Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юлдар һәр саҡ имен булһын!
Юлдар һәр саҡ имен булһын!
Бөрө ҡалаһында “Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” КВН уйынының финалы булды. Конкурс республикала ошо уйын ойошторолоуҙың 15 йыллығына арналды.

Юл-транспорт фажиғәләрендә балаларҙың йәрәхәт алыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән сараны Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы менән Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ойошторҙо.
Юл йөрөү ҡағиҙәләрен иң яҡшы белеүсе исемен яулау маҡсатында республикабыҙҙың район-ҡалаларынан 25 команда көс һынашты. Ҡала менән ауыл мәктәптәренең сығыштары айырым баһаланды. Краснокама районынан иһә Иҫке Йәнйегет уҡыусылары ҡатнашты. “Шат күңелле ауыл ҡыҙҙары” исемле был команда Яңауылда республиканың төньяҡ-көнбайыш район-ҡалалары араһындағы КВН уйынының төбәк этабында еңеүсе булғайны.
Бәйгелә командаларҙың бер-береһен сәләмләүе (“Беҙ – уйындарҙың йәштәштәре”), “Скутер: рәхим итеп шыуығыҙ” капитандар конкурсы, “КВН-ды хәүефһеҙ һәм “ВИРТУОЗ” уйнайбыҙ” музыкаль өй эше, “Социаль реклама” видеоролик конкурстары баһаланды.
Ауыл мәктәптәре араһында “Шат күңелле ауыл ҡыҙҙары” командаһы яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, Шаран районы командаһынан (гран-при яулаусылар) бары тик 0,2 балға ғына ҡалышып, беренсе урынды яуланы. Ренат Ғибәҙуллин – Краснокама районы командаһының берҙән-бер егете генә түгел, капитандар конкурсында ауыл мәктәптәре араһында иң юғары балл йыйыусы ла. Бөтә жюри ағзалары ла уның сығышына иң юғары баһа бирҙе. Ренат – “Иң яҡшы капитан” номинацияһы еңеүсеһе.
– Уйын бик күңелле үтте. Унда ҡатнашып, беренсе урынға сығыу айырыуса ҡанатландырҙы. Беҙҙең сығыштарыбыҙҙан тамашасыларға музыкаль өй эше айырыуса оҡшаны. Юл ҡағиҙәләре темаһына таҡмаҡтар әйтеп, уларҙы барыбыҙға ла үтәргә кәрәклегенә баҫым яһаныҡ. Ә программабыҙҙың иң тәьҫирле өлөшө йырҙарҙы үҙебеҙсә үҙгәртеп башҡарыу булды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты команда ағзаһы Айгөл Ғиләжева.
“КВН-ды хәүефһеҙ һәм “ВИРТУОЗ” уйнайбыҙ” конкурсы йомғаҡтары буйынса Краснокама командаһы еңеүсе дипломы менән бүләкләнде.
– Бәйгенең яҡшы кимәлдә уҙыуын һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөк түгел һымаҡ. Ун ике ҡала һәм ун өс ауыл мәктәбенән килгән ҡатнашыусылар барыһы ла етди әҙерлекле ине, көслө командалар менән ярышыуы ла ҡыҙыҡлы булды. Барыһына ла сығышыбыҙ оҡшаны, зал беҙҙе үҙ итте. Икенсе йылға ла конкурста гран-при яулау өсөн көс һынашып ҡарарға теләгебеҙ бар! – тип ниәттәре менән уртаҡлашты ҡатнашыусыларҙың тағы береһе Алина Кашапова.
КВН уйынсылары миҙалдар, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы һәм Мәғариф министрлығының Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәре менән билдәләнде.


Автор: Лиана ДӘҮЛӘТОВА. Район: Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә