Ҡурған өлкәһе башҡорттары бишенсе тапҡыр ҡоролтай үткәрҙе
Милләттәштәребеҙҙең киң Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә саф ҡар бөртөктәрендәй һибелеп, таралышып йәшәүенә шаһитбыҙ. Әммә уларҙың башҡалар араһында ошондай елбәҙәк бөртөктәр кеүек “иреп” юҡҡа сығыуын, тарих арбаһынан эҙһеҙ төшөп ҡалыуын, туғанлыҡ ептәрен һәм нәҫел тамырҙарын онотоуын күҙ алдына ла килтерге килмәй.
Үҙ йөҙөн һаҡлай алған халыҡ Ҡурған өлкәһе башҡорттарының V ҡоролтайына сәфәр сығыр алдынан республикабыҙҙан ситтә донъя көтөүсе, балалар үҫтереүсе, хеҙмәт итеүсе милләттәштәребеҙҙең хәҙерге тормошон, хәл-әхүәлен, көнкүрешен тоҫмаллар, киләсәген аҙ ғына булһа ла төҫмөрләр өсөн уның яҙмышындағы киҫкен тарихи боролоштарҙы йәнә күҙ алдынан үткәреп, тәьҫирләндек, һоҡландыҡ, уйға ҡалдыҡ... Ниндәй ҙур һынауҙарҙы үтергә, яһалма кәртәләрҙе, ҡалыптарҙы емерергә, хоҡуҡтарын яҡларға өйрәнергә тура килгән Ҡурған башҡорттарына! Ҡоролтай үтәсәк Сафакүл районы яҙмышында ла тарихи боролоштарҙың эҙемтәһе ҙур.
Бынан 700 йыл элек уның биләмәһенә тәү башлап башҡорттар аяҡ баҫһа, һуңғараҡ татарҙар күсеп килә. Урыҫ, немец, украин халыҡтары төбәккә күпләп килеп тамыр йәйһә лә, милләт-ара ығы-зығы, аңлашылмаусанлыҡ һис тә күҙәтелмәй. Ғөмүмән, бөгөн дә Сафакүл районында тиҫтәнән ашыу милләт татыулыҡта һәм именлектә көн күрә. 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа башҡорттар — 40,8, татарҙар — 31,8, урыҫтар 24,2 процент тәшкил иткән. Ҡайһы бер хәл-ваҡиғалар бөгөнгө көн күҙлегенән аңлайышһыҙ, хаталы аҙым булып тойолһа ла, беребеҙгә лә тарихты үҙгәртеү ҡеүәһе һәм хоҡуғы бирелмәгән. Беҙ әле бары әсе һабаҡтарҙан фәһем алып, һығымта ғына яһай алабыҙ.
Тыуған яҡ тарихындағы “аҡ таптар”ҙы бөтөрөүҙә, район үҙәге Сафакүлдең “йәшен” билдәләүҙә ҙур тырышлыҡ күрһәткән Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, өс орден кавалеры Сафиулла Ырғыҙовтың хеҙмәтен баһаламау мөмкин түгел. Ошо ерҙә тыуып үҫкән илһөйәрҙең бөртөкләп йыйған ҡомартҡылары — сафакүлдәр өсөн баһалап бөткөһөҙ хазина. Уның Ватанға һөйөү, дуҫлыҡ һәм хөрмәт тойғоһо менән һуғарылған хеҙмәте ата-бабаларыбыҙҙың героик үткәнен, ил хаҡына ҡаһарманлығын күҙ алдына баҫтырып ҡына ҡалмайынса, тарихыбыҙға, төбәктә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә ҡарата ғорурлыҡ хисе уята.
...ХVIII быуаттың 80-се йылдары башында был төбәктә ултыраҡланырға ер эҙләп, ике улын эйәртеп, Сафа Йомағолов тигән крәҫтиән килә. Өс яҡтан да аҡ ҡайынлы урмандар һәм ҡамыштар менән уратып алынған, йәйрәп ятҡан күл (хәҙер Сафа күле тип йөрөтөлә) сәйәхәтселәрҙең күңелен арбай. Балығы ла, кейеге лә күп, ә һыуы ниндәй саф, таҙа төбәктең! Бер землянканан башланған тораҡ аҙмы-күпме ваҡыт эсендә ауылға әүерелә. Иҫке зыяраттағы ҡәбер таштарындағы яҙыуҙарҙан да Сафакүлдең йәшен, боронғолоғон асыҡларға мөмкин. Сафа Йомағоловтың ғаиләһендә тыуған Ғабдрахман исемле тәүге сабыйҙың 63 йәшкә тиклем йәшәгәне һәм тап ошонда ерләнгәне билдәле.
1900 йылда район биләмәһендә 25 ағас мәсет булған. Мосолман балалары өсөн 70 тораҡта ни бары ун мәктәп эшләгән. 80 проценттан ашыу халыҡтың яҙа ла, уҡый ҙа белмәүе милләттәштәребеҙҙең ниндәй “хәстәрлек” солғанышында йәшәүенә, үгәйһетелеүенә ғибрәтле миҫал был.
Сафакүл районы тарихи тетрәнеүҙәрҙән, даими үҙгәртеп ҡороуҙарҙан азат түгел. Төрлө ваҡытта бихисап территориаль-административ үҙәктәргә буйһондоролоуы ҡиммәтле документтарҙың юғалыуына килтергән. Революцияға ҡәҙәр эш ҡағыҙҙары Ырымбурға ебәрелһә, 1919—1922 йылдарҙа төбәк Башҡортостан ҡарамағына күсерелә. Аҙаҡ ул яңынан барлыҡҡа килтерелгән Силәбе губернаһына ҡушыла. 1924—1934 йылдарҙа — Урал, аҙаҡ Силәбе өлкәһенә ҡарай. 1943 йылдың февраленән ул — Ҡурған өлкәһе составында.
Бына ошондай тартҡылауҙар, бүлгеләүҙәр, үҙгәртеүҙәр кисергән халыҡтың үҙ йөҙөн, традицияларын һаҡлап ҡалыуы, һуғыш йылдарындағы иҫ киткес ҡаһарманлығы, тылдағы фиҙакәрлеге һәм Ватанға тоғролоғо, хәҙерге ауыр, күнегелмәгән баҙар шарттарында ла киләсәккә өмөт менән ҡарауы, көслө ассимиляция, ҡулайлаштырыу шарттарында тарихын, телен, мәҙәниәтен тәрәнерәк өйрәнергә теләүе юҡҡа түгелдер. Милләттәштәребеҙ был юлы ла һис бер сәбәпһеҙ оло йыйын йыймағандыр, бишенсе тапҡыр ойошторолған ҡоролтайҙа бер-береһенә, власть органдарына әйтер һүҙҙәре лә, уртаҡлашыр уй-фекерҙәре лә булмай тормаҫ. Ә күңелде ҡырған етешһеҙлектәрҙе уртаға һалып һөйләшеүҙән дә отошлоһо, үтемлеһе, тәьҫирлеһе юҡлығы көн кеүек асыҡ.
Башҡортостан һәм Ҡурған өлкәһе башҡорттары араһында хеҙмәттәшлек “күперен” нығытыу юлында бөгөн ниндәй яңы аҙымдар яһалыуы мотлаҡ? Рухи бәйләнеш, дуҫлыҡ ептәре өҙөлмәһен өсөн ҡан-ҡәрҙәштәрҙең осрашыу шатлығы кисереүе лә мөһим шул. Халыҡ шағиры әйтмешләй,
“Туғанлыҡты кәрәк яңыртыуҙар,
Һүнеп ҡалғанда ла янар тауҙар”.
Бына шундай дәрт, яҡты уй-теләктәр менән алыҫ милләттәштәребеҙҙең эргәһенә ашҡынып сәфәр ҡылыуыбыҙ.
Таныштар һәм туғандар Район үҙәге Сафакүл ауылына еткәнсе сит өлкә биләмәһе буйлап барыуыбыҙҙы әллә ни һиҙмәнек тә шикелле. Аҙым һайын осрап торған “Башнефть” заправкалары, беҙҙәге кеүек яҙғы тәбиғәт, миҙгелгә хас соҡор-саҡыр юлдар, асыҡ йөҙлө, ябай хеҙмәт кешеләре — барыһы ла тыуған яҡты хәтерләтә.
Тәүге таныштарыбыҙ бер туған Альбина Ҡазыханова һәм Нәркис Ғәлиев менән осрашыуҙа уҡ төбәктең йәшәйеше, йәштәр проблемаһы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт алдыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың яҙмышы Башҡортостан менән тығыҙ бәйле — икеһе лә Өфөлә белем алып, тыуған төбәгенә ашҡынып эшкә ҡайтҡан. Альбина — М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетын, ә ағаһы яғыулыҡ-энергетика техникумын тамамлаған.
— Ниңә Өфөлә ҡалманығыҙ? Хәҙерге йәштәр ҙур ҡалаларҙа йәшәүҙе хуп күрә бит, — тип уларҙың “ҡылын сиртеп” ҡарайбыҙ.
— Сафакүлгә ҡайтып, эш башлауыма һис үкенмәйем. Ғаилә ҡорҙом, өс бала үҫтерәбеҙ, — тип өҙә һуҡты Нәркис. — Йәштәрҙең күпләп ситкә китеүенә былай ҙа йән көйә. Копейск, Силәбе ҡалалары уларҙы үҙенә һурып алып ҡына тора. Өс класташым — Себерҙә. Ә бит тормош башлар өсөн беҙҙә лә социаль программалар етерлек. Бына үҙем субсидия алып, ғаилә капиталын файҙаланып, ике ҡатлы йорт һалдым. Өҫтәүенә районыбыҙҙың тормошона яңы һулыш өҫтәрлек төрлө һөнәр эйәләре, халыҡты әйҙәй алырлыҡ йәш кадрҙар кәрәк.
— Һин халыҡтың ялын йөкмәткеле, күңелле итеп ойоштороу өсөн яуаплыһың. Анһат түгелдер был эш...
— Былтыр өлкәлә үткәрелгән “Иң яҡшы күңел асыу үҙәге” конкурсында 100 мең һумлыҡ грант отоп, бик ҡыуандыҡ, — ти Нәркис. — Аппаратура алдыҡ, аҡсаның бер өлөшөн ремонт эшенә тотондоҡ. Үҙешмәкәрлек беҙҙә гөрләп тора, “Район һылыуҡайы”, “Супер ғаилә” конкурстары төбәгебеҙҙә киң танылыу яуланы. Сафакүлдә йәштәр төпләнергә, донъя ҡорорға тырыша әле ул. Һуңғы ваҡытта хәл бер аҙ яҡшыға үҙгәргәндәй. Ә бына бәләкәй ауылдарҙан улар күпләп китә. Ни өсөн тимәксеһегеҙме? Яуабы ябай: эш юҡ. Төбәктәрҙе район үҙәге менән тоташтырған асфальт юлдар аҙ, тормош сифаты түбән. Һәр кемдең, башҡалар кеүек, әҙәмсә йәшәгеһе килә торғандыр. Борлат, Баҡай, Аҙналы, Оло Солтан, Ҡалмыҡ-Әбдрәш, Надеждинка кеүек башҡорт ауылдарында асфальт түгел, ҡырсынташ та юҡ.
— Район үҙәгендә юлдар ремонтланып тора, — тип һүҙгә ҡушыла Альбина. — Беҙҙең өлкә ҙур түгел, сәнәғәт тә артыҡ үҫешмәгән, шуға күрә башҡалар менән сағыштырғанда ярлыраҡбыҙ. Һәр ауыл хакимиәте үҙ мәсьәләләрен үҙе яйға һалырға бурыслы, ә финанс йәһәтенән хәл ҡатмарлы.
Дүрт йыл эсендә район халҡының ике мең кешегә кәмеүе, күптәрҙең яҡшыраҡ тормош, юғарыраҡ эш хаҡы эҙләп ситкә тартылыуы йәш белгестәрҙең эсен бошора. Кадрҙар етешмәгәнлектән, Альбинаға бер нисә вазифаны йөкмәткәндәр. Ул бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия секретары булыу өҫтөнә, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры ла, өлкәләге “Замандаш” гәзите мөхәррире лә.
Нәркистең ҡатыны Роза Силәбеләге сәнғәт академияһын тамамлаған, райондың күңел асыу үҙәгендә вокаль төркөм етәксеһе булып эшләй. Ғөмүмән, райондың ҡаҙандай ҡайнап торған бөгөнгө мәҙәни тормошон туғандарҙың төрлө яҡлы әүҙем эшмәкәрлегенән тыш күҙ алдына килтереүе ауыр. Тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен насар белгән, яҙмышына битараф хәҙерге йәш быуынды тәрбиәләүҙең көн ҡаҙағында торған иң мөһим бурыс икәнлеген Ғәлиевтәр яҡшы аңлай. Шуға күрә уларҙың мәҙәниәт учреждениелары өсөн белгестәр, башҡорт теле, тарих һәм мәҙәниәт буйынса уҡытыусылар әҙерләүҙе ҡоролтайҙа мотлаҡ күтәрелергә тейешле мәсьәләләр рәтендә күрергә теләүе яҡшы аңлашыла.
Мөғжизә көткәндә Ҡоролтай башланырға ике сәғәт самаһы ваҡыт бар, ә райондың мәҙәниәт үҙәге фойеһы делегаттар һәм ҡунаҡтар менән шығырым тулы.
“Абылтай килендәре” исемен йөрөткән халыҡ фольклор ансамбле ҡыҙҙары уйнап-йырлап, килгән һәр кемде яҡты йөҙ менән ҡаршылап, үҙҙәре бешергән милли аш-һыу менән һыйлап тора. Матур костюмдарҙағы “Ләйсән”дәр етди, оло йыйындағы иң йәш быуындыр, күрәһең. Оло йәштәгеләрҙе берләштергән “Аманат” фольклор төркөмөнөң дәртенә, уйын-көлкөнө йәһәт эләктереп алыуына иҫең китер. Бейеү көйҙәренә аяҡтары түҙмәйенсә тыпырҙап, күңелдәре елкенеп кенә тора. Кемдер танышын, нәҫел-нәсәбен осратып ҡосаҡлаша, күрешә, көлөшә... Ҡурғандарҙың һағынышҡан, күңелдәре тулышҡан, табышҡан сағы еткән, күрәһең.
Күргәҙмәләге боронғо башҡорт костюмдарының төрлөлөгөн, ошо көндәргә ҡәҙәр һаҡланыуын ғәжәп итеп, тулҡынланып, ябай ғына туҡымаларҙан барлыҡҡа килгән ысын мәғәнәһендәге сәнғәт өлгөләрен ҡул менән һыйпап ҡарайбыҙ. Бындай сағыу ҡыҙыл, йәшел, һары төҫтәрҙәге нәзәкәтле күлдәктәрҙе кемдәрҙең оҫта ҡулдары, фантазияһы тыуҙырҙы икән? Әйтеүҙәренсә, Мырҙабай, Аҙналы ауылдарында үткән быуаттың 20 — 30-сы йылдарында тегелгән, көмөш тәңкәләр менән биҙәлгән 1,5-2 кг ауырлығындағы күкрәксәләр ҙә һаҡланып ҡалған.
Әйткәндәй, Сафакүлдәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булғанда, ундағы экспонаттарҙың байлығына иҫебеҙ китеп, ҡомартҡылар тулы бүлмәләрҙән айырылып китә алмай йөҙәгәйнек. Ҡурған башҡорттарының аяныслы ла, һоҡланғыс та тарихын, арҙаҡлы шәхестәре һәм батырҙарының яҡты иҫтәлеген мәңгеләштергән музей бинаһын да боронғо ҡомартҡы иҫәбенә индереү урынлы булыр — ХIХ быуат урталарында төҙөлөп, үҙ ғүмерендә күпте күргән, кисергән ағас йорттоң һаман да бирешмәүе, әммә яҡшы ремонтҡа зарығыуы көн кеүек асыҡ.
— Земфира апай, ниндәй уйҙар менән килдегеҙ ҡоролтайға? Ғөмүмән, бындай оло йыйындар халыҡҡа кәрәкме бөгөн?
Ҡоролтай делегаты Земфира Стукова көтөлмәгән һорауҙан ҡаушап төшмәне.
— Кәрәкмәгән ҡайҙа ул! Башҡортостандан килгән абруйлы делегацияны ҡаршылау, милләттәштәребеҙ менән аралашыу өлөшөбөҙгә һирәк төшкән көмөш бит ул. Хаҡлы ялда булһам да, йәмәғәт эшенән айырылғаным юҡ. Баҡай ауылында ғаиләлә унынсы ҡыҙ бала булып донъяға килгәнмен. Ғүмер буйы халҡымдың йыр-моңон яратып өйрәндем. “Аманат” фольклор ансамблен төҙөүем һис тә юҡҡа булманы. Онотолған көйҙәрҙе тергеҙәбеҙ, милли кейемдәр тегәбеҙ. Өлкә радиоһында 1998 йылдан башлап “Тыуған яҡ” тапшырыуын алып барам. Халҡыбыҙ үҙ йолаларын, традицияларын онота күрмәһен, балаларына аманат итеп ҡалдырһын тип тырышабыҙ. Тик бына радио эфиры ваҡытын ярты сәғәттән 15 минут 13 секундҡа ҡәҙәр ҡыҫҡартып, кәйефте бер аҙ ҡырҙылар. Әммә танау төшөргән юҡ, бирешмәйбеҙ, — тине Земфира Искәндәр ҡыҙы. — Ҡыҙыҡлы эштәр шул тиклем күп, өлгөрөргә генә кәрәк!
— Ҡоролтайға ҙур ышаныс бағлап килдем, — тип һүҙгә ҡушылды Әлмән районының Искәндәр ауылында йәшәүсе Рәшит Йәмилев тә. — Халҡыбыҙ борон-борондан йөрәкте өйкәгән һорауҙарына ошондай оло йыйындарҙа яуап эҙләп тапҡан бит.
— Тимәк, һеҙҙең дә әйтер һүҙегеҙ, һорауҙарығыҙ етерлек инде бөгөн?
— Ауылдан бысраҡ юлды яра-яра көс-хәл менән килеп еттек. Ярай әле, ышаныслы “Нива” машинаһын һатып алғанмын. Юлға ҡырсын түшәлгәне юҡ, ә асфальт хаҡында хыялланырға ла ҡурҡабыҙ. Ҡышын урамды таҙартмайҙар, халыҡ нисәмә йыл юлһыҙлыҡтан ҡаңғырып, йонсоп йәшәй. Беҙгә ҡасан яҡшы юл һалырҙар? Бына ошо һорауға аныҡ яуап көтәм. Йәшәү шарттары яҡшырһа, халыҡ бәхет эҙләп ситкә таралмаҫ ине. 75 хужалыҡтан 47 генә ҡалды бит хәҙер...
Көсөбөҙ — берҙәмлектә Ҡурған өлкәһе башҡорттарының V ҡоролтайына килгән Башҡортостан делегацияһын халыҡ бер туғандай яҡын күреп ҡаршы алды. Милләтебеҙҙең йөҙөн, дәрәжәһен билдәләгән делегация вәкилдәре араһында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиева һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаевтың булыуы, йыйындың мәртәбәһен арттырыуҙан тыш, ике төбәк араһындағы хеҙмәттәшлектең көсәйеүенә, туғанлыҡтың яңырыуына ҙур ышаныс уята. “Сығыштар яңғырауыҡлы һүҙ булып, һауала аҫылынып ҡалмаһын, ә күңелдәргә барып етеп, файҙалы эштәргә олғашһын өсөн йыйылдыҡ”, тигән фекерҙең залда йыш ҡабатланыуы сәйер тойолманы. Өҫтәүенә халыҡ йыйынында Ҡурған өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы А. Кокориндың, Сафакүл районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р. Хәйернасовтың ҡатнашыуы һәм делегаттарҙы тәбрикләүе лә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр.
Өлкә башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Кәримовтың ошо йылдар арауығында башҡарылған эштәр һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында тормошҡа ашмай ҡалған изге ниәттәр хаҡындағы сығышын иғтибар менән тыңлап, милләттәштәребеҙҙең йәшәйешен күҙ алдына баҫтырырға тырыштыҡ. Эшһеҙлек арҡаһында тыуған төбәген ташлап, башҡорттарҙың Екатеринбург, Силәбе тарафтарына ағылыуын һәм был процесты әлегә туҡтатып булмауын Ғәлим Баймөхәмәт улы ла таный. Рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, таланттарҙы үҫтереү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау буйынса байтаҡ эш башҡарылған. Шәжәрә байрамдары, төрлө смотр-конкурстар, һабантуйҙар үтеп тора. “Сыңрау торна” йыр бәйгеһенең район сиктәрен уҙып, өлкә кимәлендә үтеүе менән дә ғорурлана сафакүлдәр.
Башҡортостан менән Ҡурған өлкәһе араһында 1998 йылда төрлө йүнәлештәр буйынса хеҙмәттәшлек тураһында төҙөлгән килешеү әле лә ғәмәлдә, әммә уны яңыртыу һәм йәнләндереүҙең бөгөн үтә мөһимлеген дә билдәләне рәйес. Ҡоролтай йүнәлтмәһе буйынса Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында белем алыусылар артҡан. Мәктәптәрҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих буйынса дәреслектәр, пособиелар менән тәьмин итеүҙе республика тулыһынса үҙ өҫтөнә алған. Йәйге каникулда балаларҙың Башҡортостанға сәйәхәтен ойоштороу, уларҙы сәләмәтләндереү лагерҙарында ял иттереү матур йолаға әүерелгән. Бынан бер нисә йыл элек Өфө офтальмологтарының 3,5 мең ауырыуҙы ентекле тикшереп дауалауын ҡурғандар әле лә ҙур рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала. “Һеҙҙең был баһалап бөткөһөҙ ярҙамығыҙҙы әле лә онотмайбыҙ, — тип билдәләне рәйес. — Әммә яҡшы эш үткән заманда ҡалды, уны кисекмәҫтән яңыртырға, тергеҙергә кәрәк. Быны халыҡтың үтенесе булараҡ ҡабул итегеҙ”.
Сафакүлдәге тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына Башҡортостан Милли музейының филиалы статусын биреү мәсьәләһе күптән ҡуҙғатылыуына ҡарамаҫтан, вәғәҙәнең үтәлмәүен дә әйтеп үтте ҡоролтай етәксеһе. Өлкәләге район һәм ҡала ҡоролтайҙарын Башҡортостандың урындағы ҡоролтайҙарына беркетеүҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлекте яңы кимәлгә алып сығасағына ышаныс ҙур. Был эш күптән башланһа ла, изге ниәттәр яҡтарҙың һүлпәнлеге, битарафлығы арҡаһында һүнеп ҡалған.
Һанап китһәң, мәшәҡәттәр, хәл итәһе мәсьәләләр бөгөн дә байтаҡ. Мәҫәлән, фольклор, йыр-бейеү ансамблдәрен зауыҡлы костюмдар, музыка инструменттары менән тәьмин итеү, арҙаҡлы шәхестәрҙең исемлеген төҙөү һәм иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса эште ойоштороу, ХХ быуатта үткәрелгән экспедициялар һөҙөмтәһе буйынса “Ҡурған өлкәһе башҡорттарының фольклоры” китабын нәшер итеүгә аҡса табыу, мәҙәниәт учреждениелары өсөн кадрҙар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих, уҡытыусыларын әҙерләү...
Башҡорт һәм татар телдәрендә сыҡҡан “Замандаш” гәзитенең яҙмышы ла борсой ҡурғандарҙы. Әлегә уның күләме лә, сифаты ла, йөкмәткеһе лә ҡайтыш “Замандаш”ты ысын мәғәнәһендә халыҡты туплаусы, берләштереүсе, уҡымлы матбуғат баҫмаһы итеү өсөн күп көс һалаһы бар. Беҙ ҙә уның бай йөкмәткеле, үҙ тауышы булған, ҡурғандарҙың иҡтисадын, рухи тормошон тәрән яҡтыртҡан, милләттең абруйын күтәргән баҫма дәрәжәһенә олғашыуын бик теләр инек. Эш башы, әлеге лә баяғы, финанс һәм кадрҙар мәсьәләһенә барып тоташа.
Ҡоролтай рәйесе Ғ. Кәримовтың отчет докладын ревизия һәм мандат комиссияларының докладтары тулыландырҙы, аҙаҡ аныҡ резолюция ҡабул ителде.
Эште үҙебеҙҙән башлайыҡ Ғөмүмән, йыйында халыҡтың аң даирәһен киңәйтеү, үҙ асылына ҡайтарыу, милли үҙаңды үҫтереү тураһында һүҙ күп булды. Ошо йәһәттән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаев былтыр дүрт мәктәптә башҡорт теле уҡытылмауын белгестәр етешмәүенә генә ҡайтарып ҡалдырыу менән килешмәүен белдерҙе. “Беҙҙең мәнфәғәттәрҙе яҡлаған закондар булыуына ҡарамаҫтан, йыш ҡына уларҙы ҡуллана белмәүебеҙ яҡшы ниәттәргә аяҡ сала, — тине ул. — Уҡытыусыларҙың урыны буш тормаһын өсөн, алдан уҡ хәстәрлек күреп, йыл дауамында кадрҙарҙы әҙерләргә мөмкин булыр ине. Ә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының журналистары Ҡурған өлкәһенең тормошона, арҙаҡлы шәхестәренә арналған тапшырыуҙарҙы аҙнаһына бер тапҡыр ойошторорға әҙер, бары һеҙҙең әүҙемлегегеҙ кәрәк. Арағыҙҙа “Триколор” “тәрилкә”ләрен һатып алып, Башҡортостан телевидениеһы тапшырыуҙарын даими ҡыҙыҡһынып ҡарап барыусыларҙың барлығы һөйөндөрә. “Башҡортса тапшырыуҙарҙы ҡарай йәки тыңлай алмайбыҙ” тигән дәғүәләр ҙә, минеңсә, урынлы түгел. Әлеге шарттарҙа рухи ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн тырышлыҡ һалмай булмай”.
Эйе, “телебеҙҙе һаҡлайыҡ, рухи ҡиммәттәребеҙҙе онотмайыҡ” тип күпме генә һөйләһәк тә, был тәңгәлдә ҡулыбыҙҙан килгән, әммә битарафлығыбыҙ арҡаһында ситтә ҡалған мәсьәләләргә илтифат бирмәһәк, хәлдең яҡшыға үҙгәрере бик тә икеле. Ғаиләлә, мәктәптә алған белемгә өҫтәп, илһөйәрлек һәм телһөйәрлекте үҫтереүсе реаль аҙымдарҙы яһау — үҙ телеңдә сыҡҡан матбуғат баҫмаларына яҙылыу, уҡыу, фекер алышыу һәм таратыу — көн үҙәгендә торған проблемаларҙың береһе. Үкенескә ҡаршы, ошондай оло йыйында рухиәт, тел, мәҙәниәт мәсьәләләренә киң майҙан асылғанда милли матбуғаттың яҙмышы, уның киләсәге тураһында һүҙҙең дә булмауы кәйефте ҡырҙы. Беҙҙең ҙур көс, илһам, күңел йылыһын һалып сығарған баҫмабыҙ өлкәлә тараламы? Башҡорт телендә донъя күргән гәзит-журналдарыбыҙҙы күпме милләтәшебеҙ алдыра икән? Ауыл китапханалары, хакимиәттәр матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында нисек ҡатнаша? Алыҫ ерҙе яҡын итеп килгән журналистарҙың һорауҙарына яуаптың булмауы ҡыҙғаныс, әлбиттә. Һәр хәлдә, ижади эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, ҡоролтай ағзалары өсөн беҙҙең милли баҫмалар ҡиммәтле әсбап та, тәрбиә, бай мәғлүмәт сығанағы ла булыр ине. “Башҡортостан” гәзите — республиканың төп ижтимағи-сәйәси баҫмаһы — бөгөнгө сәйәсәтте халыҡҡа аңлатыусы, юл күрһәтеүсе йоғонтоло ҡорал икәнлеген онотмайыҡ.
Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының яңы һайланған башҡарма комитеты ағзаларының милли матбуғат баҫмаларын таратыуға йөҙ менән боролоуына, мөнәсәбәттең яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә ҙур өмөт бағлайбыҙ.
Ҡоролтай делегаттарын милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт телен уҡытыу, белемле кадрҙар әҙерләү мәсьәләләренең һыҙландырыуы, уйландырыуы аңлашыла. Һуңғы биш йылда туған тел өйрәнелгән башҡорт мәктәптәренең һаны 10-дан 4-кә тиклем кәмегән. Өлкәлә төрлө кимәлдәге етәксе башҡорттарҙың аҙлығы, юғары уҡыу йорттарында йәштәрҙең кәмеүе, эскелектең афәткә әүерелеүе, һис һүҙһеҙ, ҡоролтай делегаттарын хафаға һала. Бөтә ошо етди мәсьәләләрҙе бер йыйында ғына хәл итеү мөмкин түгел. Иң мөһиме — ҡоролтай ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу өсөн Ҡурған башҡорттарының бер төптән эшләүе, ойошҡанлығы һәм теләге кәрәк.
Венера ВӘЛИЕВА, Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары: — Беҙ бөгөн башҡорттар йәшәгән 14 төбәк менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ырымбур, Силәбе өлкәләре менән эш күптән яйға һалынған, ә бына Ҡурған өлкәһе менән бәйләнеш әлегә йомшағыраҡ. “Йыл уҡытыусыһы” конкурстарында, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыу һеҙҙең өсөн бик файҙалы тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булыр ине, ҡурғандар. Йәйге лингвистик йүнәлештәге лагерҙарға уҡыусыларға ни бары дүрт урын бүленеүе менән ҡәнәғәт булмауығыҙҙы аңлайым: алыҫ юл, ҙур сығымдар... Киләсәктә был мәсьәләне ыңғай хәл итергә тырышырбыҙ.
Балаларығыҙға лицейҙарға уҡырға инеү өсөн квоталы 10 урын раҫланған. Ә һеҙҙән әлеге ваҡытта ни бары биш кеше уҡып йөрөй. Имтихандарҙы өлкәгә килеп алыу мөмкинлеге лә бар, уйлашайыҡ, әүҙемерәк булайыҡ.