Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һаран ике түләр
Мәликәне тирә-яҡта белмәгән әҙәм юҡ. Уның тураһында һүҙ сығыу менән, “Ә-ә-ә, теге һаран ашамһаҡ Мәликәме?” тип ҡуялар.
Ул — бар табындарҙың уртаһында. Саҡырһалар ҙа, саҡырмаһалар ҙа. Уңайһыҙланып, инәлтеп маташмай. Бушлай һыйланыу ғәҙәтенә ингән. Әҙәп һаҡлап, табынға саҡырһаң, тәмле-татлы йәшен тиҙлегендә йыпырыласаҡ. Шуға күрә лә берәүҙең дә уның янына ҡунаҡлағыһы килмәй. Өҫтәлдең теге башы аҙаҡҡаса матур килеш ҡалһа, Мәликә тирәһе яу яланын хәтерләтә: тик буш тәрилкәләр һәм һөйәк-һаяҡ, ҡабыҡ, емеш-еләк төштәре.
Ҡыҙҙы ҡайһы бер табындарға әйтмәй ҙә башланылар. Киреһенсә, йәшеренеберәк ултырып ҡалдылар. Хатта, йә, ҡаба һал, юғиһә, хәҙер Мәликә килә, тип уҫал шаяртырға ла күнегеп алдылар.
Ә Мәликә, исмаһам, берәйҙе генә үҙе ҡыҙҙарҙы сәйгә алһасы! Әхирәттәре һөйөнөр ине, аҙҙан да күңел була бит. Әммә һаранлығын еңә алманы. Шулай үҙенән кешеләрҙе биҙҙерҙе.
Бер көн урамдағы кафела ҙур ғына бәлеш сәйнәп ултырғанда янына сибәр егет килде. Һөйләшеп, танышып киттеләр. Ахырҙа телефондарын алмаштылар.
Малик оҙаҡ көттөрмәне. Шылтыратып, осрашыуға саҡырҙы. Ҡыҙҙың ҡайҙа барырға теләүе менән ҡыҙыҡһынды. Әйҙә, кафеға, тигәнгә: “Ниңә ваҡланып торорға? Беҙҙе ресторан көтә!” – тип ебәрҙе.
…Залда талғын ғына көй ағыла. Бер иштән кейенгән һомғол буйлы официанттар шым, әммә етеҙ хәрәкәтләнә. Һәр кем алдында түбәнселек менән баш эйеп, заказ ҡабул итә. Мәликәләргә лә тиҙ генә “меню” килтереп тотторҙолар.
Егет ресторан аштарында рәт белә, күрәһең. Күҙе төшкән бер ризыҡҡа төртөп күрһәтеп яҙҙырып барҙы ла эсемлектәрҙән ҡыйбатлы шампан менән ҡыҙыл шарапты һайланы. Мәликә уның зауығына һоҡланып ҡуйҙы.
Егерме минуттай көттөләрме-юҡмы, өҫтәлгә бер-бер артлы тулы тәрилкәләр ҡунаҡланы. Ҡыҙ үҙен шат, бәхетле тойҙо. Туҡтауһыҙ шаярҙы, көлдө. Һыйлаусыһы барҙа яңынан-яңы ризыҡтар килтертте. Ике шешә зәм-зәм һыуы ла үҙенекен итте. Малик, уларҙың бушағанын күреп, официантты саҡырып, тағы заказ бирҙе. Шунан йылмайып: “Ғәфү ит, туташ, тәмәке көйрәтеп кенә киләм”, – тине. Үҙен хан ҡыҙындай тойған Мәликә киң күңелле күренергә тырышып: “Әлбиттә, әфәнде!” – тип яуапланы. Үҙе егет күҙҙән юғалыуға, иркен һулап, тәғәмләнергә кереште. Ауыҙ һыуҙарын килтергән ризыҡтарҙы берәм-берәм ҡабаланып йотто, шарап ҡойоп алып, ғолт-ғолт эсеп ебәрҙе.
Шулай күпме ултырғандыр, өҫтәл бушап ҡалды. Ә Малик күренмәне. Ҡыҙ, тынысһыҙланып, тирә-яғына ҡаранды. Уның борғоланғанын күреп, янына официант килде: “Һеҙ тағы берәй нәмә теләйһегеҙме?” Мәликә: “Юҡ-юҡ, мин егетемде көтәм. Йомош менән сыҡҡайны”, – тип бәҙрәф яғына ишараланы.
Биш минут үтте, ун минут, ун биш… Тамам тәҡәте ҡороно ҡыҙҙың. Күңелендә билдәһеҙ шом үҫә барҙы. Официант был көтөүҙең тиктәҫкә түгеллеген һиҙенде, һаҡсыны саҡырып, ҡолағына ниҙер шыбырланы. Һаҡсы бәҙрәф яғына китте. Күп тә үтмәй, кире әйләнеп килеп, официантҡа ниҙер әйтте. Унан икәүләп Мәликәгә ҡарай ыңғайланылар:
– Бәҙрәфтә бер кем дә юҡ. Егетегеҙ күптән сығып киткәнгә оҡшаған. Ғәфү итегеҙ, һеҙгә ризыҡтарҙың хаҡын түләргә тура килер.
Мәликәнең сәсе үрә торҙо. Йөҙө бурҙаттай ҡыҙарҙы. Теле тотлоҡто. Саҡ-саҡ: “Нисек сығып киткән? Ҡайҙа киткән? Юҡ, ул хәҙер килә. Яҡшылап эҙләгеҙ”, – тип кенә әйтә алды. Алдына хаҡ күрһәтелгән чекты килтереп һалғастар, бөтөнләй телһеҙ ҡалды. Бер айлыҡ эш хаҡы бит уның!
– Юҡ, түләмәйем! Мин бер үҙем ашаманым бит! – Ҡыҙ зәһәр ҡысҡырып ебәрҙе. Йән асыуына өҫтәлдәге һауыт-һабаны бәреп төшөрҙө. Эштең ҙурға киткәнен абайлаған һаҡсы кеҫә телефонынан полиция саҡырта һалды.
Полицейскийҙар оҙаҡ һөйләшеп торманы, Мәликәне һәм ресторан хеҙмәткәрен машиналарына ултыртып бүлексәгә алып китте. Сәғәттәй һорау алып, кәрәкле ҡағыҙҙарҙы тултырғансы, аҡылдан шаша яҙҙы ҡыҙ. Ул һаман да был хәлдең ниндәйҙер бер аңлашмаусылыҡ икәнен иҫбатлап маташты.
Малик тураһында тәфсирләп һөйләп биргәс, өҫтәлгә бер нисә фотография теҙеп һалдылар. Танышының рәсеменә төртөп күрһәткәс, йәш кенә лейтенант баш сайҡап:
– Их, һеҙ… Ул бит торғаны бер аферист. Шулай бер ҡатлы ҡатын-ҡыҙҙы тишек шоманға ултыртып, кеҫәләрен йоҡартып йөрөй. Үҙен күптән эҙләйбеҙ. Ләкин, уның ҡорбаны булһағыҙ ҙа, ресторан өсөн түләргә, килтергән зыянды ҡапларға тура килер. Юғиһә, хулиганлыҡ ҡылған өсөн статья бар, – тине.
Мәликә сараһыҙҙан кеҫәһенән бөгөн генә алған хеҙмәт хаҡын тотошлайы менән сығарып һалды. Ресторан менән килешеп, ҡайтырға йүнәлгәс кенә еңел һулап ҡуйҙы.
Һаран ике түләр, тиҙәр. Мәликә бөтәһе өсөн дә хаҡ түләне шикелле...
Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә