Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Хыянат Заһит башы ауыртыуҙан уянып китте. Эргәһендә Ғәлиәһе юҡ. Тәүҙә "ҡайҙа ятам әле?" тигән уй мейеһен зеңкетте. Яйлап барыһы ла иҫенә төштө. Ағаһының өйөндә ята икән, еңгәһенең тыуған көнөн үткәргәйнеләр. Ә үҙҙәре ҡайҙа һуң? Эсергә эҙләп сығып киткәндәрҙер әле. Былай ятып булмай, ҡайтырға кәрәк. Заһит, сатнаған башын тотоп, ҙур ҡыйынлыҡ менән кейемдәрен тапты ла, өйҙө асыҡ ҡалдырып, сығып китте.
Йорттары, ауылдың ике яҡлап теҙелеп киткән урамына арҡыры торғанлыҡтан, әллә ҡайҙан күренә. Уттары бер яна, бер һүнә. Малай шаяралыр, моғайын. Лампаларҙы яндыра инде! Ғәлиә нимә ҡарай икән? Улай тиһәң, уның да хәле иренекенән яҡшыраҡ түгелдер. Ана, ут тағы һүнде, аш бүлмәһендә генә янып тора. Заһит, бысраҡ итеген ауыр һөйрәп, ишекте тартты. Бикле, был ни ғәжәп? Ҡатыраҡ шаҡыны — яуап юҡ. Йәне көйгән ир ишекте тибеп ебәрҙе. Шул ваҡыт эске яҡтан Ғәлиәнең "Заһит" тигән тауышы ишетелгәндәй булды. Заһит ҡолағына сәтәкәй бармағын тығып алды. Был ни хәл? Әсәйем ҡайҙа икән? Малай ҡайҙа? Ул йүгереп барып, тәҙрәгә үрелде. Иҙәндә Заһирҙың ботинкаһы, курткаһы ята. Заһиттың мейеһен ток һуҡтымы ни...
— Заһир, ас, ас тим, — тип ҡысҡырҙы һәм тәҙрә быялаһын йоҙроғо менән селпәрәмә килтерҙе. Яралы ҡулынан шабырлап ҡан аҡҡанына иғтибар ҙа итмәй, эскә үрмәләне. Ул иҙәнгә ауғанда, сәсе-башы туҙған, күлдәге йыртылған Ғәлиә атылып ишектән сығып йүгерҙе. Йоҡо бүлмәһенән бер ни булмаған ҡиәфәттә салбарының төймәләрен ҡаптыра-ҡаптыра Заһир килеп сыҡты ла:
— Нимә аҡыраһың? Йоҡлап киткәнмен, әсәйҙең хәлен беләйем тип килгәйнем, — тип сығып китә һалды. Түрге өйҙә әсәһе барлығы ҡылт итеп иҫенә төштө Заһиттың. Атылып уның эргәһенә үтте. Үҙенең йомшаҡ түшәгендә, бүләһен ҡосаҡлап, әсәһе ята. Йоҡлағанға һалыша, ләкин күҙ ҡабаҡтары дер-дер ҡалтырай. Барыһын да аңланы Заһит. "Их, әсәй! Мине үгәй балалай күреп, Заһир өсөн йәнеңде бирергә әҙер булдың инде һәр ваҡыт". Ошо һүҙҙәрҙе әйтергә уҡталды ла ҡул һелтәне. Шунан соландан арҡан алып, һарайға йүнәлде. Аҙ ғына арала бар ғүмере төҫлө һәм төҫһөҙ буяуҙар менән төшөрөлгән һүрәт кеүек күҙ алдынан үтте.
Атаһының күлгә батып үлеүе, әсәһенең Заһирын ҡосаҡлап, һаташҡан кешеләй һамаҡлап илауы... Атаһына оҡшағанғалыр инде, әсәһе Заһирҙы ныҡ яратты, быны бөтә ауыл халҡы белә ине. Заһитҡа тыйылған нәмәләр Заһирға бер һүҙһеҙ рөхсәт ителә, кесе булһа ла, затлы әйберҙәр уға алына. Туйҙы ла бит нисек үткәрҙе – силсәүит рәйесенекенән дә арттырып ебәрҙе. Һуңлап өйләнгән, үҙ тапҡанына туй үткәргән Заһитты бер ҙә ауыҙ тултырып маҡтаманы, сибәр киленен дә үҙһенмәне. Заһирҙың "ярты еңгә – ҡәйнештеке" тиеүенә кеткелдәп көлөп кенә ҡуйҙы. Еңгәһенә ашарҙай булып ҡарауын, нәфселе ҡараштарын да күрмәмешкә һалышты. Әсә йөрәге һиҙгәндер кесе улының еңгәһенә күҙ һалып йөрөүен. Бына бит, тартҡылашҡан килененең тауышын ишетмәгән, һаңғырауға һалышҡан. ...Бауҙа аҫылынып торған йәш иргә йоҡоға талған ауыл да, көҙгө һалҡын ел дә битараф ине. Ғәлиә йүгереп ҡайта һалып әсәләренең аласығына инде. Һике өҫтөндә ятҡан бауҙы алып, ҡалтыранған ҡулдары менән уны ит элә торған сөйгә бәйләргә маташты. Бәндәнең үлер көнө маңлайына тыуғас та яҙыла, ти. Ғәлиәнең үлер сәғәте ул көндә булмаған икән.
Ҡапҡа асылған тауышҡамы, йөрәге һиҙепме, донъяға килтергән балаһын ҡот осҡос аҙымдан ҡурсалап ҡалды Нәфисә апай. Уның артынса сыҡҡан атаһы, ҡыҙының ҡиәфәтен күреп, бер ни өндәшмәҫтән, кейәүе өйөнә йүнәлде. Унда ҡоҙағыйы менән ейәненән башҡа кеше булмағас, фонарын яҡтыртып, аласыҡҡа инде. Һуңынан һарайға йүнәлде. Бауҙа аҫылынып торған кейәүен күреп, быуындары ҡалтыранды, ергә сүгәләне.
Иртәгәһен бөтә ауыл гөж килде. Һәр ваҡыт тыныс, үҙ көсө менән мал тапҡан, тырышып донъя көткән Заһиттың был донъянан ошо рәүешле китеүен күңел ҡабул итә алманы. Ирен ерләгәндең икенсе көнөндә, улын әсәләренә ҡалдырып, Өфөгә юлланған Ғәлиәне лә аңламанылар. Сөнки был фажиғәле хәлдең сәбәбен әсәләр һәм Заһирҙан башҡа һис кем белмәй ине...



Автор: Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә