Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өфө ҡыҙы – Өфөлә
Өфө ҡыҙы – Өфөлә
Ҡатын-ҡыҙ – мөләйем ҡарашлы, нәзәкәтле ҡуллы бала бағыусы, ҙур йөрәкле әсәй, уңған һәм өлгөр хужабикә, ҡыҫҡаһы, ғаилә усағын дөрләтеүсе, өйҙөң ҡото һәм йәме. Үҙ класында ғына түгел, ә тотош белем усағында уҡыусылар өсөн дә янып-көйгән, “уҡытыусы” тигән бөйөк исемде лайыҡлы йөрөткән гүзәл заттарға һоҡланыуым сикһеҙ. Һәр саҡ ярҙамға ашыҡҡан иғтибарлы табибәләргә шулай уҡ рәхмәтем бөтмәҫ. Ә инде инженер һөнәрен һайлаған ҡыҙҙарға хөрмәтем айырыуса ҙур. Шуларҙың береһе менән гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырмаҡсымын.

Ғаиләлә өсөнсө бала булған Рәмиләнең донъяға ҡарашы бүтәндәрҙекенән әллә ни айырылмаған да тиерлек. Илгәҙәк ҡыҙсыҡ тәүге тапҡыр мәктәп партаһына ултырғандан алып ҡыҙыҡһыныусанлығы менән тиҫтерҙәренән бер ни тиклем өҫтөн күренгән: көтөлмәгән һорауҙар яуҙырып, мөғәллимдәрҙе аптыратҡан, тапҡыр яуаптары менән ҡыуандырған.
Ир-аттыҡы тип һаналған инженерлыҡ тармағын һайлағас, теүәл фәндәрҙе һыу кеүек эскәндер, математика менән физиканы үҙ иткәндер, моғайын. Һүҙ йомғағының осон ошо тарафтарға борам.
– Башҡаларҙан да әле һеҙ әйткән фекерҙе йыш ишетергә тура килә, – тип башланы һүҙен "Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең стандартлаштырыу буйынса инженеры Рәмилә Әбсәләмова. – Беләһегеҙме, миңә бөтә предметтар ҙа еңел бирелгән кеүек ине, ҡайһыһын үҙһенмәүемде хәтерләмәйем. Башҡорт һәм урыҫ телдәрен дә, географияны ла, геометрияны ла яраттым. Заманалар ваҡыты-ваҡыты менән киҫкен боролош алғанда, белем эстәмәүҙең упҡынға тиң икәнлеген күңелемә һеңдерҙем, өлкәндәр, бигерәк тә туғандарым был турала ҡат-ҡат тылҡый килде.
Рәмиләнең әсәһе Фәриҙә Хөснөлхаҡ ҡыҙы ғүмере буйы тыуған ауылында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан, ә атаһы Рафаил Сабирйән улы Хәйбулла районында ғына түгел, унан ситтә лә билдәле алдынғы "Матрай" совхозында яуаплы баш инженер вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләгән. Отҡор ҡыҙ атаһының техника янында йыш уралыуын күреп үҫә, "ҡорос ат"тарының һәр ҡайһыһы сәғәт кеүек эшләүе иғтибарын йәлеп итә. Шуға күрә лә һөнәр һайлағанда яҡын кешеһенең йоғонтоһо көслө булғанына шикләнәһе түгел. Әйткәндәй, Әбсәләмовтарҙың төпсөк балалары ғына түгел, Фәниә лә ошо өлкәне һайлаған – һөт етештереү һәм һөт продукцияһы буйынса инженер-технолог. Айгөл иһә – бухгалтер.
Сәскәгә тиң ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүҙә әсәнең өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур, уны бер ниндәй ҙә үлсәүҙәргә һалып булмай. Сабый саҡтан уҡ һәр балаһына йөрәгенең йылыһын мөмкин тиклем күберәк бирергә ынтылған, тигеҙ өләшергә тырышҡан Фәриҙә ханым.
Рәмилә Әбсәләмова билдәләүенсә, нимә генә тимә, һәммәбеҙ өсөн дә мәктәп тормошо, тирә-яҡ мөхит, уҡытыусының тәрбиәһе тормошта мөһим роль уйнай, атай менән әсәйҙең өгөт-нәсихәте тураһында һөйләү артыҡ. Хәйбулла районының Өфө ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ уҡытыусыларынан уңған, барыһы тураһында ла йылы хистәр һаҡлай. Улай ғынамы! Уларға ҡарата күңелендә йәшәгән рәхмәт тойғоһо ваҡыт уҙыу менән арта бара. Мәҫәлән, химиянан төплө белем биргән Зиләрә Варый ҡыҙы уға техник юғары уҡыу йортона инеү, артабан инженер һөнәрен һайлау йәһәтенән әҙме-күпме йүнәлеш бирмәй ҡалмаған. Сибай гимназия-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте нескәлектәренә төшөндөргән Әлнисә Кәримованы ла ҙурлап һөйләй.
Үҫмер, мәктәпте тамамлағас, Сибайҙан йөҙ саҡрым тирәһе алыҫлыҡта урынлашҡан, Ер йөҙөндә ҡара металлургия тармағы менән дан алған ҡалаға юллана. Григорий Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетында белем алыуы өсөн ғорурлығы сикһеҙ әңгәмәсемдең. Химия-металлургия факультетында уҡығанда Магнитогорск дәүләт авиация предприятиеһында практика үтеүе күп нәмәгә студенттың күҙен асҡан.
Юғары белемле техник белгестең үҙенә һайлаған һөнәре ныҡ оҡшай. Ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғандан һуң сит тарафтарға юлланыуы уны үҙаллылыҡҡа өйрәткән, сыныҡтырған. Бөгөн башҡорт ҡыҙының ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ бармаҡ менән генә һанарлыҡ урында, бигерәк тә төп белгес сифатында хеҙмәт күрһәтеүе ғорурландыра! Әйткәндәй, яҙмышын завод менән бәйләүен мәрәкә итеп һөйләне. "Һынау лабораторияһы" йәмғиәтендә саҡта гел ошо тирәнән үтеп-һүтеп йөрөгән. Бер ваҡыт ҡарашы "Кадрҙар бүлеге" тигән ат башындай яҙыу менән осрашҡан. Текә генә баҫып атлап килеп инә сит ергә. Начальниктың бүлмәһен эҙләп табып, уның менән инженер телендә ҡыйыу һөйләшә. Аҙаҡтан эшкә аласаҡтары тураһында хәбәр ишеткәс, сабыйҙай ихлас шатлана.
– Бында үҙемде бөтөнләй икенсе донъяға барып эләккәндәй хис иттем. Бәләкәй генә, ыҡсым ғына ҡаласыҡ. Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк тигәндәй, иң мөһиме – оҡшай. Етәксем Рауил Байбазаровҡа рәхмәтем сикһеҙ, – ти инженер.
Һөйләшеү барышында йәштәрҙең гәзит-журнал уҡыуын-уҡымауын белешәм.
– "Башҡортостан" гәзитен оҙаҡ йылдар алдырған ғаиләлә тыуып үҫкәс, уның менән күптән танышмын, – ти Рәмилә. – Ауылға ҡайтҡанда ҡулға тотоп уҡыйым, ҡалала иһә – Интернет аша. Беҙҙең өсөн файҙалы яҙмалар күберәк баҫыла башланы. Фатир алырға ниәт иткәндәргә ипотека, ер биләмәһе алыу, өй һалыу үҙенсәлектәрен аңлатҡан мәҡәләләр ҙә күренеп ҡала. Онотолоп барған ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында мәҡәләләрҙе йыш баҫтыраһығыҙ, был да уҡыусыларығыҙҙың артыуына булышлыҡ итер, моғайын.
Йөҙөнән наҙ бөркөлгән Рәмилә күптән түгел водитель танытмаһы алған. Өфө ҡалаһынан Өфө ауылына (алты йөҙ саҡрымдан ашыу ара) йәмәғәт транспортында түгел, ә үҙенең "тимер ат"ында йөрөй башларға күп ҡалмағандыр һылыуҡайға. Йәш белгескә һәр йәһәттән дә уңыштар юлдаш булыуын, киләсәккә билдәләгән бөтә маҡсаттарының да бойомға ашыуын теләйек.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә