Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмышынан ҡәнәғәт
Яҙмышынан ҡәнәғәт
Һәр төбәктең, һәр ауылдың бүтәндәргә оҡшамаған йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре була. Кешеләре тел-һөйләш үҙенсәлектәре менән айырылып тора.

Ауыл халҡы бер-береһенән күрмәксе эш итә. Йәштәрҙән берәйһе ҡалалағы уҡыу йортона уҡырға инһә, киләһе йыл уға икенселәр, өсөнсөләр эйәрә. Элегерәк иң күп уҡығандар Ғәлиәкбәр ауылында булды. Бынан әллә күпме уҡымышлы кеше сыҡҡан. Ҡайһы бер ауылдарҙа йәштәр уҡыуға һирәгерәк ынтыла. Шул уҡ ваҡытта уларҙың һәләттәре эштә, производствола нығыраҡ асыла. Бынан мин, уҡымайынса ла шәп эшләп, йәшәп була бит, тип әйтергә йыйынмайым, әлбиттә.
Мораҙым ауылын ғына алып ҡарайыҡ. Үткән быуаттың 70-се йылдарына тиклем ситкә сығып һөнәрле булып ҡайтҡандар һирәк ине. Ә ауылда эш гөрләп торҙо. Мәлендә уҡыу эләкмәгән наҙан, әммә алдынғы ҡарашлы колхозсылар елкәһендә, шулар арҡаһында үҫте ауыл. “Ағиҙел” колхозының ете бригадаһы араһында мораҙымдар бирешеп, кәм-хур булып йәшәмәне. Малсылыҡта ла, баҫыусылыҡта ла бынамын тигән алдынғылары булды.
Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре Сабирйән Тулыбаевты, Зәйнулла Баймырҙинды, Талха Моратшинды, Мөҙәрис Тулыбаевты, Кәшбетдин Мөхәмәтйәновты һәм башҡа һуғыш ветерандарын, комбайнсылар Байбулат Моратшинды, Марат Тимерғәлинде, Йәнғәле Үтәбаевты, һауынсылар Әсмә менән Бибиәсмә Моратшинаны, колхозсылар Ғәлимйән Үтәбаевты, Нәҙир Малаҡаевты ауылдаштары оло ихтирам менән телгә ала.
С. Тулыбаев ауылдың айырым колхоз һаналған осоронда уның алмаштырғыһыҙ рәйесе булған. Сабирйән етәкләгәс, “Алға” артҡа ҡалмаҫ инде, тип һөйләгәндәр.
Һуғыш яугирҙәре күптән юҡ инде. Тыл ветерандары ла яҡты донъянан китеп бөтөп бара. Уларҙың урынын ветерандарҙың балалары алған. Балалары тиһәк тә, уларының сафы ла һирәгәйә бара хәҙер. Һуғыштан алдараҡ ауыр йылдарҙа тыуғандар ҙа 70–80-де ҡыуа бит. Тап ана шундайҙар тураһында ине яҙмам.
Геройҙарымдың береһе — Әмир Зәйнулла улы Баймырҙин. Уның Яуымбай ауылында тыуғанын күптәр белмәйҙер әле. Бибикамал менән Зәйнулла Баймырҙин, өйләнешкәндән һуң, Яуымбай ауылында йәшәйҙәр. Зәйнулла “Ҡыҙыл таң” колхозының партия бүлексәһе секретары була. 1936 йылдың 20 декабрендә Әмир донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылдың ҡышына тиклем йәш ғаилә Яуымбайҙа көн күрә. Көн күрә тип әйтәм, сөнки уларҙың йәшәр урындары, үҙ йорттары булмай. Өйҙән өйгә күсенеп йөрөйҙәр, өйҙәш йәшәйҙәр. Хәҙерге һымаҡ иң алда һарайҙай өй һалдырып инеү ҡайҙа ул ваҡытта!
Ирҙәр төркөм-төркөм булып ил һаҡларға китә башлай. 1941 йылдың декабрендә бигерәк күп алыналар. Зәйнулланы ла шул мәлдә оҙаталар. Ире фронтҡа киткәс, Бибикамал апай, ике балаһын эйәртеп, үҙ ауылына – Мораҙымға ҡайтып китергә мәжбүр була. Был мәлдә Кәбир исемле улдары тыуып, ғаиләгә тағы бер тамаҡ өҫтәлгән була. Замана балалары кеүек, Әмирҙең дә хеҙмәт эшмәкәрлеге сабый йәшенән башлана. Әлбиттә, иң тәүге эш – иген утау. Кесе йәштәгеләр өсөн ул мәжбүри ине. Утауҙан ситләшеү йәки ҡасып ҡалыу сараһы булманы. Ундайҙар осраһа, иң элек эшкә бергә йөрөгән иптәш малайҙар тәнҡит утына алырҙар ине. Аслы-туҡлы булһа ла, Әмир ҙә көн яҙҙырмай иген утарға йөрөй.
Балалыҡ йылдары аслыҡ заманына тура килһә лә, кәүҙәле малай була үҙе. Шуға күрә үҫмер сағынан уҡ бригадирҙар уға оло ирҙәр эшен йөкмәтә башлай. Бесәнселәр звеноһында өйрәнсек булып оҙаҡ йөрөмәй, 15 йәше тулыр-тулмаҫтан ысын эшсән булып китә. Ҡул менән сабыуҙа алдынғыларҙан бер аҙым да ҡалышмай. Йыл һайын Күжә, Нөгөш буйҙарында бесән эшләп йөрөй. Звенола алыштырғыһыҙ кәбән һалыусы була. Башланғыс синыфтан һуң уҡыуын Байназар мәктәбендә дауам итә. Ауылында ла, Байназарҙа ла һәләтле уҡыусы була ул. IХ синыфтан һуң мәктәп менән хушлашырға етди сәбәптәр табыла. Атаһы Зәйнулла ағайҙың фронтта алған яралары, контузияһы ла үҙен белгертә. Яугир йыш ауырый башлай, өҫтәүенә һигеҙ баланы аҫрарға кәрәк. Баш бала булараҡ, донъя йөгөн тартыуҙы үҙ өҫтөнә ала Әмир. Армияға йәше еткәнгә тиклем ҡустылары, һеңлеләре ҙурайышып та бөтә. Ҙур ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар эшкә тиҙ өйрәнә бит ул, сос була. Кәбир, Кәрим, Зәлифә, Вәсиләләр ҙә шулай. Хеҙмәткә өйрәнеү генә түгел, тормошта ла үҙ урындарын тиҙ табалар.
Әмир хәрби хеҙмәткә тыныс күңел менән китә. Пермдә карантин срогын үткәндән һуң, Түбәнге Тагил ҡалаһы янына күсерәләр. Шунда 11 ай буйы кесе авиация белгестәрен әҙерләү курсында уҡыталар. Унда, нигеҙҙә, диспетчер һөнәренә өйрәтәләр. Самолеттарҙы осороп ебәреү һәм ергә ултыртыу процесында туранан-тура ҡатнаша. Хәрби һөнәр алғандан һуң Әмирҙе Калинин (Тверь) өлкәһенә Кимры ҡалаһына оҙаталар. Өс йылдың ҡалған өлөшөн шунда хеҙмәт итә, радиостанцияла эшләй. Сержант званиеһында демобилизациялана. Өйҙә ата-әсәһен ҡарарға ышаныслы кешеләре – ҡусты-һеңлеләре булғас, аҙ булһа ла аҡса эшләп ҡайтайым тип, Воркута ҡалаһына юллана. Һомғол кәүҙәле, көс-дәрте ташып торған егетте ҡушҡуллап алалар. Ташкүмер сығарыу шахталарының береһендә тир түгә ул. Эш ауыр булһа ла, түҙә. Аҡсаһын да һәйбәт түләйҙәр. Коллективта башлыса татар, удмурт, сыуаш егеттәре була. Бер ятаҡта йәшәйҙәр. Улар менән булған бер ҡыҙыҡ хәлде иҫенә төшөрөп алды Әмир ағай.
— Ни өсөндөр егеттәр менән баштан уҡ улар ыңғайына “сез”, “без” тип һөйләшеп алдым да киттем. Шулай ике йыл буйы телемде йәшереп йөрөнөм, алйот, — тип көлә ул хәҙер. – Ҡурайым һәр ваҡыт үҙем менән булды. Бер көн кис ниндәйҙер күңел асыу мәжлесендә түҙмәнем, ҡурайымды алып, үҙебеҙҙең боронғо көйҙө һыҙҙырып ебәргәйнем, аптырап киттеләр. Әппә, син башкортмо ни, тип иҫтәре китте. Шунан һуң тағы ла нығыраҡ дуҫлашып киттек.
Тыуған яҡтың ҡөҙрәте барыбер көслө шул, үҙенә тарта. Биш йыл буйы ил гиҙеп, донъя күреп йөрөгәндән һуң, Әмир ауылына ҡайтып төшә. Армияла алған электрик һөнәре генә хушһындырмай егетте. Таштимер һөнәрселек училищеһында уҡып, механизатор танытмаһы алып сыға. Уҡып ҡайтып, “Ағиҙел”дең танылған комбайнсыһы Байбулат Моратшиндың ярҙамсыһы булып практика үткәс, икенсе миҙгелдә үҙаллы эш башлай. Ике йыл “С-4” маркалы комбайнды йөрөтә. Аҙаҡ “СК”-лар, “Сибиряк”тар килә башлай.
Әмир Баймырҙин 28 миҙгел ураҡта ҡатнаша. Шул йылдар эсендә еңеүсе булған саҡтары ла аҙ түгел. Әммә уға бер мәртәбә лә призлы урын бирелмәй. Яуымбайҙан Мирза Латиповты ҡыйырһытҡан кеүек, уны ла ситләтәләр. Элек шулай ине бит: кемдең ураҡ батыры булыры миҙгел башында уҡ билдәләнде.
Ошо хаҡта ябай ғына миҫал килтереү урынлылыр. Райондың алдынғы һауынсыһы Сания Әхмәҙуллина күп йылдар беренсе урындан түбән төшмәне, ифрат тырыш булды. Ленин һәм Октябрь Революцияһы ордендары юҡҡа бирелмәгәндер уға. Һауынсы олоғайғас, йәштәр уны уҙып китә башлаһа ла, Сания апайҙы барыбер түбән төшөрмәнеләр, сөнки райкомдың күрһәтмәһе шундай ине.
Комбайнсылар Мирза Латипов менән Әмир Баймырҙиндарға күрһәтелгән “хөрмәт” тә тап шуға оҡшаш.
Әмир ағай ураҡтан һуң бригадала электр станцияһын эшләтә. Өйҙәргә электр үткәреүҙә лә әүҙемлек күрһәтә. Бында хәрби хеҙмәттә алған һөнәре бик ярап ҡала.
Колхозда төҙөлөш киң ҡолас менән барған заманда мал торлаҡтарына электр үткәреү ҙә уға йөкмәтелә. Йәмәғәт бурыстарынан да баш тартмай. Байтаҡ йылдар бригадала тәүге партия ойошмаһы секретары вазифаһын башҡара.
Баштараҡ уның ҡурайсы булыуы тураһында ла телгә алғайныҡ. Әмир Баймырҙин ҡурай тартырға үҙаллы өйрәнеп, Мөхәммәт Ҡәҙерғолов, Фәрүҡ Маликов, Әхмәт Зәйнуллин, Сәйәх Ишбаев, Мөжәүир Сәйетбатталов кеүек оҫталар менән районда концерттар ҡуйып йөрөй. Һуңғы йылдарҙа ҡурайға тотонғаным юҡ, теш ҡуйҙырып булмай бит, тип һылтауын таба ул хәҙер.
Яуымбай һылыуы Зәйтүнәгә өйләнеп, 48 йыл татыу ғүмер итәләр. Ике балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Зөлфиәләре Өфөлә йәшәй, Азамат атай йорто эргәһенә өй һалып сыҡҡан.
Әмир Баймырҙин ауыл хужалығында ал-ял белмәй эшләһә лә, уға орден, миҙал йә берәй төрлө маҡтаулы исем биреүҙе кәрәкле тип тапмағандар, юлламағандар ҙа. Баҫалҡылығы ла, бәлки, зарар иткәндер...
Әммә ауыл аҡһаҡалы бөгөн һис кенә лә бирешкән һымаҡ түгел әле. Мал, ҡош-ҡорт көтөп, йәшелсә, емеш-еләк, картуф үҫтереп, ауылдаштарынан ҡалышмай, теттереп тимәһәк тә, етеш тормошта матур йәшәп ята. Яҙмышыма үпкәләмәйем, ти бөгөн ул.

(Фото ғаилә архивынан алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872