҡ ҡыҙып, Закир тағы ла ике көн түшәктә ятырға мәжбүр булды. Гөлбикә кәзә һөтө лә, мәтрүшкәле сәй ҙә эсереп, янынан китмәй уны аяҡҡа баҫтырырға тырышты. Өсөнсө көнөнә генә шыбыр тиргә батып уянып, урынынан тороп ултырҙы ир. Юлға сыҡҡанда: “Иҫән булһаҡ, тағы ла күрешербеҙ”, – тип хушлашты Закир.
Ике-өс көн эсендә ул Гөлбикәгә үтә лә яҡын булып күренә башлағайны инде. Ә инде китеп барғас, Харисты фронтҡа оҙатҡандағы һымағыраҡ, өйө лә нисектер бушап ҡалды, күңеле лә кителгәндәй булды. Шул көндә ҡатын иренең орден-миҙалдарын, документтарын күкрәгенә ҡыҫҡан килеш карауатына ятып, үҙ-үҙен тыя алмай үкһеп, байтаҡ күҙ йәшен түкте һәм, бер аҙ тынысланғас: “Ҡасандыр матур, һуңыраҡ зарлы-һағышлы үткәндәрем менән хушлашыуым ошолор”, –тип үҙ алдына һөйләнде.
Закир китеп бер аҙна самаһы ваҡыт үткәс, өйгә Шәрифулла килеп керҙе.
– Күрше, тырыша торғас, колхозды алдынғылар рәтенә сығарҙыҡ. Үҙемде баш ҡалаға кәңәшмәгә саҡырҙылар. Алдынғы колхоздың бригадиры ла алдынғы булып күренергә тейеш бит инде. Бир әле Харистың орден-миҙалдарын, шуларҙы тағып йөрөп ҡайтайым, – тине ул, күҙҙәрен майландырып.
Теге көндә үк уның өҫтәлдә ятҡан наградаларға йоторҙай булып ҡарап ултырғанына иғтибар иткәйне Гөлбикә. Шунда уҡ уларҙы йыйып алырға ла теләгәйне. Әле лә: “Ни һөйләйһең ул!“ – тип әйтергә уйланы, тик Шәрифулланың нисек тә ныҡышып аласағын һиҙеп өндәшмәне. Орден-миҙалдарҙы ҡулъяулыҡҡа төрөп, күршеһенә һуҙҙы. Шул китеүҙән улар кире өйгә әйләнеп ҡайтманы, ә бөтөнләйгә Шәрифулланың ҡәҙерлегә кейә торған костюмында урын алды.
Колхозды алдынғыға сығарабыҙ, тип ул йылда бөтә игенде тип әйтерлек ҡырып-һепереп дәүләткә тапшырғайнылар. Халыҡҡа бирергә ашлыҡ етмәгәс, хеҙмәт көнө иҫәбенә тип, Ашҡаҙар буйындағы таллыҡтарҙы аҙымлап утынға бүлеп бирҙеләр. Аҙна-ун көн эсендә талы, өйәңкеләре ҡырҡылып, йылға яп-яланғас булды ла ҡалды. Гөлбикә лә үҙ өлөшөнә төшкәнен әҙерләп, ташып ҡуйҙы. Ләкин уның менән генә ҡыш сығып булмаҫы билдәле ине. Эре мал тотҡандар етерлек тиҙәк һуғып ҡала ла бит, уның кәзәләренең генә тиреҫе ярты баҫымға ла етмәй шул.
Ауылдан өс саҡрымдай самаһы түбәнерәк, йылға уртаһындағы утрауҙа байтаҡ ҡына тал үҫкәнен күргәйне Гөлбикә. Һыу эсендә булғас, уны өлөшкә лә индермәнеләр. Шуны булһа ла ҡырҡайым тип, бер мәл ҡатын балтаһын алып утрауға юлланды. Көн дә әллә ни һыуыҡ түгел. Гөлбикә, күлдәген сисеп, яр буйында ҡалдырҙы ла һыуға инеп китте. Йылға был урында һай, эске күлдәгенең ҡыҫҡа итәген аҙ-маҙ сылатырлыҡ ҡына. Ҡатын тәүҙә талды ҡырҡып утрау ситенә өйә барҙы, аҙаҡ йылға аша ярға ташыны. Һыу тәүҙәрәк һалҡын тойолһа ла, тәне өйрәндеме, һуңға табан бөтөнләй йылынып киткәндәй булды. Ике-өс сәғәт эсендә бер ат йөклөк тал ҡырҡып, ташып, өйөп тә ҡуйҙы ҡатын.
Эшен тамамлап, һығып кейәйем тип, Гөлбикә эске күлдәген сисә генә башлағайны, ярҙан янына төшөп килгән Шәрифулланы шәйләп ҡалды.
– Кем урлап ағас ҡырҡа тиһәм, күрше, һин икәнһең. – Күҙҙәре майланған, танау ҡыуыштарынан ҡоторған үгеҙҙеке кеүек пар бөркөлгән ир һөйләнә-һөйләнә уға яҡынлашты.
– Килмәй тор, күлдәгемде кейәйем. – Гөлбикә ерҙә ятҡан кейеменә үрелде.
Шәрифулла уның һүҙҙәренә иғтибар ҙа итмәне, шашып беләгенән ҡармап алды, ауыҙынан араҡы еҫе бөркөтөп ыһылданы.
– Шундай һылыу тәнде күлдәк эсенә йәшерәләрме ни, бығаса нисек күрмәй йөрөгәнмен! – Ул ҡатынды күтәреп алды ла ергә йыҡты. Шунан тыпырсынған Гөлбикәнең өҫтөнә менеп тә ятты.
Гөлбикә ҡысҡырырға иткәйне, тауышы сыҡманы, ҡулдары менән ирҙе өҫтөнән этеп маташҡайны ла, хәле бөтөп, һәленеп төштө.
Аптырауҙан һушын йыя алмай ерҙә оҙаҡ ятты ҡатын. Шәрифулланың салбар төймәләрен ҡаптыра-ҡаптыра: “Иртәгә конный заводҡа килерһең, утыныңды ташырға ат бирермен”, – тиеүе лә, колхоздың ҡара айғыры егелгән тарантасына ултырғанда: “Шәп бисә булып сыҡтың, күрше, ҡыҙҙарға биргеһеҙ. Кергеләп йөрөрмөн”, – тип һөйләнеүе лә ҡолағына яҙа-йоҙа ғына ишетелеп ҡалды. Ниндәй генә уйҙар үтмәне ул мәлдә Гөлбикәнең башынан. Күҙ йәштәрен йота-йота, мин дә әҙәм балаһы бит, ир йылыһы миңә кәрәкмәйме әллә, тип үҙен тынысландырырға тырышыуы күңелен генә уҡшытты.
Әйткәненсә, кергеләп йөрөнө Шәрифулла. Гөлбикә уны этәрмәне лә, ҡыуманы ла. Яҙмышым шулдыр, тип риза булды. Әсмә алдында үҙен ғәйепле тойоу ғына йөрәген өйкәне бары. Оҙаҡ та үтмәй ауырға ҡалғанын да белде. Быны ғәҙәти күренешкә һанап, бары ҡыуаныс ҡына кисерҙе. Шәрифулланың: “Минекеме әллә?” – тип һорауына ҡапылдан башына уй килеп: “Юҡ, Закирҙыҡы”,– тип яуап бирҙе. Ауылда уның хаҡында имеш-мимеш хәбәрҙәр ишетелеп ҡалғылай ине инде. Башта Закирҙы күҙ уңында тотоп, Гөлбикә ир кереткән икән, тип һөйләгәйнеләр, һуңыраҡ: “Шәрифулла ике бисә менән йәшәй”, – тигән һүҙҙәр өҫкә сыҡты. Бөтә ауыл белгәнде Әсмә лә ишетеп, күрмәгәнде күрһәтер тип ҡурҡып, Гөлбикә әхирәтенең күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Әммә бер көн Әсмә күршеһенең өйөнә үҙе килеп инде. Кереү менән ҡурҡышынан бөршәйеп ҡалған әхирәтенең күҙҙәренә тура ҡараны:
– Минең айғыр һиңә лә эйәләштеме? – Шунан Гөлбикәнең яуабын да көтөп тормай, яурынынан ҡосаҡлап, шаярған һымағыраҡ әйтеп ҡуйҙы. – Файҙалан әйҙә, әммә бөтөнләй һалдырып алма, әхирәткәйем, һин дә тере йән эйәһе бит. Минеке лә сит-ят бисә менән бик сыуалмаҫ, ә һин үҙ кеше.
Ауырың кемдән, тип һорауына Гөлбикә: “Закирҙыҡы”, – тип әйтте лә, үҙе лә һиҙмәй, ҡыҙарып уҡ китте. Әсмә уның яуабына әллә ышанды, әллә юҡ: “Ярай, шулай икән ти”, – тип шикле ҡарашын ғына ташлап алды.
Йәй башында туп-тумалаҡ ҡына ҡыҙ бала тапты Гөлбикә. Тормошон йәнләндереп, йәмләндереп оло ҡыуаныс алып килде сабый. Бер аҙ төҫ кереп, бәләкәсенең Шәрифуллаға тартмай, бөтөнләй үҙенә оҡшауы бигерәк тә шатландырҙы әсәне. Таңһылыуына исем ҡағыҙы алғанда атаһының исемен Закир тип яҙҙырҙы.
Бала табыу, бала бағыу үҙенә шул тиклем бәхет-шатлыҡ килтерер, тип һис уйламағайны Гөлбикә. Таңһылыуы тыуғас, бөтөнләй икенсе, яҡты, тулы тормош менән йәшәй башланы ул.
Әсмә лә, тәүге икәүһенә өҫтәп, тағы ике ҡыҙ менән бер малай тапты. Утар балаларҙың шау-гөр тауыштарына күмелде. Гөлбикәнең ҡыҙы ла, күршеләренән айырылмай, бергә уйнап, күп осраҡта бергә ашап үҫте.
Әсмәнең һүҙ әйтмәҫен, риза булырын белепмелер, Шәрифулла Гөлбикәнең янына асыҡтан-асыҡ йөрөнө. Ҡатындарҙы бергә тап итһә, уңайһыҙланырҙар тип тә тормай: “Ух, минең бисәләр”, – тип икеһен ике ҡулы менән ҡосаҡлап, һәрмәштергеләп тә алғылай ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы 22.08.2025 // Йәмғиәт

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандан сенатор...

Тотош уҡырға 13

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Турахан» визит-үҙәге янында уҙған милли аш-һыу фестивале барышында донъялағы иң ҙур тултырылған...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды 21.08.2025 // Йәмғиәт

Социаль реабилитация сиктәрендә 16 кеше «Лада Гранта» алды....

Тотош уҡырға 29

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла 21.08.2025 // Йәмғиәт

1 сентябрҙән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалы үҙ эшен башлай....

Тотош уҡырға 18

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы 21.08.2025 // Йәмғиәт

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 18

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 20

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 26

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 23

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 22

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 30