Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сыбаркүл: сибәр күлме, сыбар күлме?
Сыбаркүл: сибәр күлме, сыбар күлме?
Былтыр Силәбе өлкәһендә булған ғәжәйеп бер күренеш бөтә донъяны шаулатты. Ҡышҡы иртәләрҙең береһендә, Силәбе өҫтөнән осоп үтеп, Сыбаркүл күленә бер нисә тонна ауырлыҡтағы метеорит килеп төшөүе ғәҙәттән тыш бер ваҡиға булғайны. Был һауа ҡунағын "Силәбе" тигән исем менән дә, "Сыбаркүл метеориты" тип тә атап йөрөтәләр хәҙер.

Ошо ваҡыттан һуң күлдең даны бермә-бер артты, үткән йәйҙә һыу төбөнән метеориттың ҙур ғына киҫәктәрен дә эҙләп таптылар. Күл буйында ултырған Сыбаркүл ҡалаһы, уның исеме, тарихы менән дә күптәр ҡыҙыҡһына. Шул хаҡта ҡыҫҡаса ғына һөйләмәксемен.
Сыбаркүл боронғо башҡорт ерҙәрендә, тарихи Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан. Ҡала, ҡәлғә булараҡ, 1736 йылда Ҡара табын ырыуы башҡорттарының аҫаба биләмәһендә барлыҡҡа килгән. Был хаҡта Ырымбур комиссияһы начальнигы генерал-лейтенант кенәз В.А. Урусовтың 1740 йылдың 13 мартында Сенатҡа ебәргән яҙмаһында ошолай хәбәр ителә: "...по Сибирской дороге на башкирской земле построено крепостей: Миасская, Челябинская, Эткульская, Чебаркульская, Уклыкарагайская и Верхояицкая, которые по имянным е.и.в. указом построены для свободного к Оренбургу проезда караванов и для содержания башкирского и киргиз-кайсацкого народов в сущем подданстве" (Материалы по истории Башкирской АССР, т. III. М. – Л., 1949. – с. 501).
Документта шулай уҡ ул ваҡыттағы Өфө өйәҙе Себер даруғаһы Ҡара табын олоҫо башҡорто Таймаҫ тархан Шаимовтың исеме телгә алына. Доношениенан аңлашылыуынса, старшина Таймаҫ Шаимов кенәз В.А. Урусовҡа, ҡәлғәләр төҙөү айҡанлы, ерҙәрҙе межалау һәм Ҡара табын ырыуы башҡорттарының үҙҙәренең ҡарамағында ҡалған аҫаба ерҙәрҙе ирекле файҙаланыу хоҡуғын нығытыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән. Әйтергә кәрәк, губернала юғары вазифа биләгән чиновник башҡорттарҙың был үтенесенә етди ҡараған, ер мәсьәләһе буйынса яңы төҙөлгән ҡәлғәләр менән башҡорттар араһындағы мөнәсәбәтте көйләү маҡсатында туғыҙ пункттан торған ентекле саралар планы эшләнгән һәм шул хаҡта Сенатҡа хәбәр иткән дә инде. 1740 – әле яңы булып үткән дәһшәтле башҡорт ихтилалының аҙаҡҡы йылы. Батша властары, бер яҡтан, ҡәлғәләр төҙөп, халыҡты буйһондороп тотоу сараһын күрһә, икенсе яҡтан, башҡорттарҙың үҙ ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын танып, уларҙың сәйәси йәһәттән һаҡ эш итергә ынтылыуы ла иғтибарҙы йәлеп итә.
Күренеүенсә, хәҙерге Силәбе өлкәһендәге Мейәс, Сыбаркүл, Верхнеуральск ҡалалары, өлкә үҙәге, миллионлы ҡала Силәбе лә аҫаба башҡорт ерҙәрендә урынлашҡан. Шуға күрә уларҙың исемдәре лә, ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, Силәбе, Сыбаркүл, урыҫ телендә "с" өнө урынына "ч" менән яҙылһа ла, барыбер нәҡ башҡортса, сөнки йөҙәр, меңәр йылдар буйы ергә хужа булып йәшәй икән, географик объектҡа атаманы ла төп – аҫаба халыҡ үҙе бирә.
Сыбаркүлде, йәнәһе, "сибәр, матур күл" тип яңылыш аңлатыу осраҡтары ла бар. Сибәрлеккә сибәр ул, ләкин башҡорт телен белгән кеше бер ваҡытта ла сыбар менән сибәр һүҙҙәрен бутамаҫ. Ә дөрөҫө: сыбар күл. Өҫтөнә ағас үҫкән йәм-йәшел утрауҙары менән ысынлап та сыбарланып ятҡан күл ул. Урыҫса "пёстрое" тигән мәғәнәгә тура килә. Был йәһәттән Сыбаркүл гидронимының мәғәнәһе Алакүл, Алатау тигән күл һәм тау исемдәренә ауаздаш. Утраулы, ҡамышлы, өҫтө ала-сула булып ятҡан күл була инде Алакүл.
Силәбе өлкәһендәге Сыбаркүлдән тыш, беҙҙең республикала йәнә ике Сыбаркүл бар: беренсеһе – Әбйәлил районындағы күл, икенсеһе – Салауат районындағы ауыл. Ул атамаларҙың икеһе лә "Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге"нә индерелгән, аңлатмаһы ла шул уҡ сыбар ("пёстрое") тигәндән.


Автор: Рәшит ШӘКҮР.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә