Был яҙмамды Шишмә районының “Әғли” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе, республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары наградалары менән бүләкләнгән Наил Әхтәм улы Әғлиуллиндың яҡты иҫтәлегенә арнайым.
Яҙын ҡара тупраҡҡа төшкән орлоҡ, ерҙең наҡыҫ дымын һура-һура, йәшел үҫенте бирҙе. Ҡояш нурҙарына, наҙлы елдәргә иркәләнеп, юғарыға ынтылды. Әммә бындай рәхәтлек оҙаҡҡа барманы. Бер-ике аҙна үтеүгә йәш үҫенте һыуһай, бер туҡтауһыҙ эҫеһен яуҙырып торған ҡояштың ҡайнар нурҙарынан хәлһеҙләнә башланы. Ямғыр яумай, ысыҡ тамсыһы ла юҡ. Төндәрен бер аҙ һулышы иркенәйгәс, тағы ла үҫергә тырышып, һабағы ҡыҫҡа ғына булыуына ҡарамаҫтан, башаҡ ебәрҙе. Йәйҙең төндәре лә бигерәк ҡыҫҡа шул. Инде башаҡтың һеркәләнеп тулышыр ваҡыты ла үтте. Тирә-яғындағы үҫентеләрҙең дә башаҡтары, үҙе кеүек буш булғас, ҡош осҡанда ла селтерҙәшеп ҡуя. Тимәк, бөтәһе лә буш. Берҙән-бер көндө, ҡара тупраҡ нисек кенә ҡаршылашмаһын, ҡояш дымдың һуңғы тамсыһын тартып алды. Үҫентенең йәшәү өсөн көрәшергә көсө бөттө, шулай ҙа ул өмөтөн өҙмәне. Бирешергә теләмәй, һаман сабыр итеп, нимәлер көттө.
Үҙенә йән биргән ер-әсәнең хужаһын көттө ул. Бына кеше килер ҙә, наҙлы ҡарашын баҫыуға һирпеп, яғымлы күҙҙәре менән башаҡҡа бағыр, тылсымлы ҡулдары менән уның башынан һыйпар. Шул ваҡытта уға көс өҫтәлер, ул үҫеүен дауам итер. Хужа кешене шатландырырға тырышып, башаҡ тос алтын бөртөктәре менән тулышыр. Шулай өмөтләнде буш үҫенте...
Ауыл эргәһендәге әлеге башаҡ үҫеп ултырған баҫыуҙың бер йылды ла халыҡты ризыҡһыҙ ҡалдырғаны булманы бығаса. 1992 йылда Шишмә районындағы “Родина” колхозынан ҡуртымға алынған ерҙәрендә “Әғли” крәҫтиән (фермер) хужалығының йөк машиналары һуғылған игенде ырҙынға ташып өлгөртә алмай торғайны. Диңгеҙ һымаҡ тулҡынланып, тулы башаҡтарҙы саҡ күтәреп, күперелеп үҫә иген. Баҫыу эргәһенән үткән һәр кем ошо матурлыҡҡа, байлыҡҡа һоҡлана. Баҫыуҙа — иген, тимәк, өҫтәлдә — икмәк. Был хәҡиҡәтте маҡсат итеп, ошо ерҙең яҙмышы өсөн яуаплылыҡты бер көнгә лә үҙ хәстәренән ҡалдырмай килде фермер хужалығы. Бөтә эште ваҡытында, еренә еткереп, теүәлләп эшләтә торған ысын хужа булды ул. Ер эшенең ауырлығын күпкә еңеләйткән ҡорамалдар ҡулланып, сифатлы орлоҡ, тау-тау ашламалар индереп, йылдан-йыл халыҡты мул уңыш менән һөйөндөрә. Үҙ эшенә мөкиббән шәхестең генә быуаттар буйына йолаға әйләнгән ысулдарҙы инҡар итеп, ерҙә заманса технологиялар буйынса эшләргә ҡыйыулығы етте. Кендеге береккән ерҙе ҡулланыусы ғына түгел, ә ысынында тәрбиәләүсе, һауыҡтырыусы, ҡурсалаусы хәстәрлекле хужа булараҡ, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәште.
Тәбиғәт ҡышҡы тәрән йоҡоға сумғанда ла уны баҫыу буйҙарында күреү ғәжәп түгел ине. Йоҡоһоҙ төндәр, уйланыуҙар, борсолоуҙар... Ер һулышын, ҡара тупраҡҡа ятып, йөрәге аша тойорға өйрәнгән хужаға киләсәкте яҡшы күҙаллап, маҡсат ҡуйыу ғына етмәй, эште һөҙөмтәле башҡарыу өсөн кадрҙар һайлай белергә лә кәрәк. Ерҙе ысын мәғәнәһендә яратҡан, ауыр булыуға ҡарамаҫтан, игенселекте төп һөнәре итеп һайлаған тоғро белгестәрҙән йыйҙы ул командаһын. Колхоздар тарҡалған, киләсәктең билдәһеҙлегенән өмөтһөҙлөккә бирелә башлаған ауыл кешеһенең ышанысын өгөт-нәсихәт менән яулау өсөн дә күп ҡаршылыҡтар, һынауҙар үтергә тура килде. Бәләкәй генә хужалығында ғаиләһенә етерлек йәшелсә лә үҫтерә алмаған әҙәмде ҙур хужалыҡ эшенә ылыҡтырып, тотороҡло киләсәккә ышаныс тыуҙырыр, аңын үҫтереүгә өлгәшер өсөн әҙ көс һалманы. Бындай ҙур яуаплылыҡты, ойоштороу эшенең сетерекле лә, көсөргәнешле лә булыуын аңламағандар төрлө имеш-мимеш һөйләп маташһа ла, хужа кеше артыҡ иғтибар итмәне, үҙ юлын ныҡышмалылыҡ менән дауам итте. Ауыр хеҙмәтенең татлы емештәрен, еңеү тәмен күп тапҡыр татыһа ла, уңыштарҙан башы әйл әнмәне. Барыһын да ғәҙәттәгесә ҡабул итеп, тағы ла дәртләнеберәк алға атланы.
Бер күреүгә аҙ, ҡырҡа һүҙле, етди, хатта ҡырыҫыраҡ холоҡло, ә ысынында һүҙен уйлап һөйләргә өйрәнгән етәксенең күңеле тиҙ ярһыусан. Һаулығының һуңғы йылдарҙа ныҡ ҡына ҡаҡшауын үҙе яҡшы аңланы, ләкин һаман алға ынтылды. Ныҡлы, хатта ашығыс ярҙам кәрәк булғанда ла үҙенә ваҡыты етмәне. Һаулыҡ биреште, ауырыу хужаны түшәккә һалды. Үҙенә ҡалһа, тағы ла бер аҙ шулай ятыр ҙа бер көн иртән тороп баҫыуҙарына юлланыр, тип өмөтләнде. Гөрләп үҫеп ултырған яландарын күреп ҡайтһа, көсө артыр, ауырыу ҙа сигенер кеүек ине. Тик яҙмыш ҡанундары ҡәтғи. Һыҙланды, үрһәләнде; ут булып янған Наил Әхтәм улының йөрәге бер көн килеп тибеүҙән туҡтаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нәмә лә мәңгелек түгел һәм кеше ғүмере лә сикләнгән.
Бына кемде өҙөлөп, түҙемһеҙлек менән көттө башаҡ! Янды, көйҙө, әммә өмөтөн һаман өҙмәне. Бына-бына хужаһы килер ҙә уның хәлен аңлар, шунда уҡ ашығыс ярҙам күрһәтер. Быға тиклем шулай булды бит. Хужаһы ер-әсәнең тере йән булыуына шикләнмәне, бер ваҡытта ла уны рәнйетмәне, башҡаларҙан да йәберләттермәне. Ризыҡ үҫтереүсе ергә хужа оло хөрмәт менән ҡараны. Игендең һәр башағын, һәр бөртөгөн юғалтмай, ҡәҙерләп йыйҙыртыр ине лә бит...
Хужаһының хәле үҙенекенән еңелерәк түгеллеген белмәй ине шул башаҡ. Хужаһы йөрәгенең йылыһын тоймағас, уның һуңғы өмөтө өҙөлдө, һәм башаҡ буш көйө һарғайып ҡороно. Ул йылды баҫыу бөтөнләй уңыш бирмәне. Улай ғына ла түгел, һағышынан арына алмаған баҫыу икенсе йылда ла бер нәмә лә үҫтермәне. Был юғалтыуҙы халыҡ та, ер-әсә лә ифрат ауыр кисерҙе.
Әлфиә БИКМӘЕВА.
Шишмә районы,
Ҡараяҡуп ауылы.