Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Фәнебеҙҙең маяғы
Фәнебеҙҙең маяғы
Гәзиттең баш мөхәррире: "Башҡортостандың Фәндәр академияһында күренекле ғалим Марат Илһамовҡа 80 йәш тулыу айҡанлы тантана була. Һиңә ошо сара хаҡында яҙырға кәрәк булыр", – тигәс, ҡаушабыраҡ ҡалдым. Быға тиклем гел әҙәбиәт һәм мәҙәниәт кешеләре тураһында яҙырға тура килде, аныҡ фән әһелдәре ете ятып бер төшөмә ингәне юҡ. Нисек кенә булмаһын, миңә лә шиғыр "ене" ҡағылған һәм, шағир халҡына хас булғанса, ике икең һәр саҡ биш булып сығыусан: "Ньютон алмаһы" башҡа төшмәгән, күрәһең. Әлбиттә, даны бөтә донъяға таралған ғалимыбыҙ тураһында ишетеп тә, уҡып та беләм.

Марат Әҡсән улы Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылында тыуған. Ауылында башланғыс белем ала, район үҙәге Асҡарҙағы 1-се урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Артабан – Өфө авиация институты, конструкторлыҡ эше, Ҡазанда аспирантурала уҡыу. Утыҙ биш йәшендә – физика-математика фәндәре докторы. СССР Фәндәр академияһының Ҡазан филиалы Президиумы рәйесенең урынбаҫары, институт директоры. Бөйөк Британияға һәм Америка Ҡушма Штаттарына командировкалар, Өфөгә ҡайтыу...
Данлы шәхестең тормош юлын теҙеп сыҡтым да уйға ҡалдым. Күпме көс, юғалтыу һәм табыштар, йоҡоһоҙ төндәр һеңгән уларға. Был инде, физика теленә яраҡлаштырыбыраҡ әйткәндә, тормоштоң ышҡылыу көсө. Ышҡылыуҙан иһә ялҡын барлыҡҡа килә. Уйлап ҡараһаң, кешенең йәшәйешендә лә ошо уҡ "закон" ята лабаһа!
"Беҙҙең үҫмер саҡ һуғыштан һуңғы йылдарға тура килде. Был ваҡытта инде тауыш тиҙлегенән дә тиҙерәк осоусы самолет, атом тураһындағы хәбәрҙәр ишетелә башланы. Шуға ла авиация, ракета менән ҡыҙыҡһыныуым артҡандыр. Үҙем дә ҡатырғанан яһалған самолеттың пропеллерын резина ярҙамында әйләндереп, ауыл буйлап осора инем", – тип хәтерләй бала сағын Марат ағай. Уйынсыҡ самолеттар осороп үҫкән малай, 30 йәшенә еткәс, ғалимдар һәм белгестәр тарафынан механикала асыш булараҡ ҡабул ителгән монография яҙасаҡ, ул аэройыһан техникаһы һәм атом машиналары төҙөүсе белгестәр өсөн уҡыу әсбабына әйләнәсәк.
Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин бына нимә тип яҙа: "Зыялылығы, ипле холҡо менән ул, минеңсә, ысын башҡорт менталитетының гүзәл ғәҙәттәрен үҙенә туплаған. Татарстан йәмәғәтселегендә лә, ғилем даирәләрендә лә уға хөрмәт ифрат ҙур. Шуны ла әйтәм: Ҡазанда эшләгән ваҡытында Илһамовты беҙ мәҙәниәт әһелдәре янында күреп килдек. Композитор Рөстәм Яхин менән күп йылдар дуҫ булыуы мәғлүм. Бер-береһенән йыраҡ һөнәр кешеләрен йөрәкһенеп йәшәү, моңға мөкиббән китеп ғашиҡ булыу яҡынайтҡандыр.
...Илһамовҡа был ҡайҙан килгән? Аныҡ ҡына яуап табып та булмайҙыр, әммә башҡорт халҡының асылын, нурға ҡойонған һәм моң менән һуғарылған Башҡортостандың үҙен белергә кәрәктер. Унан һуң, Марат Әҡсән улы ғүмеренең иң ҙур өлөшөн тыуған төбәгенән ситтә, атай йортонан алыҫта үткәрҙе. Мөхәббәт менән әжәл кеүек үк, һағыныу ҙа тәбиғи. Ә улар йыр һәм музыканан айырылғыһыҙ. Мин уны шиғри рухлы кеше тип ҡабул итәм, сөнки шиғыр яҙған ғына түгел, уның ҡәҙерен белгән дә – шағир".
Ысынлап та, был һүҙҙәр менән килешмәү мөмкин түгел. Марат Әҡсән улы – шиғри йәнле кеше. Һәр эштең моңон тоя белгән генә ҙур асыштар яһай алалыр.
Бөгөн 250-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы булған аҡһаҡалдың күкрәген "Почет Билдәһе", Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары биҙәй. Уның уҡыусылары илебеҙҙең төрлө тарафындағы фәнни советтарҙы етәкләй, дәрәжәле журналдарҙың мөхәрририәт ағзаһы булып тора.
Башҡортостан Фәндәр академияһында халҡыбыҙҙың данлы улын ғалимдар, юғары уҡыу йорттарының уҡытыусылары тәбрикләне. "Һеҙ – фәнебеҙҙең маяғы", – тине улар ихлас күңелдән.


Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә