Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙән һуң бәрәкәтле ер ҡалһын
Беҙҙән һуң бәрәкәтле ер ҡалһын
Яҙғы көн яҙғы инде — төндә туңдырһа ла, ҡояштың тәүге нурҙары һирпелеү менән аяҡ аҫты йомшара ла башланы. Шуға ла оло юлдан ситтәрәк ятҡан Ураҙбахты ауылына еткәндә ҡар һыуҙары емелдәй ҙә ине.

Яҙҙың һәр көнө игенсене йәһәтерәк ҡуҙғалырға саҡыра. Был "Нерал-Шишмә" ауыл хужалығында аграр мәсьәләләр буйынса үткән кәңәшмәлә айырыуса асыҡ күренде.
— Бындай сара йыл да ойошторола, яҙҙың бер көнө йылды туйҙырыуын һәр игенсенең, механизаторҙың хәтеренә йәнә бер ҡат төшөрөү һис тә артыҡ түгел. Етешһеҙлектәрҙе етди эшкә тотонорҙан алда барлау, сәсеүҙе ваҡытында атҡарыу, белгестәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалыу мөһим, — тип ҡаршыланы беҙҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Миңлевәли Мусин.
Кәңәшмә "Нерал-Шишмә" ауыл хужалығы предприятиеһының машина-трактор паркында башланды. Әйткәндәй, сараны үткәреү урыны итеп ошо хужалыҡты һайлауҙары юҡҡа түгел — сәсеүгә яҡшы әҙерләнгән улар. Ҡеүәтле техника бөгөндән баҫыуға сығырлыҡ. Рәт-рәт булып теҙелгән тракторҙар һәм комбайндар араһында яңылары ла байтаҡ. Әллә ҡайҙан күренеп, иғтибарҙы йәлеп итеп торған заманса техника — “Агро-союз” комплексы менән һәр кем ентекле танышты. Райондың башҡа хужалыҡ етәкселәренә, субсидиянан файҙаланып, ошондай уҡ техниканы алырға кәңәш ителде. Хаҡына ҡарама, атына ҡара, тиҙәр бит. Ҡиммәт булһа ла, әллә күпме өҫтөнлөгө бар уның. Иң мөһиме — сығымды күпкә кәметә. Бер сәғәт эсендә 12 гектар майҙандағы эште теүәлләй алған комплексты яҡындан күргәс, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрендә лә булдырырға дәртләнде.
"Нерал-Шишмә" ауыл хужалығы предприятиеһының матди базаһына көнләшерлек, әлбиттә. Быйыл да яңы трактор, "КамАЗ" автомашинаһы һәм комбайн алмаҡсылар.
Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар орлоҡ һаҡланған келәткә юл тотто. Бында инде баш агрономдар йәнләнде. Орлоҡтарҙы ҡулына алып, баһа бирҙеләр, сағыштырҙылар. Эре, сүп тигәндең әҫәре лә күренмәгән орлоҡто усҡа һалыу менән үк күңел һөйөнә. "Юғары кондициялы, таҙа, һәйбәт шытып сыға. Артып ҡалғанын һатабыҙ, кемгә кәрәк, әле үк мөрәжәғәт итегеҙ", — тип орлоҡ мәсьәләһен ошонда уҡ хәл итеү мөмкинлеген аңғартты нералдар. Күп йыллыҡ үләндең "шишмә" сортына айырым иғтибар йүнәлттеләр. Был сорт район еренә яраҡлаштырылған, уңышы ла юғары. Етмәһә, әлегә уға тиңе юҡ, тиҙәр.
Баҫыуҙан килтерелгән ашлыҡты туранан-тура бушатып булған, елләткән, таҙартҡан, сорттарға айырған машина эргәһенә күптәр баҙнатһыҙ ғына яҡынлашты. Барлыҡ эште автомат ярҙамында атҡарған комплекстың хаҡы өркөттө булһа кәрәк. Биш миллион һумға төшкән ул. Әммә хаҡының байтаҡ өлөшө субсидия формаһында кире ҡайтарылғанын аңлатҡас, ҡыҙыҡһыныу артты.
Кәңәшмәнең пленар өлөшөн район хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов асты. Былтыр шишмәләр йылына ҡарата ярайһы ғына уңыш йыйыуға өлгәшкән. Һәр гектарҙан уртаса 18,2 центнер иген алынған. Һөҙөмтәлә орлоҡҡа һалырға, пайсыларға бирергә, мал-тыуарға ашатырға етерлек итеп әҙерләнгән. Шәкәр сөгөлдөрөн дүрт мең гектарға яҡын майҙанда сәскәндәр, гектар ҡеүәте 448 центнер тәшкил иткән.
Синоптиктар быйыл да игенсене шатландырырға ашыҡмай, әйтеүҙәренсә, һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ. Сәсеү эштәрен 20-25 көн эсендә атҡарып, 20 майға теүәлләмәксе Шишмә игенселәре. Әммә ергә орлоҡ төшөрөү менән тынысланырға түгел, шунда уҡ сүп үләндәренә ҡаршы көрәш башларға кәрәклеген дә ҡат-ҡат иҫтәренә төшөрҙөләр. Әгәр ошо сараны атҡарыуға етди ҡаралмаһа, уңыштың күп өлөшө юғаласағын аныҡ миҫалдарҙа аңлатты баш агроном Дамир Ҡотдосов.
Ҡуҙаҡлы культураларҙан әлегә уңыш юғары тип әйтә алмайҙар. Күп кенә хужалыҡтар уларҙы үҫтерергә теләк белдереп тә бармай икән. Ошо юҫыҡта ла эшләргә ҡушылды. Кукурузды ла күберәк майҙанда сәсергә тәҡдим ителде. Һыйырҙың һөтө — телендә, тиҙәр бит, юғары сортлы һөттөң генә хаҡы ҡиммәтерәк тип билдәләнде. Техниканы яңыртыуға ла ныҡлап тотонаһы бар әле.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла һәр ҡарыш ер яҙмышы хаҡында тәрән уйланғандыр, моғайын. Флүр Зиннур улы ергә мөнәсәбәтте ҡырҡа үҙгәртеү мәсьәләһен күтәрҙе, уны ҡәҙерләп һаҡларға тигән талабы етди булды. Йыл һайын бер үк майҙанға техник культуралар сәсеү менән мауыҡмаҫҡа, сәсеү әйләнешенә иғтибарҙы арттырырға ҡушылды. "Үҙебеҙҙән һуң киләсәк быуынға бәрәкәтле ер ҡалдырырға тейешбеҙ", — тип иҫкәртте район башлығы.


Автор: М. ҒАБДРАХМАНОВА. Район: Шишмә районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә