Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кешеләрҙе яратырға кәрәк
Кешеләрҙе яратырға кәрәк
Барлыҡ хыял-теләгеңде тормошҡа ашырырға, ҙур уңыштарға өлгәшергә мөмкин. Маҡсатыңа ынтылған юлыңда бөтә нәмә ыңғай ғына тора икән, билдәлелек яулауың, байлыҡ-ниғмәткә эйә булыуың да ихтимал. Әммә үтә ауыр, сетерекле хәлгә тарығанда, бер кем дә янып-көйөнөүҙән, һағыш-әрнеүҙән ҡотола алмай. Дошманлашып, арҡаларын ҡуйышҡан ғаилә парҙары; һөйгәне башҡа сибәргә әүрәгән ҡыҙ; бер эсеүенән икенсеһенә тиклем ваҡыт оҙаҡ үтә тип зарланған эскесе йәки байлығынан ҡолаҡ ҡаҡҡан замана байы — барыһы ла ғазаплана. Бындай саҡта берәүҙәр үҙ-үҙенә йомола, икенселәр ярһый, агрессияһы көсәйә. Депрессив көйһөҙләнеү упҡынына юл тап бына шулай башлана ла инде.

Ҡаушап ҡалған һәм күп төрлө ауырлыҡ кисергән кешеләр тормоштоң кире яғын ғына күрә. "Эскәрәк ингән һайын, урман ҡараңғыраҡ" тигәндәй, туҡтауһыҙ көйөнөү, барлыҡ нәмәнән төңөлөү етди сиргә дусар итеүе бар. Мәҫәлән, ашҡаҙан сей яраһы, баш ауыртыу, сабыртма сығыу ауырыуҙары башланыуға, депрессияға, неврозға, инфарктҡа, хатта аҡылдан яҙыуға килтереүе ихтимал.
Ауыр уйҙарҙы ситкәрәк ҡуйып, хәлдең асылына төшөнәйек. Байтаҡ ҡына сиргә тарыуға нервы системаһы ҡаҡшауы сәбәп булыуын күптәр белә, әлбиттә. Бер яҡтан, асыуҙы тыйыу, рәнйеүҙе белдермәү йәки төңөлөү сәләмәтлек өсөн зыянлы. Ләкин эргә-тирәңдәгеләргә, яҡындарыңа зәһәрләнеп ағыу сәсеү ҙә яҡшы түгел. Ә ни эшләргә һуң?
Әллә күпме ауырлыҡ кисереп тә, тормошҡа һөйөү менән баҡҡан, игелекле, ярҙамсыл, сәләмәтлеген һаҡлаған кешеләрҙе иҫкә төшөрә алабыҙ. Ә ҡайһы берәүҙәр бер ниндәй ҡаршылыҡ менән осрашмай, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙең нимә икәнлеген белмәй матур итеп йәшәп ятһа ла, алдағы көндәренең һәйбәт булырына ышанып бармай. Быны Америка психологтарының күҙәтеүҙәре лә раҫлай. Мәҫәлән, әүҙем тормошта йәшәгән пенсионерҙарҙың һаулығы күпкә яҡшыраҡ, ә тынысыраҡ ҡалыуҙы хуп күргән, яй ҡуҙғалған, сараларҙа ҡатнашырға тырышмаған оло йәштәгеләрҙең сәләмәтлеге бик һәйбәттән булмауы асыҡланған.
Икенсе миҫал да ҡыҙыҡлы ғына. Яңғыҙы бала тәрбиәләгән ҡатындар, ғаиләле тиҫтерҙәренә ҡарағанда һаулығына аҙыраҡ зарлана икән. Ә уларҙың "йөгө" күпкә ауырыраҡ та бит әле.
Шулай итеп, стресс — ҡурҡыныс нәмә түгел, ә энергияның ҡеүәтле сығанағы. Бурысыбыҙ — ошо энергия менән идара итергә һәм уны уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн файҙаланырға өйрәнеү.
Белгестәр иң элек психик көсөргәнешлектән арынырға кәңәш итә: ял итергә, иғтибарҙы күңелһеҙ уйҙарҙан башҡаға йүнәлтергә. Йорт-ҡаралтыңды йәки эш урыныңды йыйыштырырға мөмкин. Яңғыҙлыҡты ауыр кисерәһең икән, аралашырға кәрәк. Бер үҙең ҡалырға яратһаң, бер аҙға тирә-яғыңдағыларҙың күҙ уңынан ситтәрәк торорға була. Тынысландыңмы? Хәҙер проблемаларыңды барлап, план төҙө һәм уны тормошҡа ашырырға тотон. Артабан ауыр, күңелһеҙ хәлдәрҙе алдан күрергә өйрән һәм үҙеңде уға әҙерләй бел. Бының өсөн ҡатмарлы булмаған бер нисә һорауыңа үҙең үк яуап бир. Нимәне дөрөҫ эшләмәйем? Нимәнән хәүефләнәм? Әле минең өсөн ниндәй мәсьәлә иң мөһиме? Бөгөн төп маҡсатым ниндәй? Һәм, ниһайәт, уға өлгәшеү өсөн нимә эшләргә тейешмен?
Ҡыуаныс-шатлыҡтарыңды йыя бар, көнөнә берәүҙе булһа ла өҫтә. Тормошто һөйгән кеше ғәҙәти генә сараны ла матур йолаға әүерелдерә белә. Әгәр үҙеңде һәм башҡаларҙы яратһаң, улар менән аралашыуҙан, бергә булыуҙан бәхет кисерәһең. Юҡ-барға кәйеф төшөүҙән, низағтан ҡасырға тырыш. Ҡайһы ваҡыт шулай үҙебеҙҙе үтә лә йәмһеҙләйбеҙ. Әгәр ғүмереңдең һәр көнөн баһалайһың икән, ул, ысынлап та, шатлыҡ менән үтә.
Әүҙемлек — стрестан ҡотолоуҙың берҙән-бер сараһы. Күңелле ваҡиғалар ҙа, янып-көйөүҙәр ҙә тормош ағышын тулыландыра. Мин әүҙем, яуаплылыҡ тойоп эш иткәндә генә һикәлтәләр аша кәмәңде сайҡалтмай алып барып булырына ышанам. Ни хәл итәһең, тормош тигеҙ юл да, мәңгелек байрам да түгел. Шулай ҙа барлыҡ ҡайғы-хәсрәттән бик ҡулай дауа бар. Бер төркөм хеҙмәттәштәребеҙ менән йәш булып күренеү, косметик саралар хаҡында һүҙ алып барғанда, бер табип йылмайып ҡына: "Изгелекле, игелекле булырға һәм кешеләрҙе яратырға кәрәк. Ул саҡта йөҙөгөҙҙә бер генә йыйырсыҡ та күренмәҫ", — тине.
Шулай итеп, стрестан арыныу юлдары бар. Әгәр кәйеф ҡырылыу дауам итһә, йорт мәшәҡәттәре оноттормаһа, яҡындарығыҙ ярҙам итә алмаһа, психотерапевт йәки психологка мөрәжәғәт итегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: хәл ителмәҫтәй мәсьәлә, табып булмаҫтай юл юҡ!
Вячеслав МИХАЙЛОВ,
1-се республика психиатрия дауаханаһы психологы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә