Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһы ла тәрбиәнән башлана
Барыһы ла тәрбиәнән башлана
Сибай ҡалаһындағы башҡорт ҡоролтайы әүҙем эшмәкәрлеге менән айырылып тора. Күптән түгел йәмәғәт ойошмаһы ағзалары сираттағы йыйылышын уҙғарҙы. Сарала Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов, уның урынбаҫарҙары, төрлө предприятие, уҡыу йорттары етәкселәре һәм милләтебеҙҙең киләсәгенә битараф булмаған башҡа кешеләр ҡатнашты.

— Былтыр ҡала башҡорттарының 16-сы ҡоролтайында бала тәрбиәләүҙә атайҙарҙың өлөшө, халыҡтың һаулығын хәстәрләү, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләре буйынса фекер алышҡайныҡ, — тип башланы сығышын урындағы милли йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ирек Бикмәтов. — Ҡуйылған бурыстарҙың күбеһе тормошҡа ашырыла башланы. Йыл дауамында 20-гә яҡын кәңәшмә үткәрҙек, шул иҫәптән ҡаланың коррекция мәктәбендә, тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында күсмә саралар ойошторолдо. Ҡоролтай балалар баҡсаларының эшен даими контролдә тота. Учреждениела нисә башҡорт төркөмө бар? Унда тәрбиәләнгән сабыйҙар белем алыуын милли класта дауам итәме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләргә тырышабыҙ. Бөгөн ҡалалағы белем усаҡтарында башҡорт класын туплау ауыр мәсьәләгә әйләнеп бара, шуға күрә балалар баҡсаһы менән мәктәп араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу мөһим. Ҡоролтай тарафынан ошо йүнәлештә маҡсатлы эш алып барыла. Ата-әсә менән осрашып, уларҙы балаһын милли класҡа бирергә өгөтләгән осраҡтар ҙа юҡ түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "башҡортса уҡыған уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алмай" тип яңылыш фекер йөрөткәндәр әле һаман байтаҡ. Хата ҡарашҡа юл ҡуймау йәһәтенән "Аҡбуҙат" (мөдире — Т.Х. Таңғатарова), "Сулпылар" (мөдире — Н.Ә. Биушкина), "Баҙлауыҡ" (мөдире — А.Р. Әсмәндиәрова) балалар баҡсаларында аңлатыу эштәре тейешле кимәлдә алып барыла, милли рухлы балалар тәрбиәләнә.
Мәктәптәргә килгәндә, мәҫәлән, Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында (директоры — И.Р. Ноғоманов) милләтебеҙҙең киләсәген үҙ ҡулына алырҙай лайыҡлы быуын үҫтерелә. Шуныһы ҡыуаныслы: "Ирәндек" лицейында (директоры — Т.Е. Есипова) һәм гимназияла (етәксеһе — И.И. Варламова) тәүҙән үк милли класс туплап алына, һәм ул 11 йыл буйы тарҡатмай уҡытып сығарыла. Был йәһәттән ҡайһы бер мәктәп етәкселәренең (үҙебеҙҙең милләттән булыуына ҡарамаҫтан), төрлө һылтау табып, башҡорт кластары асмауы оят та, аяныс та, әлбиттә.
Ирек Бикмәтов шулай уҡ Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы уңайынан башҡарылған эштәргә туҡталды, ҡалалағы "Туған йылға" проектының үтәлешенә баһа бирҙе. Республикала тәүгеләрҙән булып барлыҡҡа килгән Сибай йәштәре ҡоролтайы эшмәкәрлегенең һүлпәнәйеүе, уға яңы етәксе һайлау, йәштәрҙе төрлө экстремистик ағымдарҙан ҡурсалау, техник уҡыу йорттарына йәлеп итеү һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.
Киләһе йылда — Сибайҙың күркәм юбилейы. Байрамды киң билдәләү күҙаллана. Әле, мәҫәлән, ҡаланың энциклопедияһын төҙөү буйынса эш уңышлы ғына бара. Унда ҡоролтай ағзаларының яҡындан ҡатнашыуы, әүҙемлеге әлеге сарала маҡтап телгә алынды.
Ултырыш барышында залдағыларҙан яҙма рәүештә һорауҙар ҡабул ителде, уларға ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Сөләймәнов аныҡ яуап бирҙе. Мөрәжәғәттәр араһында Мәҙәниәт йылына арналғандары ла байтаҡ булды. Мәҫәлән, заманында Сибай драма театры артистары күпләп йәшәгән әлеге Актер йортона таҡтаташ ҡуйыу кәрәклеге хаҡында белдерҙеләр. Шулай уҡ милли мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәренең кәмеүе, ошо сәбәпле уҡытыусыларҙың эшһеҙ ҡалыуы, йәш ғаиләләргә торлаҡ бүлеү, ҡала дауаханаһының эшен тәртипкә һалыу буйынса һәм башҡа бихисап һорауға яуап эҙләнде.
Аҙаҡ ҡоролтайҙың резолюцияһы тәҡдим ителде. Унда ҡаланың абруйлы ир-атын туплап, "Атайҙар ҡоро" тигән яңы йәмәғәт ойошмаһын булдырыу, ҡатын-ҡыҙҙар советының эшен йәнләндереү, халыҡта мәҙәнилекте үҫтереү буйынса тәрбиәүи саралар ойоштороу һәм башҡа мәсьәләләрҙе күтәргән пункттар бар. Тимәк, милли йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына артабан да ең һыҙғанып, яңы планға ярашлы, маҡсатлы эш алып барыу бурысы йөкмәтелә.
Әйткәндәй, Сибай йәштәре ҡоролтайының рәйесе итеп бер тауыштан Иҙел Әсмәндиәров һайланды. Ойошмаға яңы ағзалар ҙа ҡабул ителде.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан тыл хеҙмәтсәне Зөбәйҙә Хәкимова 95 йәшен билдәләне. Район башлығы урынбаҫары...

Тотош уҡырға 12

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 17

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла...

Тотош уҡырға 13

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла

1 сентябрҙән республика мәктәптәрендә һәм театрҙарында энергетиктар һатыу тыйыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

2025 йылдың 1 сентябренән «Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Беларусь менән мәктәп туризмы программаһын булдырыу хаҡында һөйләне 14.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Беларусь Республикаһы менән берлектә уҡыусылар өсөн алмашыу буйынса ял ойошторҙо....

Тотош уҡырға 22

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 18

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 23

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 25

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 24

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 21