Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ыласындар төйәк иткән ерҙә
Ыласындар төйәк иткән ерҙә
Бөрө районында төрлө милләт вәкилдәре көн итә. Ул яҡтарға юл төшкәс, беҙҙе ҡаршы алыусылар: “Күренекле дәүләт эшмәкәре Зыя Нуриевтың тыуған еренә барып етеп ҡайтығыҙ”, – тине. О, шундай бөйөк шәхесебеҙ ниндәй һыуҙы һыуланы ла ниндәй һауаны һулап үҫте икән? Өҫтәүенә киләһе йыл уның тыуыуына 100 йыл була – яҡташтары был мөһим юбилейға нисек әҙерләнә?

Өҙәрем юл мәле булһа ла, үҙәктән 30 саҡрымдай алыҫлыҡта ятҡан Үрге Ласынтау ауылына асфальттан елдереп кенә барып еттек. Машина йөрөтөүсебеҙ тәбиғәттең көйһөҙ ваҡытында урамға инергә ҡурҡһа ла, тәүәккәлләнек. Юҡсы, үтергә мөмкин – ауылда ла асфальт түшәлгән. Әлбиттә, ул ремонт талап итә, әммә ҡайҙа бөгөн шыма, ялтыр юл – күрһәтегеҙ! Ауыл хакимиәте бинаһына аяҡ баҫыуға, секретарь ҡыҙ:
Ыласындар төйәк иткән ерҙә– Фидират Әхнәф улы әле генә электриктар менән сығып китте, – тине. – Көтөгөҙ. Килеүен-килгәс, көтәбеҙ инде. Бәхеткә күрә, күп тә тормай башлыҡ үҙе күренде. – Мишкәнән электриктар килгән, шуларға эш фронтын күрһәтеп йөрөнөм, – тип мөләйем йылмайҙы ул.
Артабанғы һөйләшеүҙән әлеге көндә ошо көнүҙәк мәсьәлә менән шөғөлләнеүҙәрен белдек. Бында республиканың финанс ярҙамы ныҡ булышлыҡ итә икән. Өс айға бер тапҡыр ауыл хакимиәттәренә бүленә торған 100 мең һумдың 80 меңе биләмәгә ҡараған ауылдарҙа урамдарҙы яҡтыртыуға тотоноласаҡ, 20 меңе асфальт япманы ремонтлауға китәсәк. – Юл тигәндән, быйыл ҡыш ҡар күп яуҙы. Өфөлә лә көрткә сумып ятҡан көндәр аҙ булманы. Һеҙ ҙә көскә һуҡмаҡ һалып ыҙаланығыҙмы? – тип был мәшәҡәтле мәсьәлә тураһында һүҙ ялғайбыҙ.
Етәксе көрһөнөп ҡуйҙы:
– Әлбиттә, бер-ике көн яфаланғыланыҡ, сөнки беҙ килешеү төҙөгән Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы тәүҙә мөһим автомобиль трассаһын таҙарта. Әммә яйы сыҡҡан һайын ауыл урамдарын да һөрҙөртөп уҙалар. Шулай ҙа үҙебеҙҙең трактор булһа, отор инек, сөнки идаралыҡ күрһәткән хеҙмәт өсөн түләм ҙур. Әйткәндәй, “Ашығыс ярҙам” машинаһы, мәктәп автобусы, хатта вафат булған кешене ерләргә зыяратҡа йүнәлгән халыҡ ағымы ла ситтән килеп ҡарҙы көрәгәндәрен көтөп тора алмай бит инде.
Был ауыл Советы биләмәһендәге дүрт ауылда – Үрге Ласынтауҙа, Түбәнге Ласынтауҙа, Яңы Яндыҙҙа, Яңы Байышта – бөтәһе 800 тирәһе кеше йәшәй. Улар нисек көн күрә, нимә менән кәсеп итәләр һуң?
Ыласындар төйәк иткән ерҙә– Халыҡ башлыса шәхси хужалыҡтары эшмәкәрлегенән килем ала. Биш крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Берәүҙәр – һыйыр малы, икенселәр йылҡы үрсетә, өсөнсөләр бал ҡорто тәрбиәләй. Мәҫәлән, Флүр Ғәбиҙуллиндың 28 баш аты бар, ҡымыҙ етештереүгә тотонмаҡсы. Рәмилә һәм Фәрит Шәймөхәмәтовтар, Олег Шәрипов, Риль Кәримовтар ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә. Унлап ғаилә 100-әр баш умарта тота. Ғөмүмән, балдың сифаты яҡшы беҙҙә. Миҙгел эсендә һәр хужалыҡта тонналап йыйыла – әллә ҡайҙан ишетеп, килеп алып бөтәләр. Риль Кәримовты әүҙем граждан булараҡ та айырым билдәләп китер инем. Яңы Байыштың старостаһы ул. Ауылға газ үткәргәндә ҡарт-ҡороға документ юллауҙа ихлас ярҙамлашты. Башҡалар яҙҙан көҙгәсә һөт һатып аҡса эшләй. Көнөнә 50-шәр литр тапшырған кешеләр бар. Был – 500 һум тигән һүҙ. Ир-ат иһә, иллеләп кеше, Себер тарафында тир түгә, – ти Фидират Әхнәф улы Гәрәев.
– Ауылға газ үткәрҙек, тинегеҙ, тимәк, йәшәү шарттары һәйбәтләнә? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ. – “Зәңгәр яғыулыҡ” беҙгә ике-өс йыл элек кенә килһә лә, биләмәләге 300 йорттоң 201-е бынан файҙаланып ҡалды. Өйҙәренә газ индергәндәргә дәүләттән субсидия бирелде. Мәҫәлән, һәр ғаиләгә башҡарылған эш 32 мең һумға төшкәйне, шуның 24 меңен кире ҡайтарҙылар. О-һо, һәйбәт бит был! Шарттар булғас, яңы йорттар ҙа ҡалҡалыр әле? Ысынлап та, һуңғы бер нисә йылда егермеләп өй һалынған, шуның икәүһе – “Ауылға – торлаҡ” дәүләт программаһы буйынса. Әле 18 йорт төҙөлөп ята.
Тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн булыу менән генә йән тынысланып китмәй бит әле. Ә бына мәҙәни торош, рухи тормош ниндәй кимәлдә? Гәзит-журнал алдыралармы, концерт-спектакль ҡуялармы, намаҙ уҡырға йөрөйҙәрме бында?
Фидират Әхнәф улы бер ҡосаҡ яңы килгән ваҡытлы матбуғат баҫмаһын күрһәтте. Араларында беҙҙең гәзитте лә күреп һөйөндөк. Әммә тотош дүрт ауылға биш кенә дана килә икән шул – аҙыраҡ. Зыя Нуриевтың ауылдаштары уҡымышлы булырға тейештер ҙә?! Бәлки, шул уҡ эшҡыуарҙарҙың хаҡлы ялдағы бер-ике аҡһаҡалға, ағинәйгә подписка бүләк итерлек хәле барҙыр?
Үрге Ласынтау менән Яңы Яндыҙҙа клубтар эшләй. Фольклор коллективы үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап ятмай, театрлаштырылған тамашалар менән Бөрөлә лә йыш сығыш яһай. Күрше мари ауылы Яңы Ҡолсобай халҡы менән ҡунаҡҡа йөрөшәләр. Унда үтәсәк ҡатын-ҡыҙҙар советы ултырышына ла концерт ҡуйырға бармаҡсылар.
Тик бына, мәхәллә төҙөһәләр ҙә, мәсеттәре юҡ әлегә. Уныһын да яҡын арала хәл итмәкселәр. Ситтә эшләгән-йәшәгән ауылдаштар, бер ҡайтҡанда йыйылышып, ошо хаҡта кәңәш тотҡан да инде.
– Булдырырбыҙ. Халыҡ тырыш беҙҙә. Һәр ауылда ике йылға бер тапҡыр дәррәү генә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы, даими рәүештә өмәләр уҙғарып торабыҙ. Яңы Байыш “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашты. Бигерәк тә өлкән йәштәгеләрҙе онотмайбыҙ. Һигеҙ социаль хеҙмәткәр һигеҙәр кешегә ярҙам итә. Бер көндө ғүмер буйы тырышып эшләгән инәйҙе 85 йәше менән ҡотлап йортона инеп сыҡтым. Оло кешегә күп кәрәкме ни – ҡыуанғанын күрһәгеҙ! – Биләмә башлығының күҙендә шатлыҡлы осҡондар уйнап китте. Шулай булмай, бәләкәй генә изгелек ҡылһаң да күңел үҫә бит ул!
Ыласындар төйәк иткән ерҙә– Ә күренекле яҡташығыҙҙың юбилейына әҙерләнәһегеҙме? – тибеҙ.
– Күмәкләп был эште лә йырып сығырбыҙ. Ауыл Советында ете депутат, һәр ауылда старосталар бар. Клуб етәкселәре, уҡытыусылар, социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙам итә. Мәктәптә район хакимиәте менән берлектә Зыя Нуриев иҫтәлегенә таҡтаташ асасаҡбыҙ, студенттар ғилми конференция ойошторасаҡ, – тине Фидират Әхнәф улы.
Бүлмәлә генә ултырмайыҡ, әйҙә, электромонтерҙарҙың хеҙмәтен тикшереп тә китәйек, тип шаярттыҡ. Ысынлап та, улар һаман эшләп йөрөй. Түбәнге Ласынтау менән Яңы Яндыҙҙа икешәр урамға яҡты ут биреп, бындағы тәүге урамдың осона сығып та киләләр ине. Мастер Константин Бикмырҙин етәкселегендәге бригада эшселәренең ҡулына күҙ эйәрмәй. Ҡараңғы төшкәнсе өлгөрөргә кәрәк, тиҙәр.
Башлыҡ беҙҙе ауыл ҡапҡаһы төбөнәсә оҙатып ҡуйҙы. Килгән саҡта уҡ унда матур итеп ыласын һүрәте төшөрөлгәнен күргәйнек. Түҙмәй, тарихын һораштыҡ.
– 1870 йылдарҙа Кушнаренко районының Ҡарасайылға ауылынан Наполеонды ҡыйратып ҡайтҡан һалдаттар Өфө властарынан яңы ер урыны һораған. Бирмәгәндәр. Парижғаса барып еткән хәрбиҙәр аптырап тормаған, Ырымбурға йүнәлгән. Унан рөхсәт алып ҡайтып, ошонда төйәкләнгәндәр. Ауыл тәүҙә Төрөштө исемен йөрөткән. Ә яҡындағы ҡарағай ағасының башындағы ыласын ояһын йәшен һуҡҡас, Төрөштө тураһында һүҙ сыҡһа, тирә-яҡ халҡы гел генә “ә-ә-ә, теге йәшен һуҡҡан ыласын ауылымы ни?” тип һүҙ ҡыҫтырған. Һиҙмәҫтән ауылдарҙың исемдәре үҙгәреп киткән: береһе – Түбәнге, икенсеһе Үрге Ласынтау булып, – тип шәжәрәләрен бәйән итте әңгәмәсебеҙ.
Ҡайһылай бай, үҙенсәлекле тарих! Ағиҙел буйындағы хозур тәбиғәтле урын, матур күңелле кешеләр. Иманым камил, ошо бәрәкәтле ерҙә ғүмер итеүсе халыҡ бәхетлелер.


Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА. Район: Бөрө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә