Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡурҡыу белмәҫ егет
Ҡурҡыу белмәҫ егет
Краснокама районының төп һәм иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе булған Яңы Ҡайынлыҡ халҡы яҡташтары, Бөйөк Ватан һуғышында Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған майор Шәриф Сөләймәнов менән хаҡлы ғорурлана.

Батырҙың тыуған төйәгендә уға һәйкәл ҡуйылған, йорт-музейы эшләп килә, мәктәп уның исемен йөрөтә. Яҙмам нәҡ ошо ауыл егете, “Янғында күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Филүс Ғәбиҙуллинға бағышланырға тейешлеген белгәс тә, тәү сиратта уның данлыҡлы яҡташын иҫкә төшөрҙөм. Әлбиттә, уларҙы сағыштырып бер рәткә ҡуйып та булмайҙыр, шулай ҙа арҙаҡлы ир-уҙаман Шәриф Сөләймән улының фашист илбаҫарҙарына ҡаршы яуҙа күрһәткән батырлығы менән ун алты йәшлек егеттең бер ни уйламай дөрләгән утҡа ташланыуы һәм янғындан ике кешене ҡотҡарыуы араһында ниндәйҙер дөйөм уртаҡлыҡ булыуына иманым камил. Бөйөк Максим Горький һүҙҙәре менән әйткәндә, “ерҙә һәр саҡ батырлыҡҡа урын бар”. Тик һәр кем өсөнмө икән?..
Филүс Ғәбиҙуллинды, алдан телефондан һөйләшеп килешкәнсә, Нефтекама машиналар эшләү колледжы янында көтөп алдым. Ишектән бер төркөм һабаҡташы араһында килеп сыҡты ул. Тәү ҡарашҡа уларҙан бер ни менән дә айырылмаған заманса кейенгән егет. Бәлки, ауылда тыуып, бәләкәйҙән хеҙмәткә ылығып үҫкәнгәлер, ҡаланыҡыларға ҡарағанда буй-һынға мыҡтыраҡ та, бейегерәк тә. Әңгәмәбеҙ тәүге минуттан уҡ еңел башланып китһә лә, Филүскә үҙе тураһында һөйләү ҡыйыныраҡ икәне һиҙелеп тора. Шулай ҙа ул бынан ике йыл самаһы элек кисергән хәлде тағы ла бер иҫенә төшөрҙө.
...2012 йылдың ҡояшлы июнендә була был ваҡиға. Тыуған ауылына каникулға ҡайтҡан егет, төшкө ашты ҡапҡылап алғандан һуң, йорт-ҡура тирәһендә әллә ни ашығыс эш булмағанлыҡтан, компьютерға ултыра. Шулай бер арала асыҡ тәҙрәнән ҡолағына “шарт-шорт” иткән ниндәйҙер сит тауыштар ишетелеп ҡала. Урамға күҙ һалһа, ҡаршылағы йорттоң соланын тотошлай тиерлек ялмап алған ут ҡыйыҡҡа үрмәләй ҙә башлаған. Ҡоро ағас шартлап яна ғына. Эстәгеләргә ишектән тышҡа сығырға юл ябыҡ, ә янғын ҡотора. Филүс фажиғә урынына йүгерә. Тәүҙә телефоны булған күрше йорттоң тәҙрәһен ҡағып, “Янғын һүндереүселәргә шылтыратығыҙ!” – тип ҡысҡыра ла ут-төтөн эсендә ҡалған өйгә яҡынлай...
– Ул саҡта нимә уйлап өлгөрҙөм һуң? – Минең һорауҙы үҙенсә ҡабатлап, егет уйға ҡалды. – Ысынын әйтәм, бөтөнләй иҫләмәйем. “Барырғамы-юҡмы?” тигән шик бөтөнләй башҡа килмәгәндер ул...
Эстә кемдеңдер булырға тейешлеген сырамытҡан Филүс бәләгә тарығандарҙы тәҙрә аша ҡараштыра башлай. Төтөндә бер ни ҙә күренмәгәс, аяҡ аҫтынан табып алған таш менән быяланы бәреп вата, рамды ҡайырып ситкә ырғыта ла йорт эсенә һикереп инә. Бала тауышы ишетелгән яҡҡа ынтыла, шунда төтөнгә сәсәй башлаған күршеһе Шәүҡәт ағайға юлығып, уны тиҙ генә ватыҡ тәҙрә янына алып килә. Шунан уның дүрт йәшлек улы Илназды иҙәндән эҙләп табып, тағы тәҙрәгә ашыға. Урамдағылар сабыйҙы уның ҡулынан ҡабул итеп ала. Егет өйҙә бүтән кеше юҡлығын һорашып белгәс кенә тышҡа ашыға. Ул арала ҡәһәрле ут ағас йортто тулыһынса тиерлек ялмап ала. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, янғын соланға ҡуйылған һыуытҡыстан сыҡҡан була...
2013 йылдың ғинуарында Нефтекама ҡалаһының мәҙәниәт үҙәгендә үтәсәк ниндәйҙер йыйылышҡа саҡырыуҙарына Филүс башта ныҡ аптырап ҡала. Үҙенең “Янғында күрһәткән батырлығы өсөн” миҙалына тәҡдим ителгәнен, был бүләкте тапшырасаҡтарын унда барғас ҡына белә. Бөгөн миҙаллы егет колледжда программалаусы һөнәрен үҙләштереүен дауам итә, уҡыуын тамамларға йылдан ашыу ваҡыт бар.
– Замана ҡоралы булған компьютерҙы ныҡлап “ауыҙлыҡларға” ине теләк, – тине ул. – Һуңынан ҡайҙа эшләһәм дә, барыбер кәрәк буласаҡ. Уҡып бөткәс тә әрме хеҙмәтенә саҡырырҙар инде, хәрби бурысты мотлаҡ үтәргә кәрәк тип һанайым. Спорт миңә сит түгел, волейбол һәм баскетбол уйнарға яратам. Буйым метр ҙа һикһән cантиметрҙан ашыу – һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләйем...
Яҡташы – герой-офицер Шәриф Сөләймәновты ла ғорурланып иҫкә алды Филүс Ғәбиҙуллин.
– Уның йорт-музейына уҡытыусылар беҙҙе йыш алып барҙы, – тип хәтерләне ул мәктәп йылдарын. – Мин башланғыс класта уҡығанда ҡаһарманға ауылда һәйкәл асылды, байрамдарҙа беҙ унда сәскә һалдыҡ. Барыбыҙ ҙа уға оҡшарға тырыша инек...
Нәҡ ошонда түгелме икән йәш үҫмерҙе янып торған өйгә ташланырға этәргән көс нигеҙҙәре? Шулайҙыр ул!
Тормошҡа ошондай ҡарашта алдына әллә ни үтәлмәҫлек бурыстар ҡуймай, тыйнаҡ ҡына уҡып-йәшәп йөрөп, үҙен бер ҙә батырға һанамаған Яңы Ҡайынлыҡ егете. Быны ауыл хакимиәте башлығы Илдус Зариповтың фекере лә тулыһынса раҫлай:
– Миләүшә менән Финас Ғәбиҙуллиндар ике ул менән бер ҡыҙ үҫтерә, үҙҙәре лә, балалары ла ауылда өлгөлө, абруйлылар иҫәбендә. Ғаилә башлығы — күп йылдар нефтселәрҙә водитель, әсә кеше – мәктәптә китапханасы. Улар эш һөйөүсән, ябай, тыйнаҡ һәм инсафлы, балаларын да шулай тәрбиәләй.
Филүс – ғаиләлә олоһо. Бар эшкә күнегеп үҫкән. Бөгөн инде ата-әсәһенең, һеңлеһе Гүзәл һәм ҡустыһы Марселдең терәге генә түгел, сикһеҙ ғорурлығы ла.
“...Намыҫыңды йәштән һаҡла” тигән һүҙҙәрҙә оло мәғәнә ята. Был турала Филүс үҙе иҫ белеп йәшәй башлағандан бирле уйланғаны булдымы икән – һорап торманым. Егермеһен яңы тултырырға йыйынған егет тормошондағы беренсе ҡыйыу аҙымы менән, яҙмышын матурлап, тәүге юлдарҙы яҙған да инде. Киләсәк уның алдына тағы ла ниндәй һынауҙар ҡуйыр – әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа бәләгә юлыҡҡандарҙы ҡотҡарыу өсөн бер ни уйламай тәүге ҡыйыу аҙымын яһаусы уның икенсеһенә лә һәләтле тигән ныҡлы ышаныста ҡалайыҡ. Хәйерле тормош юлы һиңә, Филүс, халҡыбыҙҙың ҡыйыу һәм тыйнаҡ бер вәкиле!


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ. Район: Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә